Өмөт иткәндәрегеҙгә иманығыҙҙы нығытығыҙ
«Иман — ул өмөтләнеп көткәндәрҙең тормошҡа ашыуына ышаныс» (ЕВР. 11:1).
1, 2. а) Мәсихселәрҙең ғәжәп өмөтө Шайтан донъяһындағы кешеләрҙең өмөтөнән нимә менән айырылып тора? б) Беҙ ниндәй мөһим һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?
ҺӘР мәсихсенең иҫ киткес өмөтө бар. Майланған мәсихселәр ҙә, «бүтән һарыҡтар» иҫәбенә ингәндәр ҙә Йәһүәнең башланғыс ниәтенең үтәлеүен һәм исеменең изге тип танылыуын зарығып көтә (Яхъя 10:16; Матф. 6:9, 10). Был өмөт кешеләр бағлай алған өмөттәрҙең иң яҡтыһы. Шулай уҡ беҙ иҫ киткес бүләк — күктә йә ерҙә мәңгелек тормош алырға өмөтләнәбеҙ (2 Пет. 3:13). Бынан тыш, беҙ Алла халҡы артабан да рухи яҡтан гөрләп сәскә атыр тип өмөт итәбеҙ.
2 Әлбиттә, Шайтан донъяһында ла кешеләр нимәгәлер өмөтләнә, әммә йыш ҡына өмөттәре аҡланмай. Мәҫәлән, лотерея уйнаған миллионлаған кеше отош алырға өмөтләнә, ләкин хыялдары бик һирәк кенә ғәмәлгә аша. Ысын иман иһә — мәсихселәр өмөтөнөң «тормошҡа ашыуына [төплө, ЯДТ] ышаныс» (Евр. 11:1). Шулай ҙа һеҙ, бәлки, үҙ-үҙегеҙгә бындай һорау бирәһегеҙҙер: өмөтөмдө нисек төплөрәк итергә? Һәм өмөт иткәндәремә иман итеү миңә нисек ярҙам итә ала?
3. Мәсихселәрҙең иманы ниндәй хәҡиҡәткә нигеҙләнгән?
3 Гонаһлы кешеләр иман менән тыумай, һәм ул үҙенән-үҙе лә үҫмәй. Иман Алланың изге рухы һиҙгер йөрәккә тәьҫир иткәндә үҫә. Изге Яҙма, Йәһүәнең иманы бар йәки ул уға мохтаж, тигән фекерҙе белдермәй. Сөнки Йәһүә — Ғаләмдәге иң көслө һәм иң аҡыллы шәхес, бер нәмә лә уға үҙенең ниәттәрен тормошҡа ашырырға ҡамасаулай алмай. Күктәге Атабыҙ үҙ вәғәҙәләренең үтәләсәгенә шул тиклем инанған, әйтерһең дә, улар уның өсөн инде үтәлгән. Шуның өсөн Йәһүә үҙенең вәғәҙәләре хаҡында: «Ғәмәлгә ашты!» — ти. (Асылыш 21:3—6-ны уҡығыҙ.) Мәсихселәрҙең иманы бер мөһим хәҡиҡәткә нигеҙләнгән: Йәһүә — «тоғро Алла», ул вәғәҙәләрен һәр ваҡыт үтәй (Ҡан. 7:9).
БОРОНҒО ИМАН ӨЛГӨЛӘРЕНӘН ӨЙРӘНӘБЕҘ
4. Ғайса Мәсихкә тиклем йәшәгән тоғро ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар нимәгә өмөт бағлаған?
4 Еврейҙарға яҙылған хаттың 11-се бүлегендә ныҡлы иман сағылдырған 16 ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙың исеме килтерелә. Алла тарафынан рухландырылып, был хаттың авторы «имандары өсөн Алланан хуплау ал[ған]» был һәм башҡа күп кеше хаҡында яҙған (Евр. 11:39). Уларҙың һәр береһе «өмөтләнеп көткәндәрҙең тормошҡа ашыуына», йәғни Алланың ниәте буйынса вәғәҙә ителгән «тоҡом», Шайтандың фетнәһен юҡ итеп, Йәһүәнең башланғыс ниәтен үтәйәсәгенә ныҡ ышанған (Баш. 3:15, ЯДТ). Алланың шул тоғро хеҙмәтселәре күктә йәшәргә мөмкинселек асҡан Ғайса Мәсих, йәғни вәғәҙә ителгән «тоҡом» килгәнсегә тиклем үлгән (Гал. 3:16). Әммә Йәһүә уларҙы ерҙәге ожмахта терелтергә вәғәҙә итә, ул ваҡытта улар камиллыҡҡа өлгәшәсәк. Был вәғәҙә мотлаҡ үтәләсәк (Зәб. 37:11; Ишағ. 26:19; Ос. 13:14).
5, 6. Ибраһим менән уның туғандары ниндәй өмөттө иҫтә тотҡан, һәм уларға үҙ иманын көслө килеш һаҡларға нимә ярҙам иткән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)
5 Еврейҙарға 11:13-тә Алланың Мәсихкә тиклем йәшәгән ҡайһы бер хеҙмәтселәре хаҡында былай тиелә: «Бөтә был кешеләр имандарын һаҡлап үлгән. Улар үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде алмайынса, йыраҡтан ғына күргән һәм сәләмләгән» (Евр. 11:13). Шул хеҙмәтселәрҙең береһе Ибраһим. Ул вәғәҙә ителгән «тоҡомдоң» идараһы аҫтында йәшәргә иҫ киткес өмөтөн һәр саҡ иҫендә тотҡанмы? Дошмандары менән һөйләшкән саҡта Ғайса был һорауға асыҡ яуап биргән: «Атағыҙ Ибраһим Мин килгән көндө күрәсәгенә шатланды һәм уны күреп ҡыуанды» (Яхъя 8:56). Сара, Исхаҡ, Яҡуп һәм Алланың башҡа күп хеҙмәтселәре хаҡында шуны уҡ әйтеп була. Улар «рәссамы һәм төҙөүсеһе Алла булған» Батшалыҡҡа өмөтөн күҙ уңынан ысҡындырмаған (Евр. 11:8—11).
6 Ибраһим менән уның туғандары үҙ иманын нисек көслө килеш һаҡлаған? Алла тураһында улар, моғайын, Йәһүәнең оло йәштәге тоғро хеҙмәтселәренән, төрлө илаһи күренештәрҙән һәм ышаныслы боронғо документтарҙан белгән. Ә иң мөһиме, улар белгәндәрен ҡәҙерләгән, шулай уҡ, Алланың вәғәҙәләрен һәм талаптарын иҫтә тотоп, улар хаҡында уйланған. Был ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың өмөтө шул тиклем ныҡлы булған, улар хатта Аллаға тоғро булып ҡалыр өсөн һәр ҡайһы ауырлыҡҡа түҙергә әҙер булған.
7. Иманыбыҙ көслө булһын өсөн Йәһүә беҙгә ниндәй бүләктәр биргән, һәм беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, нимә эшләргә тейеш?
7 Иманыбыҙ көслө булһын өсөн Йәһүә, яратыуҙан сығып, беҙгә үҙенең Һүҙен — тулы Изге Яҙманы биргән. Бәхеткә һәм уңышҡа ирешергә теләһәк, беҙгә Алла Һүҙен даими рәүештә, мөмкин булһа, көн дә уҡырға кәрәк (Зәб. 1:1—3; Ғәмәлдәр 17:11-ҙе уҡығыҙ). Бынан тыш, беҙгә, Йәһүәнең боронғо хеҙмәтселәре һымаҡ, Алланың вәғәҙәләре хаҡында һәр саҡ уйланырға һәм уның талаптарын үтәргә кәрәк. Шулай уҡ Йәһүә «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» аша беҙгә мул итеп рухи аҙыҡ бирә (Матф. 24:45). Белгәндәребеҙҙе ҡәҙерләһәк, беҙ Алланың боронғо заманда йәшәгән тоғро хеҙмәтселәренә оҡшарбыҙ. Улар Батшалыҡҡа бағлаған өмөттәре ғәмәлгә ашасаҡ икәненә бик ныҡ ышанған.
8. Доға иманыбыҙҙы нисек нығыта ала?
8 Иманын көслө килеш һаҡлап ҡалған кешеләрҙең тормошонда шулай уҡ доға бик мөһим роль уйнаған. Доғаларына яуап алғанда, уларҙың иманы нығынған (Ниҡ. 1:4, 11; Зәб. 34:4, 15, 17; Дан. 9:19—21). Беҙ ҙә Йәһүәгә күңелебеҙҙе бушата алабыҙ. Уның беҙҙе ишетәсәгенә һәм, шатлыҡты юғалтмайынса, бар ауырлыҡтарға ла түҙергә көс бирәсәгенә бер ҙә шикләнмәҫкә була. Ә доғаларыбыҙға яуап алыу иманыбыҙҙы нығыта. (1 Яхъя 5:14, 15-те уҡығыҙ.) Иман рух емешенең өлөшө булғанға, беҙгә, Ғайса өндәгәнсә эш итеп, Алланан изге рух һорарға кәрәк (Лука 11:9, 13).
9. Шәхси үтенестәрҙән тыш, тағы нимә тураһында доға ҡылып була?
9 Әммә доғаларыбыҙ шәхси үтенестәр менән генә сикләнергә тейеш түгел. Аллаға көн дә рәхмәттәр белдерер өсөн уның «ғәжәп эштәре» «һанап бөтөргөһөҙ күп» (Зәб. 40:5). Шулай уҡ доға ҡылғанда «төрмәлә ултырған кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, үҙегеҙҙе лә улар менән бергә тотҡонлоҡта кеүек тойоғоҙ». Унан тыш, беҙгә бөтә донъя ҡәрҙәшлегебеҙ, айырыуса үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алған ағай-ҡәрҙәштәр өсөн доға ҡылырға кәрәк. Йәһүәнең беҙҙең бергәләп әйткән доғаларыбыҙға яуап биреүен күргәндә йөрәгебеҙ шатлыҡ менән тула (Евр. 13:3, 7).
УЛАР ҮҘ ИМАНЫНАН БАШ ТАРТМАҒАН
10. Алланың ҡайһы хеҙмәтселәре үҙ иманынан баш тартмаған? Улар ҡайҙан көс алған?
10 Еврейҙарға яҙылған хатының 11-се бүлегендә илсе Павел, Алланың күп кенә хеҙмәтселәренең исемдәрен телгә алмайынса, улар кисереп сыҡҡан һынауҙар хаҡында яҙған. Мәҫәлән, ул көслө иман сағылдырған ҡатындарҙы иҫкә алған. Был ҡатындар, улдарын юғалтһалар ҙа, һуңыраҡ уларҙы терелтеү аша «тере көйө ҡайтарып ал[ған]». Шунан Павел «яҡшыраҡ тормошҡа терелеүгә өлгәшеү өсөн, ҡотолоуҙан баш тартып, яза ҡабул ит[кән]» башҡа кешеләр тураһында яҙған (Евр. 11:35). Теүәл әйтә алмаһаҡ та, Павел, бәлки, Нәбүтәй менән Зәкәриәне күҙ уңында тотҡандыр. Улар, Алланы тыңлап, уның ихтыярын үтәгән өсөн таш менән атып үлтерелгән булған (1 Бат. 21:3, 15; 2 Йыл. 24:20, 21). Данил һәм уның дуҫтары, Аллаға тоғролоҡ һаҡлауҙан баш тартып, азат була алған. Бының урынына улар, Алланың көсөнә ышанып, «арыҫландарҙың ауыҙын яба» һәм «ҡоторонҡо утты һүндерә» алған, тип әйтеп була (Евр. 11:33, 34; Дан. 3:16—18, 20, 28; 6:13, 16, 21—23).
11. Ҡайһы бер пәйғәмбәрҙәр иман ярҙамында ниндәй һынауҙарҙы кисереп сыҡҡан?
11 Миҡай һәм Иремия пәйғәмбәрҙәр имандары өсөн «мыҫҡыл» ителгән һәм «төрмәләргә» ябылған. Ә Алланың башҡа хеҙмәтселәре, шул иҫәптән Ильяс пәйғәмбәр, «сүллектәрҙә, тауҙарҙа, мәмерйәләрҙә һәм упҡындарҙа ҡаңғырып» йөрөгән. Улар бөтәһе лә тоғро булып ҡалған, сөнки «өмөтләнеп көткәндәрҙең тормошҡа ашыуына» ышаныстары төплө булған (Евр. 11:1, 36—38; 1 Бат. 18:13; 22:24—27; Ирем. 20:1, 2; 28:10, 11; 32:2).
12. Кем һынауҙар ваҡытында иҫ киткес сыҙамлыҡ өлгөһө ҡалдырған, һәм барыһын кисереп сығырға уға нимә ярҙам иткән?
12 Көслө иман сағылдырған ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында яҙғандан һуң, илсе Павел иғтибарын иҫ киткес өлгө ҡалдырған Хужабыҙ Ғайса Мәсихкә йүнәлткән. Еврейҙарға 12:2-лә былай тип әйтелгән: «Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы». Беҙгә Ғайсаның иң ауыр һынауҙар ваҡытында ниндәй иман өлгөһө күрһәткәне хаҡында етди уйланырға кәрәк. (Еврейҙарға 12:3-тө уҡығыҙ.) Беренсе быуатта ғазап сиккән мәсихселәр, мәҫәлән шәкерт Антипа, Ғайсанан өлгө алған һәм үҙ иманынан баш тартмаған (Асыл. 2:13). Уларға күктә йәшәү өсөн терелтеү бүләге әҙерләнгән булған. Был терелтеү Алланың боронғо заманда йәшәгән хеҙмәтселәре зарығып көткән «яҡшыраҡ тормошҡа терелеү[ҙән]» дә бөйөгөрәк (Евр. 11:35). 1914 йылда Батшалыҡ урынлашҡандан һуң күп тә үтмәҫтән, үлем йоҡоһо менән йоҡлаған бөтә был тоғро майланған ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, Ғайса Мәсих менән кешелек өҫтөнән идара итер өсөн, күктәге тормошҡа терелтелгән (Асыл. 20:4).
БӨГӨНГӨ ИМАН ӨЛГӨЛӘРЕ
13, 14. Рудольф Грайхен ниндәй һынауҙар кисергән, һәм сыҙам булып ҡалырға уға нимә ярҙам иткән?
13 Беҙҙең көндәрҙә Алланың миллионлаған хеҙмәтсеһе, Ғайсанан үрнәк алып, өмөтөн күҙ уңынан ысҡындырмай һәм ауырлыҡтарға үҙ иманын ҡаҡшатырға юл ҡуймай. 1925 йылда Германияла тыуған Рудольф Грайхендың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Бәләкәй сағында уларҙың өйөндә Изге Яҙмалағы сюжеттар һүрәтләнгән рәсемдәр эленеп торған. Ул былай тип иҫенә төшөрә ине: «Шул рәсемдәрҙең береһендә бүренең һарыҡ бәрәсе янында, ҡапландың — кәзә бәрәсе, ә быҙауҙың яллы йәш арыҫлан янында булыуы һәм бәләкәй малайҙың уларҙы эйәртеп йөрөүе төшөрөлгән ине. [...] Ул рәсемдәр хәтеремдә мәңгегә уйылып ҡалған» (Ишағ. 11:6—9). Күп йылдар Рудольфты ҡаты эҙәрләгәндәр — тәүҙә нацист гестапоһы, һуңынан ГДР-ҙа Штази (дәүләт именлеген һаҡлау хеҙмәте), ләкин ул, көслө иман һаҡлап, ерҙәге ожмахҡа өмөтөн күҙҙән ысҡындырмаған.
14 Рудольф үҙ ғүмерендә башҡа бик ауыр һынауҙар ҙа кисергән. Уның әсәһе Равенсбрюк концентрацион лагерендә тиф ауырыуынан үлгән, ә атаһы Йәһүә шаһиты булыуҙан ваз кисеү тураһындағы документҡа ҡул ҡуйған. Төрмәнән сыҡҡас, Рудольф район күҙәтеүсеһе булып хеҙмәт итә башлаған, ә һуңынан уны Гилеад мәктәбенә уҡырға саҡырғандар. Гилеад мәктәбен тамамлағас, Рудольф Чилиға миссионер итеп билдәләнгән, унда ул район күҙәтеүсеһе хеҙмәтен дауам иткән. Ләкин алда уны яңы һынауҙар көткән. Ул миссионер булып хеҙмәт иткән Пэтси исемле апай-ҡәрҙәшкә өйләнгән, ләкин, туйҙан һуң бер йыл үткәс, уларҙың бәләкәс кенә ҡыҙҙары үлгән. Ә аҙаҡтан уның һөйөклө ҡатыны 43 йәшендә генә вафат булған. Рудольф бөтә был һынауҙарҙа сыҙам булып ҡалған. Уның биографияһы 1997 йылдың 1 август һанындағы «Күҙәтеү манараһы»ның (урыҫ) 20—25 биттәрендә баҫылып сыҡты. Оло йәшенә һәм ауырыуҙарға ҡарамаҫтан, Рудольф биографияһы баҫтырылған саҡта әле һаман өлкән һәм пионер булып хеҙмәт иткән булған[1].
15. Бөгөн Йәһүә шаһиттарының шатлыҡ юғалтмайынса эҙәрләүҙәр кисереүенә миҫалдар килтерегеҙ.
15 Йәһүә шаһиттары, ҡаты һәм туҡтауһыҙ эҙәрләүҙәргә ҡарамаҫтан, өмөт юғалтмайынса, шатлыҡлы булып ҡала. Мәҫәлән, Эритрея, Сингапур һәм Көньяҡ Кореяла күп ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәребеҙ, Ғайса Мәсихтең һүҙҙәре буйынса эш итеп, ҡулдарына ҡорал алыуҙан баш тартҡандары өсөн төрмәлә ултыра (Матф. 26:52). Был ҡәрҙәштәр араһында инде 20 йылдан ашыу Эритрея төрмәһендә ултырған Исаак, Негеде һәм Паулос та бар. Улар менән мәрхәмәтһеҙ мөғәмәлә итәләр, бөтә был йылдар дауамында улар оло йәштәге ата-әсәләре хаҡында ҡайғырта һәм ғаилә ҡора алмай. Шуға ҡарамаҫтан, был ағай-ҡәрҙәштәр Аллаға тоғролоҡ һаҡлай. Сайтыбыҙҙа уларҙың фоторәсеме бар. Йылмайыуҙарынан уларҙың иманы ни тиклем көслө икәне күренә. Хатта төрмә һаҡсылары ла уларҙы хөрмәт итә башлаған.
Һеҙ йыйылышығыҙҙағы ҡәрҙәштәрҙең көслө иманы хаҡында уйланып һабаҡ алаһығыҙмы? (15, 16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)
16. Көслө иман һеҙҙе нисек яҡларға мөмкин?
16 Күпселек Йәһүә шаһиттарының ҡаты эҙәрләүҙәргә дусар булғаны юҡ. Уларҙың иманы башҡаса һынала. Күптәргә ярлылыҡта йәшәргә тура килә, башҡалар граждандар һуғышы йә тәбиғәт афәттәре арҡаһында ғазап сигә. Кемдер, Муса йә бүтән ырыу башлыҡтары һымаҡ, байлыҡтан йә дан-шөһрәттән баш тарта. Улар ләззәткә бирелеп йәшәү теләгенә ҡаршы торор өсөн бар көстәрен һала. Нимә ярҙамында был мөмкин? Улар Йәһүәне ярата һәм уның, бөтә ғәҙелһеҙлекте юҡ итеп, тоғро хеҙмәтселәремде тәҡүәлек хөкөм һөргән яңы донъяла мәңгелек тормош менән бүләкләйем, тигән вәғәҙәһенә ныҡ ышана. (Зәбур 37:5, 7, 9, 29-ҙы уҡығыҙa.)
17. Был мәҡәлә һеҙҙе нимә эшләргә дәртләндерҙе, һәм киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?
17 Был мәҡәләнән беҙ Алла вәғәҙәләре хаҡында уйланыу һәм даими доға ҡылыу иманыбыҙҙы нисек нығыта ала икәнен белдек. Ә көслө иман, үҙ сиратында, беҙгә өмөтөбөҙҙө күҙҙән ысҡындырмаҫҡа һәм иман һынауҙарында сыҙам булып ҡалырға ярҙам итәсәк. Әммә, Изге Яҙма буйынса, иман үҙ эсенә күберәкте ала. Был хаҡта һүҙ киләһе мәҡәләлә барасаҡ.
^ [1] (14-се абзац) Шулай уҡ 2002 йылдың 22 апрель һанындағы «Уянығыҙ!» журналында (урыҫ) «Һынауҙар өмөтөмдө һүндермәне» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ. Унда Словакиянан Андрей Ханактың биографияһы килтерелә.
a Зәбур 37:5, 7, 9, 29: «Юлыңды Йәһүәгә тапшыр. Уға өмөт бағла, һәм ул һинең хаҡҡа эш итер... Йәһүә алдында шым бул, уны өмөтләнеп көт. Яуыз ниәттәрен үтәүҙә уңышлы булған кешене күреп, күңелһеҙләнмә... Сөнки яуыз кешеләр юҡ ителәсәк, ә Йәһүәгә өмөтләнеүселәр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ... Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк».