Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lv 4 бүлек 36—49 бб.
  • Ни өсөн хакимиәтте хөрмәт итергә кәрәк?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ни өсөн хакимиәтте хөрмәт итергә кәрәк?
  • Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • НИ ӨСӨН БЫЛ АУЫР?
  • НИ ӨСӨН ХАКИМИӘТТЕ ХӨРМӘТ ИТЕРГӘ КӘРӘК?
  • ҒАИЛӘЛӘ ХӨРМӘТ КҮРҺӘТЕҮ
  • ЙЫЙЫЛЫШТАҒЫ ХАКИМИӘТТЕ ХӨРМӘТ ИТӘБЕҘ
  • ДӘҮЛӘТ ХАКИМИӘТЕН ХӨРМӘТ ИТӘБЕҘ
  • Ни өсөн хакимлыҡты хөрмәт итергә кәрәк?
    Алла һөйөүендә ҡалығыҙ
  • Баш булыу принцибы йыйылышта нисек ҡулланыла?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ
lv 4 бүлек 36—49 бб.
Атай кеше ғаиләһен өйрәтә

ДҮРТЕНСЕ БҮЛЕК

Ни өсөн хакимиәтте хөрмәт итергә кәрәк?

«Һәр ҡайһы кешегә ихтирамлы булығыҙ» (1 ПЕТЕР 2:17).

1, 2. а) Ни өсөн беҙгә хакимиәтте хөрмәт итеү ҡайһы саҡта ауыр? б) Беҙ ниндәй һорауҙар ҡарап сығырбыҙ?

БАЛАҒА эшләгеһе килмәгән эште ҡушһаң, ул үҙен нисек тота? Был эшләгеһе килмәгәне хатта йөҙөнән күренеп торасаҡ. Ул ата-әсәһенең нимә әйткәндәрен дә ишетә, уларҙы тыңларға тейешлеген дә аңлай, ләкин ул әйтелгәнде эшләргә теләмәй. Беҙ ҙә ҡайһы ваҡыт ундай хәлгә эләгәбеҙ.

2 Хакимлыҡҡа эйә кешеләрҙе хөрмәт итеү ҡайһы саҡта ауыр. Һинең өҫтөңдән хакимлыҡ иткән кешеләр бармы? Һиңә уларҙы хөрмәт итеү ҡайһы ваҡыт ауырмы? Беҙҙең көндәрҙә күп кешеләр бындай ҡыйынлыҡ менән осраша. Айырыуса бөгөн хакимиәткә ҡарата хөрмәт кәмегәндән-кәмей. Шулай ҙа Изге Яҙмаларҙа хакимлыҡ итеүселәрҙе хөрмәт итергә кәрәк тип яҙылған (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:21). Алла мөхәббәтендә ҡалыр өсөн, был һүҙҙәр буйынса эш итергә кәрәк. Әммә хакимиәткә бәйле ҡайһы бер һорауҙар тыуа. Ни өсөн хакимиәтте хөрмәт итеү ҡайһы саҡта шул тиклем ауыр? Ни өсөн Йәһүә быны талап итә, һәм беҙгә был талапты үтәргә нимә ярҙам итәсәк? Хакимиәтте хөрмәт иткәнебеҙҙе беҙ нисек күрһәтә алабыҙ?

НИ ӨСӨН БЫЛ АУЫР?

3, 4. Кешеләр нисек гөнаһлы булып киткән, һәм ни өсөн мираҫ итеп алынған гөнаһ арҡаһында хакимиәтте хөрмәт итеү ауыр?

3 Ни өсөн беҙгә хакимлыҡ итеүселәрҙе хөрмәт итеү ҡайһы берҙә ауыр? Быға ике сәбәп бар: беренсенән, беҙ камил түгел, икенсенән, хакимлыҡ итеүселәр ҙә камил түгел. Әйҙә был сәбәптәрҙе ҡыҫҡаса ҡарап сығайыҡ. Күп йылдар элек Эден баҡсаһында Әҙәм менән Һауа Алланың хакимиәтенә ҡаршы фетнә күтәргән. Шулай итеп кешеләр гөнаһлы булып киткән. Әлегә тиклем беҙҙең тыумыштан уҡ фетнә күтәреүгә ынтылышыбыҙ бар (Башланмыш 2:15—17; 3:1—7; Мәҙхиә 50:7; Римлыларға 5:12).

4 Күпселегебеҙ мираҫ итеп алынған гөнаһ арҡаһында йыш ҡына ғорур һәм тәкәббер булып китә. Ә баҫалҡылыҡ беҙгә, киреһенсә, етмәй һәм уны үҫтереп, һаҡлар өсөн күп тырышлыҡтар ҡуйырға тура килә. Аллаға күп йылдар тоғро хеҙмәт итһәк тә, беҙ үҙ һүҙле һәм ғорур булып китергә мөмкин. Мәҫәлән, Корах Йәһүә халҡы менән бергә күп бәлә-ҡаза кисерһә лә, дәрәжәлерәк урын теләп, ул көндәрҙәге иң баҫалҡы кешегә, Мусаға, ҡаршы фетнә күтәргән (Һандар 12:3; 16:1—3). Ә Озия батша тәкәбберләнеп, руханиҙар ғына үтәргә тейеш булған изге хеҙмәтте башҡарыр өсөн Йәһүәнең ғибәҙәтханаһына ингән (2 Йылъяҙма 26:16—21). Һәр береһе фетнә өсөн язаһын алған. Шулай ҙа уларҙың миҫалдары бөтәбеҙ өсөн дә яҡшы киҫәтеү булып тора. Беҙгә хакимиәтте хөрмәт итергә ҡамасаулаған ғорурлыҡ менән көрәшергә кәрәк.

5. Үҙ хакимлыҡтарын дөрөҫ ҡулланмаған кешеләрҙең миҫалдарын килтер.

5 Өҫтәүенә, хакимлыҡҡа эйә кешеләр камил булмағанға күрә, йыш ҡына үҙҙәре хакимиәттең абруйын төшөрә. Күптәре үҙҙәрен мәрхәмәтһеҙ һәм тупаҫ тота, кешеләрҙе ҡыҙғанмай. Тарих та кешеләрҙең хакимиәтте дөрөҫ ҡуллана алмағанын күрһәтә. (Вәғәзсе 8:9 уҡы.) Мәҫәлән, Йәһүә Саулды боронғо Исраил батшаһы итеп һайлағанда, ул яҡшы һәм тыйнаҡ кеше булған. Әммә һуңыраҡ ул ғорур һәм көнсөл булып китеп, тоғро Дауытты эҙәрлекләй башлаған (1 Ишмуил 9:20, 21; 10:20—22; 18:7—11). Йылдар уҙған һәм Исраил тарихындағы иң яҡшы батшаларҙың береһе, Дауыт, үҙе лә хакимиәттән артыҡ файҙаланған: хетлы Урияның ҡатынын үҙенеке иткән, ә ғәйепһеҙ Урияны һуғыштың алғы һыҙығына үлемгә ебәргән (2 Ишмуил 11:1—17). Эйе, камилһыҙлыҡ арҡаһында кешеләргә хакимиәтте дөрөҫ ҡулланыу ауыр. Ә хакимлыҡҡа эйә кешеләр Йәһүәне хөрмәт итмәһәләр, тағы ла насарыраҡ эш итәләр. Англияның бер дәүләт эшмәкәре католик руханиҙарының кешеләрҙе эҙәрлекләгәндәрен тасуирлағанда: «Хакимиәт боҙа ала, ә сикләнмәгән хакимиәт тулыһынса боҙа», — тип яҙған. Был миҫалдарҙы иҫтә тотоп, бер һорауҙы ҡарап сығайыҡ: ни өсөн беҙгә хакимиәтте хөрмәт итергә кәрәк?

НИ ӨСӨН ХАКИМИӘТТЕ ХӨРМӘТ ИТЕРГӘ КӘРӘК?

6, 7. а) Йәһүәгә ҡарата яратыуыбыҙ беҙҙе нимәгә дәртләндерә һәм ни өсөн? б) Буйһоноусан булыу нимәне аңлата, һәм беҙ уны нисек сағылдыра алабыҙ?

6 Хакимиәтте хөрмәт итеүҙең төп сәбәбе — Йәһүәгә, яҡындарыбыҙға һәм хатта үҙебеҙгә ҡарата яратыу. Барыһынан да бигерәк Йәһүәне яратҡанға күрә, беҙ уның йөрәген шатландырырға теләйбеҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11; Марк 12:29, 30 уҡы.) Беҙ шуны беләбеҙ: ерҙә Эден баҡсаһындағы фетнәнән бирле Алланың хакимлығы, йәғни уның Ғәләм менән идара итергә хоҡуғы, шик аҫтына алына һәм кешеләрҙең күпселеге Йәһүәнең идараһын кире ҡағып, Шайтан яғына баҫҡан. Ә беҙ теләп, ихлас күңелдән Йәһүә яғына баҫтыҡ. Беҙ Асыш 4:11-ге һоҡландырғыс һүҙҙәрҙе уҡығанда, улар йөрәгебеҙҙә рәхмәт тойғоһо уята. Йәһүәнең Ғәләм менән идара итергә хоҡуғы бар, һәм был беҙгә асыҡтан-асыҡ билдәле! Беҙ көндәлек тормошобоҙҙа Йәһүәнең идара итеүенә буйһоноп, уның хакимлығын таныйбыҙ.

7 Уның хакимиәтен хөрмәт итеү уға тыңлаусан булыу менән генә сикләнмәй. Беҙ Йәһүәне яратҡанға күрә, уға теләп буйһонабыҙ. Шулай ҙа, тыңлаусан булыу ҡайһы ваҡыт бик ауыр. Ундай ваҡыттарҙа бүлектең башында телгә алынған малайға кеүек беҙгә лә буйһоноусан булырға өйрәнергә кәрәк. Ғайса үҙ Атаһының ихтыярына, хатта был бик ауыр булһа ла, буйһонған. «Минең түгел, ә һинең ихтыярың үтәлһен», — тип әйткән ул үҙ Атаһына (Лука 22:42).

8. а) Йәһүә хакимлығына буйһоноу йыш ҡына нимә менән бәйле, һәм Йәһүә быға нисек ҡарай? б) Беҙгә кәңәште тыңларға һәм өгөт-нәсихәтте ҡабул итергә нимә ярҙам итәсәк? («Кәңәште тыңла һәм өгөт-нәсихәтте ҡабул ит» тигән рамканы ҡара.)

8 Әлбиттә, беҙҙең көндәрҙә Йәһүә айырым һәр бер хеҙмәтсеһе менән һөйләшмәй; ул беҙгә хәбәрен үҙ Һүҙе һәм ерҙәге вәкилдәре аша еткерә. Шуға күрә йыш ҡына беҙ Йәһүә хакимлығына буйһоноуыбыҙҙы ул билдәләгән йәки өҫтөбөҙҙән хакимлыҡ итергә рөхсәт иткән кешеләрҙе хөрмәт итеп күрһәтәбеҙ. Әммә уларға ҡаршы фетнә күтәрһәк, мәҫәлән, уларҙың Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән кәңәшен һәм өгөт-нәсихәттәрен кире ҡаҡһаҡ, беҙ Алланы хурлар инек. Исраилдар Мусанан зарланып, уға ҡаршы күтәрелгәс, Йәһүә быны үҙенә ҡаршы сығыу тип һанаған (Һандар 14:26, 27).

9. Нисек яҡындарыбыҙҙы яратыу хакимиәтте хөрмәт итергә дәртләндерә? Миҫал килтер.

9 Беҙ шулай уҡ яҡындарыбыҙҙы яратҡанға күрә, хакимиәтте хөрмәт итәбеҙ. Быны аңлар өсөн, бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, һин — һалдат. Армия уңышлы һуғышһын өсөн һәм хатта артабан да армия булып ҡалһын өсөн, һалдаттар бер-береһенә ярҙам итергә, бойороҡтарҙы үтәргә һәм командирҙарын хөрмәт итергә тейеш. Һин был тәртипкә буйһонмаһаң, башҡа һалдаттарҙың ғүмерҙәре ҡурҡыныс аҫтына ҡуйылырға мөмкин. Әммә кешеләрҙең армиялары яуызлыҡ эшләп зыян килтерһә, Йәһүәнең армиялары яҡшылыҡ ҡына эшләй. Изге Яҙмаларҙа Алла йөҙәрләгән тапҡыр «Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә» тип атала (1 Ишмуил 1:3). Ул күп һанлы ҡеүәтле рухи заттар менән етәкселек итә. Ҡайһы саҡта Йәһүә ерҙәге хеҙмәтселәрен һуғышсылар менән сағыштыра (2 Тимутегә 2:3; Йәзәкил 37:1—10). Йәһүәнән хакимлыҡ алған кешеләргә ҡаршы күтәрелһәк, беҙҙең менән бергә рухи һуғышта ҡатнашыусыларҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыр инек. Мәҫәлән, берәй мәсихсе билдәләнгән өлкәндәргә ҡаршы күтәрелһә, был йыйылыштағы башҡаларға ла зыян килтерергә мөмкин (1 Көринттәргә 12:14, 24—26). Бала ла фетнә күтәргәндә, бөтөн ғаилә ғазап сигә. Яҡындарыбыҙға ҡарата яратыуҙы хеҙмәттәшлек рухы үҫтереп һәм бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп күрһәтәбеҙ.

10, 11. Ни өсөн хакимиәтте хөрмәт итеү үҙебеҙгә файҙа килтерә тип әйтеп була?

10 Беҙ шулай уҡ хакимиәт беҙгә файҙа килтергәнгә, уны хөрмәт итәбеҙ. Йәһүә хакимиәтте хөрмәт итергә ҡушҡанда, йыш ҡына шулай эш итеүҙең беҙгә ниндәй файҙа килтерәсәген аңлата. Мәҫәлән, ул балаларға, ғүмерҙәре оҙон һәм уларға яҡшы булһын өсөн, үҙ ата-әсәләрен тыңларға ҡуша (Ҡанун 5:16; Эфестарға 6:2, 3). Йәһүә беҙҙе өлкәндәрҙе хөрмәт итергә саҡыра, юғиһә үҙебеҙгә рухи зыян килтереүебеҙ бар (Еврейҙарға 13:7, 17). Ул шулай уҡ мәнфәғәтебеҙҙе ҡайғыртып беҙҙе дәүләт хакимиәттәренә тыңлаусан булырға өндәй (Римлыларға 13:4).

11 Ни өсөн Йәһүә беҙҙән тыңлаусанлыҡ талап итә? Был һорауға яуапты белһәк, хакимиәтте хөрмәт итеү еңелерәк булыр. Әйҙәгеҙ, тормошобоҙҙоң өс төп өлкәһендә хакимиәткә нисек хөрмәт күрһәтә алғаныбыҙҙы ҡарап сығайыҡ.

ҒАИЛӘЛӘ ХӨРМӘТ КҮРҺӘТЕҮ

12. Йәһүә ир һәм атай кешегә ниндәй роль биргән, һәм ир кеше уны нисек башҡара?

12 Ғаиләгә нигеҙҙе Йәһүә һалған. Ул — тәртип Аллаһы һәм ғаилә бәхетле булһын өсөн, унда билдәле тәртип урынлаштырған (1 Көринттәргә 14:33). Ир һәм атай кеше ғаилә башлығы булһын өсөн, Йәһүә уға хакимлыҡ биргән. Ир кеше ғаиләһендә үҙен Ғайса йыйылыш өҫтөнән хакимлыҡ иткән кеүек тотһа, үҙ Башын, йәғни Ғайса Мәсихте хөрмәт иткәнен күрһәтә (Эфестарға 5:23). Ул үҙ бурыстарынан ҡасырға түгел, ә уларҙы ҡыйыулыҡ менән үтәргә тейеш; ул тупаҫ, йәлләй белмәгән түгел, ә яратыусан, игелекле һәм аҡыл менән эш итеүсән булырға тейеш. Ир кеше үҙ хакимлығының сикле булыуын иҫтә тота: ул Йәһүә хакимлығынан бер ҡасан да өҫтөн була алмай.

Атай кеше хакимлыҡ итеүҙә Ғайсанан үрнәк ала

13. Ҡатын-ҡыҙ һәм әсә кеше Йәһүәне шатландырыр өсөн, ғаиләлә үҙ ролен нисек үтәй?

13 Ҡатын-ҡыҙ һәм әсә кеше — үҙ иренә ярҙамсы һәм уны тулыландырыусы. Уға ла ғаиләлә хакимлыҡ бирелгән, сөнки Изге Яҙмаларҙа «әсәң күрһәтмәләрен ҡалдырма» тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8). Әлбиттә, уның хакимлығы сикле: ул үҙ иренә буйһона. Мәсихсе ҡатын иренә ғаилә башлығы ролен үтәргә ярҙам итеп, уның хакимиәтен хөрмәт итә. Ҡатын ирен кәмһетмәй, уның менән идара итергә йәки уға бирелгән «дилбегәне» үҙ ҡулына алырға тырышмай. Киреһенсә, ул уға һәр яҡтан ярҙам итә. Үҙ ире менән риза булмағанда, ул уға үҙ фекерен әҙәпле генә әйтә ала, шулай ҙа уға буйһоноусан булып ҡала. Мәсихсе ҡатындың ире Йәһүә Шаһиты булмаһа, ул төрлө ауырлыҡтар менән осрашырға мөмкин; ләкин ул иренә буйһоноп һәм үҙенең яҡшы тәртибе менән, бәлки, уға Йәһүә янына килергә ярҙам итер. (1 Петер 3:1 уҡы.)

Атай кеше өйгә бысраҡ алып ингән улын төҙәтә

14. Бала үҙ ата-әсәһен һәм Йәһүәне нисек һөйөндөрә ала?

14 Бала ата-әсәһенә тыңлаусан булып Йәһүә йөрәген һөйөндөрә, ата-әсәһенә дан һәм шатлыҡ килтерә (Ғибрәтле һүҙҙәр 10:1). Бала тулы булмаған ғаиләлә үҫһә, атаһының йәки әсәһенең уның ярҙамына һәм таянысына айырыуса мохтаж булғанын аңлап, шулай уҡ тыңлаусанлыҡ күрһәтергә тейеш. Ғаиләнең һәр бер ағзаһы Алланан бирелгән үҙ вазифаһын үтәһә, ғаилә тыныс, татыу һәм шатлыҡлы йәшәйәсәк. Ә был ғаиләгә нигеҙ һалыусы Йәһүә Аллаға дан килтерә (Эфестарға 3:14, 15).

ЙЫЙЫЛЫШТАҒЫ ХАКИМИӘТТЕ ХӨРМӘТ ИТӘБЕҘ

15. а) Беҙ Йәһүә хакимиәтен хөрмәт иткәнебеҙҙе йыйылышта нисек күрһәтә алабыҙ? б) Беҙгә үҙ өҫтәренә етәкселек алған кешеләргә тыңлаусан булырға ниндәй принциптар ярҙам итә ала? («Етәкселекте үҙ өҫтәренә алған кешеләрҙе тыңлағыҙ» тигән рамканы ҡара.)

15 Йәһүә үҙ Улын мәсихсе йыйылыштың Башлығы итеп билдәләгән (Көләсәйҙәргә 1:13). Ғайса, үҙ сиратында, «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсегә» ерҙәге Алла халҡының рухи ихтыяждары тураһында ҡайғыртырға ҡушҡан (Маттай 24:45—47). Ә Йәһүә Шаһиттарының Етәксе советы шул «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» булып хеҙмәт итә. Беренсе быуаттағы мәсихсе йыйылыштарҙа булған кеүек, бөгөн өлкәндәр Етәксе советтың күрһәтмәләрен һәм етәкселеген йә туранан-тура, йә уның вәкилдәре аша, мәҫәлән, күсеп йөрөүсе күҙәтселәр аша, ала. Өлкәндәрҙең хакимиәтен хөрмәт итеп, беҙҙең һәр беребеҙ Йәһүәгә тыңлаусан булыуын күрһәтә. (1 Тессалуникиҙарға 5:12; Еврейҙарға 13:17 уҡы).

16. Ниндәй мәғәнәлә өлкәндәр изге рух ярҙамында билдәләнә?

16 Өлкәндәр һәм хеҙмәттәш ярҙамсылар камил түгел. Уларҙың да, беҙҙең кеүек, кәмселектәре бар. Шулай ҙа өлкәндәр — йыйылышҡа рухи яҡтан ныҡ ҡалырға ярҙам итер өсөн «бүләктәр итеп» бирелгән кешеләр (Эфестарға 4:8). Өлкәндәр изге рух ярҙамында билдәләнә (Илселәр 20:28). Ни өсөн улай тип әйтеп була? Сөнки иң элек улар Алла тарафынан рухландырылған Изге Яҙмаларҙағы талаптарға тура килергә тейеш (1 Тимутегә 3:1—7, 12; Титусҡа 1:5—9). Өҫтәүенә, берәй ағай-ҡәрҙәштең Изге Яҙмаларҙағы талаптарға ни тиклем тура килгәнен ҡарап сыҡҡанда, өлкәндәр изге рухтың етәкселеген һорап Йәһүәгә эскерһеҙ доға ҡылалар.

17. Ни өсөн мәсихсе ҡатын-ҡыҙ йыйылышта берәй вазифа үтәгәндә, үҙ башын ҡаплай?

17 Өлкәндәр һәм хеҙмәттәш ярҙамсылыр йыйылышта билдәле вазифалар үтәйҙәр, мәҫәлән, вәғәз осрашыуын алып баралар. Бындай ағай-ҡәрҙәш булмаһа, был осрашыуҙы һыуға сумдырылыу үткән ағай-ҡәрҙәш алып бара ала. Ул да булмаһа, был вазифаларҙы яраҡлы апай-ҡәрҙәш башҡара ала. Ләкин ҡатын-ҡыҙ һыуға сумдырылыу үткән ағай-ҡәрҙәшкә бирелә торған вазифаны үтәгән саҡта үҙ башын ҡаплай (1 Көринттәргә 11:3—10)a. Был талап ҡатын-ҡыҙҙарҙы кәмһетмәй. Шулай эш итеп, улар ғаиләлә һәм йыйылышта Йәһүә урынлаштырған тәртипкә хөрмәт күрһәтәләр.

ДӘҮЛӘТ ХАКИМИӘТЕН ХӨРМӘТ ИТӘБЕҘ

18, 19. а) Һин Римлыларға 13:1—7-ге принциптарҙы нисек аңлатыр инең? б) Беҙ дәүләт хакимиәттәренә нисек хөрмәт күрһәтәбеҙ?

18 Ысын мәсихселәр Римлыларға 13:1—7-ге (уҡы) принциптарҙы намыҫ менән тоталар. Был өҙөктә «өҫтөн тороусы хакимлыҡ», йәғни дәүләт хакимиәттәре тураһында әйтелә. Йәһүә әлегә был хөкүмәттәрҙең булыуын рөхсәт итә, һәм улар мөһим эштәр башҡаралар, мәҫәлән, әҙме-күпме тәртип һаҡлайҙар һәм кәрәкле хеҙмәт күрһәтәләр. Беҙ закондарҙы үтәп был хакимиәттәргә хөрмәт күрһәтәбеҙ. Беҙ бөтә кәрәкле һалымдарҙы түләйбеҙ, хөкүмәт талап иткән бланктарҙы һәм документтарҙы дөрөҫ тултырабыҙ, шулай уҡ үҙебеҙгә, ғаиләбеҙгә, эшебеҙгә һәм мөлкәтебеҙгә ҡағылышлы төрлө закондарҙы үтәйбеҙ. Әммә дәүләт хакимиәттәре беҙгә Алла ҡанунына ҡаршы берәй эш башҡарырға ҡушһа, беҙ уларға буйһонмайбыҙ. Илселәр: «Беҙ кешеләргә түгел, ә иң элек хакимыбыҙ Аллаға буйһонорға тейеш», — тигәндәр, һәм беҙ ҙә был һүҙҙәр буйынса эш итәбеҙ (Илселәр 5:28, 29; «Миңә кемдең хакимиәтенә тыңлаусан булырға кәрәк?» тигән рамканы ҡара).

МИҢӘ КЕМДЕҢ ХАКИМИӘТЕНӘ ТЫҢЛАУСАН БУЛЫРҒА КӘРӘК?

Принцип: «Йәһүә — беҙҙең Хөкөмсө, Йәһүә — беҙҙең Ҡанун биреүсе, Йәһүә — беҙҙең Батша» (Ишағия 33:22).

Уйланыр өсөн һорауҙар

  • Миңә Йәһүәнең нормаларын боҙорға ҡушһалар, мин нимә эшләрмен? (Маттай 22:37—39; 26:52; Яхъя 18:36)

  • Миңә Йәһүәнең әмерҙәрен үтәмәҫкә ҡушһалар, мин нимә эшләрмен? (Илселәр 5:27—29; Еврейҙарға 10:24, 25)

  • Миңә хакимлыҡ бирелгән кешеләргә тыңлаусан булырға нимә ярҙам итер? (Римлыларға 13:1—4; 1 Көринттәргә 11:3; Эфестарға 6:1—3)

19 Өҫтәүенә, беҙ хакимиәткә хөрмәтебеҙҙе тәртибебеҙ менән дә күрһәтәбеҙ. Ҡайһы ваҡыт беҙгә эштәрҙе туранан-тура хөкүмәт кешеләре менән алып барырға тура килә. Мәҫәлән, илсе Паул Һируд Әгрип батша һәм хаким Фисте менән һөйләшкән. Был кешеләрҙең етди кәмселектәре булһа ла, Паул уларға хөрмәт менән мөрәжәғәт иткән (Илселәр 26:2, 25). Беҙ кем менән генә һөйләшһәк тә: ҙур түрә йәки полиция хеҙмәткәре менәнме, һәр осраҡта Паул үрнәге буйынса эш итәбеҙ. Мәктәптә йәш мәсихселәр ундай хөрмәтте уҡытыусыларға, мәктәп етәкселәренә һәм ундағы башҡа эшселәргә күрһәтергә тырыша. Һис шикһеҙ, беҙ бындай хөрмәтте беҙҙең тәғлимәттәрҙе хуплаған кешеләргә генә түгел, ә Йәһүә Шаһиттары менән үҙҙәрен дошмандарса тотҡан кешеләргә лә күрһәтәбеҙ. Ғөмүмән алғанда, Йәһүәгә ышанмаған кешеләр беҙҙең уларға ҡарата ихтирамыбыҙҙы һиҙергә тейеш. (Римлыларға 12:17, 18 уҡы; 1 Петер 3:15.)

20, 21. Хакимиәткә ҡарата тейешле хөрмәт ниндәй фатихалар килтерә?

20 Әйҙәгеҙ, кешеләргә хөрмәт күрһәтеүгә һаран булмайыҡ. Илсе Петер: «Һәр ҡайһы кешегә ихтирамлы булығыҙ», — тип яҙған (1 Петер 2:17). Кешеләр үҙҙәренә ҡарата эскерһеҙ хөрмәтебеҙҙе күрһәләр, был уларға бик ныҡ тәьҫир итер. Шуны иҫтә тот: бөгөн был сифатты сағылдырған кешеләр бик һирәк осрай. Кешеләрҙе хөрмәт итһәк, Ғайсаның бындай әмерен үтәрбеҙ: «Кешеләр яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, күктәге Атағыҙҙы данлаһындар өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа кешеләр алдында шулай уҡ балҡыһын» (Маттай 5:16).

21 Ҡараңғылыҡҡа батҡан был донъяла яҡшы йөрәкле кешеләр рухи яҡтылыҡҡа тартыла. Шуға күрә беҙ ғаиләлә, йыйылышта һәм башҡа урындарҙа кешеләрҙе хөрмәт итһәк, быға берәйһе иғтибар итеп, бәлки, беҙҙең менән бергә яҡтылыҡта йөрөргә теләр. Шунда ул ғәжәп өмөткә эйә буласаҡ! Әммә ундай кеше булмаһа ла, беҙ шуны беләбеҙ: кешеләрҙе хөрмәт итеүебеҙ Йәһүә Алланы һөйөндөрә һәм уның мөхәббәтендә ҡалырға ярҙам итә. Ә был — тырышлыҡтарыбыҙ өсөн иң яҡшы бүләк.

a Был принципты ҡулланыу буйынса бер нисә миҫал «Башты ҡасан һәм ни өсөн ҡапларға кәрәк?» ҡушымтала килтерелә.

«КӘҢӘШТЕ ТЫҢЛА ҺӘМ ӨГӨТ-НӘСИХӘТТЕ ҠАБУЛ ИТ»

Бөгөнгө донъя Шайтандың рухы, йәғни фетнәсел рух менән тулған. Изге Яҙмаларҙа Шайтан «рух менән хакимлыҡ итеүсе» булараҡ күрһәтелә һәм уның рухы «тыңламаусанлыҡ улдарында эш итә» тип әйтелә (Эфестарға 2:2). Бөгөн күптәр башҡа кешеләрҙең хакимиәтенән тулыһынса бойондороҡһоҙ булырға теләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бойондороҡһоҙлоҡ рухы ҡайһы бер мәсихселәргә лә йоҡҡан. Мәҫәлән, өлкән әхлаҡһыҙ һәм мәрхәмәтһеҙ күңел асыуҙар тураһында яратыу менән киҫәтеү биргәндә, берәйһе ундай киҫәтеүгә ҡолаҡ һалмаҫҡа йәки уны асыуланып кире ҡағырға мөмкин. Беҙҙең һәр беребеҙгә Ғибрәтле һүҙҙәр 19:20-ге һүҙҙәр буйынса эш итергә кәрәк: «Зирәк булыр өсөн хәҙерҙән үк кәңәште тыңла һәм өгөт-нәсихәтте ҡабул ит».

Был яҡтан беҙгә нимә ярҙам итәсәк? Ни өсөн кешеләр кәңәште йәки өгөт-нәсихәтте кире ҡаға? Быға киң таралған өс сәбәп бар. Был сәбәптәрҙе һәм Изге Яҙмаларҙа улар тураһында әйтелгәнде ҡарап сығайыҡ.

  • «Минеңсә, был кәңәште миңә бирер өсөн сәбәп юҡ». Бәлки, беҙ был кәңәш беҙҙең шарттарыбыҙға ҡулланырлыҡ түгел йәки кәңәш биреүсе ҡайһы бер яҡтарҙы аңламаған тип уйлайбыҙҙыр. Беҙ, бәлки, был кәңәште шунда уҡ кире ҡағырға теләрбеҙ (Еврейҙарға 12:5). Әммә камилһыҙ булыуыбыҙҙы иҫәпкә алһаҡ, беҙгә үҙ ҡарашыбыҙҙы үҙгәртергә кәрәк түгелме? (Ғибрәтле һүҙҙәр 19:3) Ә, бәлки, был кәңәш беҙгә берәй етди сәбәптән бирелгәндер? Алла Һүҙендә: «Нәсихәтемде ныҡ тот, уны ташлама, һаҡла; сөнки ул — һинең тормошоңдор», — тигән кәңәш яҙылған (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:13).

  • «Миңә кәңәштең нисек бирелеүе оҡшамай». Эйе, Алла Һүҙендә кәңәш биреүселәргә ниндәй сифаттар күрһәтергә кәрәклеге тураһында яҙылған (Галаттарға 6:1). Әммә Инжилдә шулай уҡ: «Барыһы ла гөнаһ ҡылған һәм Алланың данынан мәхрүм ҡалған», — тип яҙылған (Римлыларға 3:23). Камил кәңәште камил кешенән генә ишетеп була (Яҡуп 3:2). Әммә Йәһүә беҙгә кәңәштәрҙе камил булмаған кешеләр аша бирә, шуға күрә кәңәштең нисек бирелгәненә иғтибар итеү аҡыллы булмаҫ. Кәңәштең асылына иғтибар ит һәм уны нисек ҡулланып булғаны тураһында доға ҡылып уйлан.

  • «Уның миңә кәңәш бирергә хаҡы юҡ!» Әгәр беҙ кеше үҙ кәмселектәре арҡаһында беҙгә кәңәш бирә алмай тип һанаһаҡ, өҫтә әйтелгәндәрҙе иҫкә төшөрәйек. Шулай уҡ беҙ йәшебеҙ, тәжрибәбеҙ һәм йыйылыштағы вазифаларыбыҙ арҡаһында беҙгә кәңәш кәрәк түгел тип уйлаһаҡ, тимәк, беҙгә үҙ фекер йөрөтөүебеҙҙе үҙгәртергә кәрәк. Боронғо Исраилда батша мөһим вазифалар үтәгән, ләкин ул пәйғәмбәрҙәрҙән, руханиҙарҙан һәм үҙенә буйһонған кешеләрҙән кәңәште ҡабул итергә тейеш булған (2 Ишмуил 12:1—13; 2 Йылъяҙма 26:16—20). Бөгөн Йәһүә ойошмаһында кәңәштәр бирер өсөн камил булмаған ир-аттар билдәләнә. Етлеккән мәсихселәр был кәңәштәрҙе теләп ҡабул итәләр һәм уларҙы ҡулланалар. Башҡаларға ҡарағанда тәжрибәбеҙ һәм вазифаларыбыҙ күберәк булһа, беҙгә кәңәштәрҙе ҡабул итеп һәм уларҙы ҡулланып, аҡыл менән эш итеүҙә һәм баҫалҡы булыуҙа башҡаларға тағы ла тырышыбыраҡ үрнәк бирергә кәрәк (1 Тимутегә 3:2, 3; Титусҡа 3:2).

Эйе, һәр кеше кәңәшкә мохтаж. Шуға күрә, әйҙә, кәңәштәрҙе теләп ҡабул итәйек һәм тыңлаусан булып, уларҙы ҡулланырға тырышайыҡ. Улар беҙҙең тормошобоҙҙо һаҡлай. Был бүләк өсөн Йәһүәгә ысын күңелдән рәхмәт белдерәйек. Кәңәштәр аша Йәһүә беҙгә үҙ мөхәббәтен күрһәтә, ә беҙ уның мөхәббәтендә ҡалырға теләйбеҙ (Еврейҙарға 12:6—11).

«ЕТӘКСЕЛЕКТЕ ҮҘ ӨҪТӘРЕНӘ АЛҒАН КЕШЕЛӘРҘЕ ТЫҢЛАҒЫҘ»

Боронғо Исраил халҡында билдәле бер тәртип урынлаштырыу үтә мөһим булған, сөнки Муса ҡурҡыныс сүл буйлап йөрөгән миллионлаған кеше менән бер үҙе етәкселек итә алмаған. Муса нимә эшләгән? «Ул, барлыҡ Исраил халҡы араһынан һәләтле кешеләрҙе һайлап алып, уларҙы мең, йөҙ, илле һәм ун кеше өҫтөнән башлыҡ итеп билдәләгән» (Сығыш 18:25).

Бөгөн дә мәсихсе йыйылыштарҙа билдәле бер тәртип булырға тейеш. Шуға күрә вәғәз төркөмөндә — күҙәтсе, йыйылышта өлкәндәр бар; бер нисә йыйылыш тураһында район күҙәтсеһе ҡайғырта, ә илдә Ил комитеты йәки Филиал комитеты эш итә. Ундай тәртип ярҙамында рухи көтөүселәр үҙҙәренә тапшырылған Йәһүәнең һарыҡтары хаҡында тейешле рәүештә ҡайғырта ала. Был көтөүселәр Йәһүә менән Мәсихкә һарыҡтар өсөн хисап бирә (Илселәр 20:28).

Шуға күрә һәр бер ҡәрҙәш был тәртипкә буйһонорға һәм тыңлаусан булырға тейеш. Диотреф беренсе быуаттағы етәкселәрҙе хөрмәт итмәгән. Беҙҙә ундай ҡараш булмаһын (3 Яхъя 9, 10). Илсе Паулдың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ: «Һеҙҙең арағыҙҙа етәкселекте үҙ өҫтәренә алған кешеләрҙе тыңлағыҙ һәм уларға күндәм булығыҙ, сөнки улар, хисап бирергә тейешле кешеләр булараҡ, йәндәрегеҙ тураһында ҡайғыртып торалар. Улар быны ҡайғырып түгел, ә ҡыуанып башҡарһындар өсөн шулай эшләгеҙ, юғиһә ҡайғырып башҡарыуҙары һеҙгә зыян килтерер» (Еврейҙарға 13:17). Ҡайһы бер кешеләр етәкселәр менән риза булһа, уларҙы тыңлай, ә риза булмаһа йәки улар ҡабул иткән ҡарарҙарҙың сәбәптәрен аңламаһа, уларға буйһонмай. Шуны иҫтә тот: буйһоноу — берәй нәмәне башҡарырға теләмәгән саҡтарҙа ла тыңлаусан булып, уны башҡарыу. Һәр кем үҙенә: «Мин етәкселәргә тыңлаусанмы һәм уларға буйһонаммы?» — тигән һорау бирһә, яҡшы булыр.

Әлбиттә, Алла Һүҙендә йыйылыштағы тормошҡа ҡағылышлы бөтә ваҡлыҡтар ентекләп аңлатылмай, әммә унда: «Тик барыһы килешле һәм тәртипле үтһен», — тип әйтелә (1 Көринттәргә 14:40). Етәксе совет был принцип буйынса эш итеп, эштәрҙең тәртибен билдәләй һәм кәрәкле етәкселек бирә. Һөҙөмтәлә йыйылыштарҙа барыһы тәртипле һәм килешле үтә. Ә яуаплы ҡәрҙәштәр урынлаштырылған тәртипте тотоп, тыңлаусан булыуҙа үрнәк күрһәтә. Улар «юл биреүсән» һәм етәкселәргә «буйһонорға әҙер» (Яҡуп 3:17). Шулай итеп, һәр бер төркөмдә, йыйылышта, районда һәм илдә хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәр араһында берҙәмлек һәм тәртип һаҡлана, ә был бәхетле Аллаға дан килтерә (1 Көринттәргә 14:33; 1 Тимутегә 1:11).

Еврейҙарға 13:17-лә тыңламаусанлыҡ рухының ни өсөн зыянлы булыуы аңлатыла: ундай рух арҡаһында етәкселәр үҙ йөкләмәләрен «ҡайғырып башҡарасаҡ». Ағай-ҡәрҙәшкә фетнәсел рух күрһәткән һәм хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартҡан йыйылыш менән эш итергә тура килһә, изге хеҙмәттәге был хөрмәтле вазифа уның өсөн йөк булып китергә мөмкин. Ә был «һеҙгә», йәғни бөтөн йыйылышҡа зыян килтерер. Кеше теократик тәртипкә буйһонмаһа, үҙенә башҡа төрлө зыян да килтерә: сиктән тыш ғорур булып буйһонорға теләмәһә, үҙенең күктәге Атаһынан алыҫлаша һәм уның менән үҙ мөнәсәбәттәрен боҙа (Мәҙхиә 137:6). Әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа тыңлаусан һәм буйһоноусан булырға тәүәккәл булайыҡ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу