Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb20 ноябрь 7 б.
  • Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Телефон аша вәғәзләү

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Телефон аша вәғәзләү
  • Мәсихсе «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте». Эш дәфтәре 2020
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Вәғәз осрашыуы өсөн кәңәштәр
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
  • Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Ҡабат килеп китеүҙәр яһайбыҙ
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2017
  • Файҙалы кәңәштәр. Өйрәнеү өсөн тәҡдимдәр
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Хеҙмәттә jw.org сайтының баш битен ҡуллан
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023
Башҡаларын асырға
Мәсихсе «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте». Эш дәфтәре 2020
mwb20 ноябрь 7 б.
Фотоһүрәттәрҙә: йәш ағай-ҡәрҙәш оло йәштәге пар менән телефон аша вәғәзләй. 1. Ағай-ҡәрҙәш эштә булған бер иргә шылтырата. 2. Бер ир ағай-ҡәрҙәшебеҙҙе иғтибар итеп тыңлай.

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Телефон аша вәғәзләү

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ? Телефон аша вәғәзләүa — һөйөнөслө хәбәр хаҡында төплө шаһитлыҡ биреүҙең бер ысулы (Ғм 20:24). Ниндәйҙер сәбәп арҡаһында кешенең үҙенә барып шаһитлыҡ бирә алмаһаҡ, ошо ысул уға һөйөнөслө хәбәрҙе еткерергә мөмкинлек бирә.

ҠАЙҺЫ БЕР КӘҢӘШТӘР:

  • Шул уҡ йәш ағай-ҡәрҙәш телефон аша вәғәзгә әҙерләнә. Ул Изге Яҙманан тура килгән аяттар эҙләй һәм ҡыҫҡа яҙыуҙар яһай.

    Әҙерлән. Кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырған теманы һайла. Шунан һуң нимә әйтергә теләгәнеңде ҡыҫҡаса яҙып ҡуй. Шул яҙыуыңды һәм башҡа кәрәк була алған ҡоралдарҙы, мәҫәлән, электрон яйланмаңды ҡул аҫтында тот. Унда алдан уҡ JW Library® ҡушымтаһын йә jw.org® сайтын асып ҡуй.

  • Оло йәштәге ағай-ҡәрҙәш телефон аша вәғәзләй, ә йәш ағай-ҡәрҙәш уның алдында планшет тотоп ултыра.

    Үҙеңде иркен тот. Иркенләп һөйлә. Йылмай һәм ишаралар ҡуллан. Әңгәмәсең менән күрешеп һөйләшкәндәй һөйләш. Кәрәкмәгән паузалар яһама.

  • Йәш ағай-ҡәрҙәш jw.org сайтындағы видеояҙмаға һылтанма ебәрә.

    Ҡабат һөйләшеүгә нигеҙ һал. Кеше ҡыҙыҡһынһа, киләһе тапҡыр тағы ла телефон аша әңгәмәләшер өсөн, берәй асыҡ һорау ҡалдыр. Шулай уҡ әңгәмәсеңә ғәҙәти почта йә электрон почта аша берәй әҙәбиәт ебәрергә йәки, уның менән шәхсән күрешеп, уға шул әҙәбиәтте бирергә тәҡдим итеп була. Йәиһә электрон почта, мессенджер аша берәй мәҡәләгә, видеояҙмаға һылтанма ебәрергә тәҡдим итеп була. Уңайлы мәл тыуғанда, Изге Яҙманы өйрәнеү буйынса онлайн-курсыбыҙ тураһында (ҡайһы бер телдәрҙә генә бар) һөйлә йә сайтыбыҙҙа булған берәй икенсе нәмәгә иғтибар ит.

a Территорияғыҙҙа телефон аша вәғәзләү урынлы булһа, ундағы шәхси мәғлүмәтте яҡлауға ҡағылышлы закондарҙы иҫәпкә алырға кәрәк.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу