107-СЕ ЙЫР
Алла яратыуҙа өлгө күрһәтә
1. Алла — мөхәббәт, унан өйрәнәбеҙ,
Ул үрнәк һәр кемгә.
Уның эштәре, бар ҡарарҙары ла
Ҙур мөхәббәт сағылдыра.
Берҙән-бер Улын ергә ебәргән ул,
Йолом түләгән, беҙҙе кисергән ул.
Бөтә Ғаләмдә ундай яратыу юҡ,
Был — мөхәббәт, сикһеҙ мөхәббәт.
2. Беҙ ҡәрҙәштәргә ярҙам күрһәтәбеҙ
Һүҙ менән, эш менән.
Ололарына, кеселәренә лә
Дуҫ булыуға шатбыҙ гелән.
Алла саҡыра: «Ярат туғандарса,
Хата ҡылғанды кисер ҡәрҙәштәрсә».
Шулай эш итеү — ул мәсихселәрсә,
Был — мөхәббәт, ысын мөхәббәт.
3. Беҙ берҙәмлекте бергә нығытабыҙ,
Көс һалып көн һайын.
Беҙҙең ҡәрҙәшлек татыу ҙа, берҙәм дә,
Был бит бәхет, был ҙур шатлыҡ.
Алла һөйөүен көндән-көн тоябыҙ,
Изге Яҙманан һүнмәҫ дәрт алабыҙ.
Алла юлында шуны онотмайбыҙ:
Был — мөхәббәт, был юл — мөхәббәт.
(Рим. 12:10; Ефес. 4:3; 2 Пет. 1:7-не лә ҡара.)