АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ҒӘМӘЛДӘР 25, 26
Павел ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләк белдерә, шунан һуң Ирод Агриппа батшаға шаһитлыҡ бирә
«Идарасылар, батшалар алдына» килеп баҫҡанда нимә әйтергә тип борсолорға кәрәк булмаһа ла, беҙгә «хисап талап итеүсе һәр кемгә яуап бирергә һәр ваҡыт әҙер» булырға кәрәк (Мт 10:18—20; 1Пт 3:15). Дошмандар «закон исеменән бәлә килтерергә» ниәтләһә, беҙ нисек Павелдан өлгө ала алабыҙ? (Зәб 94:20).
Беҙ һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү хоҡуғыбыҙҙы ҡанундар ярҙамында яҡлайбыҙ (Ғм 25:11).
Беҙ хакимлыҡҡа эйә булған кешеләр менән һөйләшкәндә уларға ихтирам күрһәтәбеҙ (Ғм 26:2, 3).
Мөмкин булғанда хәҡиҡәт беҙҙең һәм башҡа кешеләрҙең тормошона нисек яҡшы итеп тәьҫир иткәнен аңлатабыҙ (Ғм 26:11—20).