30-СЫ ЙЫР
Йәһүә — Атам, Яҡлаусым, Дуҫым
(Еврейҙарға 6:10)
1. Беҙ йәшәгән донъяла
Күп ғазаптар, хәсрәттәр була,
Ләкин миңә Йәһүә
Ярҙам ҡулы һуҙа.
ҠУШЫМТА
Аллам, һис онотмайһың,
Бик ҡәҙерләйһең бар эшемде.
Атам, миңә яҡынһың,
Һин күрәһең йөрәгемде.
Һиңә өмөт бағлайым,
Ҡотҡарыусым һин һәм Яҡлаусым.
Бер ҡасан да ҡалдырмайһың,
Ысын Дуҫым.
2. Йәш йылдарым үттеләр,
Көс инде юҡ, һиҙелә ҡартлыҡ,
Әммә өмөт һүрелмәй,
Миңә ҡеүәт өҫтәй.
ҠУШЫМТА
Аллам, һис онотмайһың,
Бик ҡәҙерләйһең бар эшемде.
Атам, миңә яҡынһың,
Һин күрәһең йөрәгемде.
Һиңә өмөт бағлайым,
Ҡотҡарыусым һин һәм Яҡлаусым.
Бер ҡасан да ҡалдырмайһың,
Ысын Дуҫым.
(Зәб. 71:17, 18-ҙе лә ҡара.)