Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwbq 78 мәҡәлә
  • Алла бармы?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Алла бармы?
  • Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманан яуап
  • Тормош миңә ҡәнәғәтлек килтермәй. Миңә дин, Алла йә Изге Яҙма ярҙам итә аламы?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Изге Яҙма — Алла тарафынан бирелгән китап
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Алла кем ул?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
ijwbq 78 мәҡәлә
Болоттар араһынан ҡояш нурҙары һибелә

Алла бармы?

Изге Яҙманан яуап

Эйе, бар һәм Изге Яҙмала быны раҫлаусы күп дәлилдәр килтерелгән. Изге Яҙма Аллаға иманыбыҙҙы, дини ҡараштарға һуҡыр рәүештә эйәреп түгел, ә аңыбыҙға таянып һәм «барыһын һына[п]» үҫтерергә саҡыра (1 Фессалоникаларға 5:21; 1 Яхъя 5:20). Түбәндә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән дәлилдәр килтерелә:

  • Ғаләмдәге тәртип һәм унда тереклектең булыуы Барлыҡҡа килтереүсенең барлығын күрһәтә. Инжилдә былай тиелә: «Әлбиттә, һәр йорт кем тарафынандыр төҙөлә, әммә бөтөн нәмәнең төҙөүсеһе — Алла» (Еврейҙарға 3:4). Был фекер ябай ғына булһа ла, күп белемле кешеләр өсөн ул көслө дәлил булып тораa.

  • Тормош мәғәнәһен аңларға теләү һәр кемгә тыумыштан уҡ һалынған була, һәм физик ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү генә был теләкте баҫа алмай. Бына ни өсөн Изге Яҙмала рухи аслыҡ тураһында һүҙ бара. Ул физик аслыҡ түгел, ә рухи аслыҡ, һәм ул үҙ эсенә Алланы белергә, уға табынырға ынтылыуҙы ала (Матфей 4:4; Асылыш 4:11). Рухи ихтыяждарҙың булыуы Хоҙай Тәғәләнең барлығын ғына түгел, уның беҙҙе яратыуын һәм шул ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереүебеҙҙе теләүен дә раҫлай.

  • Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр үҙ үтәлешенән бер нисә быуат элек яҙылған булған, һәм уларҙа әйтелгән ваҡиғалар теп-теүәл билдәләнгән ваҡытында үтәлгән. Пәйғәмбәрлектәрҙең теүәллеге һәм ентеклелеге уларҙың кеше ихтыяры менән әйтелмәгәнен күрһәтә (2 Петр 1:21).

  • Ер планетаһы (космостан күренеш)

    Изге Яҙманы яҙған кешеләр ул заманда әле бөтөнләй билдәле булмаған фәнни факттарҙы белгән. Мәҫәлән, боронғо ваҡытта күптәр Ер фил, ҡыр сусҡаһы, үгеҙ йә булмаһа, башҡа берәй хайуан өҫтөндә тора тип уйлаған. Изге Яҙмала иһә, Алла «ерҙе бушлыҡҡа элеп ҡуйған», тип яҙылған (Әйүп 26:7). Шулай уҡ ерҙең түңәрәк булыуы хаҡында ла Изге Яҙмала дөрөҫ мәғлүмәт бирелгән (Ишағыя 40:22). Күп кешеләр үҙ заманынан күпкә алға киткән бындай ҡарашты Изге Яҙманы яҙыусыларҙың теүәл мәғлүмәтте Алланан алыуы менән аңлата.

  • Ҡайһы бер мөһим һорауҙарға кеше яуап таба алмаһа, Алла юҡ, тип иҫәпләй башларға мөмкин. Ләкин Изге Яҙма, ундай ауыр һорауҙарға ла яуап бирә. Мәҫәлән, әгәр Алла ярата һәм барыһын да булдыра ала икән, ни өсөн һуң донъяла яуызлыҡ һәм ғазаптар шул тиклем күп? Ни өсөн кешеләр дин арҡаһында йыш ҡына яҡшылыҡ түгел, ә яуызлыҡ ҡыла? (Титҡа 1:16).

a Мәҫәлән, Аллан Сандидж исемле астроном былай ти: «[Ғаләмдәге] тәртиптең тәртипһеҙлектән үҙенә-үҙе барлыҡҡа килеүе — минең өсөн аҡылға һыймаҫлыҡ хәл. Ундай ойошторолғанлыҡтың ниндәйҙер сығанағы булырға тейеш. Минең өсөн Алла сер булып тора. Шулай ҙа, тәүҙә бер ни булмаған, ә хәҙер бар. Был Барлыҡҡа килтереүсенең — Алланың барлығын аңлатмаймы?»

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу