11-СЕ ДӘРЕС
Илһамланыу
Римдарға 12:11
МАҠСАТ Йөрәккә тәьҫир итер өсөн һәм эш итергә дәртләндерер өсөн, ашҡынып һөйлә.
БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ
Ысын күңелдән һөйлә. Әҙерләнгәндә материалдың мөһимлеге тураһында уйлан. Иркен, ысын күңелдән һөйләр өсөн, теманы яҡшы итеп әҙерләргә кәрәк.
Тыңлаусыларың тураһында уйлан. Һин уҡырға йә аңлатырға йыйынған материалдың файҙаһы тураһында уйлан. Тыңлаусыларың шул мәғлүмәттең әһәмиәтен асығыраҡ күрһен өсөн, иң яҡшы еткереү юлын һайла.
Дәртләнеп һөйлә. Һөйләүең ҡыҙыҡ һәм йәнле булһын. Хистәреңде мимика һәм тәбиғи ишаралар ярҙамында белдер.