АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | АСЫЛЫШ 1—3
«Эштәреңде... беләм»
1:20; 2:1, 2
«Ете йондоҙ» — майланған өлкәндәр; киңерәк мәғәнәлә бөтә өлкәндәрҙе аңлата.
Ғайсаның уң ҡулында. «Йондоҙҙар» тулыһынса Ғайсаның ҡарамағында, ул улар менән етәкселек итә. Өлкәндәр кәңәшмәһендәге берәй ағай-ҡәрҙәш төҙәтеүгә мохтаж булһа, Ғайса быға иғтибар итәсәк һәм тейешле ваҡытта ағай-ҡәрҙәште кәрәгенсә төҙәтәсәк.
«Ете алтын шәмдәл» — мәсихселәр йыйылыштары. Изге сатырҙа шәмдәл яҡтылыҡ биргән шикелле, мәсихселәр йыйылыштары рухи яҡтылыҡ бирә (Мт 5:14). Ғайса, бөтә йыйылыштарҙың да эшмәкәрлеген ентекле рәүештә күҙәтеп, «ете алтын шәмдәл араһында» йөрөй, тип әйтеп була.