Тыныслыҡ. Нисек уға эйә булырға?
БЕҘ тынғыһыҙ ваҡытта йәшәйбеҙ, шунлыҡтан тыныслыҡҡа эйә булыу күп тырышлыҡ талап итә. Хатта бер аҙ тыныслыҡҡа эйә булған хәлдә лә, йыш ҡына уны юғалтмаҫ өсөн күп көс һалырға кәрәк. Алла Һүҙендәге ниндәй кәңәштәр ысын һәм оҙайлы тыныслыҡҡа эйә булырға ярҙам итә ала? Был йәһәттән башҡаларға нисек ярҙам итеп була?
ЫСЫН ТЫНЫСЛЫҠ НИМӘ МЕНӘН БӘЙЛЕ?
Үҙебеҙҙе хәүефһеҙлектә һәм именлектә тойған хәлдә генә беҙ ысын тыныслыҡҡа кинәнә алабыҙ. Шулай уҡ башҡа кешеләр менән ныҡлы дуҫлыҡ үҫтереү мөһим. Ә иң мөһиме, оҙайлы тыныслыҡҡа эйә булырға теләһәк, беҙ Алла менән яҡын дуҫлыҡ үҫтерергә тейеш. Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк?
Борсолоуҙар күңел тыныслығынан мәхрүм итә
Йәһүәнең ғәҙел ҡанундары һәм принциптары буйынса эш итеп, беҙ уға таянғаныбыҙҙы һәм уның менән татыу мөнәсәбәттәрҙә булырға теләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ (Ирем. 17:7, 8; Яҡ. 2:22, 23). Йәһүә, үҙ сиратында, беҙгә яҡыная һәм беҙҙе эске тыныслыҡ менән фатихалай. Ишағыя 32:17-лә былай тиелгән: «Ысын тәҡүәлектең һөҙөмтәһе тыныслыҡ булыр, ысын тәҡүәлектең емеше дауамлы тыныслыҡ һәм именлек булыр». Йәһүәгә бөтә йөрәктән буйһонһаҡ, күңелебеҙҙә ысын тыныслыҡ хөкөм һөрөр (Ишағ. 48:18, 19).
Ысын тыныслыҡҡа эйә булырға тағы нимә ярҙам итә ала? Изге рух — күктәге Атабыҙҙың ғәжәп бүләге (Ғәм. 9:31).
ИЗГЕ РУХ ТЫНЫСЛЫҠҠА ЭЙӘ БУЛЫРҒА ЯРҘАМ ИТӘ
Илсе Павел «именлек[те]», йәғни тыныслыҡты изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙың өсөнсөһө итеп телгә алған (Гал. 5:22, 23). Ысын тыныслыҡ Алланың изге рухы тәьҫире аҫтында тыуа, шунлыҡтан изге рухҡа үҙебеҙгә йоғонто яһарға юл ҡуйырға кәрәк. Әйҙәгеҙ, Алла рухы беҙгә тыныслыҡҡа эйә булырға ярҙам иткән ике ысулды ҡарап сығайыҡ.
Беренсенән, Алла Һүҙен даими уҡыу тыныслыҡҡа эйә булырға ярҙам итә (Зәб. 1:2, 3). Беҙ Изге Яҙманан уҡығандарыбыҙ хаҡында уйланғанда, изге рух беҙгә Йәһүәнең төрлө һорауҙарға нисек ҡарағанын аңларға ярҙам итә. Мәҫәлән, беҙ уның нисек тыныс булып ҡалғанын, шулай уҡ уның ни өсөн тыныслыҡты бик мөһим тип һанағанын күрәбеҙ. Ә Алла Һүҙенән белгәндәребеҙҙе тормошта ҡулланғанда, беҙ күңелебеҙҙә күберәк тыныслыҡ тоябыҙ (Ғиб. һүҙ. 3:1, 2).
Икенсенән, изге рух һорап доға ҡылырға кәрәк (Лука 11:13). Йәһүә, минән ярҙам һораһағыҙ, «һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе Ғайса Мәсих менән берлектә һаҡлар», тип вәғәҙә итә (Флп. 4:6, 7). Эйе, Йәһүәнән даими изге рух һораһаҡ, ул беҙгә эске тыныслыҡ бүләк итер. Ундай тыныслыҡҡа Алла менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булған кешеләр генә эйә була ала (Рим. 15:13).
Ҡайһы бер кешеләр Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе ҡулланған һәм, үҙгәрештәр яһап, оҙайлы тыныслыҡҡа — Йәһүә менән, үҙ-үҙҙәре һәм башҡа кешеләр менән тыныслыҡҡа эйә булған.
УЛАР НИСЕК ОҘАЙЛЫ ТЫНЫСЛЫҠҠА ЭЙӘ БУЛҒАН?
Ҡайһы бер мәсихселәр хәҡиҡәтте белгәнгә тиклем «тиҙ ҡыҙып китеүсән» булған, әммә хәҙер башҡалар менән мөғәмәлә иткәндә иғтибарлылыҡ, игелек, түҙемлек һәм татыулыҡҡа ынтылыу кеүек сифаттарҙы күберәк сағылдыра башлағанa (Ғиб. һүҙ. 29:22). Ике ҡәрҙәшебеҙҙең миҫалына иғтибар итәйек. Улар, үҙҙәренең ҡыҙыу холҡон еңеп, башҡалар менән татыулыҡта йәшәргә өйрәнгән.
Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланыу һәм изге рух тураһында доға ҡылыу күңел тыныслығы килтерә
Дэвидтың тиҫкәре фекер йөрөтөү рәүеше һөйләгән һүҙҙәрендә сағылған. Хәҡиҡәткә килмәҫ борон, ул йыш ҡына башҡаларҙы тәнҡитләгән һәм яҡындары менән тупаҫ һөйләшкән. Ваҡыт уҙыу менән Дэвид үҙгәрергә кәрәклеген һәм татыулыҡтың мөһимлеген аңлаған. Уға нимә ярҙам иткән? Ул былай ти: «Мин Изге Яҙмалағы принциптарҙы тормошомда ҡуллана башланым, һөҙөмтәлә ғаиләлә беҙ бер-беребеҙгә ҡарата ихтирамлыраҡ булып киттек».
Рейчел әллә ни яҡшы мөхиттә үҫмәгән. Был уның фекер йөрөтөү рәүешенә тәьҫир иткән. Ул былай тип таный: «Хатта бөгөн дә мин ҡыҙыу холҡом менән көрәшәм, сөнки ҡыҙыу кешеләр араһында үҫтем». Ул нимә ярҙамында үҙгәргән? «Мин һәр ваҡыт доға ҡылып Йәһүәнән ярҙам һораным», — ти Рейчел.
Дэвид һәм Рейчелдың миҫалынан күренеүенсә, Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланыу һәм Алла рухының ярҙамына таяныу тыныслыҡ килтерә. Мәрхәмәтһеҙ донъяла йәшәһәк тә, беҙ күңел тыныслығы тоя алабыҙ, ә был ғаиләләребеҙҙә һәм йыйылыштарыбыҙҙа татыулыҡ һаҡларға ярҙам итә. Йәһүә шулай уҡ беҙҙе «барыһы менән дә... татыу» йәшәргә өндәй (Рим. 12:18). Әммә был мөмкинме? Татыулыҡҡа ынтылыу ниндәй емештәр килтерә?
БАШҠАЛАР МЕНӘН ТАТЫУЛЫҠТА ЙӘШӘРГӘ ЫНТЫЛЫҒЫҘ
Алла Батшалығы тураһында вәғәзләп, беҙ кешеләргә тыныслыҡҡа эйә булырға ярҙам итәбеҙ (Ишағ. 9:6, 7; Матф. 24:14). Бәхеткә күрә, күп кешеләр хәбәребеҙҙе ҡабул итте. Бының ярҙамында улар бүтән тирә-яҡта булып ятҡан ваҡиғалар арҡаһында сиктән тыш бойоҡмай һәм асыуланмай. Улар киләсәккә ныҡлы өмөт тапты һәм «тыныслыҡ-татыулыҡ эҙләп, шуға ынтыл» тигән принцип буйынса йәшәй башланы (Зәб. 34:14).
Әммә хәбәребеҙгә ҡолаҡ һалмаған, һәр хәлдә беренсе тапҡыр ишеткәндә уны ҡабул итмәгән кешеләр ҙә бар (Яхъя 3:19). Шулай ҙа Алла рухы ярҙамында беҙ уларға һөйөнөслө хәбәрҙе йомшаҡ һәм ихтирамлы итеп һөйләйбеҙ. Шулай эшләп, беҙ Ғайсаның Матфей 10:11—13-тәге күрһәтмәләре буйынса эш итәбеҙ. Унда былай тиелгән: «Өйгә ингәндә, унда йәшәүселәргә именлек теләгеҙ. Әгәр өйҙәгеләр быға лайыҡлы икән, һеҙ теләгән именлек улар менән булһын, лайыҡһыҙ икән, именлегегеҙ үҙегеҙгә кире әйләнеп ҡайтһын». Был кәңәште тотоу беҙгә күңелебеҙҙә тыныслыҡ һаҡлап ҡалырға һәм кешенең киләһе тапҡыр һөйөнөслө хәбәрҙе тыңларына өмөтләнергә ярҙам итер.
Бынан тыш, хөкүмәт вәкилдәре, шул иҫәптән эшмәкәрлегебеҙгә ҡаршы килгәндәре менән дә ихтирамлы һөйләшһәк, тыныслыҡҡа өлөш индерербеҙ. Мәҫәлән, Африкалағы бер илдең хөкүмәте Йәһүә шаһиттарына ҡарата тиҫкәре ҡарашта булғанға, уларға Батшалыҡ залдары төҙөргә рөхсәт бирмәгән. Был мәсьәләне тыныс ҡына яйға һалыр өсөн, элек шул илдә миссионер булып хеҙмәт иткән бер ағай-ҡәрҙәшкә Лондонда был илдең посолына барырға ҡушҡандар. Ул посолға Йәһүә шаһиттарының шул Африка илендә алып барған эшмәкәрлеге тураһында һөйләргә тейеш булған. Был осрашыу нисек үткән?
Ағай-ҡәрҙәш былай тип иҫенә төшөрә: «Ҡабул итеү бүлмәһенә ингәс, сәркәтиптең кейеменән уның ниндәй ҡәбиләнән булғанын аңланым, мин шул ҡәбиләнең телен өйрәнгән инем. Мин сәркәтип менән уның туған телендә иҫәнләшкәс, ул аптырап китте һәм: „Ниндәй маҡсат менән килдегеҙ?“ — тип һораны. Мин ипле генә посолды күрергә теләүем хаҡында әйттем. Ул посолға шылтыратҡас, посол сыҡты ла минең менән туған телендә һаулыҡ һорашты. Мин уға Йәһүә шаһиттарының тыныслыҡҡа булышлыҡ иткән эшмәкәрлеге хаҡында һөйләгәндә, ул иғтибар менән тыңланы».
Ағай-ҡәрҙәштең ихтирамлы һөйләшеүе посолға Йәһүә шаһиттарының ниндәй эш менән шөғөлләнгәнен яҡшыраҡ аңларға һәм уларға ҡарата тиҫкәре ҡарашын үҙгәртергә ярҙам иткән. Күпмелер ваҡыт үткәс, шул Африка иленең хөкүмәте Батшалыҡ залдары төҙөүгә рөхсәт биргән. Ҡәрҙәштәр был мәсьәләнең шулай тыныс хәл ителеүенә бик шатланған! Эйе, башҡалар менән ихтирамлы мөғәмәлә итеү күп матур емештәр, шул иҫәптән тыныслыҡ килтерә.
МӘҢГЕЛЕК ТЫНЫСЛЫҠ
Бөгөн Йәһүә халҡы тыныслыҡ менән тулы рухи ожмахҡа кинәнә. Изге рух емешенең был сифатын тормошоғоҙҙа сағылдырыр өсөн көс һалып, һеҙ рухи ожмахтың тыныслығына өлөш индерерһегеҙ. Ә иң мөһиме, һеҙ Йәһүәнең хуплауына ирешерһегеҙ һәм уның яңы донъяһында мул һәм мәңгелек тыныслыҡҡа кинәнерһегеҙ! (2 Пет. 3:13, 14).
a Игелек рух емешен тәшкил иткән сифаттар тураһындағы киләһе мәҡәләләрҙең береһендә ҡараласаҡ.