14-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Ғайсаның шәкерттәрен яратыуҙан танып була
«Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер» (ЯХЪЯ 13:35).
106-СЕ ЙЫР Мөхәббәт сифатын үҫтерәбеҙ
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
Йәһүә халҡы араһында булған яратыу башҡаларға нисек тәьҫир итә? (1-се абзацты ҡарағыҙ.)
1. Күптәр беренсе тапҡыр осрашыуға килгәндә нимәгә иғтибар итә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
КҮҘ алдына килтерегеҙ, бер пар беренсе тапҡыр Йәһүә шаһиттарының Батшалыҡ залына килә. Уларҙы ҡәрҙәштәрҙең йылы итеп ҡаршы алыуы һәм бер-береһенә ҡарата яратыуы бик һоҡландыра. Өйгә ҡайтышлай ҡатыны иренә: «Йәһүә шаһиттары башҡаларҙан айырылып тора, улар янында булыу шул тиклем рәхәт!» — тип әйтә.
2. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтай?
2 Мәсихселәр йыйылышында булған яратыу иҫ киткес. Әлбиттә, Йәһүә шаһиттары камил түгел (1 Яхъя 1:8). Шуға күрә беҙ ҡәрҙәштәр менән яҡшыраҡ танышҡан һайын уларҙың етешһеҙлектәрен дә күрә башлайбыҙ (Рим. 3:23). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр иғтибарҙарын башҡаларҙың хаталарына шул тиклем ныҡ туплай, хатта Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтай.
3. Мәсихселәр башҡаларҙан нимә менән айырылып тора? (Яхъя 13:34, 35).
3 Әйҙәгеҙ, тағы бер тапҡыр был мәҡәләнең төп аятына иғтибар итәйек. (Яхъя 13:34, 35-те уҡығыҙ.) Мәсихселәр башҡаларҙан нимә менән айырылып тора? Камил булыуҙары менән түгел, ә бер-береһен яратыуҙары менән. Шулай уҡ Ғайсаның һүҙҙәренә иғтибар итегеҙ. Ул: «Һеҙ минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белерһегеҙ», — тип әйтмәгән, ә: «Барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер», — тип әйткән. Шулай итеп, Ғайсаға эйәргәндәр генә түгел, ә башҡалар ҙа уның ысын шәкерттәрен бер-береһенә ҡарата рыяһыҙ яратыуҙан таныр.
4. Ҡайһы берәүҙәр мәсихселәр тураһында нимә белергә теләй?
4 Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләрҙең: «Ни өсөн Ғайсаның шәкерттәрен яратыуҙан танып була? Ғайса илселәренә нисек яратыу күрһәткән? Бөгөн беҙ унан нисек өлгө ала алабыҙ?» — тигән һорауҙары тыуырға мөмкин. Йәһүә шаһиттарына ла шундай һорауҙар өҫтөнән уйланыу файҙалы булыр. Был беҙгә, ҡәрҙәштәребеҙҙең йомшаҡ яҡтары менән осрашҡанда, тағы ла көслөрәк яратыу күрһәтергә ярҙам итер (Ефес. 5:2).
НИ ӨСӨН ҒАЙСАНЫҢ ШӘКЕРТТӘРЕН ЯРАТЫУҘАН ТАНЫП БУЛА?
5. Ғайсаның Яхъя 15:12, 13-тә яҙылған һүҙҙәрен аңлатығыҙ.
5 Ғайса уның шәкерттәре үҙенсәлекле яратыу менән айырылып торасағын асыҡ итеп күрһәткән. (Яхъя 15:12, 13-тө уҡығыҙ.) Иғтибар итегеҙ, ул уларға: «Мин һеҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе яратығыҙ», — тигән. Ғайса нимәне күҙ уңында тотҡан? Ул үҙ шәкерттәренә бер-береһенә ҡарата фиҙаҡәр яратыу күрһәтергә бойорған. Шундай яратыу мәсихсене, кәрәк булһа, ҡәрҙәше өсөн хатта үлергә дәртләндерәb.
6. Алла Һүҙендә мөхәббәттең мөһимлегенә нисек баҫым яһала?
6 Алла Һүҙе мөхәббәткә ҙур әһәмиәт бирә. Күптәр Изге Яҙмалағы ошо аяттарҙы яттан белә: «Алла — мөхәббәт ул» (1 Яхъя 4:8); «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» (Матф. 22:39); «Мөхәббәт булған ерҙә күп гонаһтар кисерелә» (1 Петр 4:8); «Мөхәббәт бер ваҡытта ла һүрелмәҫ» (1 Кор. 13:8). Изге Яҙманың ошо һәм башҡа аяттары был күркәм сифатты үҫтереү һәм сағылдырыу бик мөһим икәнен күрһәтә.
7. Ни өсөн Шайтан кешеләрҙе бер-береһен яратырға өйрәтә лә, берләштерә лә алмай?
7 Күп кешеләрҙе, хаҡ динде ҡайҙа табырға, тигән һорау борсой. Улар: «Бөтә диндәр ҙә, хәҡиҡәт беҙҙә, ти, әммә Алла тураһында үҙенсә өйрәтә», — тип аптырарға мөмкин. Шайтан, төрлө ялған дин уйлап сығарып, кешеләрҙең башын ҡатырған. Ләкин кешеләрҙе бер-береһен яратырға һәм уларҙы халыҡ-ара ҡәрҙәшлеккә берләштерергә уның ҡулынан килмәй. Быны тик Йәһүә генә эшләй ала, һәм был дөрөҫ тә, сөнки ул — ысын яратыуҙың Сығанағы. Йәһүәнең рухын һәм фатихаһын алған кешеләр генә бер-береһен ихлас ярата ала (1 Яхъя 4:7). Бына ни өсөн Ғайса, уның шәкерттәрен рыяһыҙ яратыуҙан танып була, тип әйткән.
8, 9. Йәһүә шаһиттары араһында булған яратыу башҡаларға нисек тәьҫир итә?
8 Ғайса әйтеүенсә, күп кешеләр уның ысын шәкерттәрен бер-береһен яратыуҙан таный. Мәҫәлән, И́ан исемле ағай-ҡәрҙәш өйөнән йыраҡ булмаған стадионда үткән беренсе конгресын иҫенә төшөрә. Күптән түгел ул шул стадионда матч ҡараған. Ул былай тип һөйләй: «Ниндәй ҙур айырма! Йәһүә шаһиттары әҙәпле һәм бөхтә итеп кейенгән. Уларҙың балалары ла үҙҙәрен тәртипле тота». Иан дауам итә: «Ә иң мөһиме, был кешеләр тормоштары менән ҡәнәғәт ине. Ул ваҡытта миңә тап шул етмәй ине. Мин конгрестың программаһын бөтөнләй хәтерләмәйем, ә Йәһүә шаһиттарының тәртибе миңә ҙур йоғонто яһаны»c. Әлбиттә, беҙ бер-беребеҙҙе бик ныҡ яратабыҙ, шуға күрә үҙебеҙҙе шулай тотабыҙ ҙа. Ҡәрҙәштәрҙе яратыу уларға ҡарата игелекле булырға һәм уларҙы хөрмәт итергә дәртләндерә.
9 Йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлағас, Джон исемле ағай-ҡәрҙәш шундай уҡ хистәр тойған. Ул былай ти: «Уларҙың үҙҙәрен дуҫтарса тотоуы мине таң ҡалдырҙы. Улар миңә изге булып күренде. Уларҙың эскерһеҙ яратыуы мине хаҡ динде тапҡаныма ышандырҙы»d. Шундай осраҡтар Йәһүә хеҙмәтселәренең ысын мәсихселәр булыуын иҫбатлай.
10. Айырыуса ниндәй осраҡтарҙа беҙ ҡәрҙәштәребеҙгә яратыу күрһәтә алабыҙ? (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)
10 Юғарыла әйтеп кителгәнсә, ҡәрҙәштәребеҙ камил түгел. Ҡайһы саҡта улар беҙҙе һүҙҙәре йә эштәре менән үпкәләтә ала (Яҡ. 3:2)e. Айырыуса шундай осраҡтарҙа беҙ һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ менән уларҙы яратҡаныбыҙҙы күрһәтә алабыҙ. Был яҡтан беҙ Ғайсанан нимәгә өйрәнә алабыҙ? (Яхъя 13:15).
ҒАЙСА ИЛСЕЛӘРЕНӘ НИСЕК ЯРАТЫУ КҮРҺӘТКӘН?
Ғайса үҙенең шәкерттәрен, хата яһауҙарына ҡарамаҫтан, бик ныҡ яратҡан (11—13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)
11. Яҡуб менән Яхъяның холоҡтарының ниндәй насар һыҙаттары өҫтөн сыҡҡан? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
11 Ғайса шәкерттәренән камиллыҡ көтмәгән. Йәһүә уларҙы хуплаһын өсөн, ул яратыу менән уларға үҙгәрергә ярҙам иткән. Бер тапҡыр Яҡуб менән Яхъя әсәләрен, улар өсөн Батшалыҡта иң абруйлы урындар һораһын тип, Ғайса янына ебәргән (Матф. 20:20, 21). Яҡуб менән Яхъяның үтенесе уларҙың ғорур һәм башҡаларҙан мөһимерәк булырға теләгәнен асыҡлаған (Ғиб. һүҙ. 16:18).
12. Ни өсөн башҡа илселәрҙең дә насар һыҙаттары өҫтөн сыҡҡан тип әйтеп була? Аңлатығыҙ.
12 Шул осраҡта Яҡуб менән Яхъяның ғына түгел, ә башҡа илселәрҙең дә холоҡтарының насар һыҙаттары өҫтөн сыҡҡан. Иғтибар итегеҙ, был хаҡта Инжилдә нимә әйтелә: «Был һөйләшеүҙе ишеткәс, ҡалған ун шәкерттең был икәүгә асыуы килде» (Матф. 20:24). Илселәрҙең Яҡуб менән Яхъяға нимә әйткәндәрен күҙ алдына килтереп була. Моғайын, улар был ике ағай-энелегә: «Батшалыҡта абруйлы урындар һорарға һеҙҙең ни хаҡығыҙ бар? Һеҙ үҙегеҙҙе кемгә ҡуяһығыҙ? Тик һеҙ генә Ғайса менән ашҡынып хеҙмәт иттегеҙме ни? Беҙ ҙә уның менән хеҙмәт иттек һәм дәрәжәле урынға лайыҡбыҙ!» — тигәндер. Ниндәй генә һүҙҙәр яңғырамаһын, был осраҡ илселәрҙе сығарынан сығарған, һәм уларҙың бер-береһенә ҡарата яратыуҙары ваҡытлыса һыуынған.
13. Ғайса шәкерттәренең етешһеҙлектәренә нисек ҡараған? (Матфей 20:25—28).
13 Ә Ғайса был осраҡта үҙен нисек тотҡан? Ул асыуланмаған. Ул, баҫалҡылыҡ сағылдырған һәм бер-береһен һәр ваҡыт яратҡан башҡа илселәр табырмын, тип әйтмәгән. Ғайса түҙемлек сағылдырып улар менән һөйләшеп алған. (Матфей 20:25—28-ҙе уҡығыҙ.) Илселәр үҙҙәре араһында кем иң бөйөгө булыу хаҡында күп тапҡыр бәхәсләшһә лә, Ғайса уларға артабан да яратыу күрһәткән (Марк 9:34; Лука 22:24).
14. Ғайсаның илселәре ниндәй мөхиттә үҫкән?
14 Әлбиттә, Ғайса үҙ шәкерттәренең ниндәй шарттарҙа үҫкәнен иҫәпкә алған (Яхъя 2:24, 25). Улар ҡанун белгестәренең һәм фарисейҙарҙың юғары дәрәжәгә һәм данлыҡлы булыуға ҙур иғтибар биргәнен күреп үҫкән (Матф. 23:6; «Синагогалағы алғы урындар» тигән видеояҙманы (тат.) ҡарағыҙ). Шулай уҡ был дин әһелдәре үҙ күҙендә бик тәҡүә булған (Лука 18:9—12)f. Ундай кешеләр илселәрҙең үҙҙәренә һәм башҡаларға нисек ҡарауына ҙур йоғонто яһаған. Ғайса быны яҡшы аңлаған (Ғиб. һүҙ. 19:11). Ул шәкерттәренән күпте көтмәгән һәм улар хаталанғанда ныҡ асыуланмаған. Ғайса уларҙың игелекле кеше икәндәрен белгән, шуға күрә ғорурлыҡ, мин-минлекте еңеп сығырға һәм яратыу сағылдырырға түҙемлек менән ярҙам иткән.
БЕҘ ҒАЙСАНАН НИСЕК ӨЛГӨ АЛА АЛАБЫҘ?
15. Яҡуб һәм Яхъя менән булған осраҡ беҙҙе нимәгә өйрәтә?
15 Яҡуб һәм Яхъя менән булған осраҡ беҙҙе күпкә өйрәтә. Әлбиттә, улар Батшалыҡта үҙҙәренә дәрәжәле урын һорап, дөрөҫ эш итмәгән. Ләкин башҡа илселәр ҙә хаҡ булмаған, сөнки шул бәхәс арҡаһында берҙәмлекте һаҡлай алмаған. Шулай ҙа Ғайса илселәренең 12-һенә лә игелек һәм яратыу күрһәткән. Бында беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ бар? Хәл ҡәрҙәштәрҙең нисек эш итеүенән генә тормай, шулай уҡ беҙҙең дә хаталарға нисек ҡарағаныбыҙҙан тора. Беҙгә ыңғай ҡараш һаҡларға нимә ярҙам итер? Берәйһе беҙҙе үпкәләтһә, үҙебеҙҙән былай тип һорай алабыҙ: «Ни өсөн был миңә тынғы бирмәй? Бәлки, миңә холҡомдоң насар яғын үҙгәртергә кәрәктер? Бәлки, мине үпкәләткән ҡәрҙәштең ауырлыҡтары барҙыр? Хатта үпкәләргә сәбәбем булһа ла, ҡәрҙәште ғәфү итеп, яратыу күрһәтә аламмы?» Башҡаларҙы яратып, Ғайсаның ысын шәкерттәре булыуыбыҙҙы иҫбатлайбыҙ.
16. Ғайсаның үрнәге беҙҙе тағы нимәгә өйрәтә?
16 Ғайсаның үрнәге беҙгә имандаштарыбыҙҙың хәленә инә белергә ярҙам итә (Ғиб. һүҙ. 20:5). Әлбиттә, Ғайса кешеләрҙең йөрәгендә нимә булғанын күргән. Беҙ күрә алмайбыҙ. Шулай ҙа үҙебеҙҙе күңелһеҙләндергән ҡәрҙәшкә түҙемле була алабыҙ (Ефес. 4:1, 2; 1 Петр 3:8). Уларҙы яҡшыраҡ белгән һайын, быны эшләү еңелерәк булыр. Әйҙәгеҙ, бер миҫалға иғтибар итәйек.
17. Бер район күҙәтеүсеһенә ағай-ҡәрҙәш менән яҡшыраҡ танышыу ниндәй файҙа килтергән?
17 Көнсығыш Африкала хеҙмәт иткән район күҙәтеүсеһе бер ағай-ҡәрҙәш тураһында һөйләй. Уға теге ағай-ҡәрҙәштең холҡо тупаҫ булып күренгән. Район күҙәтеүсеһе нисек эш иткән? Ул былай тип һөйләй: «Был ағай-ҡәрҙәштән ситләшер урынына, мин уның менән яҡшыраҡ танышырға булдым». Шулай эшләү район күҙәтеүсеһенә теге ағай-ҡәрҙәштең элекке тормошо уның холҡона нисек тәьҫир иткәнен күрергә ярҙам иткән. Ул былай тип дауам итә: «Ағай-ҡәрҙәштең үҙенең холҡон үҙгәртер өсөн күпме көс һалғанын һәм ниндәй уңыштарға өлгәшкәнен күреп, мин уның менән һоҡлана башланым. Хәҙер беҙ яҡшы дуҫтар». Эйе, ҡәрҙәштәребеҙҙе аңларға тырышһаҡ, уларға яратыу күрһәтеү ҙә еңелерәк булыр.
18. Беҙҙе рәнйетһәләр, үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирергә кәрәк? (Ғибрәтле һүҙҙәр 26:20).
18 Ҡайһы саҡта, беҙҙе рәнйеткән ҡәрҙәш менән һөйләшеп алырға кәрәк, тип уйларбыҙ. Ләкин тәүҙә үҙебеҙгә ошондай һорауҙар бирһәк, яҡшы булыр ине: «Тыуған хәлде мин тулыһынса аңлайыммы? [Ғиб. һүҙ. 18:13]. Бәлки, ул мине үпкәләтергә теләмәгәндер? [Вәғ. 7:20]. Ә үҙем шундай хаталар яһамайыммы ни? [Вәғ. 7:21, 22]. Ҡәрҙәш менән һөйләшеп, төймәләйҙе дөйәләй итмәҫменме?» (Ғибрәтле һүҙҙәр 26:20-неg уҡығыҙ.) Был һорауҙар өҫтөндә уйланып, моғайын, тыуған хәлгә иғтибар бирергә кәрәкмәй икәнен күрербеҙ. Шулай эшләп, ҡәрҙәшкә яратыуыбыҙҙы күрһәтербеҙ.
19. Һеҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә йыйынаһығыҙ?
19 Йәһүә шаһиттары бер-береһен бик ныҡ ярата һәм шулай итеп Ғайсаның ысын шәкерттәре булыуҙарын иҫбатлай. Һәр беребеҙ Мәсихтең артынан эйәргәнен нисек күрһәтә ала? Ҡәрҙәштәрҙең етешһеҙлектәренә ҡарамаҫтан рыяһыҙ яратыу күрһәтеп. Беҙ ундай яратыу сағылдырғанда, башҡалар хаҡ диндең ниндәй булыуын күрер һәм Йәһүәгә — мөхәббәт Аллаһына ғибәҙәт ҡылыуҙа беҙгә ҡушылыр. Әйҙәгеҙ, һәр ваҡыт мәсихселәргә хас булған мөхәбәтте сағылдырайыҡ.
17-СЕ ЙЫР «Теләйем!»
a Беҙҙең арабыҙҙа булған яратыу күп кешеләрҙе хәҡиҡәткә йәлеп итә. Ләкин беҙ камил түгел. Шунлыҡтан бер-беребеҙгә яратыу сағылдырыу еңел булмаҫҡа мөмкин. Ни өсөн мөхәббәт шул тиклем мөһим? Ҡәрҙәштәр беҙҙе күңелһеҙләндергәндә Ғайсанан нисек үрнәк алып була? Был һорауҙарға яуапты ошо мәҡәләнән белербеҙ.
c «Күҙәтеү манараһы» 2012 йылдың 1 ноябрь сығарылышында 13—14 биттәрҙә «Ниһайәт тормошом мәғәнәгә эйә!» тигән мәҡәләне (тат.) ҡарағыҙ.
d «Күҙәтеү манараһы» 2012 йылдың 1 май сығарылышында «Тормошом уңышлы булды, тип һананым» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.
e Был мәҡәләлә өлкәндәрҙең ҡатнашыуын талап иткән гонаһтар, мәҫәлән, 1 Коринфтарға 6:9, 10-да яҙылған етди гонаһтар тураһында һүҙ бармай.
f Бер раввин былай тигән: «Донъяла Ибраһим кеүек тәҡүә кешеләр утыҙҙан әҙерәк булһа, был донъя иҫән ҡалмаясаҡ. Әгәр тәҡүә кешеләр утыҙ булһа, беҙ улым менән — уларҙың икеһе. Әгәр улар егерме булһа, беҙ улым менән — уларҙың икеһе. Әгәр ун булһа, беҙ улым менән — уларҙың икеһе. Әгәр ике генә кеше булһа, был мин һәм минең улым. Ә бер генә кеше булһа, был — мин».
g Ғибрәтле һүҙҙәр 26:20: «Утын булмаһа, усаҡ һүнә, яла яғыусы китһә, бәхәс баҫыла».