Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ia 1 бүлек 9—16 бб.
  • «Үҙе иҫән булмаһа ла... әлегә тиклем һөйләй»

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • «Үҙе иҫән булмаһа ла... әлегә тиклем һөйләй»
  • Имандарын өлгө итеп алығыҙ
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • «Донъя яратылған» осорҙа үҫкән
  • Һабил нисек иман үҫтергән?
  • Һабилдың ҡорбаны нимә менән айырылып торған?
  • Асыуланыу үлтереүгә килтерә
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
Имандарын өлгө итеп алығыҙ
ia 1 бүлек 9—16 бб.
Һабил

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК

«Үҙе иҫән булмаһа ла... әлегә тиклем һөйләй»

1. Ни өсөн Әҙәм менән Һауаның ғаиләһе Эден баҡсаһына инә алмаған, һәм Һабил нимәне бик ныҡ теләгән?

ҺАБИЛ үҙенең тау битләүендә тыныс ҡына утлап йөрөгән һарыҡ көтөүенә ҡарап тора. Шунан ул ҡарашын алыҫҡа, тоноҡ ҡына яҡтылыҡ емелдәгән яҡҡа төбәй. Һабил унда, Эден баҡсаһына юлды ҡаплап, утлы ҡылыс әйләнеп тороуын белә. Ҡасандыр был баҡсала уның ата-әсәһе йәшәгән, ләкин хәҙер улар үҙҙәре лә, балалары ла унда инә алмай. Күҙ алдыңа килтер, ҡояш байығанда еңелсә генә иҫкән ел Һабилдың сәстәрен елберләтә. Ул күккә ҡарап, Барлыҡҡа Килтереүсеһе тураһында уйлана. Алла менән кешеләр араһындағы упҡын ҡасан да булһа юҡ ителерме? Һабил быны бик ныҡ теләй.

2—4. Һабил бөгөн беҙгә ниндәй мәғәнәлә һөйләй?

2 Һин бөгөн Һабилдың һөйләгәнен ишетә алаһың. «Был мөмкин түгел», — тип әйтерһең һин. Ысынлап та, Әҙәмдең икенсе улы Һабил инде әллә ҡасан үлгән. Уның гүр ҡуйынында тупраҡҡа әйләнеүенә инде яҡынса 6 000 йыл үткән. Изге Яҙмаларҙа: «Үлеләр бер нәмә лә белмәй», — тип әйтелә (Вәғ. 9:5, 10). Унан тыш, Изге Яҙмаларҙа Һабилдың әйткән бер генә һүҙе лә яҙылмаған. Улайһа, нисек ул беҙгә һөйләй ала?

3 Паул Алла тарафынан рухландырылып былай тип әйткән: «Һабил, үҙе иҫән булмаһа ла, иманы аша әлегә тиклем һөйләй». (Еврейҙарға 11:4-те уҡы.) Эйе, Һабил иманы аша һөйләй. Ул ошо иҫ киткес сифатты үҫтергән беренсе кеше булған. Уның иманы шул хәтле көслө булған, хатта әле лә ул беҙҙең өсөн имандың тере миҫалы булып тора. Әгәр беҙ Һабилдың нисек иман күрһәткәне хаҡында уйланһаҡ һәм унан үрнәк алырға тырышһаҡ, ул беҙҙең менән һөйләшкән кеүек буласаҡ.

4 Изге Яҙмаларҙа Һабил тураһында бик аҙ ғына әйтелһә лә, беҙ уның иманы хаҡында нимә белә алабыҙ? Әйҙә, быны ҡарап сығайыҡ.

«Донъя яратылған» осорҙа үҫкән

5. Ғайса, Һабил йәшәгән дәүерҙе «донъя яратылған» осор менән бәйләп, нимәне күҙ уңында тотҡан? (Төшөрмәне лә ҡара.)

5 Һабил кешелек тарихының иң башында тыуған. Һуңыраҡ Ғайса Һабил йәшәгән дәүерҙе «донъя яратылған» осор менән бәйләгән. (Лука 11:50, 51-ҙе уҡы.) Ғайса, күрәһең, гонаһтан йолоп алырға мөмкин булған кешеләр донъяһын күҙ уңында тотҡан. Һабил ерҙә йәшәгән дүртенсе кеше булһа ла, моғайын, Алла уны йолоп алыуға лайыҡ беренсе кеше итеп һанағанa. Эйе, Һабилдың замандаштары араһында өлгө күрһәтерҙәй кеше булмаған.

6. Һабилдың ата-әсәһе тураһында нимә әйтеп була?

6 Кешеләр яңыраҡ ҡына барлыҡҡа килтерелгән булһа ла, уларҙы инде хәсрәт пәрҙәһе ҡаплап өлгөргән. Һабилдың ата-әсәһе Әҙәм менән Һауа, моғайын, бик матур һәм көслө кешеләр булғандыр. Ләкин улар бик ҙур хата яһаған, һәм был хаҡта үҙҙәре лә белгән. Ҡасандыр улар камил булған, һәм улар алдында мәңге йәшәү мөмкинлеге асылған. Әммә улар Йәһүә Аллаға ҡаршы күтәрелгән һәм үҙҙәренең ожмах йортонан, йәғни Эден баҡсаһынан ҡыуылған. Шәхси теләктәрен бөтә нәмәнән дә, хатта балаларының киләсәгенән дә өҫтөнөрәк ҡуйып, улар камиллыҡ һәм мәңге йәшәү мөмкинлеген юғалтҡан (Баш. 2:15—3:24).

7, 8. Ҡабил тыуғас, Һауа нимә әйткән, һәм ул, күрәһең, нимәне күҙ уңында тотҡан?

7 Эден баҡсаһынан ҡыуылғас, Әҙәм менән Һауа интегеп, ауыр тормош кисереп йәшәй башлаған. Шулай ҙа, беренсе балалары Ҡабил тыуғас, Һауа былай тип әйткән: «Раббы рәхмәте менән уллы булдым». Бәлки, ул быны Йәһүәнең Эден баҡсаһында бирелгән вәғәҙәһен күҙ уңында тотоп әйткәндер. Унда Алла, бер ҡатын «тоҡомдо» тыуҙырасаҡ, ә был тоҡом Әҙәм менән Һауаны юлдан яҙҙырған Яуызды юҡ итәсәк, тип алдан әйткән булған (Баш. 3:15, ЯДТ; 4:1). Һауа үҙен — пәйғәмбәрлектәге ҡатын, ә Ҡабилды вәғәҙә ителгән тоҡом тип һанағанмы?

8 Әгәр һанаһа, ул бик ныҡ яңылышҡан. Унан да бигерәк, әгәр Әҙәм менән Һауа Ҡабилға бала саҡтан уҡ шундай фекерҙәр һеңдергән булһа, был уның камил булмаған йөрәгендә ғорурлыҡ уята алған. Ваҡыт уҙыу менән Һауаның икенсе улы тыуған, әммә уның тураһында Һауа бындай ҡабарынҡы һүҙҙәр әйтмәгән. Уға Һабил тигән исем ҡушҡандар. Был исем «һулыш» йәки «ығы-зығы» тигәнде аңлата (Баш. 4:2). Бындай исем һайлап, Әҙәм менән Һауа Һабилға ҡарағанда Ҡабилға ҙурыраҡ өмөттәр бағлағандарын күрһәткәнме? Бәлки, шулайҙыр ҙа.

9. Бөгөн ата-әсәләр Әҙәм менән Һауаның хаталарынан ниндәй һабаҡтар ала ала?

9 Бөгөн ата-әсәләр беренсе ата менән әсәнең хаталарынан күп һабаҡтар ала ала. Һүҙҙәрегеҙ һәм эштәрегеҙ балаларығыҙҙа ғорурлыҡ, дан һөйөүсәнлек һәм эгоистик ынтылыштар үҫтермәйме? Йәки һеҙ уларҙы Йәһүә Алланы яратырға һәм уның менән дуҫлыҡтарын нығытырға өйрәтәһегеҙме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беренсе ата-әсә үҙҙәренә йөкмәтелгән вазифаны үтәй алмаған. Шулай ҙа уларҙың балаларының өмөтө булған.

Һабил нисек иман үҫтергән?

10, 11. Ҡабил менән Һабил ниндәй эштәр башҡарған, һәм Һабил ниндәй сифат үҫтергән?

10 Малайҙар үҫкән арала Әҙәм, күрәһең, уларҙы ғаилә хаҡында ҡайғыртырға һәм төрлө кәрәкле эштәр башҡарырға өйрәткән. Ҡабил — игенсе, ә Һабил көтөүсе булып киткән.

11 Ләкин Һабилдың тормошонда тағы ла мөһимерәк нәмә булған. Күп йылдар дауамында ул иман үҫтергән. Һуңыраҡ Паул да был һоҡланғыс сифат тураһында яҙған. Уйлап ҡына ҡара: Һабилдың өлгө булырлыҡ бер кешеһе лә булмаған. Улайһа нисек ул Йәһүә Аллаға иман үҫтерә алған? Әйҙәгеҙ, Һабилға көслө иман үҫтерергә ярҙам иткән өс нәмәгә иғтибар итәйек.

12, 13. Йәһүәнең ижади эштәрен күҙәтеү Һабилға иман үҫтерергә нисек ярҙам иткән?

12 Йәһүәнең ижади эштәре. Йәһүә ерҙе ҡәһәрләгәндән һуң, унда сәнскәк менән билсән үҫкән, һәм уны эшкәртеү ауыр булған. Шулай ҙа ер мул уңыш биргән. Бынан тыш, хайуандарға, шул иҫәптән ҡоштар һәм балыҡтарға, тауҙар, күлдәр, йылғалар һәм диңгеҙҙәргә, шулай уҡ күктәр, болоттар, ҡояш, ай һәм йондоҙҙарға ҡарғыш төшмәгән булған. Һабил ҡайҙа ғына ҡарамаһын, бөтә ерҙә бар нәмәне барлыҡҡа килтереүсе Йәһүә Алланың тәрән яратыуы, аҡыллылығы һәм игелеге сағылған. (Римдарға 1:20-не уҡы.) Һис шикһеҙ, бының барыһы тураһында уйланыу Һабилдың иманын нығытҡан.

Һабил, һарыҡ көтөүе менән, барлыҡҡа килтергән нимәләрҙе күҙәтә

Яратҡан Барлыҡҡа Килтереүсенең ижади эштәрен күҙәтеп, Һабил иманына төплө нигеҙ һалған

13 Әлбиттә, Һабил рухи нәмәләр тураһында уйланыр өсөн ваҡыт бүлгән. Уның көтөү көткәнен күҙ алдыңа килтер. Көтөүсе булараҡ, уға бик күп йөрөргә тура килә. Ул был тыныс малды ҡалҡыулыҡтар һәм үҙәндәр буйлап, йылғалар һәм шишмәләр аша йөрөтә, уларҙы иң йәшел үлән һәм иң таҙа һыу булған ерҙәргә, ҡурҡынысһыҙ көтөүлектәргә алып бара. Хайуандар араһында һарыҡтар, күрәһең, иң көсһөҙҙәре. Әйтерһең дә, улар кеше ҡайғыртыуына һәм яҡлауына мохтаж итеп яратылған. Кеше лә үҙенән күпкә аҡыллыраҡ һәм көслөрәк Алланың етәкселегенә, яҡлауына һәм ҡайғыртыуына мохтаж. Һабил быны аңлағанмы? Һис шикһеҙ, уның доғаларында бындай фекерҙәр йыш яңғырағандыр. Һөҙөмтәлә уның иманы үҫә барған.

14, 15. Йәһүәнең вәғәҙәләре Һабилды нимәләр тураһында уйланырға дәртләндергән?

14 Йәһүәнең вәғәҙәләре. Әҙәм менән Һауа улдарына, моғайын, Эден баҡсаһында булған ваҡиғалар һәм үҙҙәренең унан ҡыуып сығарылыуы тураһында һөйләгәндер. Шуға күрә Һабил күп нәмә хаҡында уйлана алған.

15 Йәһүә, ер ҡәһәрләнәсәк һәм тупраҡ сәнскәк менән билсән генә үҫтерәсәк, тип әйткән. Һабил был һүҙҙәрҙең үтәлешен үҙ күҙҙәре менән күргән. Шулай уҡ Йәһүә Һауаның ауырлы сағында һәм бала тапҡанда ғазап сигәсәге тураһында әйткән. Һабилдың ҡустылары һәм һеңлеләре тыуғанда, әлбиттә, ул был һүҙҙәрҙең дә хаҡлығына инанған. Йәһүә Һауаның иренең яратыуына һәм иғтибарына сиктән тыш мохтаж буласағын һәм Әҙәмдең уның өҫтөнән хакимлыҡ итәсәген дә алдан күргән. Һабилға көн һайын был күңелһеҙ күренешкә шаһит булырға тура килгән. Бөтә ошо осраҡтарҙа Һабил Йәһүә һүҙе тулыһынса үтәлгәнен күргән. Бына ни өсөн уның Алланың «тоҡом» тураһындағы вәғәҙәһенә һәм был тоҡомдоң Эден баҡсаһында башланған хәлдәрҙе төҙәтәсәгенә ышаныр өсөн етди сәбәптәре булған (Баш. 3:15—19).

16, 17. Һабил кирубтарҙан нимәгә өйрәнгән?

16 Йәһүәнең хеҙмәтселәре. Һабилға яҡшы үрнәк бирерлек бер кеше лә булмаған, ләкин ул ваҡытта ер йөҙөндә кешеләрҙән тыш башҡа аҡыллы заттар ҙа булған. Әҙәм менән Һауаны Эден баҡсаһынан ҡыуып сығарғас, Йәһүә уларҙың үҙҙәре лә, балалары ла унда инмәһен өсөн саралар күргән. Ожмахҡа юлды һаҡлар өсөн, Йәһүә юғары дәрәжәле фәрештәләр — кирубтар һәм һәр ваҡыт әйләнеп торған утлы ҡылыс ҡуйған. (Башланмыш 3:24-те уҡы.)

17 Һабилдың бәләкәй сағында ошо кирубтарҙы күҙәтеп торғанда нимәләр хис иткәнен күҙ алдыңа килтер. Был фәрештәләр кеше тәнендә булған. Уларҙың ҡеүәте, шулай уҡ әйләнеп торған утлы «ҡылыс» ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт уятҡан. Йылдар үтә барған, Һабил үҫкән. Әммә ул ҡасан да булһа кирубтарҙың ялҡып китеп урындарын ҡалдырғанын күргәнме? Юҡ. Көнө-төнө, тиҫтәләгән йылдар буйы был аҡыллы һәм ҡеүәтле заттар үҙҙәренә билдәләнгән урындарҙа торған. Шулай итеп Һабил Йәһүә Алланың тәҡүә һәм тоғро хеҙмәтселәре бар икәнен белгән. Ошо кирубтар ярҙамында Һабил Йәһүәгә тоғро һәм тыңлаусан булыуҙың нимә икәнен аңлаған. Үҙ ғаиләһендә ул бындай сифаттарҙы күрмәгән, шулай ҙа фәрештәләрҙең үрнәге, һис шикһеҙ, уның иманын нығытҡан.

Йәш Һабил Эден баҡсаһының инеү урынында торған кирубтарға ҡарап ултыра

Ғүмере буйы Һабил кирубтарҙың Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итеүҙәрен күреп торған

18. Беҙ бөгөн нимә ярҙамында иман үҫтерә алабыҙ?

18 Алланың ижади эштәрен күҙәтеп, уның вәғәҙәләре һәм тоғро фәрештәләренең үрнәге тураһында уйланып, Һабил иманын нығытҡан. Ул беҙгә әле лә һөйләй, шулай бит? Уның үрнәге йәштәргә, хатта ғаиләләрендә яҡшы үрнәк бирерлек кеше булмаһа ла, Йәһүәгә көслө иман үҫтерә алыуҙарына ышаныс өҫтәй ала. Беҙ ҙә бөгөн тирә-яғыбыҙҙағы барлыҡҡа килтерелгән нәмәләр, тулы Изге Яҙмалар һәм иман күрһәтеп йәшәгән күп кешеләрҙең үрнәктәре ярҙамында иман үҫтерә алабыҙ.

Һабилдың ҡорбаны нимә менән айырылып торған?

19. Ваҡыт уҙыу менән Һабил ниндәй мөһим хәҡиҡәтте аңлаған?

19 Иманы үҫә барған һайын Һабилдың үҙ иманын эштәре менән раҫлау теләге лә көсәйә барған. Ләкин кеше Ғәләмде Барлыҡҡа Килтереүсегә нимә бирә алһын инде? Әлбиттә, Алла кешенең бүләктәренә йәки ярҙамына мохтаж түгел. Ваҡыт уҙыу менән Һабил бер мөһим хәҡиҡәтте аңлаған: әгәр ул дөрөҫ ниәттәрҙән сығып үҙендә булғандың иң яҡшыһын Йәһүәгә бирһә, уның күктәге яратҡан Атаһы шатланасаҡ.

Һабил һарыҡтарының иң яҡшыһын һайлап, ҡорбан килтергән, Ҡабил уңышының бер өлөшөн Йәһүәгә ҡорбанға килтергән

Ҡабилдан айырмалы рәүештә, Һабил ҡорбанды иман иткәнгә килтергән

20, 21. Ҡабил менән Һабил ҡорбан итеп нимә килтергән, һәм Йәһүә нисек яуап биргән?

20 Һабил Йәһүәгә ҡорбан итеп көтөүенән бер нисә һарыҡ килтерергә булған. Ул һарыҡтарының иң яҡшыларын, йәғни беренсе булып тыуғандарын, һәм уларҙың иң яҡшы өлөштәрен һайлаған. Шул арала Ҡабил да, Алла хуплауына эйә булырға теләп, уңышының бер өлөшөн Йәһүәгә ҡорбанға килтерергә булған. Ләкин уның ниәттәре Һабилдыҡы кеүек булмаған. Улар ҡорбандарын килтергәс, был айырма асыҡ күренгән.

21 Әҙәмдең ике улы ла ҡорбан килтереү урындары яһаған һәм ут яҡҡан. Улар быны, бәлки, кирубтар торған ерҙән йыраҡ булмаған урында эшләгәндер, сөнки кирубтар ул ваҡытта Йәһүәнең ерҙәге берҙән-бер вәкилдәре булған. Һәм Йәһүә яуап биргән! Тәүратта: «Раббы Һабилды һәм уның хәйерен [ҡорбанын, ЯДТ] хуш күрҙе», — тип яҙылған (Баш. 4:4). Алла хуш күреүен нисек итеп белдергән? Изге Яҙмаларҙа был турала бер нәмә лә әйтелмәй.

22, 23. Ни өсөн Йәһүә Һабилдың ҡорбанын ҡабул иткән?

22 Ни өсөн Йәһүә Һабилды хуплаған? Бәлки, быға уның ниндәй ҡорбан килтереүе сәбәп булғандыр? Һабил һулыш алған тере хайуанды ҡорбанға килтереп, уның ҡанын түккән, ә ҡан йәшәүҙе символлаштыра. Һабил үҙе ни тиклем ҡиммәтле ҡорбан килтергәнен аңлағанмы? Күп быуаттар үткәс, Алла израилдәргә ҡорбан итеп кәмселекһеҙ һарыҡ бәрәсе килтерергә ҡушҡан. Бындай ҡорбан киләсәктә уның камил Улының, «Алла Бәрәсенең», ҡорбанға килтерелеп, ғәйепһеҙ ҡаны түгеләсәген күрһәтеп торған (Яхъя 1:29; Сығ. 12:5—7). Ләкин быларҙың күбеһен Һабил, күрәһең, белмәгән дә, аңламаған да.

23 Әммә, һис шикһеҙ, Һабил үҙендә булғандың иң яҡшыһын биргән. Йәһүә Һабилдың ҡорбанын ғына түгел, ә уның үҙен дә хуш күргән, сөнки Һабил бындай ҡорбанды Йәһүәне яратҡанға һәм уға иман иткәнгә килтергән.

24. а) Ни өсөн Ҡабилдың ҡорбаны насар булмаған тип әйтергә була? б) Бөгөн күп кешеләр нимәһе менән Ҡабилға оҡшаш?

24 Ҡабил осрағында хәл башҡаса булған. Йәһүә «Ҡабилды һәм уның хәйерен [ҡорбанын, ЯДТ] оҡшатманы» (Баш. 4:5). Эш ҡорбанда булмаған, сөнки һуңыраҡ Йәһүә үҙ халҡына ҡорбан итеп ер емештәрен килтерергә рөхсәт иткән (Лев. 6:14, 15). Изге Яҙмаларҙа, Ҡабилдың «эштәре яуыз» булған, тип әйтелә. (1 Яхъя 3:12-не уҡы.) Бөгөнгө ваҡытта йәшәгән күп кешеләр һымаҡ, Ҡабил, күрәһең, яһалма диндарлыҡ та етерлек, тип уйлаған. Уға ысын иман һәм Йәһүәгә ҡарата яратыу етмәүе тиҙҙән уның эштәрендә сағылған.

25, 26. Йәһүә Ҡабилды нимә тип киҫәткән, әммә Ҡабил нимә эшләгән?

25 Ҡабил, үҙенең Йәһүә хуплауына эйә булмауын күргәс, Һабилдың үрнәгенән нимәгә булһа ла өйрәнергә тырышҡанмы? Юҡ. Ул ҡустыһына нәфрәт менән яна башлаған. Йәһүә Ҡабилдың йөрәгендә нимә булғанын күргән һәм уның менән түҙемле генә фекер алыша башлаған. Ул Ҡабилды, бындай юл менән барыу етди гонаһҡа килтерәсәк, тип киҫәткән һәм, үҙгәрһәң — хуплаясаҡмын, тигән (Баш. 4:6, 7).

26 Ҡабил Алланың киҫәтеүен һанға һуҡмаған. Ул үҙенең эскерһеҙ ҡустыһын яланда йөрөп килергә саҡырған. Унда Ҡабил, Һабилға ташланып, уны үлтергән (Баш. 4:8). Ниндәйҙер мәғәнәлә Һабил дини эҙәрләүҙәрҙең беренсе ҡорбаны булып киткән. Ул үлгән, ләкин Йәһүә уны онотмаған.

27. а) Ни өсөн Һабилдың терелтеләсәгенә бер ҙә шикләнмәҫкә була? б) Һабил менән нисек осрашып була?

27 Образлы итеп әйткәндә, Һабилдың ҡаны үс алыу, йәғни ғәҙел хөкөм һорап Йәһүә Аллаға иңрәп өндәшкән. Алла, Ҡабилды енәйәте өсөн язаға тарттырып, ғәҙеллек урынлаштырған (Баш. 4:9—12). Ләкин тағы ла мөһимерәге, Һабилдың иманы беҙгә бөгөн дә һөйләй. Ул осорҙа йәшәгән кешеләр менән сағыштырғанда, Һабилдың ғүмере ҡыҫҡа ғына — яҡынса йөҙ йыл тирәһе генә булған. Әммә ошо ҡыҫҡа ваҡыт дауамында ул Йәһүәне һөйөндөрөп йәшәгән. Һабил күктәге Атаһы Йәһүәнең үҙен яратҡанын һәм хуплағанын белеп үлгән (Евр. 11:4). Һис шикһеҙ, Йәһүә Һабилды иң хәүефһеҙ урында — үҙенең сикһеҙ хәтерендә һаҡлай һәм уны ерҙәге ожмахта йәшәр өсөн терелтәсәк (Яхъя 5:28, 29). Һин уның менән осрашырһыңмы? Әгәр Һабилдың һөйләгәнен тыңлаһаң һәм уның ғәжәп иманын өлгө итеп алһаң, мотлаҡ осрашасаҡһың.

a «Донъя яратылған» тигән һүҙбәйләнеш орлоҡ сәсеү, йәғни нәҫелде дауам итеү тигән фекерҙе үҙ эсенә ала. Был һүҙҙәр беренсе кешеләрҙең иң тәүге тоҡомона ҡағыла. Улайһа, ни өсөн Ғайса «донъя яратылған» осорҙо беренсе булып тыуған Ҡабил менән түгел, ә Һабил менән бәйләгән? Ҡабилдың ҡарарҙары һәм эштәре белә тороп Йәһүә Аллаға ҡаршы фетнә күтәреүгә тиң булған. Тимәк, ата-әсәһе шикелле, Ҡабил да йолоп алынмаҫ һәм терелтелмәҫ тип фараз итергә була.

УЙЛАНЫР ӨСӨН ҺОРАУҘАР

  • Һабил бөгөн беҙгә нисек һөйләй?

  • Бөгөн ата-әсәләр Һабилдың ата-әсәһенең хаталарынан ниндәй һабаҡ ала ала?

  • Йәһүәнең ижади эштәре, вәғәҙәләре һәм кирубтар Һабилға нисек иман үҫтерергә ярҙам иткән?

  • Һин Һабилдың иманын өлгө итеп алыр өсөн нимә эшләргә йыйынаһың?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу