118-СЕ ЙЫР
«Иманыбыҙҙы арттыр»
1. Эй Йәһүә, һәр көн хата ҡылабыҙ,
Йөрәгебеҙ яман юлға тарта.
Гонаһ менән көндән-көн көрәшәбеҙ,
Иман көсө ҡай саҡ ҡаҡшап ҡала.
ҠУШЫМТА
Иманыбыҙ артһын, тип үтенәбеҙ,
Ҡайһы берҙә иман етмәй беҙгә.
Эй Йәһүә, иманыбыҙ үҫһенсе,
Дан килтерер өсөн исемеңә.
2. Һиңә беҙ иманһыҙ килә алмаҫбыҙ,
Тик ышанған кеше әжер ала.
Иманыбыҙ көслө булһа, ҡурҡмаҫбыҙ,
Ул ҡалҡандай яҡлау булыр беҙгә.
ҠУШЫМТА
Иманыбыҙ артһын, тип үтенәбеҙ,
Ҡайһы берҙә иман етмәй беҙгә.
Эй Йәһүә, иманыбыҙ үҫһенсе,
Дан килтерер өсөн исемеңә.
(Баш. 8:21; Евр. 11:6; 12:1-ҙе лә ҡара.)