Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w23 декабрь 18—23 бб.
  • Йыйылыштағы йәш ҡыҙҙар, рухи етлеккәнлеккә ынтылығыҙ!

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йыйылыштағы йәш ҡыҙҙар, рухи етлеккәнлеккә ынтылығыҙ!
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ЙӘҺҮӘГӘ ХАС БУЛҒАН СИФАТТАР ҮҪТЕР
  • ФАЙҘАЛЫ ОҪТАЛЫҠТАР ҮҪТЕР
  • КИЛӘСӘККӘ ӘҘЕРЛӘН
  • Йыйылыштағы йәш егеттәр, рухи етлеккәнлеккә ынтылығыҙ!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Апай-ҡәрҙәштәр өсөн терәк һәм таяныс булығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Мин ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата Йәһүәнең ҡарашын сағылдыраммы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • «Ҡатындың башы — ир»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
w23 декабрь 18—23 бб.

52-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йыйылыштағы йәш ҡыҙҙар, рухи етлеккәнлеккә ынтылығыҙ!

«Ҡатындар... айыҡ аҡыллы, һәр яҡлап ышаныс яулаған кеше булһын» (1 ТИМ. 3:11).

133-СӨ ЙЫР Йәһүәгә йәштән үк хеҙмәт ит

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa

1. Рухи яҡтан етлеккән мәсихсе булып китер өсөн нимә кәрәк?

БАЛАНЫҢ тиҙ үҫеүе бик ғәжәпләндерә! Бының өсөн уларҙан тырышлыҡ талап ителмәй. Әммә рухи яҡтан үҫер өсөн күп көс һалырға кәрәк (1 Кор. 13:11; Евр. 6:1)b. Етлеккән мәсихсе булыр өсөн, беҙгә Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡ үҫтереү мөһим. Шулай уҡ беҙгә изге рух кәрәк. Ул беҙгә Алланың күңеленә хуш килгән сифаттар, файҙалы оҫталыҡтар үҫтерергә һәм киләсәктә өҫтөбөҙгә яуаплылыҡ алырға ярҙам итер (Ғиб. һүҙ. 1:5).

2. Башланмыш 1:27-ләге һүҙҙәрҙән нимә белеп була һәм был мәҡәләлә нимә ҡарала?

2 Йәһүә кешеләрҙе ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ итеп барлыҡҡа килтергән. (Башланмыш 1:27-не уҡығыҙ.) Әлбиттә, ир менән ҡатын физик яҡтан ғына түгел, ә башҡа яҡтан да айырылып тора. Йәһүә уларҙың һәр береһенә төрлө вазифалар тапшырған. Шул вазифаларҙы үтәр өсөн уларға билдәле бер сифаттар һәм оҫталыҡтар кәрәк (Баш. 2:18). Был мәҡәләлә йыйылыштағы ҡыҙҙарҙың рухи яҡтан үҫер өсөн нимә эшләй алғанын ҡарап сығырбыҙ. Киләһе мәҡәләлә йәш егеттәрҙең нимә эшләй алғаны тураһында фекер алышырбыҙ.

ЙӘҺҮӘГӘ ХАС БУЛҒАН СИФАТТАР ҮҪТЕР

«Ҡыҙыҡай көҙгөгә ҡарай һәм Изге Яҙмаға нигеҙләнгән баҫманан уҡығандары хаҡында уйлана». Түңәрәктәрҙә: 1) Рабиға, дөйәләрҙе эсерер өсөн, көршәктән һыу ҡоя; 2) Әсфирә Мардаҡай өсөн ашамлыҡ әҙерләгән; 3) Әбиғиә тубыҡланып үҙе һәм яҡындарының ғүмере хаҡында ялбара.

Рабиға, Әсфирә, Әбиғиәнән һәм Йәһүәне яратҡан башҡа ҡатындарҙан өлгө ал. Был һиңә рухи яҡтан етлеккән мәсихсе булып китергә ярҙам итер. (3, 4-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

3, 4. Йәш ҡыҙҙар кемдән өлгө ала ала? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

3 Изге Яҙмала Йәһүәне яратҡан һәм уға хеҙмәт иткән күп ҡатын-ҡыҙҙар тураһында әйтелә. Уларҙан күпкә өйрәнеп булаc. Улар, был мәҡәләнең төп аятында әйтелгәнсә, «айыҡ аҡыллы, һәр яҡлап ышаныс яулаған кеше» булған. Бынан тыш, йәш ҡыҙҙар үҙ йыйылышында рухи яҡтан етлеккән ҡатындарҙан өлгө ала ала.

4 Йәш ҡыҙ ҡәрҙәштәребеҙ, һеҙ йыйылышта өлгө алырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы беләһегеҙме? Уларҙың күркәм сифаттарына иғтибар итегеҙ һәм уларҙы нисек сағылдырып булғаны тураһында уйланығыҙ. Киләһе абзацтарҙа рухи яҡтан етлеккән булырға ярҙам иткән өс мөһим сифатҡа иғтибар итербеҙ.

5. Ни өсөн рухи яҡтан етлеккән ҡатын-ҡыҙҙар кеселекле булырға тейеш?

5 Кеселекле булыу рухи етлеккәнлекте күрһәтә. Ҡыҙ ҡәрҙәш кеселекле булһа, уның Йәһүә һәм башҡалар менән мөнәсәбәттәре яҡшы булыр (Яҡ. 4:6). Мәҫәлән, Йәһүәне яратҡан ҡатын башлыҡ принцибына буйһона (1 Кор. 11:3). Был принцип йыйылышта ла, ғаиләлә лә ҡулланылаd.

6. Йәш ҡыҙҙар Рабиғанан нимәгә өйрәнә ала?

6 Рабиғаның миҫалын ҡарап сығайыҡ. Был ҡатын аҡыллы, ҡыйыу һәм етеҙ булған (Баш. 24:58; 27:5—17). Шул уҡ ваҡытта ул башҡаларҙы хөрмәт иткән һәм буйһоноусан булған (Баш. 24:17, 18, 65). Һин дә кеселекле була алаһың һәм Йәһүә билдәләгән кешеләргә булышлыҡ итә алаһың. Шул саҡта һин ғаиләңдә лә, йыйылышта ла башҡалар өсөн иҫ киткес өлгө булырһың.

7. Ҡыҙ ҡәрҙәштәр нисек Әсфирә кеүек тыйнаҡ була ала?

7 Тыйнаҡлыҡ — мәсихселәр өсөн тағы бер мөһим сифат. Изге Яҙмала: «Тыйнаҡтарға зирәклек хас», — тип әйтелә (Ғиб. һүҙ. 11:2). Мәҫәлән, Әсфирәнең миҫалына иғтибар итәйек. Ул тыйнаҡ булған, һәм хатта батшабикә булып китһә лә, эреләнеп йөрөмәгән. Ул ике туған ағаһы Мардаҡайҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалған (Әсф. 2:10, 20, 22). Һин Әсфирәнән нисек өлгө ала алаһың? Башҡалар менән кәңәшләш һәм уларҙың өйрәтеүҙәрен тормошоңда ҡуллан (Тит. 2:3—5).

8. 1 Тимофейға 2:9, 10-дағы принциптар нисек ҡатын-ҡыҙҙарға тыйнаҡ һәм матур итеп кейенергә ярҙам итә?

8 Әсфирәнең тыйнаҡ булыуы тағы нимәлә күренгән? «Ул төҫкә-башҡа һылыу, зифа буйлы» булһа ла, үҙенә иғтибар йәлеп итмәгән (Әсф. 2:7, 15). Ҡатын-ҡыҙҙар Әсфирәнән нимәгә өйрәнә ала? Әйҙәгеҙ, 1 Тимофейға 2:9, 10-да (уҡығыҙ) нимә яҙылғанын ҡарап сығайыҡ. Илсе Павел ҡатындарҙы «тыйнаҡ кейенеп, әҙәп һәм намыҫ» һаҡларға өндәгән. Был аяттарҙа ҡулланылған грек телендәге һүҙҙәр мәсихселәрҙең әҙәпле итеп кейенеүен һәм башҡаларҙың хистәрен иҫәпкә алыуҙы аңлата. Беҙ матур һәм тыйнаҡ кейенгән ҡыҙ ҡәрҙәштәребеҙ менән һоҡланабыҙ.

9. Әбиғиәнең өлгөһөнән нимәгә өйрәнеп була?

9 Етлеккән мәсихселәргә хас тағы бер сифат — аҡыллылыҡ. Был яҡшылыҡты яманлыҡтан айыра белеүҙе үҙ эсенә ала. Әбиғиәнең миҫалына иғтибар итәйек. Уның ире, насар ҡарар ҡабул итеп, бөтә ғаиләһенең именлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған. Әбиғиә иһә, аҡыллылыҡ һәм тәүәккәллек менән эш итеп, күптәрҙең ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалған (1 Сам. 25:14—23, 32—35). Был сифат шулай уҡ ҡасан һөйләргә, ә ҡасан өндәшмәҫкә кәрәк икәнен аңларға ярҙам итә. Башҡалар менән ҡыҙыҡһынғанда был сифат беҙҙе кеше эшенә ҡыҫылыуҙан һаҡлар (1 Фес. 4:11).

ФАЙҘАЛЫ ОҪТАЛЫҠТАР ҮҪТЕР

Ҡыҙыҡай өҫтәл артында ултыра һәм «Йәштәрҙең 10 һорауына яуаптар» тигән брошюраны уҡый. Өҫтәлдә Изге Яҙма, блокнот һәм ручка ята.

Ни өсөн яҡшы уҡырға һәм яҙырға өйрәнеү бик мөһим? (11-се абзацты ҡарағыҙ.)

10, 11. Уҡырға һәм яҙырға өйрәнеү һинең үҙеңә һәм башҡаларға нисек ярҙам итер? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

10 Ҡыҙ баланың бәләкәй саҡта өйрәнгәндәре ҙурайғас та файҙа килтерәсәк. Әйҙәгеҙ, бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.

11 Яҡшы уҡырға һәм яҙырға өйрән. Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә ҡатындарға уҡый һәм яҙа белеү кәрәк түгел тип һанала. Ләкин был оҫталыҡтар бөтә мәсихселәр өсөн мөһим (1 Тим. 4:13)e. Шуға күрә ауыр булһа ла, уҡырға һәм яҙырға өйрән. Был тормошоңда ниндәй файҙа килтерер? Һиңә эш табыуы еңелерәк булыр. Шулай уҡ һин Алла Һүҙен ентекләберәк өйрәнерһең һәм башҡаларҙы өйрәтә алырһың. Ә иң мөһиме, Изге Яҙманы уҡып һәм уның өҫтөндә уйланып, һин Йәһүә менән дуҫлығыңды нығытырһың (Еш. 1:8; 1 Тим. 4:15).

12. Ғибрәтле һүҙҙәр 31:26-лағы принциптан нимәгә өйрәнеп була?

12 Аралашыу оҫталығын яҡшырт. Бөтә мәсихселәргә лә иғтибар менән тыңларға һәм һөйләшергә өйрәнергә кәрәк. Был хаҡта Яҡуб: «Ҡәҙерле имандаштарым, шуны белегеҙ: һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын булһын», — тип әйткән (Яҡ. 1:19). Башҡаларҙы иғтибар менән тыңлап, уларҙы хөрмәт иткәнеңде күрһәтерһең (1 Пет. 3:8). Әгәр әңгәмәсеңдең нимәне күҙ уңында тотҡанын һәм нимә хис иткәнен аңламаһаң, һорауҙар бир. Ә инде һиңә һөйләргә сират етһә, уйыңа килгән беренсе фекерҙе әйтмә (Ғиб. һүҙ. 15:28). Тәүҙә үҙеңдән: «Мин әйтергә йыйынған хәбәр ысынмы? Ул башҡаларҙы рухландырырмы? Һүҙҙәремдә хөрмәт һәм игелек сағыламы?» — тип һора. Иғтибар менән тыңлай һәм әҙәпле һөйләшә белгән апайҙарҙан өйрән. (Ғибрәтле һүҙҙәр 31:26-ны уҡығыҙ.) Уларҙың нисек һәм нимә әйткәндәренә иғтибар ит. Был оҫталыҡты яҡшыраҡ үҙләштергән һайын, һинең башҡалар менән мөнәсәбәттәрең дә яҡшырыр.

Йәш ҡыҙ урамдағы баҙарҙа йәшелсә һайлай һәм һатыусы менән һөйләшә. Янында әсәһе тора.

Яҡшы хужабикә булған ҡатын үҙ ғаиләһе һәм йыйылыш өсөн — ҡиммәтле бүләк. (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)

13. Һиңә яҡшы хужабикә булырға нимә ярҙам итер? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

13 Яҡшы хужабикә булырға өйрән. Күп илдәрҙә өй эштәре ҡатын-ҡыҙҙар өҫтөндә ята. Һин әсәйеңдән һәм йыйылыштағы апайҙарҙан күп нәмәгә өйрәнә алаһың. Си́нди исемле ҡәрҙәш бына нимә ти: «Әсәйем эштән шатлыҡ таба белә. Ул мине лә быға өйрәтте. Шуға күрә мин бешерергә, йыйыштырырға, тегергә һәм аҡсаны һаҡсыл тотонорға өйрәндем. Быларҙың барыһы миңә тормошомда ла, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә лә ярҙам итеп тора. Шулай уҡ әсәйем мине ҡунаҡсыл булырға өйрәтте. Был миңә иҫ киткес ҡәрҙәштәр менән танышырға мөмкинлек бирҙе» (Ғиб. һүҙ. 31:15, 21, 22). Үҙ йорто тураһында хәстәрлек күргән, эшсән, ҡунаҡсыл ҡатын — ғаиләһе һәм йыйылыш өсөн ысын бүләк (Ғиб. һүҙ. 31:13, 17, 27; Ғәм. 16:15).

14. Кристал ҡәрҙәштең миҫалы нимәгә өйрәтә һәм һин ниндәй маҡсаттар ҡуя алаһың?

14 Үҙеңде тәьмин итергә өйрән. Һәр мәсихсе үҙен тәьмин итә белергә тейеш (Флп. 4:11). Ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ Кри́стал былай ти: «Өлкән кластарҙа уҡығанда, атай-әсәйем миңә тормошта файҙа килтергән һөнәр алыр өсөн айырым предметтарҙы тәрәнерәк өйрәнергә тәҡдим итте. Атайым миңә бухгалтерияны һайларға кәңәш итте. Был минең өсөн бик файҙалы булды». Ләкин аҡса эшләү — ярты эш, аҡсаны шулай уҡ дөрөҫ ҡуллана белергә лә кәрәк (Ғиб. һүҙ. 31:16, 18). Үҙеңә рухи маҡсаттар ҡуй. Уларға өлгәшер өсөн, бурысҡа инмә һәм кәрәкмәгән әйберҙәр һатып алма (1 Тим. 6:8).

КИЛӘСӘККӘ ӘҘЕРЛӘН

15, 16. Кейәүгә сыҡмаған ҡәрҙәштәребеҙ йыйылышта ниндәй роль уйнай? (Марк 10:29, 30).

15 Ни өсөн Алла хуплаған сифаттар һәм файҙалы оҫталыҡтар үҫтерергә кәрәк? Шулай итеп һин киләсәктәге вазифаларға әҙер булырһың, ә улар тормошта һайлаған юлыңа бәйле. Әйҙәгеҙ, бер нисә була алған осраҡты ҡарап сығайыҡ.

16 Бәлки, һин бер ни тиклем ваҡыт кейәүгә сыҡмаҫҡа ҡарар итерһең. Ғайсаның һүҙҙәренән күренеүенсә, Аллаға хеҙмәт иткән ҡайһы бер ҡатындар, уларҙың мәҙәниәттәрендә кейәүгә сыҡмау хупланмаһа ла, никахҡа инмәҫкә ҡарар итә (Матф. 19:10—12). Икенселәре ғаилә ҡорорға теләһә лә, төрлө сәбәптәр арҡаһында кейәүгә сыҡмай. Йәһүә һәм Ғайса кейәүгә сыҡмаған имандаштарыбыҙҙы әһәмиәтһеҙ тип һанамай. Улар йыйылышта мөһим роль уйнай. Беҙҙең имандаш ҡатын-ҡыҙҙар башҡалар менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһына һәм уларға яратыу сағылдыра. Күптәр өсөн улар рухи мәғәнәлә апай һәм әсәй булып китә. (Марк 10:29, 30-ҙы уҡығыҙ; 1 Тим. 5:2).

17. Йыйылыштағы ҡыҙҙар тулы ваҡытлы хеҙмәткә нисек әҙерләнә ала?

17 Тулы ваҡытлы хеҙмәт башлай алаһың. Бөтә донъя буйынса вәғәз эшенең ҙур өлөшөн ҡыҙ ҡәрҙәштәр алып бара (Зәб. 68:11). Тулы ваҡытлы хеҙмәтте ҡасан башларға икәнен һин хәҙер үк планлаштыра алаһыңмы? Һин теократик төҙөлөштә, Вефилдә йә пионер булып хеҙмәт итә алыр инең. Маҡсатың тураһында доға ҡыл. Төҙөүсе, вефилсе йә пионер булып хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәр менән аралаш. Был хеҙмәткә нисек әҙерләнеп булғаны тураһында һораш. Шунан һуң үтәй алырлыҡ план төҙө. Әгәр тулы ваҡытлы хеҙмәт башлаһаң, был ҡарарың хаҡында бер ҡасан да үкенмәҫһең. Һинең Йәһүә менән хеҙмәттәшлек итергә иҫ киткес мөмкинлектәрең асыласаҡ.

Йәш ҡыҙ имандаштары менән аралаша. Ул Батшалыҡ залын йыйыштырыуҙа ҡатнашҡан өйләнмәгән ҡәрҙәшкә иғтибар итә.

Кейәүгә сығырға йыйынһаң, тормош иптәшен һайлауға етди ҡара. (18-се абзацты ҡарағыҙ.)

18. Ни өсөн ҡыҙ ҡәрҙәштәргә тормош иптәшен һайлауға етди ҡарарға кәрәк? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

18 Бәлки, һин кейәүгә сығырға ҡарар итерһең. Беҙ ҡарап сыҡҡан сифаттар һәм оҫталыҡтар һиңә яҡшы ҡатын булырға ярҙам итер. Тормош иптәшен һайлауға бик етди ҡарарға кәрәк. Был — тормошоңда иң мөһим ҡарарҙарының береһе. Шуны иҫтә тот: тормош иптәшең һинең башың булып китер, һәм һиңә уға буйһонорға кәрәк булыр (Рим. 7:2; Ефес. 5:23, 33). Үҙеңдән былай тип һора: «Ул Мәсихтән өлгө алырға тырышамы? Йәһүә уның тормошонда беренсе урындамы? Ул аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итәме? Үҙ хаталарын таныймы? Ҡатындарҙы хөрмәт итәме? Ул миңә Йәһүә менән дуҫлығымды артабан да үҫтерергә ярҙам итерме? Ул матди ихтыяждарымды ҡайғырта алырмы һәм миңә яҡшы дуҫ булырмы? Ул яуаплы кешеме? Мәҫәлән, йыйылышта уның ниндәй вазифалары бар, һәм ул уларҙы нисек башҡара?» (Лука 16:10; 1 Тим. 5:8). Әлбиттә, һиңә яҡшы ир табыу тураһында ғына түгел, ә үҙеңә лә нисек яҡшы ҡатын булыуы тураһында уйланырға кәрәк.

19. Ни өсөн ярҙамсы булыу — хөрмәтле вазифа?

19 Тәүратта әйтелгәнсә, яҡшы ҡатын ире өсөн ярҙамсы булып тора (Баш. 2:18). Был ҡатынды түбәнһетәме? Һис тә юҡ. Ярҙамсы булыу — хөрмәтле вазифа. Изге Яҙмала Йәһүә үҙе лә ярҙамсы тип атала (Зәб. 54:4; Евр. 13:6). Ярҙам итергә теләгән ҡатын иренә таяныс булып тора. Мәҫәлән, ире ғаиләгә ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул иткәндә, ҡатыны уларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Улар берҙәм икәнен ҡатын бер ҡасан да онотмай. Йәһүәне яратҡанға күрә, ҡатын иренең абруйы хаҡында ҡайғырта һәм уның тураһында насар һөйләмәй (Ғиб. һүҙ. 31:11, 12; 1 Тим. 3:11). Нисек шундай яҡшы ҡатын булырға? Һин бөгөн үк Йәһүәгә ҡарата яратыуыңды үҫтерә алаһың һәм туғандарың, имандаштарың өсөн яҡшы ярҙамсы була алаһың.

20. Әсәй кешенең ғаиләлә роле ниндәй?

20 Бәлки, һин әсәй булып китерһең. Кейәүгә сыҡҡас, һеҙҙең, бәлки, балағыҙ булыр (Зәб. 127:3). Был мәҡәләлә ҡарап сыҡҡан сифаттар һәм оҫталыҡтар һиңә яҡшы ҡатын һәм әсәй булырға ярҙам итер. Мөхәббәтең, игелегең, түҙемлегең өйҙә йылы мөхит булдырыр. Балалар үҙҙәрен имен һәм шатлыҡлы тойор (Ғиб. һүҙ. 24:3).

Юғары фотоһүрәттәрҙә килтерелгән йәш ҡыҙ ҡәрҙәштәребеҙ шатланып хеҙмәт итә: 1) уҡығандары өҫтөндә уйланып ултырған ҡыҙыҡай шатланып йылмая. Уның ҡулында асыҡ Изге Яҙма; 2) һатыусы менән һөйләшкән ҡыҙ Вефилдәге ашханала өҫтәл әҙерләй; 3) брошюра уҡыған ҡыҙ кеше хеҙмәттә бер ҡатынға Изге Яҙманан аят уҡый; 4) Батшалыҡ залында өйләнмәгән ҡәрҙәшкә иғтибар иткән ҡыҙ ҡәрҙәш оло йәштәге апай менән күсмә стенд янында хеҙмәт итә.

Йыйылыштағы күп ҡатын-ҡыҙҙар бала саҡтан Изге Яҙманы өйрәнгән, белгәндәрен ҡулланған һәм рухи яҡтан етлеккән мәсихсе булып киткән. (21-се абзацты ҡарағыҙ.)

21. Йыйылыштағы ҡыҙҙарҙы ни өсөн ҡәҙерләгәнегеҙҙе һөйләп бирегеҙ. (Тышлыҡтағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

21 Ҡәҙерле ҡыҙ ҡәрҙәштәребеҙ, һеҙ Йәһүә һәм уның халҡы өсөн бик күп эш башҡараһығыҙ! (Евр. 6:10). Һеҙ Мәсихкә оҡшарға тырышаһығыҙ. Һеҙ үҙегеҙҙең һәм башҡаларҙың тормошон бәхетле иткән файҙалы оҫталыҡтар үҫтерәһегеҙ. Әгәр артабан да шулай эш итһәгеҙ, ниндәй генә тормош юлын һайлаһағыҙ ҙа, уңышлы булырһығыҙ. Беҙ һеҙҙе бик-бик яратабыҙ!

ОШО АЯТТАР ЙӘШ ҠЫҘҘАРҘЫ НИМӘГӘ ӨЙРӘТӘ?

  • 1 Тимофейға 2:9, 10

  • Ғибрәтле һүҙҙәр 31:26

  • Марк 10:29, 30

137-СЕ ЙЫР Йәһүәгә тоғро ҡатындар

a Ҡәҙерле һеңлеләр, йыйылыш һеҙҙе бик ныҡ ярата. Йәһүә һеҙҙең рухи яҡтан етлеккән булыуығыҙҙы теләй. Бының өсөн һеҙгә яҡшы сифаттар һәм кәрәкле оҫталыҡтар үҫтерергә кәрәк. Шул саҡта, ниндәй генә тормош юлын һайлаһағыҙ ҙа, был һеҙгә шатлыҡ килтерер.

b АҢЛАТМА. Рухи яҡтан етлеккән мәсихсе был донъяның зирәклегенә түгел, ә Алла рухының йүнәлешенә эйәрә. Шундай кеше Мәсихтән өлгө ала, Йәһүә менән дуҫлығын ҡәҙерләй һәм башҡаларға фиҙаҡәр яратыу сағылдыра.

c jw.org сайтында «Изге Яҙмалағы ҡатын-ҡыҙҙар. Уларҙың тормоштарынан нимәгә өйрәнеп була?» тигән мәҡәләне (тат.) ҡарағыҙ.

d «Күҙәтеү манараһы» 2021 йылдың март сығарылышында 14—19-сы биттәрен ҡарағыҙ.

e jw.org сайтында «Ни өсөн балаларға китап уҡыу мөһим. 1-се өлөш. Уҡырғамы йә ҡарарғамы?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу