АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | МАТФЕЙ 4, 5
Ғайсаның Тауҙағы вәғәзе беҙҙе нимәгә өйрәтә?
Һин рухи нәмәләргә мохтаж булыуыңды таныйһыңмы?
«Мохтаж булыуҙарын аңлағандар» тигән һүҙбәйләнеш һүҙмә-һүҙ «рухтары менән ярлы булғандар», йәки «рух һораусылар» тип тәржемә ителә (Мт 5:3). Алланың ярҙамын алырға теләгәнебеҙҙе беҙ нисек күрһәтә алабыҙ?
Изге Яҙманы көн һайын уҡып.
Йыйылыш осрашыуҙарына йөрөп һәм уларға әҙерләнеп.
Баҫмаларыбыҙҙы уҡып.
Телевидениебыҙҙа ай һайын сыҡҡан программаны ҡарап барып.
Мин нисек тағы ла яҡшыраҡ рухи яҡтан туҡлана алам?