Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp19 № 1 3 б.
  • Кем ул Алла?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Кем ул Алла?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2019
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Аллаға нисек яҡынлашып була?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Алла кем ул?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Һиңә Алла тураһында белем алырға кәрәк
    Һин Алланың дуҫы була алаһың!
  • Тормош миңә ҡәнәғәтлек килтермәй. Миңә дин, Алла йә Изге Яҙма ярҙам итә аламы?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2019
wp19 № 1 3 б.
Бер кеше тәбиғәт күренешенең матурлығы менән һоҡлана

Кем ул Алла?

Аллаға күптәр ышана. Әммә, Алла кем ул, тигән һорауға төрлө яуаптар ишетергә була. Ҡайһы берәүҙәр Алланы хаталар өсөн яза бирергә әҙер торған ҡаты хөкөмсө булараҡ күҙ алдына килтерә. Ә башҡалар иһә, ул һәр ваҡыт ярата һәм барыһын да кисерә, тип уйлай. Ә кемдер, Алланың беҙҙә бер ниндәй ҙә эше юҡ, тип әйтә. Алла тураһындағы фекерҙәр бер-береһенә ҡаршы килгәнгә, күптәр уның тураһында дөрөҫлөктө бер нисек тә белеп булмай тигән һөҙөмтәгә килә.

Быны белеү мөһимме? Эйе, мөһим. Алланың кем икәнен белеү тормошобоҙҙо мәғәнәле итә ала (Ғәмәлдәр 17:26—28). Аллаға яҡынлашҡан һайын, ул һеҙҙе нығыраҡ яратасаҡ һәм ярҙам итәсәк (Яҡуб 4:8). Бынан тыш, Алла тураһындағы теүәл белем һеҙгә мәңге йәшәү мөмкинлеге бирә ала (Яхъя 17:3).

Алла тураһында нисек белем алырға? Үҙегеҙ яҡшы белгән кеше тураһында, мәҫәлән, яҡын дуҫығыҙ хаҡында уйлап ҡарағыҙ. Һеҙ нисек дуҫ булып киттегеҙ? Иң тәүҙә һеҙ уның исемен, ниндәй кеше булыуын, нимә яратҡанын, ә нимә яратмағанын, нимә менән шөғөлләнгәнен һәм киләсәккә пландарын белгәнһегеҙҙер. Уның менән яҡын танышҡанға күрә, ул һеҙҙең дуҫығыҙ булып киткән.

Беҙ Алла менән дә яҡыныраҡ таныша алабыҙ. Бының өсөн киләһе һорауҙарға яуап алырға кәрәк:

  • АЛЛАНЫҢ ИСЕМЕ НИСЕК?

  • УЛ НИНДӘЙ?

  • АЛЛА НИМӘ ЭШЛӘЙ?

  • КИЛӘСӘКТӘ УЛ НИМӘ ЭШЛӘЙӘСӘК?

  • АЛЛА ТУРАҺЫНДАҒЫ БЕЛЕМ ҺЕҘГӘ НИМӘ БИРӘ АЛА?

Алла вәғәҙә иткән хәүефһеҙ киләсәк тураһында күберәк белер өсөн, ошо брошюра «Һин мәңге йәшәй алаһың!» буйынса Изге Яҙма курсын үтегеҙ. Был брошюра Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған, һәм уны www.pr2711.com сайтында табып була.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу