28-СЕ ЙЫР
Кем Йәһүәнең дуҫы була ала?
(Зәбур 15)
1. Эй Йәһүә, һиңә
Кем дуҫ була ала?
Кем һуң һинең изге тауыңда
Мәңге йәшәй ала?
Һин әйткәнде үтәп,
Хаҡ юлда йөрөүсе,
Үҙ яҡынын ихлас яратҡан
Ныҡ иманлы кеше.
2. Кем, Хоҙайым, һиңә
Яҡынлаша ала?
Кемде яҡын күрәһең, Алла?
Кем һиңә хуш килә?
Исемеңде данлап,
Гел хаҡты һөйләүсе,
Бар йөрәктән һине яратҡан
Саф, намыҫлы кеше.
3. Ғүмеребеҙ, Алла,
Тик һинең ҡулыңда,
Көн дә тоябыҙ һөйөүеңде
Нәсихәтең аша.
Мәңге һинең менән
Дуҫ булғыбыҙ килә,
Һин иң яҡын, тоғро Дуҫыбыҙ,
Бер кем юҡ тиң һиңә.
(Зәб. 139:1; 1 Пет. 5:6, 7-не лә ҡара.)