2-СЕ ДӘРЕС
Һөйләм телен ҡуллан
2 Коринфтарға 2:17
МАҠСАТ Тыңлаусыларыңа һәм темаға ҡарата мөнәсәбәтеңде күрһәтер өсөн, тәбиғи һәм эскерһеҙ һөйлә.
БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ
Доға ҡыл һәм ентекләп әҙерлән. Үҙең турала түгел, ә әйтәсәк һүҙҙәрең тураһында уйланыр өсөн, Йәһүәнән ярҙам һорап, доға ҡыл. Тыңлаусыларыңа ниндәй фекерҙәр еткерергә теләгәнеңде иҫтә тот. Уларҙы үҙ һүҙҙәрең менән әйт. Баҫтырылған тексты һүҙмә-һүҙ ҡабатлама.
Ысын күңелдән һөйлә. Шул хаҡта уйлан: ни өсөн кешеләргә һин әҙерләгән мәғлүмәтте ишетергә кәрәк. Шул саҡта торошоң, ишаралар һәм сырайың тәбиғи булыр, йылылыҡ һәм дуҫлыҡ хистәрен сағылдырыр.
Күҙгә ҡарап һөйлә. Тыңлаусыларыңа ҡарап һөйлә. Телмәр һөйләгәндә, бөтәһенә лә ҡарарға тырышыу урынына, айырым кешеләргә ҡарап һөйлә.