Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w17 май 31—32 бб.
  • «Тағы ла көслөрәк ашҡыныу һәм һөйөү»

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • «Тағы ла көслөрәк ашҡыныу һәм һөйөү»
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
w17 май 31—32 бб.
1922 йылда Сидар-Пойнтта (Огайо штаты) үткән конгресс

БЕҘҘЕҢ АРХИВТАРҘАН

«Тағы ла көслөрәк ашҡыныу һәм һөйөү»

СЕНТЯБРЬ, 1922 йыл. Был йома көнөнөң иртәһе бик эҫе булып сыҡты. Конгресс үткән залда 8 000 тирәһе кеше йыйылды. Сәхнәнән, программаның хәҙер башланасаҡ мөһим өлөшөндә һәр кем залдан сығып китә ала, әммә кире инеү мөмкинлеге булмаясаҡ, тигән иғлан белдерелә.

Тәүҙә конгресс делегаттары йырҙар йырлай, шунан һуң Джозеф Рутерфорд пюпитр янына килеп баҫа. Залдағы бөтә кеше тиерлек тын да алмай ултыра. Ә эҫелек арҡаһында үҙ урынында ултыра алмаусыларҙы ул, урындарына ултырып, иғтибар менән тыңларға саҡыра. Телмәр башлана. Әммә кем дә булһа сәхнә өҫтөндә эленеп торған ыҡсым итеп төрөлгән ҙур рулонды күргәнме икән?

Телмәр «Күктәге Батшалыҡ яҡынлашты» тип атала. Бер сәғәт ярым дауамында залда Рутерфорд ҡәрҙәштең көслө тауышы яңғырап тора. Ул боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең ҡурҡмайынса Батшалыҡтың килеүе хаҡында иғлан иткәне тураһында һөйләй. Телмәренең иң юғары нөктәһендә ул тыңлаусыларҙан: «Һеҙ данлыҡлы Батшаның батшалыҡ итә башлауына ышанаһығыҙмы?» — тип һорай. Тыңлаусылар ҡысҡырып: «Эйе!» — тип яуап бирә.

Быға Рутерфорд ҡәрҙәш ялҡынланып былай ти: «Шулай булғас, эй Аллаһы Тәғәләнең улдары, яңынан вәғәз эшенә тотоноғоҙ! Бына, Батша идара итә! Һеҙ — уның хәбәрселәре. Шуға күрә Батшаны һәм уның батшалығын иғлан итегеҙ, иғлан итегеҙ, иғлан итегеҙ!»

Ошо ваҡытта рулон матур ғына итеп асылып китә, һәм барыһы ла ифрат ҙур плакатта яҙылған «Батшаны һәм Батшалыҡты иғлан итегеҙ» тигән яҙыуҙы күрә.

«Барыһы ла бик тулҡынланған ине», — тип иҫенә төшөргән Рей Бопп. Анна Гарднер әйткәнсә, «алҡыштар шул тиклем көслө булды, хатта бинаның бағаналары дерелдәп торҙо». Фред Тварош былай тигән: «Бөтәһе лә, бер кеше кеүек, урындарынан күтәрелде». Ә Эвангэлос Скуффас исемле ағай-ҡәрҙәш шул мәлде былай тип тасуирлаған: «Ул ваҡытта ниндәйҙер көс беҙҙе урындарыбыҙҙан күтәрелергә мәжбүр иткәндәй булды. Беҙ тороп баҫтыҡ, һәм күҙҙәребеҙ йәш менән тулды».

Ул конгреста булғандарҙың күбеһе Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе инде вәғәзләгән булған. Әммә хәҙер улар ниндәй маҡсатҡа ынтылырға кәрәклеген тағы ла асығыраҡ күргән. Этел Беннекофф иҫенә төшөргәнсә, Изге Яҙманы тикшереүселәр «тағы ла көслөрәк ашҡыныу һәм һөйөү менән» вәғәзләргә ҡарар иткән. Одесса Так исемле апай-ҡәрҙәшкә ул ваҡытта 18 йәш булған. Ул конгрестан Ишағыя 6:8-ҙәге: «Беҙҙең өсөн кем барыр?» — тигән саҡырыуға яуап бирергә тәүәккәл булып ҡайтҡан. Ул былай тип иҫенә төшөргән: «Мин ҡайҙа, нисек һәм нимә тураһында вәғәзләргә кәрәклеген белмәй инем. Мин үҙемдең: „Бына мин! Ебәр мине!“ — тип әйткән Ишағыя кеүек булырға теләгәнемде генә белә инем». Ә бына нимәгә иғтибар иткән Ралф Леффлер: «Тап шул иҫтәлекле көндө хәҙерге ваҡытта бөтә ер йөҙөндә алып барылған киң күләмле вәғәз эше башланды».

1922 йылда Сидар-Пойнтта (Огайо штаты, АҠШ) үткән конгрестың тарихҡа мөһим теократик ваҡиға булып ингәне бер ҙә ғәжәп түгел. Джордж Гангас былай тип әйткән: «Шул конгресс мине ундай осрашыуҙарҙы бер ҡасан да ҡалдырмаҫҡа дәртләндерҙе». Иҫенә төшөргәнсә, ул шулай эшләгән дә. Джулия Уилкокс былай тип бүлешкән: «Баҫмаларыбыҙҙа 1922 йылда Сидар-Пойнтта үткән конгресс иҫкә алынған һайын үҙемдең ниндәй хистәр кисереүемде тасуирлай ҙа алмайым. Минең һәр саҡ: „Йәһүә, миңә шул конгреста булырға рөхсәт иткәнең өсөн рәхмәт һиңә“, — тип әйткем килә».

Бөгөн дә күптәр күңелдәренә айырыуса көслө йоғонто яһаған, вәғәзләргә дәрт өҫтәгән, шулай уҡ бөйөк Аллаға һәм ул билдәләгән Батшаға ҡарата мөхәббәтен тәрәнәйткән конгресс хаҡында иҫтәлектәр һаҡлай. Ундай конгресс хаҡындағы ҡәҙерле хәтирәләр уларҙы: «Йәһүә, миңә шул конгреста булырға рөхсәт иткәнең өсөн рәхмәт һиңә», — тип әйтергә дәртләндерә.

Серле хәрефтәр

Бөтә ерҙә — ағастарҙа, биналарҙа һәм хатта конгресс программкаларында — ADV тигән хәрефтәр (инглиз телендәге «иғлан итегеҙ» тигән һүҙҙең беренсе өс хәрефе) яҙылған булған. Делегаттар был хәрефтәрҙең нимә аңлатҡанына төшөнә алмай аптырағанa.

«Бөтә бағаналарҙа һәм ишектәрҙә ADV тигән ҙур ҡара хәрефтәр төшөрөлгән аҡ ҡағыҙҙар йәбештерелгән ине. Беҙ бер-беребеҙҙән, улар нимә аңлата, тип һорай инек, әммә быны бер кем дә белмәй ине, ә кемдер белгән булһа ла, әйтмәй ине» (Эдит Бренизен).

a Был хәрефтәрҙең нисегерәк яҙылғаны һаман да билдәле түгел. Әлеге ваҡытта беҙҙең архивтарҙа уларҙың бер фотографияһы ла юҡ.

Доғаға яуап

Артур һәм Нелли Клаус, яҡшыраҡ урындар алыр өсөн, конгресҡа иртәрәк килгән. «Мин докладсының һәр бер һүҙен йотлоғоп тыңлай инем», — тип һөйләгән Артур. Көтөлмәгәндә уның эсе ауырта башлаған. Ул, залға кире инә алмаясағын аңлап, теләмәйенсә генә ишек яғына йүнәлгән. Ишек янында дежурҙа торған ағай-ҡәрҙәш унан: «Шундай ваҡытта һин нисек сығып китә алаһың?» — тип һораған. Әммә Артур кисектермәйенсә сығырға кәрәк икәнен белгән.

Кире залға китеп барғанда, Артур залда яңғыраған көслө алҡыштарҙы ишеткән. Ул телмәрҙе ишетә алырлыҡ урын эҙләй башлаған һәм биш метр бейеклектәге ҡыйыҡҡа менер өсөн ысул тапҡан. Ҡыйыҡта ҡапҡастары асыҡ ҙур быялалы тәҙрә булған, һәм ағай-ҡәрҙәш тәҙрәгә табан йүнәлгән.

Унда Артур докладсыны иғтибар менән күҙәткән бер нисә ағай-ҡәрҙәште күргән. Уларға, төрөлгән плакат кәрәкле ваҡытта асылып китһен өсөн, бауҙарҙы бер юлы ҡырҡырға ҡушҡандар. Әммә уларға тағы бер бысаҡ етмәгән. Уларҙың бәхетенә күрә, Артурҙың бәкеһе булған. Артур ағай-ҡәрҙәштәргә ҡушылған, һәм улар билдәләнгән сигналды көтә башлаған. Рутерфорд ҡәрҙәш икенсе тапҡыр: «Иғлан итегеҙ», — тип әйткән ваҡытта улар бауҙарҙы ҡырҡырға тейеш булған.

Шул конгреста булған ҡәрҙәштәр әйтеүенсә, рулон бик матур итеп асылып киткән, һәм тыңлаусылар өс төҫлө ифрат ҙур плакат күргән. Плакаттың уртаһында Ғайса Мәсих төшөрөлгән булған.

Һуңынан ағай-ҡәрҙәштәр Артурға үҙҙәренең ҡыйыҡҡа баҫҡыс буйлап менеүе хаҡында һөйләгән. Тик ул баҫҡысты аҙаҡ алып ҡуйғандар. Улар берәй кемде ярҙамға саҡырыр өсөн аҫҡа төшә алмаған, шуға күрә Йәһүәнән бысағы булған берәй ағай-ҡәрҙәште ебәреүен һорай башлаған. Ағай-ҡәрҙәштәр доғаларына шундай көтөлмәгән ысул менән Йәһүә яуап биргәненә бер ҙә шикләнмәгән.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу