Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w18 февраль 13—17 бб.
  • Йәһүә менән бөтә нәмә лә мөмкин

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йәһүә менән бөтә нәмә лә мөмкин
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
  • Өҫтәмә исемдәр
  • ИРТӘ ТАҢДАН ҠАРАҢҒЫҒА ТИКЛЕМ ЭШЛӘҮ
  • БАТШАЛЫҠ ТУРАҺЫНДАҒЫ ХӘБӘР ҠЫРҒЫҘСТАНДА ЯҢҒЫРАЙ
  • ХӘҠИҠӘТ ТЫУҒАН ЯҒЫМДА ТАРАЛА
  • ҠАТЫНЫМ ХӘҠИҠӘТТЕ ТАПҠАНЫН ШУНДА УҠ АҢЛАНЫ
  • ТЫЙЫУ ВАҠЫТЫНДА ЙЫЙЫЛЫШ ОСРАШЫУҘАРЫ ҺӘМ ҺЫУҒА СУМДЫРЫЛЫУ
  • КҮБЕРӘК ХЕҘМӘТ ИТЕРГӘ ТЫРЫШАБЫҘ
  • ҒАИЛӘ ҺӘМ ХЕҘМӘТ
  • ҒӘЖӘЙЕП ҮҘГӘРЕШТӘР
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
w18 февраль 13—17 бб.
Бейшенбай Бердибаев

БИОГРАФИЯ

Йәһүә менән бөтә нәмә лә мөмкин

Бейшенбай Бердибаев һөйләне

«ҮЛЕМ бүтән булмаясаҡ, ә үлгәндәр яңынан йәшәйәсәк». Был һүҙҙәрҙе көтмәгәндә автобуста минең ҡатыным Мәйрәмбиби ишеткән. Уға ҡыҙыҡ булып киткән, һәм ул күберәк белергә теләгән. Автобус туҡтап, пассажирҙар сыға башлағас, ҡатыным шул һүҙҙәрҙе һөйләгән ҡатын артынан йүгергән. Апун Мамбетсадыкова исемле был ҡатын Йәһүә шаһиты булған. Ул ваҡытта Йәһүә шаһиттары менән һөйләшеү ҡурҡыныс ине, ләкин беҙ һуңыраҡ Апундан белгән нәмәләр тормошобоҙҙо үҙгәртте.

ИРТӘ ТАҢДАН ҠАРАҢҒЫҒА ТИКЛЕМ ЭШЛӘҮ

Мин 1937 йылда Тоҡмаҡ ҡалаһынан (Ҡырғыҙстан) йыраҡ булмаған колхозда тыуғанмын. Беҙҙең ғаиләлә барыһы ла ҡырғыҙҙар, һәм беҙ ҡырғыҙ телендә һөйләшәбеҙ. Ата-әсәйем иртә таңдан ҡараңғыға тиклем колхозда эшләне. Ул ваҡытта колхозсылар паек алған, эш хаҡын уларға йылына бер мәртәбә генә түләгәндәр. Әсәйем, бөтә көсөн һалып, минең турала һәм һеңлем тураһында ҡайғыртырға тырышты. Мин мәктәптә ни бары биш йыл ғына уҡыным, ә һуңынан шулай уҡ колхозда эшләй башланым.

Ҡырғыҙстандың картаһы
Терскей-Ала-Тоо һырты

Терскей-Ала-Тоо һырты

Беҙ, күршеләребеҙҙең күбеһе кеүек үк, ярлы йәшәнек һәм осто осҡа саҡ ялғай инек. Йәш саҡта мин тормоштоң мәғәнәһе тураһында ла, киләсәк тураһында ла етди уйланманым. Ул ваҡытта Йәһүә һәм уның ниәттәре тураһындағы иҫ киткес хәҡиҡәттәрҙең тормошомдо ни тиклем үҙгәртерен күҙ алдыма ла килтерә алмай инем. Ләкин был хәбәр нисек Ҡырғыҙстанға килеп еткән? Бының тарихы бик ҡыҙыҡ, һәм ул минең тыуған яҡтарымда — илдең төньяғында башлана.

БАТШАЛЫҠ ТУРАҺЫНДАҒЫ ХӘБӘР ҠЫРҒЫҘСТАНДА ЯҢҒЫРАЙ

Беренсе тапҡыр Йәһүәнең Батшалығы тураһындағы хәбәр Ҡырғыҙстанда 1950-се йылдарҙа яңғыраған. Ләкин бының өсөн уға көслө идеологик ҡаршылыҡты еңеп сығырға кәрәк булған. Ул ваҡытта Ҡырғыҙстан Советтар Союзы составына ингән. Унда Йәһүә шаһиттарын, сәйәси эштәрҙә ҡатнашмағандары өсөн, халыҡ дошманы тип һанағандар (Яхъя 18:36). Әммә бер ниндәй идеология ла Алла Һүҙенең эскерһеҙ кешеләр йөрәгенә тәьҫир итеүенә ҡамасаулай алмай. Йәһүә менән «бөтә нәмә лә мөмкин» — был оҙон ғүмерем эсендә аңлаған иң мөһим нәмә (Марк 10:27).

Эмиль Янцен

Эмиль Янцен

Йәһүә шаһиттары Ҡырғыҙстанға эҙәрләүҙәр арҡаһында килгән. Был нисек булған? Советтар Союзында дәүләт дошмандарын Себергә һөргөнгә ебәргәндәр. Азат ителгәс, уларҙың күптәре Ҡырғыҙстанға киткән. Улар араһында хәҡиҡәтте белгәндәр ҙә булған. Шуларҙың береһе — Эмиль Янцен, ул 1919 йылда Ҡырғыҙстанда тыуған. Уны хеҙмәт лагерына һөргөнгә ебәргәндәр, һәм шунда ул Йәһүә шаһиттары менән танышҡан. Эмиль хәҡиҡәтте ҡабул иткән һәм 1956 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан. Ул минең тыуған еремдәге Сокулук ауылы янына килеп урынлашҡан. Тап шунда 1958 йылда Йәһүә шаһиттарының Ҡырғыҙстандағы беренсе йыйылышы барлыҡҡа килгән.

Виктор Винтер

Виктор Винтер

Яҡынса бер йыл үтеүгә, Сокулукка Виктор Винтер күсеп килгән. Был тоғро ҡәрҙәш бик күп ауырлыҡтар кисергән. Ул нейтралитет позицияһы өсөн ике тапҡыр өсәр йыл төрмәлә ултырып сыҡҡан. Шунан һуң ул тағы ун йыл төрмәлә һәм биш йыл һөргөндә үткәргән. Шулай ҙа эҙәрләүҙәр хаҡ Алланың хеҙмәтселәрен туҡтата алмаған.

ХӘҠИҠӘТ ТЫУҒАН ЯҒЫМДА ТАРАЛА

Эдуард Вартер

Эдуард Вартер

1963 йылда Ҡырғыҙстанда 160 Йәһүә шаһиты һаналған, күптәр сығыштары менән Германия, Рәсәй һәм Украинанан булған. Шуларҙың береһе — Эдуард Вартер, ул 1924 йылда Германияла һыуға сумдырылған. 1940-сы йылдарҙа нацистар уны концлагерға япҡан, ә бер нисә йылдан һуң Совет власы уны һөргөнгә ебәргән. 1961 йылда был тоғро ҡәрҙәш мин йәшәгән ерҙән алыҫ булмаған Кант ҡалаһына күсенгән.

Елизавета Фот, Аҡсамай Султаналиева

Елизавета Фот, Аҡсамай Султаналиева

Кантта шулай уҡ Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән Елизавета Фот йәшәгән. Бик яҡшы тегенсе булғанға, табибтар һәм уҡытыусылар уға кейемгә заказ биргән. Уның клиенттары араһында прокуратура хеҙмәткәренең ҡатыны Аҡсамай Султаналиева булған. Аҡсамай Елизаветаға кейемен алырға килгән һәм тормоштоң мәғәнәһе, үлгәндәрҙең ниндәй хәлдә булыуы тураһында күп һорауҙар бирә башлаған. Изге Яҙма ярҙамында Елизавета уның бөтә һорауҙарына ла яуап биргән. Һуңыраҡ Аҡсамай ашҡыныусан вәғәзсе булып киткән.

Николай Чимпоеш

Николай Чимпоеш

Шул ваҡыттарҙа сығышы менән Молдавиянан булған Николай Чимпоешты район күҙәтеүсеһе итеп билдәләгәндәр. Был йөкләмәне ул 30 йыл тиерлек башҡарған. Николай, йыйылыштарға килеп китеүҙән тыш, әҙәбиәт баҫтырып сығарыу һәм уны ҡәрҙәштәргә еткереүҙе ойошторған. Был властар иғтибарынан ситтә ҡалмаған. Бер тапҡыр Эдуард Вартер Николайға бындай кәңәш биргән: «Һинән һорау алһалар, әҙәбиәтте Бруклиндағы төп идаранан алабыҙ, тип әйт. КГБ хеҙмәткәренең күҙенә туп-тура ҡара. Бер нәмәнән дә ҡурҡырға кәрәкмәй» (Матф. 10:19).

Шунан һуң күп тә үтмәҫтән, Николайҙы Канттағы КГБ бүлексәһенә саҡыртҡандар. Ул бына нимә тип иҫенә төшөргән: «КГБ офицеры минән әҙәбиәтте ҡайҙан алыуыбыҙ тураһында һораны. Мин, Бруклиндан алабыҙ, тип әйттем. Ул нимә тип әйтергә лә белмәне, шуға мине сығарып ебәрҙе һәм башҡа бер ҡасан да саҡыртманы». Минең тыуған яҡтарымда — Ҡырғыҙстандың төньяғында һөйөнөслө хәбәрҙе шундай ҡыйыу Йәһүә шаһиттары һөйләгән. Беҙҙең ғаиләлә Йәһүә тураһындағы хәҡиҡәтте беренсе булып ҡатыным Мәйрәмбиби ишетте. Был 1980-се йылдарҙа булды.

ҠАТЫНЫМ ХӘҠИҠӘТТЕ ТАПҠАНЫН ШУНДА УҠ АҢЛАНЫ

Мәйрәмбиби сығышы менән Нарын өлкәһенән (Ҡырғыҙстан). 1974 йылда августың бер көнөндә ул минең һеңлемә ҡунаҡҡа килде, шунда беҙ уның менән таныштыҡ. Мәйрәмбиби миңә шунда уҡ оҡшаны, һәм беҙ шул көндә үк өйләнештек.

Апун Мамбетсадыкова

Апун Мамбетсадыкова

1981 йылдың ғинуарында Мәйрәмбиби, автобуста баҙарға китеп барғанда, көтмәгәндә мәҡәләнең башында иҫкә алынған һөйләшеүҙе ишеткән. Ҡатыным күберәк белергә теләгән, шуға күрә теге ҡатындан исемен һәм ҡайҙа йәшәүен һораған. Ул исеме Апун икәнен әйткән, әммә адресын әйтмәгән, сөнки 1980-се йылдарҙа СССР-ҙа Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеге һаман да тыйылған булған. Шунлыҡтан Апун беҙҙең адресты алған. Мәйрәмбиби өйгә бик тулҡынланып ҡайтып керҙе.

«Мин таң ҡалырлыҡ нәмә белдем! — тине ҡатыным. — Бер ҡатын миңә, оҙаҡламай кешеләр башҡа үлмәйәсәк, тип һөйләне. Хатта ҡырағай хайуандар ҙа тыңлаусан булып китәсәк икән». Миңә былар әкиәт булып күренде. «Әйҙә, ул, килеп, барыһын да ентекләп һөйләп биргәнсе, көтәйек», — тип яуап бирҙем мин.

Апун беҙгә өс айҙан һуң килде, ә һуңынан беҙгә башҡа апай-ҡәрҙәштәр ҙә килеп йөрөй башланы, һәм беҙ ҡырғыҙ телендә һөйләшкән тәүге Йәһүә шаһиттарының ҡайһы берҙәре менән таныштыҡ. Апай-ҡәрҙәштәр беҙгә Йәһүә һәм уның ниәте тураһында һөйләне. Улар беҙҙең менән Изге Яҙманы «Юғалтылған ожмахтан ҡайтарылған ожмахҡа тиклем» тигән китапa буйынса өйрәнделәр. Был китап Тоҡмаҡта берәү генә булғанлыҡтан, беҙ уны үҙебеҙгә ҡулдан күсереп яҙҙыҡ.

Улар беҙгә һөйләгән тәүге пәйғәмбәрлектәрҙең береһе Башланмыш 3:15 ине. Беҙ был пәйғәмбәрлектең Мәсих-Батша итеп билдәләнгән Ғайса аша үтәләсәген белдек һәм был мөһим хәбәрҙе тирә-яҡтағы бөтә кешегә лә һөйләргә кәрәклеген аңланыҡ (Матф. 24:14). Бик тиҙҙән Изге Яҙмалағы белемдәр ярҙамында беҙ үҙгәрә башланыҡ.

ТЫЙЫУ ВАҠЫТЫНДА ЙЫЙЫЛЫШ ОСРАШЫУҘАРЫ ҺӘМ ҺЫУҒА СУМДЫРЫЛЫУ

Бер тапҡыр Тоҡмаҡтан бер ағай-ҡәрҙәш беҙҙе туйға саҡырҙы. Беҙ ҡатыным менән шунда уҡ Йәһүә шаһиттарының үҙҙәрен икенсе төрлө тотоуына иғтибар иттек. Туйҙа иҫерткес эсемлектәр юҡ ине, һәм барыһы ла әҙәпле үтте. Был беҙ булған башҡа туйҙарҙан бик ныҡ айырылып тора ине: ул туйҙарҙа ҡунаҡтар эсеп иҫерә ине, үҙҙәрен бик насар тота һәм һүгенә ине.

Беҙ Тоҡмаҡтағы йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башланыҡ. Һауа торошо яҡшы булғанда, осрашыуҙар урманда үтә торғайны. Ҡәрҙәштәр беҙҙең арттан милиция күҙәткәнен белә ине, шуға күрә ағай-ҡәрҙәштәрҙең береһе һәр ваҡыт, сит кешеләр күреп ҡалмаһын тип, ҡарап тора ине. Ҡыш көнө осрашыуҙар берәй ҡәрҙәштең өйөндә үтә торғайны. Бер-ике тапҡыр осрашыу ваҡытында милиционерҙар, килеп, беҙҙең нимә менән шөғөлләнеүебеҙ тураһында һорашты. Беҙ Мәйрәмбиби менән 1982 йылдың июлендә Чу йылғаһында һыуға сумдырылғанда ла һаҡсыллыҡ кәрәк булды (Матф. 10:16). Ҡәрҙәштәр, бәләкәй төркөмдәр менән килеп, урманда йыйылдылар. Беҙ Батшалыҡ йырҙарының береһен йырланыҡ, телмәр тыңланыҡ, ә һуңынан беҙҙе һыуға сумдырҙылар.

КҮБЕРӘК ХЕҘМӘТ ИТЕРГӘ ТЫРЫШАБЫҘ

1987 йылда бер ағай-ҡәрҙәш Изге Яҙма менән ҡыҙыҡһынған кешегә барып килеүемде һораны. Ул кеше Балыҡсы ҡалаһында йәшәй ине, һәм, унда барып етер өсөн, дүрт сәғәт поезда барырға кәрәк ине. Балыҡсыла бер нисә тапҡыр булғандан һуң, беҙ ундағы кешеләрҙең хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһыныуына иғтибар иттек. Шул саҡта беҙ Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итергә мөмкинлек асылғанын аңланыҡ.

Беҙ Мәйрәмбиби менән Балыҡсыға йыш бара торғайныҡ. Ғәҙәттә беҙ ял көндәрендә шунда ҡалып вәғәзләй инек, ә мин шулай уҡ мәсихселәр осрашыуын үткәрә торғайным. Беҙгә тағы ла күберәк әҙәбиәт кәрәк ине. Беҙ уны Тоҡмаҡтан картуф ташый торған тоҡҡа һалып килтерә торғайныҡ. Шундай ике тоҡ әҙәбиәт беҙгә бер айға саҡ етеп ҡала ине. Беҙ хатта Балыҡсыға барғанда ла, ҡайтҡанда ла пассажирҙарға вәғәзләй инек.

1995 йылда, беҙ Балыҡсыға тәү тапҡыр барғандан һуң һигеҙ йыл үткәс, был ҡалала йыйылыш барлыҡҡа килде. Ул йылдарҙа Тоҡмаҡтан Балыҡсыға барыу ҡыйбат ине, ә беҙҙең аҡсабыҙ күп түгел ине. Улайһа, беҙ нисек унда йөрөй алдыҡ һуң? Бер ағай-ҡәрҙәш беҙгә һәр ваҡыт етмәгән сумманы бирә ине. Йәһүә, күберәк хеҙмәт итергә теләүебеҙҙе күреп, беҙҙең өсөн «күк ҡапҡаларын» асты (Мал. 3:10). Эйе, Йәһүә менән бөтә нәмә лә мөмкин!

ҒАИЛӘ ҺӘМ ХЕҘМӘТ

1992 йылда мине өлкән итеп билдәләнеләр. Мин ҡырғыҙ телендә һөйләшкән беренсе өлкән булдым. Ул ваҡытта беҙҙең Тоҡмаҡтағы йыйылышта хеҙмәт итер өсөн яңы мөмкинлектәр асылды. Беҙ институтта уҡыған күп йәш ҡырғыҙҙар менән Изге Яҙма өйрәндек. Шуларҙың береһе хәҙер Ҡырғыҙ филиалының комитетында хеҙмәт итә, ә икәүһе — махсус пионер. Бынан тыш, беҙ йыйылыш осрашыуҙарына килгәндәргә ярҙам итергә тырыштыҡ. 90-сы йылдарҙың башында беҙҙең әҙәбиәт тә, осрашыуҙар ҙа урыҫ телендә ине. Ләкин йыйылышҡа ҡырғыҙ телендә һөйләшкән кешеләр килә башланы. Уларға хәҡиҡәтте тәрәнерәк аңларға ярҙам итер өсөн, мин осрашыуҙар программаһын тәржемә иттем.

Бейшенбай Бердибаев ҡатыны һәм һигеҙ балаһы менән

Ҡатыным һәм һигеҙ балам менән (1989 йыл)

Өҫтәүенә, беҙ Мәйрәмбиби менән балаларыбыҙҙы тәрбиәләнек. Беҙ уларҙы үҙебеҙ менән хеҙмәткә һәм йыйылыш осрашыуҙарына ала инек. Ул ваҡытта 12 йәштә булған ҡыҙыбыҙ Гөлсирә урамда үтеп барған кешеләр менән Изге Яҙма тураһында һөйләшергә ярата ине. Балаларыбыҙға Изге Яҙма шиғырҙарын ятлау оҡшай торғайны. Бының арҡаһында беҙҙең балалар, ә һуңынан ейәндәр ҙә йыйылыш эштәрендә әүҙем ҡатнашты. Беҙҙең 9 балабыҙ һәм 11 ейәнебеҙ бар. Уларҙың 16-һы Йәһүәгә хеҙмәт итә йә ата-әсәләре менән йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй.

ҒӘЖӘЙЕП ҮҘГӘРЕШТӘР

1950 йылдарҙа беҙҙең яҡтарҙа Йәһүә тураһында вәғәзләгән ҡәрҙәштәр шул ваҡыттан бирле барыһы ла ни хәтле үҙгәргәнен күреп ғәжәпләнер ине. Мәҫәлән, 90-сы йылдарҙан башлап беҙ һөйөнөслө хәбәрҙе иркенерәк шарттарҙа вәғәзләйбеҙ һәм ҙур осрашыуҙар үткәрәбеҙ.

Бейшенбай Бердибаев ҡатыны менән бер һатыусыға вәғәзләй

Ҡатыным менән вәғәзләйем

1991 йылда беҙ ҡатыным менән беренсе тапҡыр конгреста булдыҡ. Ул Алма-Атала (Ҡаҙағстан) үтте. Ә 1993 йылда Бишкәктәге «Спартак» стадионында Ҡырғыҙстанда беренсе конгресс үткәрелде. Уның алдынан ҡәрҙәштәр аҙна буйы стадионды тәртипкә килтерҙе. Башҡарған эшебеҙ директорға шул тиклем тәьҫир итте, ул хатта беҙҙән бер ниндәй ҙә хаҡ алманы.

1994 йылда тағы бер мөһим ваҡиға булды: беренсе тапҡыр ҡырғыҙ телендә беҙҙең баҫмалар сыҡты. Әлеге ваҡытта әҙәбиәтте ҡырғыҙ теленә Бишкәктәге филиалда эшләгән ҡырғыҙ төркөмө тәржемә итә. 1998 йылда Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеге Ҡырғыҙстанда рәсми танылыу алды. Ойошмабыҙ һан яғынан үҫә бара, һәм хәҙерге ваҡытта илдә 5000-дән күберәк вәғәзсе иҫәпләнә. Ҡырғыҙстанда 83 йыйылыш, шулай уҡ инглиз, ҡырғыҙ, ҡытай, урыҫ, урыҫ ишаралар, төрөк, үзбәк һәм уйғыр телдәрендә 25 төркөм эш итә. Сығыштары төрлө булыуына ҡарамаҫтан, ҡәрҙәштәр Йәһүәгә берҙәмлектә хеҙмәт итә. Бындай ғәжәйеп үҙгәрештәр тик Йәһүә ярҙамы менән генә мөмкин булды.

Йәһүә шулай уҡ минең тормошомдо ла үҙгәртте. Мин ябай крәҫтиән ғаиләһендә үҫтем һәм ни бары биш класс ҡына тамамланым. Шулай ҙа Йәһүә миңә өлкән булып хеҙмәт итергә һәм үҙемдән белемлерәк кешеләрҙе Изге Яҙмалағы ҡиммәтле хәҡиҡәттәргә өйрәтергә мөмкинлек бирҙе. Йәһүә аҡылға һыймаҫлыҡ эштәр башҡара ала. Тормошомда булғандарҙы иҫкә төшөрөп, мин артабан да башҡаларға барыһын да булдыра алған Йәһүә Алла тураһында һөйләргә теләйем (Матф. 19:26).

a Йәһүә шаһиттары тарафынан сығарылған, бүтән баҫтырылмай.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу