Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w17 август 30—31 бб.
  • «Киләһе конгресс ҡасан була?»

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • «Киләһе конгресс ҡасан була?»
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
  • Өҫтәмә исемдәр
  • «УЛАР БӨТӘ УРАМДАРҘЫ ТУЛТЫРҘЫ»
  • «БЕТОН ИҘӘНГӘ ҠАРАҒАНДА ЙОМШАҒЫРАҠ ҺӘМ ЙЫЛЫРАҠ КАРАУАТТАР»
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
w17 август 30—31 бб.

БЕҘҘЕҢ АРХИВТАРҘАН

«Киләһе конгресс ҡасан була?»

МЕХИКО. 1932 йыл, ноябрҙең аҙағы. Бер аҙна ғына элек миллиондан ашыу кеше йәшәгән был шау-шыулы ҡалала беренсе электр светофор эшләй башланы. Әммә хәҙер бар кешенең иғтибарын башҡа яңылыҡ йәлеп итә. Ҡала репортерҙары тимер юл вокзалына йүнәлә. Улар, фотокамераларын тотоп, махсус ҡунаҡтың — Күҙәтеү манараһы йәмғиәтенең президенты Джозеф Рутерфордтың килеүен көтә. Рутерфорд ҡәрҙәште урындағы Йәһүә шаһиттары ла түҙемһеҙләнеп көтә. Ул бөтә ил вәғәзселәре өсөн ойошторолған өс көнлөк конгресҡа килә.

«Алтын быуат» журналында бына нимә тиелгән ине: «Һис шикһеҙ, тарихта был конгресс Хәҡиҡәттең Мексика республикаһында таралыуының мөһим этабы булып ҡаласаҡ». Был конгресҡа яҡынса 150 генә вәғәзсе килгәс, ни өсөн һуң ул шундай ҙур әһәмиәткә эйә булған?

Был конгресҡа тиклем Мексикала Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе әҙ генә кеше ҡабул иткән. 1919 йылдан башлап илдә бәләкәй генә конгрестар үткәрелгән, әммә артабанғы йылдарҙа йыйылыштарҙың һаны кәмегән. 1929 йылда Мехикола филиал асылған, һәм был хәлдең яҡшырыуына өмөт биргән. Ләкин ауырлыҡтар ҙа тыуып торған. Китап таратыусылар вәғәздә үҙҙәренең әйберҙәрен һатыуҙан тыйған күрһәтмә алғас, уларҙың береһе үсеккән һәм, был күрһәтмәне кире ҡағып, Изге Яҙманы өйрәнеү буйынса үҙенең айырым төркөмөн ойошторған. Өҫтәүенә, шул ваҡыттарҙа филиалдың күҙәтеүсеһен алмаштырырға тура килгән, сөнки ул үҙен дөрөҫ тотмай башлаған. Мексикала хеҙмәт иткән тоғро Йәһүә шаһиттары рухи яҡтан нығытыуға мохтаж булған.

Мексикаға беренсе тапҡыр барғанда, Рутерфорд ҡәрҙәш, ике рухландырғыс телмәр менән сығыш яһап һәм биш көслө радиолекция һөйләп, ундағы ҡәрҙәштәрҙе бик дәртләндергән. Мексиканың радиостанцияларында бөтә ил буйынса беренсе тапҡыр һөйөнөслө хәбәр яңғыраған. Конгрестан һуң филиалдың яңы күҙәтеүсеһе үҙ вазифаларына тотонған, Йәһүә ярҙамы менән Шаһиттар яңы көс менән ашҡынып вәғәзләй башлаған.

Йәһүә шаһиттары 1941 йылда Мехикола конгреста

Мехико ҡалаһында үткән конгресс. 1941 йыл

Киләһе йылда Мексикала ике конгресс үткәрелгән: береһе — Мехикола, икенсеһе — портлы Веракрус ҡалаһында. Вәғәзселәрҙең тырыш хеҙмәте яҡшы емештәр килтерә башлаған. 1931 йылда илдә 82 вәғәзсе булған. Ә ун йылдан һуң уларҙың һаны ун тапҡырға артҡан! 1941 йылда Мехикола үткән теократик конгреста яҡынса 1 000 кеше булған.

«УЛАР БӨТӘ УРАМДАРҘЫ ТУЛТЫРҘЫ»

1943 йылда Мексиканың 12 ҡалаһында «Азат халыҡ» тип аталған теократик конгрестар үтергә тейеш булған, һәм Йәһүә шаһиттары плакаттар ярҙамында кешеләрҙе шул конгрестарға саҡырғанa. Ҡәрҙәштәр тоташтырылған ике плакатты (бер плакатты түш яғына, икенсе плакатты арҡа яғына) яурындарына аҫып йөрөткән. Шаһитлыҡ биреүҙең был төрө 1936 йылдан алып ҡулланылған.

1944 йылда сыҡҡан журналдан киҫеп алынған өҙөк: Мехикола үткән плакаттар маршы төшөрөлгән фотография

1944 йылда сыҡҡан журналдан киҫеп алынған өҙөк: Мехикола марш үткәрелгән ваҡытта төшөрөлгән фотоһүрәт

«Насьон» тигән журналда (La Nación) Мехикола үткән плакаттар маршының ни тиклем уңышлы булғаны хаҡында былай тип яҙылған булған: «Беренсе көндө [конгрестың беренсе көнөндә] уларҙан [Шаһиттарҙан] тағы ла күберәк кеше саҡырыуҙарын һорағандар. Ә инде киләһе көндө бөтә кешегә лә урын етмәгән». Был марштарҙың тәьҫире католик сиркәүҙәрҙең ризаһыҙлығын тыуҙырған, һәм улар Шаһиттарға ҡаршы кампания ойошторған. Уларҙың ҡаршы килеүенә ҡарамаҫтан, ҡыйыу ҡәрҙәштәр урамдарға сығыуын дауам иткән. «Насьон» журналында шулай уҡ, плакаттар менән йөрөгән Шаһиттарҙы бөтә ҡала күрҙе, тип хәбәр ителгән. Ул мәҡәләлә Мехико урамдарында йөрөгән ҡәрҙәштәрҙең фотоһүрәте баҫылып сыҡҡан һәм аҫтындағы яҙыуҙа: «Улар бөтә урамдарҙы тултырҙы», — тиелгән булған.

«БЕТОН ИҘӘНГӘ ҠАРАҒАНДА ЙОМШАҒЫРАҠ ҺӘМ ЙЫЛЫРАҠ КАРАУАТТАР»

Шул йылдарҙа күпселек Шаһиттарға, Мехикола үткән бер нисә конгресҡа барыр өсөн, ҙур ҡорбандарға барырға тура килгән. Күп делегаттар поездар йөрөмәгән һәм хатта юлдар ҙа һалынмаған алыҫ ауылдарҙан килгән. Бер йыйылыш яҙған хатта былай тиелгән булған: «Яныбыҙҙан тимер юлдар үтмәй, тик телеграф сымдары ғына үтә». Шунлыҡтан делегаттарға, яҡындағы тимер юл станцияһына барып етер өсөн, бер нисә көн буйы мулдарға ултырып йә йәйәү барырға кәрәк булған. Шунан һуң ғына улар поезда конгресс үткән ҡалаға барған.

Күпселек Шаһиттар ярлы булған, шуға күрә улар конгресс үткән ҡалаға барып етер өсөн генә лә көскә аҡса йыйған, ә ҡайтыу тураһында әйтәһе лә юҡ. Ҡалаға килеп еткәс, уларҙың күбеһе урындағы Шаһиттарҙа туҡталған, ә был Шаһиттар ҡәрҙәштәрен шатланып ҡабул иткән. Башҡалар Батшалыҡ залдарында йоҡлаған. Бер ваҡыт 90 делегат филиалда ҡунған. Уларҙың һәр береһенә китаптарҙан бушатылған 20 ҡап бирелгән. Делегаттар был ҡаптарҙы йәйеп иҙәндә йоҡлаған. «Йыллыҡ баҫма»ла яҙылғанса, ҡунаҡтар «бетон иҙәнгә ҡарағанда йомшағыраҡ һәм йылыраҡ» булған был «карауаттар» өсөн рәхмәтле булған.

Был Шаһиттар имандаштары менән бергә йыйылыу мөмкинлеге өсөн шул тиклем рәхмәтле булған, хатта бының өсөн теләһә ниндәй ҡорбандарға ла барырға әҙер булған. Бөгөн Мексикалағы Йәһүә шаһиттарының һаны миллионға етеп килә, һәм улар әлеге ваҡытта ла рәхмәтле рух сағылдыраb. Мексикалағы филиалдың 1949 йылғы отчетында урындағы ҡәрҙәштәр хаҡында былай тиелгән булған: «Ауырлыҡтар уларҙың хеҙмәттәге ашҡыныуын һүрелдермәне, сөнки һәр конгресс тамамланғандан һуң улар әле оҙаҡ ҡына уның хаҡында фекер алыша. Һәм бөтә ҡәрҙәштәрҙе лә: „Киләһе конгресс ҡасан була?“ — тигән һорау ҡыҙыҡһындыра». Бөгөн Мексикалағы ҡәрҙәштәр тураһында шуны уҡ әйтеп була. (Үҙәк Америкалағы архивыбыҙҙан.)

a 1944 йылғы «Йыллыҡ баҫма»ла яҙылғанса, ошо конгресс ярҙамында Мексика халҡы Йәһүә шаһиттары тураһында белгән.

b 2016 йылда Мексикала Иҫкә алыу кисәһенә 2 262 646 кеше килгән.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу