Күккә кемдәр бара?
Изге Яҙманан яуап
Алла тоғро мәсихселәрҙән сағыштырмаса ҙур булмаған төркөм һайлай, үлгәндән һуң улар күктә йәшәр өсөн терелтелә (1 Петр 1:3, 4). Күктә үҙенә тәғәйенләнгән мираҫты юғалтмаҫ өсөн, был мәсихселәрҙең иманы һәм тәртибе һайланғандан һуң да өлгөлө булырға тейеш (Ефестарға 5:5; Филиптарға 3:12—14).
Күккә барыусылар унда нимә эшләйәсәк?
Мәсих менән бергә улар 1000 йыл буйы батшалар һәм руханиҙар буласаҡ (Асылыш 5:9, 10; 20:6). Улар «яңы күкте», йәғни күктәге хөкүмәтте тәшкил итәсәк һәм «яңы ер», йәғни кешелек йәмғиәте менән идара итәсәк. Улар ерҙә тәҡүәлек урынлаштырырға һәм унда Йәһүәнең тәүге ниәтенә ярашлы шарттар булдырырға ярҙам итәсәк (Ишағыя 65:17; 2 Петр 3:13).
Күктә йәшәр өсөн күпме кеше терелтеләсәк?
Изге Яҙмала әйтелгәнсә, күктә йәшәр өсөн 144 000 кеше терелтеләсәк (Асылыш 7:4). Асылыш 14:1—3-тә илсе Яхъя үҙенә бирелгән күренеште былай тип һүрәтләй: «Сион тауында Бәрәс, уның менән бергә... йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кеше торғанлығын күрҙем». Был күренештәге Бәрәс терелтелгән Ғайса Мәсихте символлаштыра (Яхъя 1:29; 1 Петр 1:19). Сион тауы Ғайсаның һәм күктә уның менән идара итеүсе 144 000 заттың юғары дәрәжәһен аңлата (Зәбур 2:6; Еврейҙарға 12:22).
Мәсих менән бергә күктәге Батшалыҡта идара итер өсөн «саҡырылғандар, һайланып алынғандар» Изге Яҙмала «бәләкәй көтөү» тип аталған (Асылыш 17:14; Лука 12:32). Тимәк, уларҙың һаны Ғайса һарыҡтарының дөйөм һаны менән сағыштырғанда күп булмаясаҡ (Яхъя 10:16).
Күккә барыусылар хаҡында яңылыш ҡараштар
Яңылыш ҡараш. Яҡшы кешеләрҙең барыһы ла күккә китә.
Факт. Алла яҡшы кешеләрҙең күбеһенә ерҙә мәңгелек тормош вәғәҙә итә (Зәбур 37:11, 29, 34).
Ғайса былай тигән: «Күккә күтәрелгән һәм күктән төшкән Әҙәм Улынан башҡа берәүҙең дә унда күтәрелгәне юҡ» (Яхъя 3:13). Тимәк, Ғайсаға ҡәҙәр үлгән Ибраһим, Муса, Әйүп һәм Дауыт кеүек яҡшы кешеләр күккә китмәгән (Ғәмәлдәр 2:29, 34). Уларҙың ерҙә терелеүгә өмөтө булған (Әйүп 14:13—15).
Күктә йәшәр өсөн терелеү Изге Яҙмала «беренсе терелеү» тип аталған (Асылыш 20:6). Тимәк, икенсе терелеү ерҙә йәшәр өсөн терелеү буласаҡ.
Изге Яҙма, Алла Батшалығы идара иткәндә «үлем... булмаясаҡ», тип өйрәтә (Асылыш 21:3, 4). Был вәғәҙәлә һүҙ ерҙәге тормош хаҡында барғаны ап-асыҡ, сөнки күктә үлем бер ҡасан да булмаған.
Яңылыш ҡараш. Күктә йәшәргәме, ерҙәме — һәр кем үҙе һайлай.
Факт. Тоғро мәсихселәрҙең ҡайһылары «бүләк алыу өсөн... күктәге тормошҡа» барасағын Алла хәл итә (Филиптарға 3:14). Кешенең теләге лә, үҙен лайыҡмын тип һанауы ла уның һайланыуына бер нисек тә тәьҫир итмәй (Матфей 20:20—23).
Яңылыш ҡараш. Ерҙә мәңге йәшәргә өмөт күккә барырға лайыҡ булмағандарға бирелә.
Факт. Ерҙә мәңгелек тормош аласаҡ кешеләрҙе Алла «минең халҡым», «һайланғандарым» һәм «Йәһүә фатихалаған тоҡом» тип атай (Ишағыя 65:21—23). Улар Алланың тәүге ниәтен тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу хөрмәтенә эйә буласаҡ. Ул ваҡытта кешеләр яңынан камил буласаҡ һәм ерҙәге ожмахта мәңге йәшәйәсәк (Башланмыш 1:28; Зәбур 115:16; Ишағыя 45:18).
Яңылыш ҡараш. Асылыш китабында килтерелгән 144 000 һанын тура мәғәнәлә түгел, ә символик мәғәнәлә аңларға кәрәк.
Факт. Асылыш китабында символик мәғәнә йөрөткән һандар осрай, әммә ҡайһы берҙәре тура мәғәнәгә эйә. Мәҫәлән, унда «Бәрәстең ун ике илсеһенең исеме» хаҡында әйтелә (Асылыш 21:14). 144 000 һанының тура мәғәнә аңлатҡанын күрһәтеүсе бер нисә дәлил ҡарап китәйек.
Асылыш 7:4-тә былай тиелә: «Мин мисәт һуғылған [күктә йәшәр өсөн хупланған] кешеләрҙең һанын ишеттем. Йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең». Әммә шул уҡ бүлектә тағы бер төркөм — «һис кем һанап сыға алмаҫ» «бихисап күп халыҡ» иҫкә алына. «Бихисап күп халыҡ» та Алла тарафынан ҡотҡарыла (Асылыш 7:9, 10). Әгәр 144 000 символик һан булһа, уны билдәһеҙ һандағы төркөм менән сағыштырыу мәғәнәһеҙ булыр инеa.
Бынан тыш, 144 000 хаҡында, «улар барлыҡ кешелек араһынан ... беренселәрҙән булып» ҡотҡарып алынды, тиелә (Асылыш 14:4). «Беренселәрҙән булып» тигән һүҙбәйләнеш һайланғандар төркөмөнөң ҙур булмағанын аңлата. Ғайса менән бергә был төркөм күктән тороп ерҙәге бихисап күп кеше менән идара итәсәк (Асылыш 5:10).
a Изге Яҙманы тикшереүсе Роберт Томас та Асылыш 7:4-тәге 144 000 һаны тураһында оҡшаш фекер белдерә: «Билдәле һан 7:9-ҙағы билдәһеҙ һан менән сағыштырылған. Әгәр 144 000 символик һан икән, ул саҡта был китаптағы бер һан да тура мәғәнә аңлатмай, тип иҫәпләргә була» (Revelation 1-7: An Exegetical Commentary, 474-се бит).