103-СӨ ЙЫР
Көтөүселәр — бүләк итеп бирелгән кешеләр
(Ефестарға 4:8)
1. Көтөүселәр биргән Йәһүә,
Был кешеләр — бүләк.
Хәҙер асыҡ күрәбеҙ юлды,
Сөнки улар үрнәк.
ҠУШЫМТА
Саф шишмәләй көс беҙгә өҫтәй
Ҡайғыртыусан өлкәндәр,
Ҙур ҡаялай дауылдан һаҡлай,
Шундай улар фиҙаҡәр!
2. Кәңәштәре беҙҙе етәкләй,
Бар һүҙҙәре ыңғай.
Ярабыҙҙы улар дауалай,
Бәләләрҙән яҡлай.
ҠУШЫМТА
Саф шишмәләй көс беҙгә өҫтәй
Ҡайғыртыусан өлкәндәр,
Ҙур ҡаялай дауылдан һаҡлай,
Шундай улар фиҙаҡәр!
3. Зирәклеккә, Алла Һүҙенә
Өйрәтәләр беҙҙе.
Һәммәбеҙгә лә өлкәндәрҙең
Күп ярҙамы тейҙе.
ҠУШЫМТА
Саф шишмәләй көс беҙгә өҫтәй
Ҡайғыртыусан өлкәндәр,
Ҙур ҡаялай дауылдан һаҡлай,
Шундай улар фиҙаҡәр!
(Ишағ. 32:1, 2; Ирем. 3:15; Яхъя 21:15—17; Ғәм. 20:28-ҙе лә ҡара.)