Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lff 36 дәрес
  • Һәр нәмәлә намыҫлы бул

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Һәр нәмәлә намыҫлы бул
  • Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • КҮБЕРӘК БЕЛ
  • ТӨП ФЕКЕР
  • ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
  • Һәр нәмәлә намыҫлы бул
    Алла һөйөүендә ҡалығыҙ
  • Бар нәмәлә намыҫлы булығыҙ
    Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ
  • Ни өсөн намыҫлы булырға кәрәк?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Аҫыл таштарҙан да ҡиммәтерәк сифат
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
lff 36 дәрес
36-сы дәрес. Ир кеше документҡа ҡул ҡуя.

36-СЫ ДӘРЕС

Һәр нәмәлә намыҫлы бул

Баҫтырылған формат
Баҫтырылған формат
Баҫтырылған формат

Һәр беребеҙ дуҫтарыбыҙҙың намыҫлы булыуын теләй. Йәһүә лә үҙ дуҫтарынан намыҫлы булыуҙарын көтә. Әммә бер-береһен алдап йәшәгән кешеләр араһында намыҫлы булып ҡалыу еңел түгел. Һәр нәмәлә намыҫлы булыуҙың файҙаһы ниндәй?

1. Намыҫлы булыуҙың төп сәбәбе ниндәй?

Барыһы менән дә намыҫлы булғанда, беҙ Йәһүәне яратҡаныбыҙҙы һәм хөрмәт иткәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Уйлап ҡына ҡара: Йәһүә бөтә уйҙарыбыҙҙы һәм эштәребеҙҙе күреп тора! (Еврейҙарға 4:13). Намыҫлы эш итеүебеҙ уның күҙ уңынан ысҡынмай, һәм ул быны бик ҡәҙерләй. Уның Һүҙендә: «Мәкерле кешеләрҙән Йәһүә ерәнә бит, ә намыҫлылар — уның яҡын дуҫтары», — тиелгән (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:32).

2. Көндәлек тормошта нисек намыҫлы булырға?

Йәһүә беҙҙең бер-беребеҙгә дөрөҫөн һөйләүебеҙҙе теләй (Зәкәриә 8:16, 17). Был нимәне аңлата? Беҙ туғандарыбыҙҙы, хеҙмәттәштәребеҙҙе, ҡәрҙәштәребеҙҙе һәм хакимиәт кешеләрен алдамаҫбыҙ һәм уларға факттарҙы боҙоп һөйләмәҫбеҙ. Намыҫлы кешеләр алдамай һәм урламай. (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:28 һәм Ефестарға 4:28-ҙе уҡы.) Улар бөтә һалымдарҙы ваҡытында түләп бара (Римдарға 13:5—7). Тормошобоҙҙоң һәр өлкәһендә беҙ «үҙебеҙҙе бар яҡтан намыҫлы тоторға теләйбеҙ» (Еврейҙарға 13:18, ЯДТ).

3. Намыҫлы булыуҙың файҙаһы нимәлә?

Намыҫлы кеше булһаҡ, беҙгә ышанырҙар. Йыйылышта бөтәһе лә намыҫлы булғанда, беҙ үҙебеҙҙе ысын ғаиләлә кеүек тоябыҙ. Берәйһенән алданырбыҙ, тип ҡурҡмайбыҙ. Шулай уҡ намыҫлы булыу беҙгә саф выждан бирә. Өҫтәүенә, беҙҙең намыҫлылыҡ «Ҡотҡарыусыбыҙ Алла тәғлимәтенең күркәмлеге булып» тора һәм кешеләрҙе хәҡиҡәткә йәлеп итә (Титҡа 2:10).

КҮБЕРӘК БЕЛ

Намыҫлылыҡ Йәһүә менән дуҫлығыңа нисек тәьҫир иткәнен һәм ниндәй файҙа килтергәнен, шулай уҡ тормоштоң төрлө өлкәләрендә нисек намыҫлы булырға икәнен бел.

4. Намыҫлы булыуыбыҙ Йәһүәне һөйөндөрә

Зәбур 44:21 һәм Малахи 3:16-ны уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Ни өсөн, дөрөҫөн йәшереп була, тип уйлау аҡылһыҙ?

  • Ауыр булһа ла дөрөҫөн әйтһәк, Йәһүә нимә хис итә?

Атай кеше, тубығына тороп, ҡыҙы менән һөйләшә. Өҫтәлдә түңкәрелгән стакан ята һәм өҫтәл ситенән сок аға.

Балалар дөрөҫөн һөйләгәндә ата-әсәләрен ҡыуандыра. Беҙ дөрөҫөн һөйләгәндә Йәһүәне ҡыуандырабыҙ

5. Үҙеңде һәр нәмәлә намыҫлы тот

Күптәр уйлауынса, намыҫлы булыуҙың файҙаһы юҡ. Әммә ни өсөн беҙ үҙебеҙҙе һәр ваҡыт намыҫлы тоторға тейеш? Быны белер өсөн, ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

ВИДЕОЯҘМА: «Ысын ҡыуанысҡа өлгәшергә нимә ярҙам итә? Таҙа намыҫ» (2:32)

«Ысын ҡыуанысҡа өлгәшергә нимә ярҙам итә? Таҙа намыҫ» тигән видеояҙманан кадр. Бен үҙенең начальнигына ҡыйбатлы техниканы боҙғаны тураһында асыҡ итеп әйткәс, улар ҡул ҡыҫыша.

Еврейҙарға 13:18-ҙе уҡы һәм үҙеңде нисек намыҫлы тота алыуың тураһында уйла:

  • ғаиләлә;

  • эштә йә мәктәптә;

  • башҡа осраҡтарҙа.

6. Намыҫлылыҡ беҙгә файҙа килтерә

Намыҫлылыҡ тормошто ауырлаштыра кеүек тойолорға мөмкин, әммә ахыр сиктә ул фатихалар ғына килтерә. Зәбур 34:12—16-ны уҡы һәм яуап бир:

  • Намыҫлы булыуҙың ниндәй файҙаһы бар?

A. Ир менән ҡатын, ҡәһүә эсеп, һөйләшеп ултыра. Б. Машина йүнәтеү сервисында начальник эшсеһен маҡтай. В. Бер ир полиция хеҙмәткәренә документын күрһәтә.
  1. А. Намыҫлы ирҙәр һәм ҡатындар никахтарын нығыта

  2. Б. Намыҫлы эшсе ышаныс яулай

  3. В. Намыҫлы граждандар хакимиәт кешеләре алдында яҡшы исем ҡаҙана

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Әҙ генә алдауҙың зыяны юҡ».

  • Йәһүә һәр төрлө алдауҙы күрә алмағанын нисек аңлатыр инең?

ТӨП ФЕКЕР

Йәһүә үҙ дуҫтарының эштә лә, һүҙҙә лә һәр ваҡыт намыҫлы булыуҙарын теләй.

Ҡабатлау

  • Кешенең намыҫлы булыуы нимәнән күренә?

  • Ни өсөн, дөрөҫөн йәшереп була, тип уйлау аҡылһыҙ?

  • Ни өсөн һин һәр ваҡыт намыҫлы булырға теләйһең?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Ата-әсәләр үҙ балаларын намыҫлы булырға нисек өйрәтә ала?

«Намыҫлы бул» (1:44)

Ни өсөн һүҙеңде тотоу файҙа килтерә?

«Йәһүә үҙ һүҙен тотҡандарҙы фатихалай» (9:09)

Һалымдар дөрөҫ ҡулланылмаһа ла, ни өсөн беҙ уларҙы түләргә тейеш?

«Һалымдар. Уларҙы түләргә кәрәкме?» («Күҙәтеү манараһы», 2011 йыл, 1 сентябрь)

Бер кешегә тормошон үҙгәртергә һәм намыҫлы булып китергә нимә ярҙам иткән?

«Мин Йәһүәнең мәрхәмәтле һәм кисерергә әҙер булыуын аңланым» («Күҙәтеү манараһы», 2015 йыл, 1 май)

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу