Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w17 ноябрь 18—19 бб.
  • «Йомарт кеше фатихалы булыр»

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • «Йомарт кеше фатихалы булыр»
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
w17 ноябрь 18—19 бб.
Һанна бәләкәй Самуилды изге сатырға алып килгән

«Йомарт кеше фатихалы булыр»

АЛЛАҒА ҡорбандар килтереү һәр ваҡыт хаҡ ғибәҙәт ҡылыуҙың мөһим өлөшө булған. Боронғо ваҡытта израилдәр ҡорбан итеп хайуандар килтергән, ә мәсихселәр үҙҙәренең «данлау ҡорбаны» менән билдәле булған. Әммә Алла хеҙмәтселәре бының менән генә сикләнмәгән (Евр. 13:15, 16). Түбәндәге миҫалдарҙан күренеүенсә, улар Йәһүәнең күңеленә хуш килгән башҡа ҡорбандар ҙа килтергән һәм ҙур шатлыҡ менән фатихалар урған.

Алланың тоғро хеҙмәтсеһе Һанна улы булыуын бик теләгән, әммә уның балаһы булмаған. Доға ҡылғанда Һанна, улым тыуһа, уны «ғүмере буйы» Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә бирәсәкмен, тип ант иткән (1 Сам. 1:10, 11). Бер аҙҙан Һанна ауырға ҡалған, ир бала тапҡан һәм уға Самуил тип исем ҡушҡан. Малайҙы имсәктән айырғас, әсәһе, биргән анты буйынса эш итеп, улын Йәһүәгә хеҙмәт итергә изге сатырға алып килгән. Йәһүә Һаннаны фиҙаҡәрлеге өсөн фатихалаған. Уның тағы биш балаһы тыуған, ә Самуил пәйғәмбәр булып киткән һәм Изге Яҙманы яҙыуҙа ҡатнашҡан (1 Сам. 2:21).

Һанна һәм Самуил кеүек, мәсихселәр ҙә бөгөн үҙ тормошон Барлыҡҡа килтереүсегә хеҙмәт итеүгә бағышлай. Ғайса пәйғәмбәр, Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн бирелгән һәр төрлө ҡорбан мул итеп фатихаланасаҡ, тип вәғәҙә иткән (Марк 10:28—30).

Беренсе быуатта Доркас исемле мәсихсе ҡатын күптәргә яҡшы билдәле булған. Нимә менән? Ул «күп яҡшы эштәр ҡылған һәм фәҡирҙәргә ярҙам иткән». Доркас башҡаларға ярҙам итер өсөн ҡорбандарға барған. Әммә ул ҡапыл ауырып киткән һәм вафат булған. Был бөтә йыйылышҡа ҙур ҡайғы килтергән. Шәкерттәр, Петрҙың үҙҙәренән йыраҡ булмаған ерҙә булыуын ишеткәс, уның тиҙерәк килеүен үтенеп, кешеләр ебәргән. Петр, килеп, Доркасты үленән терелткәс, барыһы ла бик шатланған! Был Изге Яҙмала яҙылған, илсе тарафынан башҡарылған беренсе терелтеү булған (Ғәм. 9:36—41). Йәһүә Доркастың ҡорбандарын онотмаған (Евр. 6:10). Һәм хәҙерге ваҡытта ла, Изге Яҙманан был ҡатын тураһында уҡып, беҙ уның йомартлығына һоҡланабыҙ һәм унан үрнәк алырға теләйбеҙ.

Илсе Павел да үҙ ваҡытын һәм көсөн башҡалар хаҡына сарыф итеүҙә яҡшы үрнәк ҡалдырған. Коринфта йәшәгән ҡәрҙәштәренә ул бына нимә тип яҙған: «Һеҙҙең өсөн мин үҙемдә булғандың бөтөнөһөн, хатта үҙемде лә ҙур теләк менән сарыф итермен» (2 Кор. 12:15). Павел, үҙ тормош тәжрибәһенән сығып, шуны аңлаған: башҡалар хаҡына ҡорбандарға барыу шатлыҡҡа, шулай уҡ күпкә мөһимерәк нәмәгә — Йәһүәнең хуплауына һәм фатихаларына килтерә (Ғәм. 20:24, 35).

Күреүебеҙсә, беҙ үҙ ваҡытыбыҙ һәм көсөбөҙҙө Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе иғлан итеүгә һәм имандаштарыбыҙға ярҙам итеүгә сарыф итһәк, Йәһүә Алла ҡыуана. Әммә Батшалыҡ хаҡында вәғәзләү эшенә тағы нисек булышлыҡ итеп була? Беҙ Йәһүәне хеҙмәттә ҡатнашып ҡына түгел, ә иғәнәләр биреп тә данлай алабыҙ. Был аҡсалар һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә донъя буйынса иғлан итеүгә тотонола. Шул иғәнәләр ярҙамында миссионерҙар һәм башҡа тулы ваҡытлы хеҙмәтселәр үҙ хеҙмәтен дауам итә. Бынан тыш, күп телдәрҙә әҙәбиәт баҫтырыу, видеоматериалдар етештереү, афәттәрҙән зыян күргәндәргә ярҙам итеү һәм Батшалыҡ залдары төҙөүгә киткән сығымдар ирекле иғәнәләр иҫәбенә ҡаплана. «Йомарт кеше фатихалы булырына» шикләнмәҫкә була. Өҫтәүенә, Йәһүәгә үҙебеҙҙә булғандың иң яҡшыһын биреп, беҙ уны яратыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ (Ғиб. һүҙ. 3:9; 22:9).

Бөтә донъя батшалыҡ эшенә нисек иғәнәләр яһап була?

Илсе Павел көндәрендә мәсихселәр иғәнә яһар өсөн аҡсаларының бер өлөшөн айырып алып ҡуйған. Уларҙың үрнәгенә эйәреп, күптәр бөгөн, үҙ бюджетынан күпмелер аҡса айырып ҡуйып, шуны йыйылышта «Бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙ» тип яҙылған йәшниккә төшөрә (1 Кор. 16:2). Йыйылыштар ай һайын был ирекле иғәнәләрҙе Йәһүә шаһиттарының урындағы филиалына ебәрә. Шулай уҡ ирекле иғәнәләрҙе туранан-тура илегеҙҙе хеҙмәтләндергән филиалға ебәреп була. Һеҙ йәшәгән ерҙә Йәһүә шаһиттарының вәкиле булып торған төп юридик шәхестең атамаһын белер өсөн, филиалға мөрәжәғәт итегеҙ. Түбәндә туранан-тура филиалға ебәреп булған иғәнәләрҙең төрҙәре килтерелгән. (Иғәнәләрҙең теге йәки был төрөн яһау мөмкинлеге урындағы шарттарҙан тора.)

ҒӘҘӘТИ ИҒӘНӘЛӘР

  • Банк аша, дебет һәм кредит карталары ярҙамында ебәрелгән иғәнәләр. Ҡайһы бер филиалдарҙа ундай иғәнәләрҙе ошо маҡсат менән булдырылған сайт аша яһап була.

  • Аҡса, затлы нәмәләр һәм башҡа ҡиммәтле әйберҙәр. Филиалға был аҡсалар һәм әйберҙәрҙең ирекле иғәнәләр булыуын белдергән хат ебәрегеҙ.

КИРЕ ҠАЙТАРЫУ МӨМКИНЛЕГЕ БУЛҒАН ИҒӘНӘЛӘР

  • Кәрәк булған осраҡта иғәнә биреүсегә кире ҡайтарыла алған аҡса.

  • Филиалға был аҡсаларҙың кире ҡайтарыу мөмкинлеге булған иғәнәләр икәнен белдергән хат ебәрегеҙ.

ФИЛИАЛДАН КОНСУЛЬТАЦИЯ АЛЫУҘЫ ТАЛАП ИТКӘН ИҒӘНӘЛӘР

Аҡса һәм ҡиммәтле нәмәләр төрөндәге иғәнәләрҙән тыш, Батшалыҡ эшенә түбәндә һанап кителгән башҡа юлдар менән дә булышлыҡ итеп була. Әгәр ҙә шул юлдарҙың береһе менән файҙаланырға теләйһегеҙ икән, бының мөмкинме икәнен асыҡлар өсөн, тәүҙә мотлаҡ рәүештә илегеҙҙе хеҙмәтләндергән филиал менән бәйләнешкә инегеҙ. Урынына ҡарап закондар йыйылмаһы айырылып тора алғанлыҡтан, үҙегеҙгә иң тура килгән юлды һайлар өсөн, профессиональ юристар һәм һалым консультанттары менән кәңәшләшегеҙ.

Страховкалы түләүҙәр. Ғүмерҙе йәки пенсияны страховкалау килешеүендә килемде алыусы итеп Йәһүә шаһиттарының вәкиле булған юридик шәхес күрһәтелә.

Банкыға һалынған аҡса. Ғәмәлдәге банк ҡағиҙәләренә ҡарап, һалынған аҡса Йәһүә шаһиттарының вәкиле булған юридик шәхескә васыят ителергә мөмкин.

Акциялар һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар. Акциялар һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар Йәһүә шаһиттарының вәкиле булған юридик шәхескә иғәнә йә васыят ителергә мөмкин.

Күсемһеҙ милек. Һатыуға яраҡлы күсемһеҙ милекте Йәһүә шаһиттарының вәкиле булып торған юридик шәхескә бүләк итергә мөмкин. Күсемһеҙ милектә берәйһе йәшәй икән, уны иғәнә итеүсенең ғүмер ахырына тиклем йәшәү хоҡуғы менән бүләк итергә була.

Васыятнамә һәм милек менән идара итергә ышаныс белдергән килешеү. Милек һәм аҡса Йәһүә шаһиттарының вәкиле булған юридик шәхескә васыят ителергә мөмкин. Шулай уҡ был шәхес милек менән идара итергә ышаныс белдергән килешеү буйынса килемде алыусы сифатында күрһәтелергә мөмкин. Бындай килешеү төҙөүҙең һалым һалыу күҙлегенән өҫтөнлөктәре була ала.

Юғарыла килтерелгән иғәнәләр бүләк итеүсе яғынан билдәле бер планлаштырыуҙы талап итә. Йәһүә шаһиттары тарафынан башҡарылған бөтә донъя вәғәз эшенә матди булышлыҡ күрһәтергә теләүселәргә ярҙам итер өсөн, инглиз һәм испан телдәрендә «Батшалыҡ эшенә иғәнәләр яһауҙы планлаштырыу» тигән брошюра баҫтырылды (Charitable Planning to Benefit Kingdom Service Worldwide). Унда иғәнә яһауҙың төрлө юлдары, шул иҫәптән васыятнамәне нисек дөрөҫ итеп төҙөү тураһында мәғлүмәт бар. Һалым тураһындағы һәм башҡа закондар йыйылмаһындағы айырмалар арҡаһында брошюрала яҙылған ҡайһы бер нәмәләр һеҙҙең шарттарҙа ҡулланырлыҡ булмаҫҡа мөмкин. Иғәнә биреүҙең бындай юлдары күптәргә беҙҙең дини һәм гуманитар эшмәкәрлеккә бөтә донъя буйынса һалым һалыу күҙлегенән иң отошло рәүештә булышлыҡ итергә мөмкинлек бирә. Әгәр был брошюра һеҙҙең илдә лә бар икән, уны Йәһүә шаһиттарының урындағы йыйылышының сәркәтибенән һорап алып була.

Тулыраҡ мәғлүмәт алырға теләһәгеҙ, илегеҙҙе хеҙмәтләндергән филиалға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу