29-СЫ ЙЫР
Исемебеҙгә лайыҡ булып йәшәйбеҙ
(Ишағыя 43:10—12)
1. Эй Йәһүә, ҡөҙрәтле һәм зирәкһең,
Мөхәббәтең сағыла һәр эштә.
Нур, хәҡиҡәт, яҡтылыҡ таратаһың,
Иң ғәҙеле һин сикһеҙ Ғаләмдә.
Исемеңде шатланып йөрөтәбеҙ,
Шундай хөрмәт күрһәткәнһең беҙгә.
ҠУШЫМТА
Шаһиттарың булараҡ, тырышабыҙ
Был исемгә лайыҡлы булырға.
2. Бергәләшеп хеҙмәттә ҡатнашабыҙ,
Был нығыта ҡәрҙәшлек ептәрен.
Исемеңде күктәргә күтәрәбеҙ,
Көн дә күреп хәҡиҡәт йәмдәрен.
Эй Йәһүә, үҙеңде белгерткәнһең,
Дан-шөһрәтең таралһын донъяға.
ҠУШЫМТА
Шаһиттарың булараҡ, тырышабыҙ
Был исемгә лайыҡлы булырға.
(Ҡан. 32:4; Зәб. 43:3; Дан. 2:20, 21-ҙе лә ҡара.)