Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lv 2 бүлек 14—24 бб.
  • Выжданды саф килеш нисек һаҡларға?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Выжданды саф килеш нисек һаҡларға?
  • Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • НИМӘ УЛ ВЫЖДАН ҺӘМ УЛ НИСЕК ЭШ ИТӘ?
  • ВЫЖДАНДЫ ӨЙРӘТЕР ӨСӨН НИМӘ ЭШЛӘРГӘ?
  • БАШҠАЛАРҘЫҢ ВЫЖДАНЫН ИҪӘПКӘ АЛ
  • САФ ВЫЖДАН НИНДӘЙ ФАТИХАЛАР КИЛТЕРӘ?
  • Выжданың Алла алдында саф булһын
    Алла һөйөүендә ҡалығыҙ
  • Үҙ выжданыңды нисек тәрбиәләргә?
    Йәштәрҙең һорауҙары
Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ
lv 2 бүлек 14—24 бб.
Компас һәм карта

ИКЕНСЕ БҮЛЕК

Выжданды саф килеш нисек һаҡларға?

«Выжданығыҙ саф булһын» (1 ПЕТЕР 3:16).

1, 2. Ни өсөн компас бик мөһим ҡорал, һәм ни өсөн уны выждан менән сағыштырып була?

МОРЯК киң океандың тулҡындарын йырып карапта бара; сәйәхәтсе кеше йөрөмәгән сүл аша үтә; пилот күкте ҡаплаған болоттар өҫтөнән самолетын алып бара. Был кешеләрҙең ниндәй уртаҡ яҡтары бар? Компастары, бигерәк тә заманса приборҙары булмаһа, улар бик ауыр хәлгә эләгерҙәр ине.

2 Компас — был һәр ваҡыт төньяҡты күрһәткән магнитлы уғы булған ябай ғына бер прибор. Әгәр ул төҙөк булһа, һәм, өҫтәүенә, беҙҙең яҡшы картабыҙ булһа, ул беҙҙе үлемдән һаҡлап ҡала ала. Компасты Йәһүә беҙгә биргән ҡәҙерле бүләк — выждан менән сағыштырып була (Яҡуп 1:17). Выждан булмаһа, беҙ тормош юлында аҙашыр инек. Уны дөрөҫ ҡулланһаҡ, ул беҙгә дөрөҫ юлдан ситкә тайпылмайынса йөрөргә ярҙам итәсәк. Выждан нимә ул? Ул нисек эш итә? Әйҙәгеҙ, быны беләйек. Унан һуң бындай һорауҙарға яуап алырбыҙ: 1) выжданды өйрәтер өсөн нимә эшләргә; 2) ни өсөн беҙ башҡаларҙың выжданын иҫәпкә алырға тейеш; 3) выжданды саф килеш һаҡлау ниндәй фатихалар килтерә.

НИМӘ УЛ ВЫЖДАН ҺӘМ УЛ НИСЕК ЭШ ИТӘ?

3. «Выждан» тип тәржемә ителгән грек һүҙе ниндәй мәғәнә йөрөтә, һәм ул кешеләрҙең ниндәй ғәжәп һәләтен һүрәтләй?

3 Изге Яҙмаларҙа «выждан» тип тәржемә ителгән грек һүҙе «үҙ-үҙеңде белеү» тигән мәғәнә йөрөтә. Ерҙә йәшәгән башҡа тере заттарҙан айырмалы булараҡ, кешеләрҙең Алланан бирелгән үҙ-үҙҙәрен танып белеү һәләте бар. Ниндәйҙер мәғәнәлә беҙ туҡтап һәм үҙ-үҙебеҙгә ситтән ҡарап, эштәребеҙгә әхлаҡи баһа бирә алабыҙ. Выжданыбыҙ эске шаһит йәки судья булып, эштәребеҙҙе, ҡараштарыбыҙҙы һәм ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙҙы тикшереп сыға ала. Ул беҙгә дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итә йәки насар ҡарарҙан киҫәтә ала. Һөҙөмтәлә, яҡшы юл һайлағанда, выждан беҙгә шатлыҡ килтерергә, ә дөрөҫ юлдан тайпылғанда, беҙҙе ғазапларға мөмкин.

4, 5. а) Ни өсөн беҙ Әҙәм менән Һауаның выжданы булған тип әйтә алабыҙ, һәм уларҙың Алла законын боҙоуҙары нимәгә килтергән? б) Ниндәй миҫалдарҙан боронғо заманда йәшәгән тоғро хеҙмәтселәрҙең үҙ выждандарына ҡолаҡ һалғандары күренә?

4 Был һәләт беренсе ир менән ҡатынға бирелгән булған. Әҙәм менән Һауа гөнаһ ҡылғандан һуң оялыу тойғоһо кисергәндәр, һәм был уларҙың выждандары бар икәнен күрһәткән (Башланмыш 3:7, 8). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың саф булмаған выждандары хәлде инде төҙәтә алмаған. Улар Алла законын белә тороп боҙғандар. Шулай итеп, улар аңлы рәүештә фетнәселәр, Йәһүәнең дошмандары, булып киткәндәр. Камил кешеләр булараҡ, улар нимә эшләгәндәрен яҡшы аңлағандар, шуға күрә уларҙы кисереү мөмкин булмаған.

5 Әҙәм менән Һауанан айырмалы булараҡ, камил булмаған күп кенә кеше үҙ выждандарының тауышын тыңлай. Мәҫәлән, тоғро Әйүп былай тип әйткән: «Мин тәҡүәлегемә тотоноп торормон һәм уны бер ҙә ысҡындырмам, тере сағымда йөрәгем мине ғәйепләмәҫ» (Әйүп 27:6)a. Әйүптең выжданы саф булған. Төрлө эштәр башҡарғанда һәм ҡарарҙар ҡабул иткәндә, ул үҙ выжданының тауышына ҡолаҡ һалған. Шуға күрә Әйүп выжданы уны ғәйепләмәй, йәғни оят һәм ғәйеп хистәре уятып ғазапламай, тип әйтә алған. Ә бына Дауыт башҡа хистәр кисергән. Ул Йәһүәнең майланған батшаһына тейешле хөрмәт күрһәтмәгәс, «выжданы уны ғазаплай башлаған» (1 Ишмуил 24:5). Дауыт выждан ғазабы кисергән һәм был уға файҙа килтергән: ул ундай тәртиптән ҡасырға өйрәнгән.

6. Выждан — барлыҡ кешеләргә бирелгән бүләк икәнен нимә күрһәтә?

6 Выждан бүләге Йәһүә хеҙмәтселәренә генә бирелгәнме? Илсе Паулдың һүҙҙәренә иғтибар итәйек: «Ҡанундары булмаған башҡа халыҡ кешеләре, ҡанундары булмаһа ла, тәбиғәттәре буйынса ҡанундағыны эшләгәндә, үҙҙәренә үҙҙәре ҡанун булалар. Улар ҡанундың асылы йөрәктәренә яҙылғанын күрһәтәләр, выждандары ла шаһитлыҡ бирә, һәм улар үҙ уйҙарында үҙҙәрен йә ғәйепләй, йә хатта аҡлай» (Римлыларға 2:14, 15). Йәһүәнең закондары менән бөтөнләй таныш булмаған кешеләр ҙә выждандары ярҙамында ваҡыт-ваҡыт Алла принциптары буйынса эш итергә мөмкин.

7. Ни өсөн выждан ҡайһы ваҡыт дөрөҫ булмаған юлдан алып китергә мөмкин?

7 Ләкин ҡайһы бер осраҡтарҙа выждан беҙҙе яңылыш юлдан алып китергә мөмкин. Ни өсөн? Мәҫәлән, компасты берәй тимер әйбер янына ҡуйһаң, уның уғы дөрөҫ күрһәтмәй башлаясаҡ. Өҫтәүенә, яҡшы карта булмаһа, компас аҙ файҙа килтерәсәк. Тап шулай уҡ выжданыбыҙға ла эгоистик теләктәребеҙ бик ныҡ тәьҫир итһә, ул беҙҙе дөрөҫ булмаған яҡҡа алып китергә мөмкин. Выжданды Алла Һүҙендәге ышаныслы етәкселеккә нигеҙләнмәйенсә ҡулланһаҡ, беҙгә мөһим һорауҙарҙы хәл иткәндә, яҡшылыҡты насарлыҡтан айырыу ауыр булыр. Шунлыҡтан выжданыбыҙ дөрөҫ эш итһен өсөн, беҙгә Йәһүәнең изге рухының етәкселеге кәрәк. Паул: «Выжданым изге рух аша шаһитлыҡ бирә», — тип яҙған булған (Римлыларға 9:1). Выжданыбыҙ Йәһүәнең изге рухы ҡушҡанса эш итәме? Быны нисек белергә? Бының өсөн выжданды өйрәтергә кәрәк.

ВЫЖДАНДЫ ӨЙРӘТЕР ӨСӨН НИМӘ ЭШЛӘРГӘ?

8. а) Йөрәк выжданыбыҙға нисек тәьҫир итергә мөмкин, һәм ҡарарҙар ҡабул иткәндә, нимәне иҫәпкә алырға кәрәк? б) Ни өсөн мәсихсегә саф выжданлы ғына булыу аҙ? (Төшөрмәне ҡара.)

8 Ҡарарҙарыбыҙ выжданыбыҙға ҡаршы килмәһен өсөн нимә эшләргә? Ҡайһы берәүҙәр ҡарар ҡабул иткәндә, күрәһең, үҙ хистәрен генә иҫәпкә ала. Шунан һуң улар: «Был минең выжданыма ҡаршы килмәй», — тип әйтергә мөмкин. Йөрәк теләктәре бик көслө була ала һәм хатта выжданға ла тәьҫир итергә мөмкин. «Кеше йөрәге дыуамал һәм бар нәмәнән дә мәкерлерәк. Кем уны белә ала?» — тип әйтелә Иремия 17:9-ҙа. Шуға күрә Йәһүә Аллаға шатлыҡ килтергән эштәр беренсе урында, ә йөрәгебеҙҙең теләктәре икенсе урында булырға тейешb.

9. Алланан ҡурҡыу нимә ул, һәм ул выжданыбыҙға нисек тәьҫир итә ала?

9 Ҡарар өйрәтелгән выждан буйынса ҡабул ителһә, был ҡарарҙа үҙ теләктәребеҙ түгел, ә Алланан ҡурҡыу сағыласаҡ. Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Тоғро хаким Нихамиҙың Иерусалимда йәшәүселәрҙән һалым алырға хоҡуғы булған. Әммә ул быны эшләмәгән. Ни өсөн? Уның Алла халҡын йәберләп, Йәһүәнең асыуын сығарғыһы килмәгән. «Мин Алланан ҡурҡҡанға, улай эшләмәнем», — тигән ул (Нихами 5:15). Беҙҙә Алланан ҡурҡыу — күктәге Атайыбыҙға яраҡлы булмауҙан эскерһеҙ ҡурҡыу — булырға тейеш. Ҡарарҙар ҡабул иткәндә, Аллаға ҡарата шундай тәрән хөрмәт уятыусы ҡурҡыу беҙҙе уның Һүҙенән етәкселек эҙләргә этәрәсәк.

10, 11. Иҫерткес эсемлектәр тураһында әйткәндә, Изге Яҙмаларҙағы ниндәй принциптарҙы иҫәпкә алырға кәрәк, һәм уларҙы ҡулланыр өсөн, Алла етәкселеген нисек алып була?

10 Мәҫәлән, иҫерткес эсемлектәргә ҡағылышлы һорауҙарҙы ҡарап сығайыҡ. Дуҫтар йәки туғандар менән бергә йыйылғанда, күп кешеләр үҙҙәренә: «Иҫерткес эсемлектәрҙе эсергәме-юҡмы?» — тигән һорау бирергә тейеш. Тәүҙә Изге Яҙмаларҙағы иҫерткес эсемлектәргә ҡағылышлы принциптарҙы ҡарап сыҡ. Изге Яҙмаларҙа ундай эсемлектәрҙе саманы белеп эсеү хөкөм ителмәй. Унда Йәһүә кешеләргә шарапты бүләк итеп биргәне өсөн данлана (Мәҙхиә 103:14, 15). Әммә Инжилдә иҫерткес эсемлектәрҙе саманы белмәйенсә эсеү һәм әҙәпһеҙ эсеү мәжлестәре хөкөм ителә (Лука 21:34; Римлыларға 13:13). Өҫтәүенә, унда эскеселек бик ауыр гөнаһтар менән, мәҫәлән, аҙғынлыҡ һәм зина ҡылыу менән, бергә иҫкә алына (1 Көринттәргә 6:9, 10)c.

11 Ундай принциптар мәсихсенең выжданын өйрәтә һәм һиҙгерерәк булырға ярҙам итә. Шуға күрә дуҫлыҡ осрашыуында иҫерткес эсемлектәр булһа, үҙеңә бындай һорауҙар бир: «Ни өсөн был осрашыу ойошторолған? Барыһы ла әҙәпле үтерме һәм осрашыу әҙәпһеҙ эсеү мәжлесе булып китмәҫме? Минең ниндәй ғәҙәттәрем бар? Мин иҫерткес эсемлектәргә бирелеүсән түгелме? Кәйефемде йәки тәртибемде үҙгәртер өсөн эсмәйемме? Саманы белеп эсә аламмы?» Изге Яҙмаларҙағы принциптар һәм уларға бәйле һорауҙар тураһында уйланғанда, етәкселек һорап Йәһүәгә доға ҡыл (Мәҙхиә 138:23, 24 уҡы.) Шулай итеп, беҙ Йәһүәгә үҙебеҙ менән етәкселек итергә юл асабыҙ, һәм ул быны изге рухы ярҙамында башҡара. Беҙ шулай уҡ выжданыбыҙҙы Алланың принциптары буйынса эш итергә өйрәтәбеҙ. Әммә ҡарарҙар ҡабул иткәндә, тағы бер яҡты иҫтә тотоу мөһим.

БАШҠАЛАРҘЫҢ ВЫЖДАНЫН ИҪӘПКӘ АЛ

Бер ир кеше байрамда ҡыҙыл шарапты эсергәме-юҡмы икән, тип уйлап ултыра

Иҫерткес эсемлекте эсергәме-юҡмы? Изге Яҙмалар буйынса өйрәтелгән выждан һиңә дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итәсәк

12, 13. Ни өсөн мәсихселәрҙең выжданы төрлө, һәм ундай осраҡтарҙа беҙ нимә эшләргә тейеш?

12 Бер мәсихсенең выжданы башҡа мәсихсенең выжданынан бик ныҡ айырылып торорға мөмкин. Береһе ниндәйҙер эште яраҡһыҙ тип һанай, ә икенсеһе шул уҡ эштә бер ниндәй насарлыҡ күрмәй. Мәҫәлән, кемдер кисен дуҫтар менән бергә йыйылып, бер аҙ эсеп алыуҙы күңелле тип һанай, ә башҡа мәсихсене был борсоуға һала. Ни өсөн уларҙың ҡараштары айырылып тора һәм был беҙгә, ҡарарҙар ҡабул иткәндә, нисек тәьҫир итә ала?

13 Кешеләрҙең бер-береһенән айырылып тороуына күп сәбәптәр бар. Улар, бәлки, төрлө шарттарҙа үҫкәндәрҙер. Мәҫәлән, кемдер үткәндә үҙенең берәй көсһөҙ яғы менән оҙаҡ ваҡыт көрәшкәндер һәм ҡайһы ваҡыт көрәше уңышһыҙ булғандыр (1 Батшалар 8:38, 39). Әгәр уның кәмселеге иҫерткес эсемлектәр менән бәйле булһа, ул айырыуса иғтибарлы булыр. Был кеше һиңә ҡунаҡҡа килгәс, бәлки, үҙ выжданы ҡушҡанса эш итеп, иҫерткес эсемлек эсмәҫкә булыр. Һин уға үпкәләрһеңме йәки уны ҡыҫтап торорһоңмо? Юҡ. Ни өсөн ул эсемлектән баш тарта? Һин бының сәбәбен теүәл белмәйһең. Моғайын, уның бының турала һөйләгеһе килмәйҙер. Шулай ҙа ҡәрҙәштәрсә яратыу күрһәтеп, һин уны эсергә мәжбүр итмәҫһең.

14, 15. Беренсе мәсихселәр, үҙ выждандары буйынса эш итеп, ниндәй һорауға төрлөсә ҡараған, һәм Паул ниндәй кәңәш биргән?

14 Илсе Паул мәсихселәрҙең выжданы бер-береһенән бик ныҡ айырылып торғанына иғтибар иткән. Шул көндәрҙә ҡайһы бер мәсихселәрҙе боттарға ҡорбан ителгән ризыҡ тураһында һорау борсоған (1 Көринттәргә 10:25). Бындай ризыҡты ҡорбан итеп килтергәндән һуң баҙарҙарҙа һатҡандар, һәм Паулдың выжданы был ризыҡты кире ҡаҡмаған. Уның өсөн боттар буш нәмә булған. Ризыҡ ысынбарлыҡта боттарҙыҡы түгел, ә Йәһүәнеке булған. Әммә Паул ҡайһы берәүҙәрҙең башҡаса уйлауы мөмкин икәнен аңлаған. Ҡайһы берәүҙәр, мәсихселәр булып киткәнсе, бәлки, боттарға ысын күңелдән табынғандарҙыр. Әммә хәҙер ботҡа табыныу менән бәйле бар нәмә улар өсөн ерәнгес булып киткән. Паул ниндәй кәңәш биргән?

15 «Беҙ, көслөләр, көсһөҙҙәрҙең йөктәрен күтәреп йөрөргә һәм үҙ файҙабыҙ тураһында уйламаҫҡа тейеш. Мәсих тә бит үҙ файҙаһы тураһында уйламаған», — тип яҙған ул (Римлыларға 15:1, 3). Паул беҙҙе, Ғайсанан үрнәк алып, үҙебеҙ тураһында түгел, ә күберәк ҡәрҙәштәр тураһында уйларға өндәгән. Быға оҡшаш бер осраҡта Паул, ҡәрҙәшемә кәртә булмаҫ өсөн, ит ашамам, сөнки был ҡәҙерле һарыҡ өсөн Мәсих үҙ тормошон биргән тип әйткән. (1 Көринттәргә 8:13; 10:23, 24, 31—33 уҡы.)

16. Ни өсөн кеше, выжданы уны берәй эштән тыйһа, ә башҡаларҙың выжданы быны эшләргә рөхсәт итһә, уларҙы хөкөм итмәҫкә тейеш?

16 Шул уҡ ваҡыт кешенең выжданы уны берәй эштән тыйһа, ул выждан менән бәйле һорауҙарҙа үҙ ҡарашын башҡаларға тағырға һәм уларҙы тәнҡитләргә тейеш түгел. (Римлыларға 14:10 уҡы.) Выжданыңды башҡаларҙы түгел, ә үҙеңде хөкөм итер өсөн ҡулланыу яҡшыраҡ. Ғайсаның һүҙҙәрен иҫтә тот: «Хөкөм ителмәҫ өсөн, башҡа хөкөм итмәгеҙ» (Маттай 7:1). Йыйылыштағыларҙың барыһы выждан менән бәйле һорауҙарҙа үҙ ҡарашын башҡаларға таҡмаҫҡа тырыша. Киреһенсә, беҙ йыйылышта яратыу менән берҙәмлек хөкөм һөрһөн өсөн көс ҡуябыҙ һәм бер-беребеҙҙе тәнҡитләү урынына рухи яҡтан нығытыр өсөн мөмкинлектәр эҙләйбеҙ (Римлыларға 14:19).

САФ ВЫЖДАН НИНДӘЙ ФАТИХАЛАР КИЛТЕРӘ?

Бер ҡатын күңел тыныслығын тойоп ялан буйлап китеп бара

Саф выждан йән тыныслығы һәм ҙур шатлыҡ килтереп, тормош юлы буйынса алып бара ала

17. Бөгөн күп кешеләрҙең выждандары ниндәй?

17 Илсе Петер: «Выжданығыҙ саф булһын», — тип яҙған (1 Петер 3:16). Йәһүә алдында саф выждан — был ҙур бүләк, әммә бөгөн күптәрҙең выжданы саф түгел. Паул «тупаҫ выжданлы», йәғни һүҙгә-һүҙ выждандары «ҡайнар тимер менән яндырылған» кешеләр тураһында яҙған (1 Тимутегә 4:2, төшөрмә). Тәнгә ҡыҙған тимер менән тамға ҡуйылғанда, был урын тойоу һәләтен юғалта. Күптәрҙең выждандары үле тип әйтеп була: ул ҡытыршыланған, тойоу һәләтен юғалтҡан һәм хужаларын инде киҫәтмәй, насар эштәренә ҡаршы килмәй. Шуға күрә кеше гөнаһ ҡылғанда, оялыу тойғоһо кисермәй һәм үҙен ғәйепле тип һанамай. Бөгөн күптәр ғәйеп хисен һиҙмәй башлағас: «Ниһайәт, ҡотолдом!» — тип шатланып ҡуялыр.

18, 19. а) Ғәйеп һәм оялыу тойғолары ниндәй файҙа килтерә ала? б) Үткәндәге гөнаһтарыбыҙҙа тәүбә итһәк тә, выжданыбыҙ беҙҙе һаман ғазаплап торһа, нимә эшләргә?

18 Ысынбарлыкта, беҙҙә ғәйеп хисен тыуҙырып, выжданыбыҙ беҙгә дөрөҫ эш итмәгәнебеҙҙе белдерә. Бындай хистәр гөнаһ ҡылған кешене тәүбә итергә этәрһә, уның иң ауыр гөнаһтары ла кисерелергә мөмкин. Мәҫәлән, Дауыт батша ауыр гөнаһ ҡылып ысын күңелдән тәүбә иткәс, кисерелгән булған. Ул үҙ гөнаһына нәфрәт менән ҡараған һәм Йәһүә закондарын үтәргә тәүәккәл булған. Дауыт Йәһүәнең «ярлыҡаусы һәм шәфҡәтле» булыуын үҙе татыған (Мәҙхиә 50:1—19; 85:5). Әммә тәүбә итеп кисерелгәс тә, беҙҙе оялыу һәм ғәйеп тойғолары яфалаһа, нимә эшләргә?

19 Ҡайһы ваҡыт выждан гөнаһ ҡылған кешелә ғәйеп хисе тыуҙырып, был уға инде бер ниндәй файҙа килтермәһә лә, оҙаҡ ваҡыт ғазапларға мөмкин. Ундай осраҡтарҙа беҙгә, бәлки, үҙебеҙҙе ғәйепләгән йөрәкте: «Йәһүә беҙҙең йөрәгебеҙҙән бөйөгөрәк һәм бар хистәребеҙҙе белә», — тип ышандырырға кәрәк булыр. Башҡаларҙы Алланың яратыуына һәм кисереүенә ышандырған кеүек, был осраҡта инде үҙебеҙҙе быға ышандырырға кәрәк. (1 Яхъя 3:19, 20 уҡы.) Шулай уҡ сафланған выждан беҙгә был донъя кешеләрендә бик һирәк була торған йән тыныслығы һәм ҙур шатлыҡ килтерә. Ауыр гөнаһ ҡылған күп кенә кеше ундай хистәр кисергән һәм бөгөн Йәһүә Аллаға саф выждан менән хеҙмәт итә ала (1 Көринттәргә 6:11).

20, 21. а) Был китап һиңә ҡайһы яҡтан ярҙам итәсәк? б) Мәсихселәргә ниндәй ирек бирелгән, һәм уны нисек ҡулланырға?

20 Беҙ Шайтан идара иткән донъя төҙөлөшөнөң шомло һуңғы көндәрендә йәшәйбеҙ. Был китап һиңә шул көндәрҙең ахырына тиклем выжданыңды саф килеш һаҡларға ярҙам итәсәк, ә был һиңә шатлыҡ килтерәсәк. Һиңә Изге Яҙмаларҙағы күп закондар, принциптар тураһында уйланырға һәм уларҙы тормошоңда ҡулланырға кәрәк. Әлбиттә, был китапта уларҙың барыһын да ҡарап сығып булмай. Өҫтәүенә, выждан менән бәйле һорауҙарға «быны эшләргә ярай, ә быны ярамай» кеүек ябай яуап көтмә. Был китап ярҙамында һин Алла Һүҙен тормошта нисек ҡулланырға икәнен белерһең, ә был һиңә үҙ выжданыңды өйрәтергә һәм уны һиҙгерерәк итергә ярҙам итер. Муса ҡанунынан айырмалы булараҡ, «Мәсих ҡануны» Алла хеҙмәтселәрен яҙылған ҡағиҙәләр буйынса ғына түгел, ә күберәк үҙ выждандары һәм принциптар буйынса эш итергә өндәй (Галаттарға 6:2). Шулай итеп Йәһүә мәсихселәргә ҙур ирек бирә. Әммә Алла Һүҙендә: «Ирегегеҙҙе яуызлыҡты йәшереү өсөн файҙаланмағыҙ», — тип әйтелгән (1 Петер 2:16). Был ирек беҙгә Йәһүәгә ҡарата яратыуыбыҙҙы күрһәтер өсөн иҫ киткес мөмкинлек бирә.

21 Изге Яҙмаларҙағы принциптарҙы тормошоңда тағы ла яҡшыраҡ нисек ҡулланып була? Бының тураһында доға ҡылып уйлан. Унан һуң ҡабул иткән ҡарарҙарың буйынса эш ит. Шулай эшләп, һин Йәһүә менән танышҡандан бирле башлаған үтә мөһим процесты, йәғни үҙ һиҙгерлегеңде өйрәтеүҙе дауам итәсәкһең. Һинең «яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға» һәләтең «үҙ һиҙгерлегеңде» ҡулланыу аша өйрәтелгән буласаҡ (Еврейҙарға 5:14). Изге Яҙмалар буйынса өйрәтелгән выждан һиңә һәр көн файҙа килтерәсәк. Ул һиңә, сәйәхәтсегә компас ярҙам иткән кеүек, күктәге Атайыңа шатлыҡ килтереүсе ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итәсәк. Шулай итеп һин Алла мөхәббәтендә ҡаласаҡһың.

a Еврей Яҙмаларында «выждан» тигән һүҙ осрамаһа ла, бындай миҫалдарҙан һүҙ выждан тураһында бара икәнлеге күренә. Ғәҙҙәттә, «йөрәк» тигән һүҙ кешенең эске донъяһын аңлата. Әммә был һәм быға оҡшаш башҡа осраҡтар «йөрәк» тигән һүҙҙең кешенең эске донъяһының махсус өлөшөнә — выжданға — ҡағылғанын күрһәтә. Мәсихсе Грек Яҙмаларында «выждан» тип тәржемә ителгән грек һүҙе яҡынса 30 тапҡыр осрай.

b Изге Яҙмаларҙа саф выжданлы булыу ғына ҡайһы ваҡыт аҙ икәне күрһәтелә. Мәҫәлән, Паул: «Выжданым бар яҡтан саф булһа ла, был мине тәҡүә итмәй. Мине тикшереп баһалаусы — ул Йәһүә», — тип әйткән (1 Көринттәргә 4:4). Ҡасандыр мәсихселәрҙе эҙәрлекләгән Паул кеүек, бөгөнгө эҙәрлекләүселәр ҙә саф выжданлы була ала, сөнки был кешеләр уйлауынса, Алла уларҙың эштәрен хуплай. Шуныһы бик мөһим: выжданыбыҙ үҙебеҙ алдында ла, Алла ҡаршыһында ла саф булырға тейеш (Илселәр 23:1; 2 Тимутегә 1:3).

c Күп табиптарҙың фекере буйынса, алкоголиктар өсөн саманы белеп эсеү — был иҫерткес эсемлектәрҙе бөтөнләй эсмәү.

ҺИН НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕҢ?

  • Йәһүәнең беҙҙе һәр ваҡыт күҙәтеп тороуын белеү выжданыбыҙға нисек тәьҫир итергә тейеш? (Еврейҙарға 4:13)

  • Йософтоң выжданы уға вәсүәсәгә ҡаршы торорға нисек ярҙам иткән? (Башланмыш 39:1, 2, 7—12)

  • Ни өсөн Йәһүәгә яҡынлашыр өсөн, выждандың саф булыуы мөһим? (Еврейҙарға 10:22)

  • Ни өсөн беҙгә иман итмәгән кешеләрҙең выждандарын иҫәпкә алырға кәрәк? (2 Көринттәргә 4:1, 2)

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу