Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • th 7 һабаҡ 10 б.
  • Теүәл һәм ышаныслы мәғлүмәт

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Теүәл һәм ышаныслы мәғлүмәт
  • Уҡыу һәм өйрәтеү оҫталығын яҡшырт
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманы уҡыр алдынан инеш һүҙ
    Уҡыу һәм өйрәтеү оҫталығын яҡшырт
  • Материалдың файҙаһын күрһәт
    Уҡыу һәм өйрәтеү оҫталығын яҡшырт
  • Һорауҙарҙы оҫта ҡуллан
    Уҡыу һәм өйрәтеү оҫталығын яҡшырт
  • Йөрәккә үтеп инерлек итеп һөйлә
    Уҡыу һәм өйрәтеү оҫталығын яҡшырт
Башҡаларын асырға
Уҡыу һәм өйрәтеү оҫталығын яҡшырт
th 7 һабаҡ 10 б.

7-СЕ ДӘРЕС

Теүәл һәм ышаныслы мәғлүмәт

Изге Яҙмаға һылтанма

Лука 1:3

МАҠСАТ Тыңлаусыларыңа дөрөҫ һығымта яһарға ярҙам иткән ышаныслы мәғлүмәт килтер.

БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ

  • Ышаныслы сығанаҡтарҙы тап һәм ҡуллан. Әйткәндәреңде Алла Һүҙенә нигеҙлә һәм мөмкин булғанда уның үҙенән уҡы. Әгәр ҙә һин дәлил итеп берәй ғилми факт, яңылыҡ, ваҡиға йә тағы берәй нәмә килтерәһең икән, сығанаҡ ышанысҡа лайыҡмы, юҡмы һәм мәғлүмәт ни тиклем актуаль икәнен алдан уҡ тикшереп сыҡ.

  • Сығанаҡты дөрөҫ ҡуллан. Изге Яҙманың аяттарын аңлатҡанда контексты, Изге Яҙманың төп темаһын, «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсенең» баҫмаларын иҫәпкә ал (Матф. 24:45). Донъяүи сығанаҡтарҙы ҡулланғанда, авторҙың фекерен үҙгәртмә.

    Ғәмәли кәңәш

    Факттарҙы үҙгәртмә һәм һандарҙы арттырма. Һаҡ бул, «ҡайһы берәүҙәр» — «кешеләрҙең күбеһе», «ҡайһы саҡта» — «һәр ваҡыт», ә «бәлки» — «күрәһең, шулайҙыр» булып китмәһен.

  • Тыңлаусыларың менән әңгәмәләш. Изге Яҙманан аят уҡығас йә берәй сығанаҡтан өҙөмтә килтергәс, тыңлаусыларыңа үҙҙәренә һығымта яһарға ярҙам ит. Бының өсөн әҙәпле һорауҙар бир йә асыҡ миҫал килтер.

ВӘҒӘЗДӘ

Вәғәзгә әҙерләнгәндә, кешеләр миңә ниндәй һорауҙар бирергә мөмкин, тип уйлан һәм шул һорауҙарға яуап тап. Бирелгән һорауға яуап белмәһәң, миңә әҙерләнергә кәрәк, мин һеҙгә киләһе тапҡыр яуап бирермен, тип әйт.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу