Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w22 февраль 31 б.
  • Һеҙ белә инегеҙме?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Һеҙ белә инегеҙме?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Һеҙ белә инегеҙме?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
w22 февраль 31 б.

Һеҙ белә инегеҙме?

Ни өсөн Йәһүә израилдәргә урман күгәрсенен дә, күгәрсенде лә ҡорбан итеп килтерергә рөхсәт иткән?

МУСА ҡануны буйынса, урман күгәрсенен дә, күгәрсенде лә Йәһүәгә ҡорбан итеп килтерергә яраған. Ҡорбан тураһындағы күрһәтмәләрҙә был ике ҡош һәр ваҡыт бергә иҫкә алына һәм ҡорбан итеп ҡайһыһын булһа ла килтерергә рөхсәт ителгән (Лев. 1:14; 12:8; 14:30). Был бәләкәй генә нескәлек израилдәр өсөн күпте аңлатҡан. Сәбәптәрҙең береһе, урман күгәрсенен эҙләп табыуы еңел булмаған.

Урман күгәрсене

Урман күгәрсендәре — күсәр ҡоштар, шуға күрә уларҙы Израилдә йылы айҙарҙа ғына осратып булған. Октябрь айында улар көньяҡ илдәргә осалар, ә яҙ еткәс кире ҡайталар (Йыр. 2:11, 12; Ирем. 8:7). Боронғо ваҡытта ҡышын ҡорбанға килтерер өсөн урман күгәрсенен табыуы ауыр булған.

Күгәрсен

Ә күгәрсендәр — ултыраҡ ҡоштар, улар Израилдә йыл әйләнәһенә булған. Бынан тыш, кешеләр уларҙы үҙҙәренә эйәләштергән. (Яхъя 2:14, 16 менән сағыштырығыҙ.) Күгәрсендәр Палестинаның бөтә ерҙәрендә, ҡалаларҙа ла, ауылдарҙа ла булған. Бер китапта былай тип әйтелә: «Һәр бай өйҙөң үҙ күгәрсендәре булған. [...] Хатта ярлыраҡ булғандарының да ишек алдында йә өйҙәрендә күгәрсен кетәге булған»a. Ғәҙәттә, күгәрсендәр стенала уйылып яһалған соҡалталарҙа оялаған. (Ишағыя 60:8 менән сағыштырығыҙ.)

Соҡалтала ултырған күгәрсен

Күреүебеҙсә, израилдәр йылдың төрлө ваҡытында тота алған ҡоштарҙы ҡорбанға килтерә алған. Был Йәһүәнең ҡайғыртыусан Алла икәнен һәм ул көсөбөҙҙән килмәгәнде талап итмәгәнен иҫбатлай.

a Гейки К. Святая земля и Библия: описание Палестины и нравов её обитателей. СПб., 1894. С. 49.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу