Етәксе советтың хаты
Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр!
2008 йылдың 1-се ғинуарынан башлап таратыу өсөн баҫтырылған «Күҙәтеү манараһы»нда (тат.) «Имандарын үрнәк итеп тотоғоҙ» тигән мауыҡтырғыс рубрика сыға башланы. Шунан бирле беҙ ошо рубрика аҫтында өс ай һайын сығып торған яңы мәҡәләләрҙе рәхәтләнеп уҡыйбыҙ.
Был рубрика уҡыусыларыбыҙҙа ниндәй тәьҫораттар уятҡан? Уларҙың береһе былай тип яҙа: «Марта тураһындағы мәҡәләне көлә-көлә уҡыным, сөнки мин уға шул тиклем оҡшағанмын! Мин дә, һәр ваҡыт яҡшы хужабикә булырға ынтылып, күп мәшәҡәтләнәм. Ҡайһы берҙә, туҡтап, дуҫтарыбыҙ менән рәхәтләнеп аралашып алырға кәрәклеген дә онотоп китәм». Бер үҫмер ҡыҙ, Әсфирә тураһындағы хикәйәне уҡығандан һуң, бындай ҡыҙыҡ һығымта яһаған: «Ҡайһы ваҡыт беҙ, ысынлап та, кейем тураһында сиктән тыш күп уйлап, мода артынан ҡыуа башлайбыҙ. Эйе, беҙ бөхтә һәм матур итеп кейенеп йөрөргә тейеш, ләкин саманан уҙҙырырға кәрәкмәй. Йәһүә күберәк эске булмышыбыҙ менән ҡыҙыҡһына». Петер тураһындағы мәҡәлә бер апай-ҡәрҙәшкә бик ныҡ тәьҫир иткән. Ул һоҡланып былай ти: «Донъямды онотоп был хикәйәгә сумдым. Яҙылғандарҙы күңелем аша үткәреп, шул ваҡиғаларҙа ҡатнашҡандай булдым!»
Хаттар ебәреп яңы рубрика өсөн рәхмәттәрен белдергән был һәм башҡа бик күп уҡыусыларыбыҙ илсе Паулдың күптән әйткән бындай һүҙҙәрен иҫбатлай: «Элек Изге Яҙмала яҙылғандарҙың барыһы ла... нәсихәт итеп яҙылған» (Рим. 15:4). Йәһүә, беҙгә фәһемле һабаҡтар бирер өсөн, үҙенең тоғро хеҙмәтселәре тураһындағы хикәйәләрҙе Изге Яҙмаларға индергән. Хәҡиҡәтте нисә йыл белеүебеҙгә ҡарамаҫтан, бөтәбеҙ ҙә был хикәйәләрҙән күп нәмәгә өйрәнә ала.
Беҙ һеҙҙе ихлас күңелдән был китапты мөмкин тиклем тиҙерәк уҡып сығырға саҡырабыҙ. Уны Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисендә бергәләп уҡығыҙ. Балаларға был бик оҡшаясаҡ! Был материал Изге Яҙмаларҙы йыйылыш менән өйрәнеү ваҡытында ҡаралғанда, бер осрашыуҙы ла ҡалдырмағыҙ! Ашыҡмай ғына уҡығыҙ. Тасуирланған ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерегеҙ, күңелегеҙ аша үткәрегеҙ. Изге Яҙмаларҙа иҫкә алынған кешеләр тойғанды тойорға, улар күргәнде күрергә тырышығыҙ. Улар урынында мин нисек эш итер инем, тип уйланығыҙ.
Беҙ был китаптың сығыуына бик шатбыҙ һәм уның һеҙгә лә, ғаиләгеҙгә лә файҙа килтерәсәгенә бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Һеҙҙе эскерһеҙ яратып һәм иң яҡшы теләктәр теләп,
Йәһүә Шаһиттарының Етәксе советы