6-СЫ ДӘРЕС
Изге Яҙманың өҙөктәрен аңлат
Яхъя 10:33—36
МАҠСАТ Изге Яҙманан өҙөк уҡығас, сираттағы фекергә шунда уҡ күсергә ашыҡма. Тыңлаусыларың Изге Яҙманан уҡылған аят һәм яһалған һығымта араһындағы бәйләнеште асыҡ күрһен.
БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ
Төп һүҙҙәрҙе айырып күрһәт. Берәй аят уҡығас, төп фекер менән бәйле булған һүҙҙәргә баҫым яһа. Быны төп һүҙҙәрҙе ҡабатлап йәки тыңлаусыларҙы шул һүҙҙәрҙе табырға өндәгән һорау биреп эшләп була.
Төп фекергә баҫым яһа. Изге Яҙманан аят уҡыр алдынан уны ни өсөн уҡығаныңды аңлатҡан булһаң, аяттың төп һүҙҙәре әйткәндәрең менән нисек бәйле икәнен күрһәт.
Ябай итеп аңлат. Кәрәкмәгән, йәғни төп фекер менән бәйле булмаған нескәлектәрҙән арынырға тырыш. Аятҡа ниндәй аңлатмалар бирергә кәрәк икәнен ҡарар иткәндә, тыңлаусыларыңдың был тема буйынса белгәндәрен иҫәпкә ал.