Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w22 декабрь 16—21 бб.
  • Һеҙ ҡайғы-хәсрәт ваҡытында тыныслыҡ һаҡлай алаһығыҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Һеҙ ҡайғы-хәсрәт ваҡытында тыныслыҡ һаҡлай алаһығыҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • КИҘЕҮ ВАҠЫТЫНДА НИСЕК ЙӘН ТЫНЫСЛЫҒЫ ҺАҠЛАРҒА?
  • ҠАЙҒЫ-ХӘСРӘТ ВАҠЫТЫНДА НИСЕК ТЫНЫСЛЫҠ ҺАҠЛАРҒА?
  • ЭҘӘРЛӘҮҘӘР ВАҠЫТЫНДА НИСЕК ТЫНЫСЛЫҠ ҺАҠЛАРҒА?
  • «ИМЕНЛЕК АЛЛАҺЫ ҺЕҘҘЕҢ МЕНӘН БУЛЫР»
  • Ҡайғы-хәсрәт ваҡытында имандаштарығыҙға терәк булығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Тыныслыҡ. Нисек уға эйә булырға?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
  • Ғайсанан өлгө алып, йән тыныслығы һаҡлағыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
w22 декабрь 16—21 бб.

51-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Һеҙ ҡайғы-хәсрәт ваҡытында тыныслыҡ һаҡлай алаһығыҙ

«Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ!» (ЯХЪЯ 14:27).

112-СЕ ЙЫР Йәһүә — тыныслыҡ Аллаһы

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa

1. Алла именлеге нимә ул һәм ни өсөн беҙ уға мохтаж? (Филиптарға 4:6, 7).

АЛЛА именлеге — был донъяла йәшәгән кешеләргә таныш булмаған йән тыныслығы. Ундай тыныслыҡҡа күктәге Атайыбыҙ менән яҡын дуҫлыҡта булғандар ғына эйә була ала. Йөрәгебеҙҙә Алла именлеге хөкөм һөргәндә, беҙ үҙебеҙҙе яҡлаулы тоябыҙ. (Филиптарға 4:6, 7-не уҡығыҙ.) Беҙҙең Йәһүәне яратҡан ышаныслы дуҫтарыбыҙ бар, шулай уҡ беҙ именлек Сығанағы — Алла менән дуҫлыҡта (1 Фес. 5:23). Әгәр беҙ күктәге Атабыҙҙы белһәк, уға таянһаҡ һәм уны тыңлаһаҡ, хатта ауыр саҡтарҙа ла Алла именлеге беҙҙе борсолоуҙарҙан һаҡлар.

2. Ни өсөн беҙ Алла именлегенә эйә була алғаныбыҙға ышана алабыҙ?

2 Ауырыуҙар, тәбиғәт афәттәре, сыуалыштар, эҙәрләүҙәр ваҡытында Алла именлеген тойоп буламы? Ошондай бәләләр менән осрашҡанда беҙҙе ҡурҡыу хисе солғап алырға мөмкин. Шулай ҙа Ғайса үҙенең шәкерттәренә: «Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ!» — тигән (Яхъя 14:27). Бәхеткә ҡаршы, ҡәрҙәштәр Ғайсаның кәңәше буйынса эш итә. Йәһүәнең ярҙамы менән улар иң ҡаты шарттарҙа тыныслыҡ тоя.

КИҘЕҮ ВАҠЫТЫНДА НИСЕК ЙӘН ТЫНЫСЛЫҒЫ ҺАҠЛАРҒА?

3. Киҙеүҙәр арҡаһында беҙ нисек йән тыныслығыбыҙҙы юғалта алабыҙ?

3 Пандемия тормошобоҙҙоң аҫтын-өҫкә әйләндерергә мөмкин. Әйҙәгеҙ, COVID-19 пандемияһының кешеләргә ниндәй ауырлыҡтар килтергәне тураһында уйланайыҡ. Бер тикшеренеү буйынса, һорау алған кешеләрҙең яртыһынан күбеһе йоҡлай алмауы тураһында әйткән. Шулай уҡ был пандемия борсолоуҙың, депрессияның, иҫерткес эсемлектәр һәм наркотиктар ҡулланыуҙың, ғаиләлә көс ҡулланыуҙың, үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыуҙың ҡапыл артыуына тәьҫир иткән. Әгәр һеҙ йәшәгән ерҙә көтмәгәндә киҙеүҙәр башланһа, нисек артыҡ борсолмаҫҡа һәм Алла именлеген тойорға?

4. Ғайсаның һуңғы көндәр тураһындағы пәйғәмбәрлеге нисек беҙҙе тынысландыра?

4 Ғайса һуңғы көндәрҙә «урыны-урыны менән... ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр хөкөм һөрөр» тигән (Лука 21:11). Быны белеү беҙгә тыныслыҡ һаҡларға нисек ярҙам итә? Йә тегендә, йә бында ҡапыл ҡупҡан киҙеүҙәр беҙҙе ғәжәпләндермәй. Ваҡиғаларҙың тап Ғайса әйткәнсә барғанын аңлайбыҙ. Шуға күрә уның ахырызаман ваҡытында йәшәгәндәргә «ҡурҡмағыҙ» тигән саҡырыуына ҡолаҡ һалырға кәрәк (Матф. 24:6).

Апай-ҡәрҙәш наушник кейеп планшеттан аудиояҙмалар тыңлай.

Киҙеү ваҡытында тыныслыҡ юғалтмаҫ өсөн Изге Яҙманың аудиояҙмаларын тыңлағыҙ (5-се абзацты ҡарағыҙ.)

5. а) Филиптарға 4:8, 9-ҙа әйтелгәнсә, пандемия ваҡытында нимә тураһында доға ҡылып була? б) Бер апай-ҡәрҙәшкә Изге Яҙманың аудиояҙмалары нисек ярҙам иткән һәм был беҙҙе нимәгә өйрәтә?

5 Киҙеүҙең ҡапыл таралыуы беҙҙе билдәһеҙлеккә һәм ҡурҡыуға һалырға мөмкин. Дейзиb исемле апай-ҡәрҙәш менән тап шундай хәл булған да. Уның бабаһы, ике туған ағаһы, һәм уларҙы дауалаған табип ковидтан үлгәс, ул да, ауырып китермен һәм оло йәштәге әсәйемә ауырыу йоҡторормон, тип ҡурҡҡан. Ул шулай уҡ пандемия арҡаһында эшемде юғалтырмын, үҙемде тәьмин итә алмаҫмын, фатирға түләй алмаҫмын, тип борсолған. Бөтмәҫ уйҙар арҡаһында ул тыныслығын юғалтҡан һәм йоҡлай алмаған. Әммә Дейзи яңынан йән тыныслығы тоя башлаған. Ул Йәһүәнән тыныслыҡ һәм ыңғай ҡараш һаҡларға ярҙам итеүен һораған. (Филиптарға 4:8, 9-ҙы уҡығыҙ.) Ул Изге Яҙманың аудиояҙмаларын тыңлағанда Йәһүәнең «тауышын» ишеткән. Дейзи былай тип бүлешә: «Изге Яҙманы уҡыусыларҙың тыныс ҡына тауыштары миңә борсолоуҙарҙан арынырға һәм Йәһүәнең мине ни тиклем ныҡ яратҡанын иҫемә төшөрөргә ярҙам итте» (Зәб. 94:19).

6. Йыйылыш осрашыуҙары һәм шәхси өйрәнеү һеҙгә нисек ярҙам итер?

6 Киҙеүҙең ҡапыл таралыуы яйға һалынған тормош тәртибен боҙорға мөмкин. Шулай ҙа үҙ ваҡытында шәхси өйрәнеү үткәрергә һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә тырышығыҙ. Баҫмаларыбыҙҙағы һәм видеояҙмаларыбыҙҙағы осраҡтар ҡәрҙәштәрҙең, беҙҙекенә оҡшаш ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Аллаға тоғро булып ҡалғандарын иҫебеҙгә төшөрә (1 Пет. 5:9). Йыйылыш осрашыуҙары беҙгә зиһенебеҙҙе Изге Яҙмалағы ыңғай фекерҙәр менән тултырырға ярҙам итә. Осрашыуҙар шулай уҡ беҙгә көс өҫтәй һәм башҡаларҙы рухландырырға мөмкинлек бирә (Рим. 1:11, 12). Йәһүәнең хеҙмәтселәре ауырығанда, ҡурҡҡанда йә үҙҙәрен яңғыҙ тойғанда, уның уларға нисек итеп ярҙам иткәне тураһында уйланығыҙ. Был иманығыҙҙы һәм уның һеҙҙе бер ҡасан да ҡалдырмаясағына ышанысығыҙҙы нығытыр.

7. Илсе Яхъянан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?

7 Ҡәрҙәштәр менән күберәк аралашығыҙ. Киҙеү ваҡытында хатта ҡәрҙәштәр араһында булғанда ла беҙгә, бәлки, дистанция һаҡларға кәрәк булыр. Шундай саҡтарҙа үҙебеҙҙе илсе Яхъя кеүек тойоуыбыҙ бар. Ул үҙенең дуҫы Гайҙы күрергә бик теләгән, әммә ул ваҡытта был мөмкин түгел икәнен аңлаған (3 Яхъя 13, 14). Шуға күрә ул ҡулынан килгәндең барыһын эшләгән — дуҫына хат яҙған. Әгәр һеҙ ҡәрҙәштәргә килә алмаһағыҙ, уларға телефон йә видеоэлемтә аша шылтыратығыҙ, йә хаттар яҙығыҙ. Ҡәрҙәштәр менән аралашҡанда беҙ үҙебеҙҙе тыныс һәм хәүефһеҙлектә тоябыҙ. Әгәр һеҙҙе көслө борсоу биләп алһа, өлкәндәргә мөрәжәғәт итегеҙ һәм уларҙың ярҙамын ҡабул итегеҙ (Ишағ. 32:1, 2).

ҠАЙҒЫ-ХӘСРӘТ ВАҠЫТЫНДА НИСЕК ТЫНЫСЛЫҠ ҺАҠЛАРҒА?

8. Ҡайғы-хәсрәттәр беҙҙе нисек тыныслыҡтан мәхрүм итә ала?

8 Әгәр һеҙ йәшәгән ерҙә һыу баҫыуҙар, ер тетрәүҙәр, янғын булһа, һеҙҙең сиктән тыш борсолоуығыҙ бар, һәм был хис һеҙҙе оҙаҡ ваҡыт ҡалдырмаҫҡа мөмкин. Ошо фажиғәле осраҡта яҡындарығыҙҙы һәм мал-мөлкәтегеҙҙе юғалтһағыҙ, һеҙҙе ҡайғы, өмөтһөҙлөк, хатта асыу хисе биләп алырға мөмкин. Шундай хистәр һеҙҙең матди әйберҙәр тураһында ғына уйлағанығыҙҙы йә һеҙгә иман етмәгәнен аңлатмай. Һеҙ етди һынауҙар аша үттегеҙ һәм кемгәлер уйламайынса ҡаты һүҙ әйтеүегеҙ ихтимал (Әйүп 1:11). Шулай ҙа аяныслы хәлдәргә ҡарамаҫтан, һеҙ күңелегеҙҙә тыныслыҡ һаҡлап ҡала алаһығыҙ. Нисек итеп?

9. Ғайса нисек итеп беҙҙе буласаҡ бәләләргә әҙерләгән?

9 Ғайсаның пәйғәмбәрлеген иҫтә тотоғоҙ. Был донъяла ҡайһы бер кешеләр, бәләләр беҙҙе урап үтер, тип уйлай. Беҙ иһә ҡайғы-хәсрәттәрҙең күбәйгәндән-күбәйгәнен һәм уларҙың ҡайһы берҙәре беҙгә лә ҡағыласағын аңлайбыҙ. Ғайса үҙенең шәкерттәренә, ахыр килгәнгә тиклем «көслө ер тетрәүҙәр» һәм башҡа ғазаптар булыр, тигән (Лука 21:11). Ул шулай уҡ «яуызлыҡ артыу арҡаһында, байтаҡтарҙың мөхәббәте һыуыныр» тигән (Матф. 24:12). Беҙ көн һайын енәйәттәр, көсләүҙәр һәм теракттар тураһында ишетеп торабыҙ. Ғайса, шундай бәләләр Йәһүә хөкөм иткән кешеләр менән генә булыр, тип әйтмәгән. Ысынында, Алланың тоғро хеҙмәтселәре лә шундай бәләләрҙән ғазаплана (Ишағ. 57:1; 2 Кор. 11:25). Йәһүә беҙҙе бәлә-ҡазаларҙан мөғжизәле рәүештә яҡламаҫтыр ҙа, әммә ул беҙгә йән тыныслығы һаҡлап ҡалырға һис шикһеҙ ярҙам итер.

10. Ни өсөн бәлә-ҡазаға әҙер булыу иманыбыҙ бар икәнен күрһәтә? (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3).

10 Ғәҙәттән тыш хәлдәргә алдан әҙерләнеү беҙгә тыныслыҡ һаҡларға ярҙам итер. Әммә әҙер булыу Йәһүәгә иманыбыҙ етмәй тигәнде аңлатамы? Әлбиттә, юҡ. Ысынында, беҙ алдан барыһын уйлап, әҙерләп ҡуйһаҡ, Алланың беҙҙең хаҡта ҡайғыртасағына иманыбыҙ бар икәнен күрһәтер. Алла Һүҙе беҙҙе тормошта була алған бәлә-ҡазаларға әҙер булырға кәңәш итә. (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3-төc уҡығыҙ.) Журналдар, йыйылыш осрашыуҙары һәм белдереүҙәр аша Алла ойошмаһы беҙҙе йыш ҡына ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булырға өндәйd. Беҙ Йәһүәгә ышанабыҙмы? Эйе икән, бәлә килгәнсе бөгөн үк был кәңәш буйынса эш итербеҙ.

Апай-ҡәрҙәш машинала ултыра һәм ҡулына карта тотҡан. Уның шешәләрҙә һыуы һәм башҡа кәрәк яраҡлы әйберҙәре бар.

Афәттәргә алдан әҙер булыу тормошоғоҙҙо һаҡлап ҡала ала (11-се абзацты ҡарағыҙ.)e

11. Маргрет ҡәрҙәштең миҫалы һеҙҙе нимәгә өйрәтә?

11 Бына Маргрет исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалы. Ул йәшәгән ерҙә урмандар яна башлағас, хөкүмәттәр, ҡаланы ҡалдырырға кәрәк, тигән белдереү яһаған. Бөтәһе лә бер юлы ҡаланан сығырға булғас, юлда ҙур тығындар барлыҡҡа килгән. Һауа ҡуйы төтөн менән ҡапланған. Маргрет бер ни тиклем ваҡытҡа үҙенең машинаһында тоҙаҡҡа эләккән. Әммә ул алдан әҙер булғанға күрә ҡотола алған. Ул сумкаһында ятҡан карта ярҙамында тиҙ генә урау юлды тапҡан. Маргрет, ғәҙәттән тыш хәл тыуһа, нисек эш итерен инде уйлаған һәм был маршрутты алдан тикшереп ҡуйған. Шундай әҙерлек уның ғүмерен һаҡлап ҡалған.

12. Ни өсөн беҙ хөкүмәттәрҙең һәм өлкәндәрҙең күрһәтмәләре буйынса эш итергә тейеш?

12 Үҙ халҡын яҡлар өсөн һәм йәмғиәттә тәртип һаҡлар өсөн хөкүмәттәр комендант сәғәте индерергә, эвакуация иғлан итергә йә башҡа төрлө саралар күрергә мөмкин. Кемдер шундай бойороҡтарға теләр-теләмәҫ кенә буйһона йә мал-мөлкәтен ҡалдырып китергә теләмәгәнгә ваҡытты һуҙа. Ә мәсихселәр нисек эш итә? Изге Яҙма беҙҙе: «Раббы хаҡы өсөн, кешеләр тарафынан урынлаштырылған һәр тәртипкә: барыһынан өҫтөн булған батшаға, шулай уҡ... идарасыларға буйһоноғоҙ», — тип өндәй (1 Пет. 2:13, 14). Алла ойошмаһы ла беҙҙе яҡлар өсөн асыҡ күрһәтмәләр биреп тора. Ғәҙәттән тыш хәл сыҡҡанда, өлкәндәр беҙҙең менән бәйләнешкә инә алһын өсөн, беҙ үҙебеҙ турала актуаль мәғлүмәт ҡалдырырға тейеш. Был хаҡта йыш ҡына иҫебеҙгә төшөрөп торалар. Ә һеҙ быны эшләнегеҙме? Беҙгә шулай уҡ өйҙән сыҡмаҫҡа йә, киреһенсә, ҡаланан китергә тигән күрһәтмәләр бирергә, ҡайҙан гуманитар ярҙам алырға, нисек һәм ҡасан башҡаларға ярҙам итергә кәрәклеге тураһында әйтергә мөмкиндәр. Әгәр беҙ тыңламаһаҡ, үҙ ғүмеребеҙҙе һәм өлкәндәрҙең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуыбыҙ бар. Аллаға тоғро булған был ирҙәр беҙҙең хаҡта ҡайғырта икәнен онотмағыҙ (Евр. 13:17). Маргрет былай ти: «Мин өлкәндәрҙең һәм ойошманың күрһәтмәләрен тыңлағанға ғына иҫән ҡалғаныма бер ҙә шикләнмәйем».

13. Өйҙәрен ҡалдырған мәсихселәргә шатлыҡ һәм йән тыныслығын һаҡлап ҡалырға нимә ярҙам итә?

13 Тәбиғәт афәттәре, һуғыштар һәм сыуалыштар арҡаһында өйҙәрен ҡалдырып китергә тура килгән ҡәрҙәштәр яңы шарттарға өйрәнеп китергә тырышҡан һәм шунда уҡ ең һыҙғанып рухи эштәргә тотонған. Беренсе быуатта эҙәрләүҙәр арҡаһында төрлө яҡтарға таралышҡан мәсихселәр кеүек, улар һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүен дауам итә (Ғәм. 8:4). Хеҙмәт итеү уларға иғтибарҙарын үҙҙәренең ауырлыҡтарына түгел, ә Батшалыҡҡа йүнәлтергә ярҙам итә. Шуға күрә улар шатлыҡлы һәм йән тыныслығы тоя.

ЭҘӘРЛӘҮҘӘР ВАҠЫТЫНДА НИСЕК ТЫНЫСЛЫҠ ҺАҠЛАРҒА?

14. Эҙәрләүҙәр беҙҙе тыныслыҡтан нисек мәхрүм итә?

14 Эҙәрләүҙәр беҙҙе ғәҙәттә тыныслыҡ килтергән күп нәмәләрҙән мәхрүм итә ала. Иркен осрашҡанда, асыҡтан-асыҡ вәғәзләгәндә һәм ҡулға алыуҙан ҡурҡмайынса көндәлек эштәр менән шөғөлләнгәндә беҙ үҙебеҙҙе бәхетле һәм шатлыҡлы итеп тоябыҙ. Әгәр беҙҙе ундай азатлыҡтан мәхрүм итһәләр, беҙҙең ҡурҡыуға һәм борсолоуға бирелеүебеҙ бар. Ундай хистәр тәбиғи. Шулай ҙа һаҡ булырға кәрәк. Ғайса, эҙәрләүҙәр арҡаһында ҡайһы берәүҙәр имандарын юғалта ала, тип киҫәткән (Яхъя 16:1, 2). Шундай ауыр шарттарҙа нисек тыныслыҡ юғалтмаҫҡа?

15. Ни өсөн беҙгә эҙәрләүҙәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй? (Яхъя 15:20; 16:33).

15 Изге Яҙмала: «Ғайса Мәсих менән берлектә булған тормош алып барырға, ысын иман менән йәшәргә теләгәндәрҙең бөтөнөһө лә эҙәрлекләнер», — тип әйтелгән (2 Тим. 3:12). Андрей исемле ағай-ҡәрҙәш йәшәгән илдә Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеге тыйылғас, уға быны ҡабул итеүе ауыр булған. Ул былай тип фекер йөрөткән: «Беҙҙең илебеҙҙә Йәһүә шаһиттары шул тиклем күп, уларҙың барыһын да төрмәгә ултыртып бөтмәҫтәр бит!» Әммә тынысланыр урынына ул һәр ваҡыт борсолған. Ә башҡа ҡәрҙәштәр барыһын Йәһүәнең ҡулына тапшырған һәм, был хәл беҙҙе урап үтер тип, үҙҙәрен ышандырырға тырышмаған. Улар хатта төрмәгә ултырырға әҙер булған, әммә шул уҡ ваҡытта, Андрейға ҡарағанда, тыныс ҡалған. Шуға күрә Андрей ҙа үҙен Йәһүәнең ҡулына тапшырған һәм, улар һымаҡ, ыңғай ҡараш һаҡларға булған. Тиҙҙән уның йөрәгендә тыныслыҡ урынлашҡан һәм, шарттар үҙгәрмәһә лә, ул инде шатлыҡ тойған. Беҙҙең хаҡта ла шуны уҡ әйтеп була. Ғайса беҙҙе, эҙәрләүҙәргә дусар булырһығыҙ, тип кенә түгел, ә шулай уҡ, Йәһүәгә тоғро ҡала алырһығыҙ, тип ышандырған. (Яхъя 15:20; 16:33-тө уҡығыҙ.)

16. Эҙәрләүҙәр ваҡытында ниндәй күрһәтмәләргә тыңлаусан булырға кәрәк?

16 Эшмәкәрлегебеҙ тыйылғанда йәки ныҡ сикләнгәндә филиал йәки өлкәндәр беҙгә өҫтәмә күрһәтмәләр бирергә мөмкин. Был беҙҙе яҡлай, ә шулай уҡ беҙгә артабан да рухи ризыҡ алып торорға һәм вәғәз эшендә әүҙем ҡатнашырға ярҙам итә. Күрһәтмәләр ни өсөн бирелгәнен аңламаһағыҙ ҙа, улар буйынса эш итергә тырышығыҙ (Яҡ. 3:17). Шулай уҡ хоҡуғы булмаған кешеләргә ҡәрҙәштәр һәм йыйылыштың эштәре тураһында конфиденциаль мәғлүмәтте асмағыҙ (Вәғ. 3:7).

Ағай-ҡәрҙәш төшкө аш ваҡытында хеҙмәттәшенә вәғәзләй. Ул ҡулына телефон тотҡан, һәм унда асыҡ Изге Яҙма күрһәтелгән.

Ауыр ваҡыттарҙа тыныслыҡ һаҡларға нимә ярҙам итер? (17-се абзацты ҡарағыҙ.)f

17. Илселәрҙән өлгө алып, нимә эшләргә теләйбеҙ?

17 Шайтандың Алла халҡына ҡаршы һуғыш алып барыуының төп сәбәптәренең береһе — уларҙың «Ғайса хаҡында шаһитлыҡ» биреүе (Асыл. 12:17). Шайтан һәм уның донъяһы һеҙҙе ҡурҡытмаһын. Әгәр беҙ ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан вәғәзләһәк һәм шәкерттәр әҙерләһәк, шатлыҡ һәм йән тыныслығы тойорбоҙ. Беренсе быуатта хөкүмәттәр илселәрҙе вәғәзләүҙән тыйғас, улар Аллаға буйһонорға ҡарар иткән. Аллаға тоғро булған был ирҙәр вәғәзләүҙәрен дауам иткән һәм бының арҡаһында ҙур шатлыҡ тойған (Ғәм. 5:27—29, 41, 42). Әлбиттә, эшмәкәрлегебеҙ тыйылған булһа, вәғәзләгәндә беҙгә һаҡ булырға кәрәк (Матф. 10:16). Шулай ҙа, әйҙәгеҙ, көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләйек. Шул саҡта беҙ Йәһүәне ҡыуандырырбыҙ һәм, кешеләрҙе ҡотҡарған хәбәрҙе һөйләп, йөрәгебеҙҙә шатлыҡ һәм тыныслыҡ тойорбоҙ.

«ИМЕНЛЕК АЛЛАҺЫ ҺЕҘҘЕҢ МЕНӘН БУЛЫР»

18. Ниндәй мөһим хәҡиҡәтте иҫебеҙҙә тоторға кәрәк?

18 Зинһар өсөн, ошо мөһим хәҡиҡәтте иҫтә тотоғоҙ: хатта иң ауыр ваҡыттарҙа ла һеҙ тыныслыҡ тоя алаһығыҙ. Беҙ мохтаж булған тыныслыҡты — Алла именлеген — тик Йәһүә генә бирә ала. Киҙеүҙәр, афәттәр, эҙәрләүҙәр менән осрашҡанда Аллаға таянығыҙ. Уның ойошмаһынан йыраҡлашмағыҙ. Һеҙҙе көткән иҫ киткес киләсәк тураһында уйлағыҙ. Шул саҡта «именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр» (Флп. 4:9). Киләһе мәҡәләлә беҙ етди ауырлыҡтар менән осрашҡан ҡәрҙәштәребеҙгә Алла именлегенә эйә булырға нисек ярҙам итә алғаныбыҙҙы ҡарап сығырбыҙ.

ҺЕҘ НИСЕК ТЫНЫС ҠАЛА АЛАҺЫҒЫҘ...

  • киҙеүҙәр ваҡытында?

  • афәттәр ваҡытында?

  • эҙәрләүҙәр ваҡытында?

38-СЕ ЙЫР Алла һиңә ҡеүәт бирер

a Йәһүә үҙен яратҡандарға тыныслыҡ һәм именлек бирергә вәғәҙә итә. Алла именлеге нимә ул һәм нисек уға эйә булырға? Киҙеү, тәбиғәт афәттәре һәм эҙәрләүҙәр ваҡытында ул беҙгә нисек ярҙам итә ала? Әйҙәгеҙ, ошо һорауҙарға яуаптар табайыҡ.

b Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

c Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3: «Алдын-артын уйлаусы, хәүеф-хәтәрҙе күреп, ҡасып китә, ә тәжрибәһеҙҙәр, туп-тура барып, яфа сигә».

d 2017 йылдағы «Уянығыҙ!» журналының (тат.) 5-се сығарылышында «Бәлә-ҡаза килгәндә тормошто һаҡлай алған аҙымдар» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

e ФОТОҺҮРӘТ: апай-ҡәрҙәш эвакуацияға алдан әҙерләнгән.

f ФОТОҺҮРӘТ: эшмәкәрлегебеҙ сикләнгән илдә ағай-ҡәрҙәш ипләп кенә вәғәзләй.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу