1-СЕ ҠУШЫМТА
Беҙ бүлешергә яратҡан хәҡиҡәттәр
Эскерһеҙ кешеләр, һөйөнөслө хәбәрҙе ишетеп, уның хәҡиҡәт икәнен аңларҙар, тигән Ғайса (Яхъя 10:4, 27). Шуға күрә беҙ уңайы сыҡҡан һайын кешеләр менән Изге Яҙмалағы ябай хәҡиҡәттәр менән бүлешергә теләйбеҙ. Һөйләшеүҙе «Ә һеҙ... икәнен белә инегеҙме?» йә «... икәне тураһында ишеткәнегеҙ бармы?» тигән һорауҙарҙан башлап ҡарағыҙ. Һуңынан Изге Яҙманан тура килгән аятты күрһәтегеҙ. Шулай эшләп һеҙ кешенең йөрәгенә хәҡиҡәт орлоғон сәсерһегеҙ, һәм Алла уны үҫтерә алыр (1 Кәр. 3:6, 7).
КИЛӘСӘК
1. Донъялағы ваҡиғалар һәм кешеләрҙең үҙҙәрен нисек тотоуы тиҙҙән барыһы ла үҙгәрәсәген күрһәтә (Матф. 24:3, 7, 8; Лука 21:10, 11; 2 Тим. 3:1—5).
2. Планетабыҙ бер ҡасан да юҡ ителмәйәсәк (Зәб. 104:5; Вәғ. 1:4).
3. Планетабыҙҙың экологияһы тергеҙеләсәк (Ишағ. 35:1, 2; Асыл. 11:18).
4. Бөтә кешенең дә сәләмәтлеге камил буласаҡ (Ишағ. 33:24; 35:5, 6).
5. Һеҙ ерҙә мәңге йәшәй алаһығыҙ (Зәб. 37:29; Матф. 5:5).
ҒАИЛӘ
6. Ир ҡатынын «үҙ-үҙен яратҡан кеүек» яратырға тейеш (Эфес. 5:33; Кол. 3:19).
7. Ҡатын ирен тәрән хөрмәт итергә тейеш (Эфес. 5:33; Кол. 3:18).
8. Ир менән ҡатын бер-береһенә тоғролоҡ һаҡларға тейеш (Мал. 2:16; Матф. 19:4—6, 9; Евр. 13:4).
9. Ата-әсәһен хөрмәт иткән һәм уларға тыңлаусан булған балаларҙы бәхетле киләсәк көтә (Ғиб. һүҙ. 1:8, 9; Эфес. 6:1—3).
NASA, ESA and the Hubble Heritage Team (STScI/AURA)-ESA/Hubble Collaboration. Licensed under CC BY 4.0. Source.
АЛЛА
10. Алланың исеме бар (Зәб. 83:18; Йәр. 10:10).
11. Алла беҙгә хат ебәргән (2 Тим. 3:16, 17; 2 Пет. 1:20, 21).
12. Алла ғәҙел һәм бөтә кешегә бер тигеҙ ҡарай (Ҡан. 10:17; Илс. 10:34, 35).
13. Алла беҙгә ярҙам итергә теләй (Зәб. 46:1; 145:18, 19).
ДОҒА
14. Алла уға доға ҡылыуыбыҙҙы теләй (Зәб. 62:8; 65:2; 1 Пет. 5:7).
15. Изге Яҙма дөрөҫ доға ҡылырға өйрәтә (Матф. 6:7—13; Лука 11:1—4).
16. Беҙ йыш доға ҡылырға тейеш (Матф. 7:7, 8; 1 Тис. 5:17).
ҒАЙСА МӘСИХ
17. Ғайса Мәсих бөйөк уҡытыусы булған, һәм уның кәңәштәре бөгөн дә ҡулланырлыҡ (Матф. 6:14, 15, 34; 7:12).
18. Бөгөнгө ваҡиғаларҙың күбеһе тураһында Ғайса Мәсих алдан әйткән булған (Матф. 24:3, 7, 8, 14; Лука 21:10, 11).
19. Ғайса Мәсих — Алланың Улы (Матф. 16:16; Яхъя 3:16; 1 Яхъя 4:15).
20. Ғайса Мәсих Алла түгел (Яхъя 14:28; 1 Кәр. 11:3).
Based on NASA/Visible Earth imagery
АЛЛА БАТШАЛЫҒЫ
21. Алла күктә үҙ хөкүмәтен урынлаштырған (Дан. 2:44; 7:13, 14; Матф. 6:9, 10; Асыл. 11:15).
22. Алла Батшалығы кеше хөкүмәттәрен алмаштырасаҡ (Зәб. 2:7—9; Дан. 2:44).
23. Тик Алла Батшалығы ғына кешелектең бөтә проблемаларын хәл итә ала (Зәб. 37:10, 11; 46:9; Ишағ. 65:21—23).
ҒАЗАПТАР
24. Алла ғазаптарыбыҙҙа ғәйепле түгел (Ҡан. 32:4; Яҡ. 1:13).
25. Был донъя менән Шайтан идара итә (Лука 4:5, 6; 1 Яхъя 5:19).
26. Ғазаптарыбыҙҙы күреү Аллаға ауыртыу килтерә, һәм ул беҙгә ярҙам итергә теләй (Зәб. 34:17—19; Ишағ. 41:10, 13).
27. Тиҙҙән Алла ғазаптарҙы бөтөрәсәк (Ишағ. 65:17; Асыл. 21:3, 4).
ҮЛЕМ
28. Үлгәс, кеше йәшәүҙән туҡтай; үлгән кеше ғазапланмай (Вәғ. 9:5; Яхъя 11:11—14).
29. Үлгәндәр беҙгә ярҙам да итә алмай, зыян да килтерә алмай (Зәб. 146:4; Вәғ. 9:6, 10).
30. Үлгән яҡындарыбыҙ тереләсәк (Әйүп 14:13—15; Яхъя 5:28, 29; Илс. 24:15).
31. Тиҙҙән үлем булмаясаҡ (Асыл. 21:3, 4; Ишағ. 25:8).
ДИН
32. Алла бөтә диндәрҙе лә хупламай (Йәр. 7:11; Матф. 7:13, 14, 21—23).
33. Алла ике йөҙлөлөктө нәфрәт итә (Ишағ. 29:13; Миҡ. 3:11; Марк 7:6—8).
34. Хаҡ дин тотоусылар эскерһеҙ яратыу менән айырылып тора (Миҡ. 4:3; Яхъя 13:34, 35).