124-СЕ ЙЫР
Һәр ваҡыт тоғролоҡ күрһәтәбеҙ
(Зәбур 18:25)
- 1. Тоғролоҡ беҙ күрһәтәбеҙ - Йәһүә Аллабыҙға. - Ҡанунын да, әмерен дә - Гел теләйбеҙ үтәргә. - Уның бар кәңәштәре лә - Зирәклек сағылдыра. - Юлынан беҙ тайпылмаҫбыҙ, - Сөнки ул — тоғро Алла. 
- 2. Тоғролоҡ беҙ күрһәтәбеҙ - Ҡәҙерле ҡәрҙәштәргә. - Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла - Беҙ улар эргәһендә. - Уларҙы хөрмәт итәбеҙ, - Яратабыҙ эскерһеҙ, - Йыуатабыҙ, нығытабыҙ, - Ҡалдырмабыҙ ярҙамһыҙ. 
- 3. Тоғролоҡ беҙ күрһәтәбеҙ - Ҡәҙерле өлкәндәргә. - Һәр саҡта ла тыңлаусанбыҙ, - Буйһонабыҙ уларға. - Мул итеп бүләкләнербеҙ, - Был — Алла вәғәҙәһе. - Бер ҡасан да онотмай ул - Тоғроно, баҫалҡыны. 
(Зәб. 149:1; 1 Тим. 2:8; Евр. 13:17-не лә ҡара.)