Колосстарға хат
2 Һеҙҙең хаҡҡа, шулай уҡ Лаудикияла йәшәгәндәрҙең һәм минең менән шәхсән таныш булмағандарҙың барыһы хаҡына ниндәй ҡаты көрәш алып барғанымды белеүегеҙҙе теләйем. 2 Мин был көрәште һеҙҙең барығыҙ ҙа йыуаныс тапһын һәм яратыу менән берләшһен өсөн алып барам. Шулай итеп һеҙ байлыҡҡа, йәғни Алланың изге серен аныҡ һәм хаҡ аңлауға, шулай уҡ ул сер тураһында теүәл белемгә эйә булырһығыҙ. Ул сер — Мәсих. 3 Мәсихтә аҡыллылыҡтың һәм белемдең бөтә хазиналары йәшерелгән. 4 Быны бер кем дә һеҙҙе ышаныслы булып күренгән дәлилдәр менән алдамаһын өсөн әйтәм. 5 Һеҙҙән йыраҡ булһам да, уйҙарымда мин һеҙҙең менән һәм бөтә нәмәлә тәртип һаҡлағанығыҙҙы, Мәсихкә ныҡ ышанғанығыҙҙы белеп шатланам.
6 Шулай итеп, Хужабыҙ Ғайса Мәсихкә ышанғас, артабан да уның кеүек эш итегеҙ*. 7 Үҙегеҙ өйрәтелгәнсә, Мәсихтә тамыр йәйегеҙ һәм нығынығыҙ*, иманда ныҡ тороғоҙ, шулай уҡ һәр ваҡыт Аллаға рәхмәттәр әйтегеҙ*.
8 Һаҡ булығыҙ, берәү ҙә һеҙҙе Мәсихтең өйрәтеүҙәренә түгел, ә кешеләрҙең йолаларына, был донъяның ҡараштарына нигеҙләнгән фәлсәфә һәм ялған фекер йөрөтөүҙәр менән үҙ ҡоло* итмәһен, 9 сөнки тап Мәсихтә Алланың сифаттары тулы кимәлдә кәүҙәләнгән. 10 Шуға күрә һеҙ уның арҡаһында — бөтә хакимлыҡтарҙың һәм властарҙың башында торған Мәсих арҡаһында — тулылыҡҡа эйә булдығыҙ. 11 Уға ышанғанға күрә, һеҙ сөннәтләндегеҙ, ләкин кеше ҡулы менән түгел. Был сөннәт — гонаһлы тәндән ҡотолоу ул. Мәсих хеҙмәтселәре шулай сөннәтләнә лә. 12 Һеҙ уныҡы һымаҡ һыуға сумдырылыу менән сумдырылған саҡта уның менән ерләндегеҙ, шулай уҡ уның менән берҙәмлектә булыуығыҙ һәм уны терелткән Алланың көсөнә ышаныуығыҙ арҡаһында уның менән терелтелдегеҙ.
13 Элек һеҙ үҙегеҙҙең насар эштәрегеҙ һәм сөннәтләнмәгән булыуығыҙ арҡаһында үле инегеҙ, ләкин Алла һеҙҙе Мәсих менән бергә тере итте. Ул ихлас күңелдән беҙҙең бөтә насар эштәребеҙҙе ғәфү итте, 14 бойороҡтарҙан торған һәм беҙгә ҡаршы булған ҡанунды юйып ташланы. Алла был ҡанунды бағанаға ҡаҙаҡлап юҡҡа сығарҙы. 15 Уның ярҙамында* ул хөкүмәттәрҙе һәм властарҙы ҡоралһыҙландырҙы* һәм уларҙы, тантаналы йөрөштә алып барып, бөтөнөһөнөң күҙ алдында еңелгәндәр итеп күрһәтте.
16 Шуға күрә бер кемдең дә һеҙгә нимә ашарға һәм эсергә, һәр йыл үткәрелә торған байрамдарҙы үткәрергәме, яңы ай йәки шәмбе көнөн тоторғамы икәнен әйтергә хаҡы юҡ. 17 Быларҙың барыһы ла — киләсәктә булырға тейешле нәмәләрҙең күләгәһе, ә ысынбарлыҡ — Мәсихтә. 18 Үҙҙәре йәнәһе күргән нәмәләр* менән маҡтанып, яһалма баҫалҡылыҡтан һәм фәрештәләргә табыныуҙан* рәхәтлек тапҡан кешеләргә үҙегеҙҙе бүләктән мәхрүм итергә рөхсәт итмәгеҙ. Гонаһлы кешеләргә хас фекер йөрөтөү арҡаһында ундай кешеләр бер сәбәпһеҙ ғорурланып киткән. 19 Улар Башыбыҙға эйәрмәй, ә бит тап уның арҡаһында тән бөтә кәрәкле нәмәне ала. Уның ярҙамында тәндең бөтә өлөштәре бер-береһе менән быуындар һәм һеңерҙәр ярҙамында беркетелә, һәм тән Алла көсө менән нығынып үҫә.
20 Әгәр ҙә Мәсих менән үлеп, был донъяның ҡараштарынан ҡотолғанһығыҙ икән, нишләп һаман да был донъяның өлөшө булған һымаҡ йәшәйһегеҙ? Нишләп артабан да 21 «ҡулыңа алма», «ашама», «ҡағылма» тигән ҡағиҙәләргә буйһонаһығыҙ? 22 Был ҡағиҙәләр ашап-эскәндә юҡҡа сыҡҡан нәмәләргә ҡағыла. Был — кеше ҡағиҙәләре һәм өйрәтеүҙәре. 23 Ул ҡағиҙәләрҙе тотҡан кешеләр Аллаға нисек табынырға икәнен үҙҙәре хәл итә. Улар яһалма баҫалҡылыҡ күрһәтә һәм үҙ тәндәрен интектерә. Аҡыллы булып күренһәләр ҙә, был ҡағиҙәләрҙең гонаһлы теләктәр менән көрәшеүҙә бер файҙаһы ла юҡ.