Уҡыусыларҙың һорауҙары
Зәбур 61:8-ҙә Дауыт, Алланың исемен «мәңге» данлармын, тип яҙған. Был аятта Дауыт үҙенең бер ҡасан да үлмәйәсәге тураһында яҙғанмы?
Юҡ. Дауыттың һүҙҙәре көслө иманын сағылдырған.
Әйҙәгеҙ, ошо һәм башҡа мәҙхиәләрҙә нимә яҙылғанына иғтибар итәйек: «Вәғәҙәләремде көн һайын үтәй-үтәй, һинең исемеңә мәңге мәҙхиәләр йырлармын», «Эй Йәһүә Аллам, мин һине бөтә йөрәгем менән маҡтайым, һинең исемеңде мәңге данлармын», «Һинең исемеңде мәңге маҡтармын» (Зәб. 61:8; 86:12; 145:1, 2).
Дауыт бер ҡасан да үлмәйәсәген күҙ уңында тотмаған. Гонаһ өсөн яза үлем икәнен ул яҡшы белгән (Баш. 3:3, 17—19; Зәб. 51:4, 5). Ул шулай уҡ Алланың тоғро хеҙмәтселәре, мәҫәлән, Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуптың үлгәнен белгән. Ҡасандыр уның үҙенә лә үлергә тура килгәнен яҡшы аңлаған (Зәб. 37:25; 39:4). Ләкин Зәбур 61:8-ҙә ул Алланың исемен мәңге, йәғни ғүмере буйы данларға ныҡ теләгәне тураһында яҙған (2 Сам. 7:12).
Дауыттың ҡайһы бер мәҙхиәләре уның тормошон һүрәтләй. Быны 18, 51 һәм 52-се мәҙхиәләргә килтерелгән өҫтәмә һүҙҙәрҙән күреп була. Дауыт көтөүсе булған һәм 23-сө мәҙхиәлә ул Йәһүәне һарыҡтары хаҡында ҡайғыртҡан көтөүсе итеп һүрәтләй. Йәһүәнең яратыуы Дауытты ғүмер буйы уға хеҙмәт итергә дәртләндергән (Зәб. 23:6).
Шуны ла онотмайыҡ: был мәҙхиәләрҙе Дауыт Алла тарафынан рухландырылып яҙған. Бынан тыш, ул киләсәк тураһында ла пәйғәмбәрлек иткән. Мәҫәлән, 110-сы мәҙхиәлә Дауыт Хужаһының Алланың уң яғында ултырған һәм ҙур хакимлыҡҡа эйә булған ваҡыт тураһында яҙған. Был хакимлыҡ уға Алланың дошмандары өҫтөнән идара итер өсөн һәм халыҡтарҙы хөкөм итер өсөн бирелә. Был мәҙхиәлә Хужа тураһында һүҙ бара. Кем ул? Ул — Дауыттың тоҡомо, күктән идара итәсәк һәм «мәңге рухани» буласаҡ Мәсих (Зәб. 110:1—6). Ғайса 110-сы мәҙхиәләге пәйғәмбәрлектә үҙе тураһында яҙылғанын һәм был пәйғәмбәрлек киләсәктә үтәләсәген иҫбатлаған (Матф. 22:41—45).
Эйе, Дауыт үҙенең тереләсәге һәм киләсәктә Йәһүәне мәңге данлаясағы тураһында яҙған. Уны быға Йәһүә рухландырған. Тимәк, Зәбур 37:10, 11, 29-ҙа боронғо Израилдә булған ваҡиғалар, шулай уҡ киләсәктә Алла үҙенең вәғәҙәләрен үтәгәс, бөтә донъяла буласаҡ ваҡиғалар тураһында яҙылған. (Был сығарылышта «Минең менән бергә ожмахта буласаҡһың» тигән мәҡәләнең 8-се абзацын ҡарағыҙ.)
Шулай итеп, 61-се мәҙхиәләге 8-се аят һәм уға оҡшаш башҡа мәҙхиәләр боронғо ваҡытта Дауыттың Алланы ғүмер буйы данларға теләге булғанын һәм киләсәктә, Йәһүә уны терелткәс, нимә эшләй аласағын күрһәтә.