Алла хакимлығына бәйле һорауҙы иҫтә тотоғоҙ
«Кешеләр һинең исемең Йәһүә икәнлеген, һинең бөтә ер өҫтөнән берҙән-бер Аллаһы Тәғәлә икәнлегеңде белһен ине» (ЗӘБ. 83:18).
1, 2. а) Ниндәй һорау бөтә кешегә лә ҡағыла? б) Ни өсөн был һорау беҙҙең өсөн бик мөһим?
БӨГӨН күп кешеләр өсөн аҡсанан да мөһимерәк нәмә юҡ. Улар нисек байырға йә мөлкәтте нисек һаҡлап ҡалырға икәне хаҡында ғына уйлай. Башҡалар иһә ғаиләне, һаулыҡты йә шәхси ҡаҙаныштарҙы тормошта иң мөһим нәмә тип иҫәпләй.
2 Әммә бөтә кешегә лә ҡағылған үтә мөһим бер һорау бар. Был Йәһүә хакимлығының аҡланыуы хаҡында һорау. Беҙгә уның тураһында бер ваҡытта ла оноторға ярамай. Был һорау нисек онотолорға мөмкин? Беҙ көндәлек мәшәҡәттәргә сиктән тыш күмелһәк, Алла хакимлығының аҡланыуы беҙҙең өсөн әһәмиәтһеҙ булып китә ала. Йәки тормошобоҙҙағы етди ауырлыҡтар аңыбыҙҙа был мөһим һорауҙы томаларға мөмкин. Икенсе яҡтан, Йәһүә хакимлығына күберәк буйһонған һайын, ауырлыҡтарҙы кисереп сығыуы еңелерәк булыр, шулай уҡ Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙ нығыныр.
НИ ӨСӨН БЫЛ ҺОРАУ ШУЛ ТИКЛЕМ МӨҺИМ?
3. Шайтан Алла хакимлығы хаҡында нимә әйткән?
3 Шайтан Иблис, фетнә күтәреп, Йәһүәнең хакимлыҡ итергә хоҡуғын шик аҫтына алған. Шайтан, Алла — намыҫһыҙ хаким һәм ул барлыҡҡа килтергән заттарын иң яҡшы нәмәләрҙән мәхрүм итә, тип раҫлаған. Иблис, кешеләр үҙҙәре хакимлыҡ итһә, улар күпкә бәхетлерәк буласаҡ, тип әйтергә теләгән (Баш. 3:1—5). Бынан тыш, Шайтан әйтеүенсә, бер кеше лә Аллаға ысын күңелдән тоғро түгел һәм ауыр һынауға дусар булған һәр кем Алла хакимлығы яғында ҡалмаясаҡ (Әйүп 2:4, 5). Шайтан күтәргән һорауҙар арҡаһында Йәһүә, кешеләргә ваҡыт биреп, уның ғәҙел хакимлығынан тыш йәшәү ниндәй аяныс эҙемтәләргә килтерә икәнен күрһәткән.
4. Ни өсөн Алла хакимлығы хаҡындағы һорау сиселергә тейеш?
4 Әлбиттә, Йәһүә Иблистең һүҙҙәре ялған икәнен белгән. Улайһа, ни өсөн Алла уға үҙенең хаҡ булыуын иҫбатлар өсөн ваҡыт биргән? Был һорауға яуап бөтә аҡыллы заттарға ҡағыла. (Зәбур 83:18-ҙе уҡығыҙa.) Әҙәм менән Һауа Йәһүә хакимлығына буйһоноуҙан баш тартҡан, уларҙың күп кенә тоҡомдары шулай уҡ эш иткән. Шунлыҡтан фәрештәләрҙең һәм кешеләрҙең: «Ә, бәлки, Иблис хаҡтыр?» — тигән шиктәре тыуа алған. Был шиктәр сиселмәйенсә, халыҡтар, ҡәбиләләр, ғаиләләр һәм айырым кешеләр араһында берҙәмлек булмаясаҡ. Әммә Йәһүә үҙ хакимлығын аҡлағандан һуң, уға буйһонған бөтә аҡыллы заттар уның ғәҙел хакимлығы аҫтында мәңге йәшәйәсәк. Бөтә йыһанда тыныслыҡ хөкөм һөрәсәк (Ефес. 1:9, 10).
5. Йәһүә хакимлығы яғында тороуыбыҙҙы нисек күрһәтеп була?
5 Тиҙҙән Алланың хакимлыҡ итергә хоҡуғы раҫланасаҡ, ә Шайтандың һәм кешеләрҙең хакимлыҡ итеүе уңышһыҙ икәне ап-асыҡ күренәсәк. Уларҙың хакимлыҡ итеүе тамамланасаҡ. Алланың Мәсих етәкселегендәге Батшалыҡ аша хакимлыҡ итеүе маҡсатына ирешәсәк, һәм тоғро ҡалғандар Алла хакимлығы яғында торған кешеләр бар икәнен иҫбатлаясаҡ (Ишағ. 45:23, 24). Һеҙ шул кешеләр араһында булырға теләмәҫ инегеҙме ни? Бының өсөн Йәһүә хакимлығына бәйле һорауҙы һәр ваҡыт иҫтә тоторға һәм уның ни тиклем мөһим икәнен аңларға кәрәк.
ҠОТОЛОУЫБЫҘҘАН КҮПКӘ МӨҺИМЕРӘК ҺОРАУ
6. Йәһүә хакимлығының аҡланыуы ни тиклем мөһим?
6 Өҫтә әйтеп кителгәнсә, Йәһүә хакимлығының аҡланыуы — бөтә кешегә лә ҡағылған бик етди һорау. Был һорауҙың сиселеүе беҙҙең бәхетле булыуыбыҙҙан күпкә мөһимерәк. Был, беҙҙең ҡотолоу әллә ни мөһим түгел йәки Йәһүә беҙҙең хаҡта ҡайғыртмай, тигәнде аңлатамы? Һис тә юҡ! Ни өсөн шулай тип әйтеп була?
7, 8. Ни өсөн Алла хакимлығының аҡланыуы уның вәғәҙәләренең үтәлеүе менән тығыҙ бәйле?
7 Йәһүә кешеләрҙе бик ныҡ ярата һәм ҡәҙерләй. Ул, беҙ мәңгегә ҡотола алһын өсөн, үҙ улының ғүмерен ҡорбан итергә әҙер булған (Яхъя 3:16; 1 Яхъя 4:9). Әгәр Йәһүә вәғәҙәләрен үтәмәһә, был Иблискә, Алла барлыҡҡа килтергән заттарынан яҡшы нәмәләрҙе йәшереп уларҙы алдай, шуға күрә уны ғәҙел хаким тип атап булмай, тип әйтергә нигеҙ бирер ине. Был шулай уҡ мыҫҡыллап: «Ғайса килергә вәғәҙә итмәнеме ни? Ҡайҙа һуң ул? Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ үлеп бөттө, ә бар нәмә, донъя яратылғанда нисек булһа, шул килеш ҡала бирә», — тип әйткән дошмандарҙың хаҡ булыуын раҫлар ине (2 Пет. 3:3, 4). Шуға күрә Йәһүә, хакимлығын аҡлағанда, мотлаҡ тыңлаусан кешеләрҙе лә ҡотҡарасаҡ. (Ишағыя 55:10, 11-ҙе уҡығыҙb.) Бынан тыш, Йәһүәнең хакимлыҡ итеүенең нигеҙендә мөхәббәт ята. Бына ни өсөн Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәрен һәр ваҡыт яратасағына һәм ҡәҙерләйәсәгенә һис тә шикләнмәҫкә була (Сығ. 34:6).
8 Йәһүә хакимлығының мөһимлеген танып, беҙ ҡотолоуыбыҙҙың әһәмиәтен кәметмәйбеҙ һәм Алла ҡаршыһында ҡәҙерһеҙләнмәйбеҙ. Беҙ ниндәй роль — Алла хакимлығына, ә ниндәй роль беҙҙең ҡотолоуға бүленгәнен аңлайбыҙ. Шундай дөрөҫ ҡараш беҙгә бәхәсле һорауҙы һәр ваҡыт иҫтә тоторға һәм Йәһүәнең ғәҙел хакимлығы яғында ҡалырға ярҙам итә.
ӘЙҮП ҠАРАШЫН ҮҘГӘРТӘ
9. Шайтан Әйүп тураһында нимә әйткән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)
9 Изге Яҙманың беренселәрҙән булып яҙылған Әйүп китабынан дөрөҫ ҡараш һаҡлау ни тиклем мөһим икәне ап-асыҡ күренә. Был китапта яҙылғанса, Шайтан, Әйүп ауыр һынауға дусар булһа, ул Алланан баш тартасаҡ, тип әйткән. Шайтан Алланың үҙенә Әйүпте ғазапларға тәҡдим иткән. Йәһүә улай эшләмәгән, әммә Шайтанға Әйүпте һынарға юл ҡуйған. Алла уға: «Уның бар нәмәһе һинең ҡулыңда», — тигән. (Әйүп 1:7—12-не уҡығыҙc.) Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Әйүп хеҙмәтселәрен, мал-мөлкәтен һәм ун ғәзиз балаһын юғалтҡан. Шайтан барыһын шулай ойошторған, хатта ситтән ҡарағанда, бөтә был бәләләрҙе Әйүпкә Алла үҙе яуҙырған кеүек тойола алған (Әйүп 1:13—19). Шунан һуң Шайтан Әйүпте ыҙалы, ерәнгес сир менән зарарлаған (Әйүп 2:7). Ҡатынының һәм дуҫ тип иҫәпләнгән кешеләрҙең рәнйеткес һүҙҙәре арҡаһында Әйүптең күңел әрнеүе тағы ла түҙгеһеҙ булып киткән (Әйүп 2:9; 3:11; 16:2).
10. а) Әйүп Аллаға тоғро булыуын нисек күрһәткән? б) Ул ниндәй хата яһаған?
10 Барыһы нимә менән бөткән? Шайтандың һүҙҙәре ялған икәне асыҡланған. Әйүп Алланан баш тартмаған (Әйүп 27:5). Ләкин Әйүп бер ни тиклем ваҡытҡа нимә иң ҙур әһәмиәткә эйә булғанын онотҡан. Ул бөтә иғтибарын үҙенең тәҡүә булыуын иҫбатлауға туплаған һәм хатта Алланан үҙ ғазаптарының сәбәбен аңлатыуын талап иткән (Әйүп 7:20; 13:24). Әйүптең хистәрен аңлап була, ул бит шул тиклем күп ғазап кисергән. Шулай ҙа Йәһүә уны төҙәтергә кәрәк тип һанаған. Йәһүә уға нимә тип әйткән?
11, 12. Йәһүә Әйүпкә нимәне аңларға ярҙам иткән, һәм Әйүп уның һүҙҙәрен нисек ҡабул иткән?
11 Алланың Әйүпкә әйткән һүҙҙәре Әйүп китабының дүрт бүлегендә (38-се бүлектән алып 41-се бүлеккә тиклем) яҙылған. Унда бер ҡайҙа ла, Алла Әйүпкә ғазаптарының сәбәбен аңлатҡан, тип әйтелмәй. Әйүп менән һөйләшкәндә, Йәһүә уның ни өсөн ғазап сиккәнен аңлатыуҙы маҡсат итеп ҡуймаған, сөнки Аллаға аҡланырға кәрәкмәй. Йәһүә Әйүпкә үҙенең бөйөклөгө менән сағыштырғанда уның ни тиклем бәләкәс булыуын аңларға ярҙам итергә теләгән. Бынан тыш, ул Әйүпкә күпкә мөһимерәк һорауҙарҙы күрергә ярҙам иткән. (Әйүп 38:18—21-ҙе уҡығыҙd.) Бының ярҙамында Әйүп яңынан бөтә нәмәгә дөрөҫ ҡарай башлаған.
12 Йәһүә, Әйүпте — әле генә шундай ауыр һынауҙар үткән кешене төҙәтә башлап, уның менән ҡаты мөғәмәлә иткән, тип әйтеп буламы? Юҡ, Әйүп үҙе лә шулай уйламаған. Әйүп Алланың нимә әйтергә теләүен аңлаған һәм төҙәтеү өсөн рәхмәтле булған. Ул хатта былай тигән: «Мин һүҙҙәремде кире алам, туҙан һәм көлгә ултырып тәүбә итәм». Йәһүәнең тура, әммә йыуаныслы һүҙҙәре уға ни тиклем яҡшы тәьҫир иткән! (Әйүп 42:1—6) Ә быға тиклем Әйүпкә Илуй исемле йәш кеше кәңәш биргән булған (Әйүп 32:5—10). Әйүп Алланың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалғас, Йәһүә башҡаларға Әйүптең һынауҙарҙа сағылдырған тоғролоғон юғары баһалағанын күрһәткән (Әйүп 42:7, 8).
13. Һынауҙарҙан һуң Йәһүәнең һүҙҙәре хаҡында уйланыу Әйүпкә нисек ярҙам иткән?
13 Йәһүәнең һүҙҙәре хаҡында уйланыу Әйүпкә һынауҙары бөткәс тә ярҙам иткән. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Йәһүә «Әйүптең ғүмеренең һуңғы йылдарын элеккегә ҡарағанда күберәк» фатихалаһа ла, Әйүпкә, моғайын, нығынып китер өсөн ваҡыт кәрәк булғандыр. Һуңыраҡ уның «ете улы һәм өс ҡыҙы» тыуған (Әйүп 42:12—14). Әммә Әйүп, һис шикһеҙ, Шайтан арҡаһында һәләк булған балаларын һағынған. Бер ни тиклем ваҡыт уны, бәлки, ҡурҡыныс хәтирәләр борсоғандыр. Һәм хатта ахыр сиктә ғазаптарының сәбәбен аңлаған булһа ла, ҡайһы саҡ, ул, бәлки, мине шундай ҡаты һынауҙарға дусар итергә шул тиклем кәрәк булды микән, тип уйлағандыр. Уйҙары ниндәй генә булһа ла, ул Алланың кәңәше хаҡында уйлана алған. Шулай эшләү уға дөрөҫ ҡараш һаҡларға, ә был, үҙ сиратында, йыуаныс табырға ярҙам итә алған (Зәб. 94:19).
Беҙ, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, тәү сиратта Алла хакимлығы хаҡында уйлай алабыҙмы? (14-се абзацты ҡарағыҙ.)
14. Беҙ Әйүптең миҫалынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?
14 Әйүптең миҫалы беҙгә тормошта нимә мөһим икәненә дөрөҫ ҡараш үҫтерергә һәм йыуаныс табырға ярҙам итә. Йәһүә Әйүптең осрағын беҙҙең өсөн, «сабырлыҡ һәм йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын өсөн, нәсихәт итеп» яҙып ҡалдырған (Рим. 15:4). Был осраҡ беҙҙе шуға өйрәтә: бөтә иғтибарҙы ауырлыҡтарға ғына тупламау һәм үтә мөһим һорау — Йәһүә хакимлығының аҡланыуы хаҡында онотмау зарур. Шулай уҡ, әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең был һорауҙың сиселеүендә ҡатнаша алыуыбыҙҙы һәр ваҡыт иҫтә тотайыҡ. Бының өсөн беҙгә, Әйүп кеүек, ауыр шарттарҙа ла Аллаға тоғро булып ҡалырға кәрәк.
15. Һынауҙарҙа тоғро ҡалып, беҙ нимәне күрһәтәбеҙ?
15 Аллаға тоғролоғобоҙҙоң мөһимлеге хаҡында уйланып, беҙ йыуаныс табабыҙ. Ни өсөн? Сөнки беҙ ауырлыҡтарҙың маҡсаты булғанын аңлайбыҙ. Ауырлыҡтарҙың булыуы, Йәһүә беҙҙе хупламай, тигәнде һис тә аңлатмай, ә киреһенсә, беҙгә Алланың хакимлығы яғында тороуыбыҙҙы күрһәтергә мөмкинлек бирә (Ғиб. һүҙ. 27:11). Сыҙамлығыбыҙ Алланың хуплауына килтерә һәм өмөтөбөҙҙө нығыта. (Римдарға 5:3—5-те уҡығыҙe, ЯДТ.) Әйүптең миҫалы Йәһүәнең «ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле» икәнен иҫбатлай (Яҡ. 5:11). Шуға күрә Алланың үҙебеҙҙе һәм уның хакимлығы яғында торғандарҙы бүләкләйәсәгенә бер ҙә шикләнмәҫкә була. Быны белеү беҙгә «бөтә ауырлыҡтар алдында түҙемле һәм сабыр» булырға ярҙам итер (Кол. 1:11).
МӨҺИМ ҺОРАУҘЫ ИҪТӘ ТОТОУ
16. Ни өсөн беҙгә Йәһүә хакимлығы хаҡындағы һорау үтә мөһим икәнен иҫебеҙгә төшөрөп торорға кәрәк?
16 Әлбиттә, Йәһүә хакимлығының аҡланыуын һәр ваҡыт иҫтә тотоу еңел түгел. Ҡайһы саҡта беҙгә ауырлыҡтарҙың иге-сиге юҡ кеүек тойолоуы ихтимал. Хатта бәләкәй генә ауырлыҡтар ҙа, гел улар хаҡында ғына уйлаһаҡ, еңеп сыҡҡыһыҙ булып күренергә мөмкин. Шуға күрә беҙгә ауыр шарттарҙа Алла хакимлығы яғында тороу ни тиклем мөһим икәнен иҫебеҙгә төшөрөп торорға кәрәк.
17. Йәһүә эшендә даими ҡатнашыу беҙгә нисек уның хакимлығына бәйле һорауҙы иҫтә тоторға ярҙам итә?
17 Йәһүә тапшырған эштә даими ҡатнашыу беҙгә Алла хакимлығын иҫтә тоторға ярҙам итә. Рене исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Уға инсульт булған, өҫтәүенә, ул туҡтауһыҙ һыҙланыуҙан һәм рак ауырыуынан интеккән. Дауаханала булғанда, ул ундағы хеҙмәткәрҙәргә, пациенттарға һәм килеп-китеүсе кешеләргә хәҡиҡәт хаҡында һөйләгән. Бер тапҡыр ике ярым аҙна эсендә ул дөйөм алғанда 80 сәғәт вәғәзләгән. Хатта үлерен белһә лә, Рене Йәһүә хакимлығына бәйле һорауҙы иҫтә тотҡан. Һәм был ниндәйҙер кимәлдә уның ғазаптарын еңеләйткән.
18. Бер апай-ҡәрҙәштең миҫалынан күренеүенсә, Йәһүә хакимлығы яғында тороу ниндәй яҡшы емештәр килтерә?
18 Әлбиттә, көндәлек мәшәҡәттәр менән осрашҡанда ла, уңайһыҙ шарттарға эләккәндә лә Йәһүәнең хакимлығын иҫтә тотоу мөһим. Бер ваҡыт Дженнифер исемле апай-ҡәрҙәш өс көн буйы аэропортта ултырған. Ул көткән рейстың ваҡытын ҡат-ҡат үҙгәрткәндәр. Ул үҙен яңғыҙ һәм йонсоу итеп тойған, шундай хәлдә кеше еңел генә үҙен йәлләй башларға мөмкин. Әммә Дженнифер Йәһүәнән шундай уҡ ауырлыҡтар кисергән кешеләргә нисек рухи яҡтан ярҙам итеп булғанын күрһәтеүен һораған. Артабан нимә булған? Ул күп кешегә вәғәзләгән һәм байтаҡ ҡына әҙәбиәт таратҡан. Ул былай ти: «Ауыр хәлгә эләкһәм дә, Йәһүә мине фатихаланы һәм үҙенең исемен данлар өсөн етерлек көс бирҙе». Күренеүенсә, Дженнифер Йәһүәнең ниәтен иҫендә тотҡан.
19. Йәһүәнең хеҙмәтселәре уның хакимлығына бәйле һорауға нисек ҡарай?
19 Алланың ысын хеҙмәтселәре, ялған дин ағзаларынан айырмалы рәүештә, Йәһүә хакимлығының мөһимлеген аңлай. Алла халҡы инде күптән уның хакимлығы яғында тора. Һәр мәсихсе тормошта нимә мөһим икәненә дөрөҫ ҡараш һаҡлар өсөн тырышлыҡ һалырға тейеш.
20. Йәһүә, уның хакимлығы яғында тороуыбыҙҙы күреп, нимә тоя?
20 Һис тә шикләнмәгеҙ: Йәһүә һеҙҙең, тоғро хеҙмәт итеп һәм һынауҙарҙа сыҙам ҡалып, уның хакимлығы яғында тороуығыҙҙы бик ҡәҙерләй (Зәб. 18:25). Киләһе мәҡәләлә беҙ бындай һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ: ни өсөн Йәһүә хакимлығы беҙҙең ысын күңелдән буйһоноуыбыҙға лайыҡ? Һәм беҙ быны нисек эшләй алабыҙ?
a Зәбур 83:18: «Кешеләр һинең исемең Йәһүә икәнлеген, һинең бөтә ер өҫтөнән берҙән-бер Аллаһы Тәғәлә икәнлегеңде белһен ине».
b Ишағыя 55:10, 11: «Ямғыр менән ҡар, күктән яуып, ерҙе һуғармайынса күккә кире ҡайтмай. Ул ерҙе уңдырышлы итә, унда үҫемлектәр үҫтерә, сәсеүсегә орлоҡ, ашаусыға икмәк бирә. Минең ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ҙә шулай. Ул үтәлмәйенсә миңә кире ҡайтмаҫ, мин теләгәнде, һис шикһеҙ, башҡарыр, уны нимә өсөн ебәрһәм, шуны үтәр».
c Әйүп 1:7—12: «Шунда Йәһүә Шайтандан: „Һин ҡайҙан килдең?“ — тип һораны. Шайтан Йәһүәгә былай тип яуап бирҙе: „Мин ерҙе гиҙҙем, мин уны йөрөп сыҡтым“. Йәһүә Шайтанға былай тине: „Хеҙмәтсем Әйүпкә иғтибар иттеңме? Ер йөҙөндә уға тиң кеше юҡ. Ул намыҫлы, саф, Аллаға ҡурҡыу-хөрмәт күрһәтеп йәшәй һәм үҙен яуызлыҡтан һаҡлай“. Шайтан Йәһүәгә былай тип яуап бирҙе: „Әллә Әйүп Алланан юҡҡа ғына ҡурҡып йәшәйме? Һин уны, уның йортон һәм бөтә мөлкәтен яҡлап тораһың түгелме? Һин уның эштәрен фатихалайһың, һәм уның малдары ишәйеп тора. Әммә ҡулыңды һуҙып бөтә мөлкәтенә ҡағылһаң, ул һине асыҡтан-асыҡ ҡәһәрләйәсәк“. Шунда Йәһүә Шайтанға былай тине: „Бына, уның бар нәмәһе һинең ҡулыңда. Тик үҙенә генә теймә!“ Һәм Шайтан Йәһүә янынан китеп барҙы».
d Әйүп 38:18—21: «Ерҙең сикһеҙ киңлегенә төшөндөңмө? Бының барыһын белһәң, әйт миңә. Яҡтылыҡ ҡайҙарҙа йәшәй? Ҡараңғылыҡтың урыны ҡайҙа? Уларҙы үҙ ерҙәренә тиклем оҙата алырһыңмы, йорттарына алып барған юлды танып белерһеңме? Әллә һин быны шул ваҡытта донъяға килгәнгә һәм инде күптән йәшәгәнгә беләһеңме?»
e Римдарға 5:3—5, ЯДТ: «Һәм быға ғына түгел, ә ҡайғы-хәсрәттәребеҙгә лә шатланайыҡ, сөнки беҙгә шул билдәле: ҡайғы-хәсрәт — сыҙамлыҡ, сыҙамлыҡ — хуплау, хуплау өмөт тыуҙыра, ә өмөт оятҡа ҡалдырмай, сөнки үҙебеҙгә бирелгән изге рух аша күңелебеҙгә Алланың мөхәббәте иңде».