Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w19 декабрь 15 б.
  • Уҡыусыларҙың һорауҙары

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Уҡыусыларҙың һорауҙары
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ожмахтағы тормош ниндәй булған?
    Алланы тыңла һәм мәңге йәшә
  • Рухи сфералағы фетнә
    Үлгәндәрҙең рухтары. Улар һиңә ярҙам итә йә зыян килтерә аламы? Улар ысынлап та бармы?
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
w19 декабрь 15 б.

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Иблис Һауаға, яҡшылыҡ менән яманлыҡты аңлау ағасының емешен ашаһаң да, үлмәйәсәкһең, тип әйткән. Ул үлемһеҙ йән барлығын күҙ уңында тотҡанмы?

Шайтан, йылан аша һөйләшеп, Һауаны емеште ашарға ҡоторта

Күрәһең, юҡ. Тыйылған емеште ашарға ҡотортҡанда, Иблис Һауаға, тәнең генә үлер, ә күренмәгән өлөшөң (бөгөн ҡайһы берәүҙәр үлемһеҙ йән тип атай) башҡа берәй ерҙә йәшәүен дауам итер, тип әйтмәгән. Йылан аша һөйләшеп, Шайтан Һауаға, емеште ашаһағыҙ ҙа, үлмәҫһегеҙ, тигән. Ул шуны күҙ уңында тотҡан: Һауа ерҙә яҡшыраҡ тормоштан, Алланан бойондороҡһоҙ тормоштан кинәнеп йәшәй башлаясаҡ (Баш. 2:17; 3:3—5).

Үлемһеҙ йән тураһында тәғлимәт Эден баҡсаһында уйлап сығарылмаған икән, улайһа, ул ҡасан барлыҡҡа килгән? Беҙ быны теүәл әйтә алмайбыҙ. Әммә беҙ шуны беләбеҙ: Нух көндәрендәге Туфанда ялған табыныуҙың бөтә төрҙәре лә юҡ булған. Бер хаталы тәғлимәт тә ҡалмаған, сөнки Туфандан һуң Нух менән уның ғаиләһе генә иҫән ҡалған, ә улар хаҡ Алланың хеҙмәтселәре булған.

Шулай итеп, үлемһеҙ йән тураһында тәғлимәт, күрәһең, Туфандан һуң барлыҡҡа килгән. Алла Бабилда кешеләрҙең телдәрен бутағас, был тәғлимәт кешеләр менән бергә «бөтә ер йөҙө» буйлап таралған (Баш. 11:8, 9). Шуға һис тә шикләнмәҫкә була: был тәғлимәт ҡасан ғына барлыҡҡа килһә лә, ул «ялғандың атаһы» Шайтан Иблистән килә. Иблис уның таралыуына, һис шикһеҙ, бик шат булған (Яхъя 8:44).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу