Уҡыусыларҙың һорауҙары
Ғайса Мәсих үлер алдынан кис көнө һөйләгән «яҡшылыҡ ҡылыусылар» кемдәр булған, һәм ни өсөн уларҙы шулай тип атағандар?
Ғайса үлер алдынан кис көнө илселәрен бүтән мәсихселәр араһында күренекле урынға ынтылмаҫҡа өндәгән. Ул уларға былай тигән: «Батшалар халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм хакимдар „яҡшылыҡ ҡылыусылар“ тип атала. Һеҙҙә улай булмаһын!» (Лука 22:25, 26).
«Яҡшылыҡ ҡылыусылар» тигәндә, Ғайса кемде күҙ уңында тотҡан? Беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән яҙыуҙар, тәңкәләр һәм текстарҙан күренеүенсә, Грек һәм Рим йәмғиәтендә атаҡлы кешеләргә һәм идарасыларға Эвергет, йәғни «яҡшылыҡ ҡылыусы» тигән титул биреү йолаһы булған. Бындай титулға йәмғиәт тормошона мөһим өлөш индергән кешеләр лайыҡ булған.
Был титулды, мәҫәлән, Мысыр идарасылары Птолемей III Эвергет (яҡ. б. э. т. 247—222 йылдар) һәм Птолемей VIII Эвергет II (яҡ. б. э. т. 147—117 йылдар) йөрөткән. Шулай уҡ Рим идарасылары Юлий Цезарь (б. э. т. 48—44 йылдары) һәм Август (б. э. т. 31 йыл — б. э. 14 йылы), тағы Йәһүҙиә батшаһы Бөйөк Ирод I ошо титулды йөрөткәндәр. Ирод батшаға килгәндә иһә, ул ошо титулға мохтаждарға кейем таратыуы һәм, халыҡты аслыҡтан ҡотҡарырға теләп, илгә бойҙай индереүе арҡаһында лайыҡ булған.
Немец Изге Яҙма белгесе Адольф Дайсманн фекере буйынса, Эвергет, йәғни Яҡшылыҡ ҡылыусы тигән титул шаҡтай киң таралған булған. Ул былай тип яҙа: «Төрлө яҙыуҙарҙы тикшереп, һеҙ еңел генә йөҙҙән ашыу [был титулды ҡулланыу] осраҡтарын таба алырһығыҙ».
Улайһа, шәкерттәренә «һеҙҙә улай булмаһын» тигәндә, Ғайса нимәне күҙ уңында тотҡан һуң? Бәлки, ул, йәмғиәт именлеге хаҡында хәстәрлек күрергә кәрәкмәй, тип әйтергә теләгәндер? Һис тә юҡ. Күрәһең, ул кешене йомартлыҡ күрһәтергә этәргән теләктәрҙе күҙ уңында тотҡан.
Ғайса көндәрендә байҙар парктар һәм ғибәҙәтханалар төҙөү өсөн, шулай уҡ театраль күренештәр, төрлө уйындар һәм башҡа шундай нәмәләр өсөн аҡса бүләк иткән. Ләкин улар быны бер маҡсат менән — кешеләр уларҙы маҡтаһын һәм һайлауҙарҙа улар өсөн тауыш бирһен өсөн эшләгән. «Ҡайһы берәүҙәр эскерһеҙ рәүештә йомартлыҡ күрһәтһә лә, — тиелә бер белешмәлә, — ғәҙәттә изгелек ҡылыу сәйәси иҫәптәрҙән башҡарылған». Ғайса үҙенең шәкерттәрен тап шундай дан яратыуҙан һәм эгоистик рухтан һаҡланырға өндәгән.
Бер нисә йыл үткәс, илсе Павел да дөрөҫ ниәттән сығып йомартлыҡ күрһәтеү ни тиклем мөһим икәненә баҫым яһаған. Ул Коринфта йәшәгән мәсихселәргә былай тип яҙған: «Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата» (2 Кор. 9:7).