Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 11 дәрес 32 б.—33 б. 2 абз.
  • Ибраһимдың иманы һынала

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ибраһимдың иманы һынала
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Йәһүә уны «дуҫым» тип атаған
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Ибраһим менән Сара Алланы тыңлаған
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Һеҙ «нигеҙе ныҡлы ҡаланы» көтәһегеҙме?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 11 дәрес 32 б.—33 б. 2 абз.
Ибраһим менән Исхаҡ Мория еренә китә

11-СЕ ДӘРЕС

Ибраһимдың иманы һынала

Ибраһи́м улы Исхаҡты́ Йәһүәне яратырға һәм уның бар вәғәҙәләренә ышанырға өйрәткән. Исхаҡҡа́ 25 йәш тирәһе булғанда, Йәһүә Ибраһимға́ ныҡ ауыр бер үтенес менән мөрәжәғәт итә. Был ниндәй үтенес һуң?

Алла Ибраһимға́: «Берҙән-бер улыңды ал да, Мория́ ерендәге тауға барып, уны ҡорбанға килтер», — тип әйтә. Ни өсөн Йәһүә шундай эш ҡуша һуң? Ибраһи́м быны аңламаһа ла, тыңлай.

Икенсе көндө Ибраһи́м, иртә тороп, Исхаҡты́ һәм ике хеҙмәтсеһен ала ла, Мория́ еренә китә. Өс көн үткәс, алыҫта тауҙар күренә. Ибраһи́м, Исха́ҡ менән икәүләп ҡорбан килтереп ҡайтҡансы, хеҙмәтселәренә уларҙы көтөргә ҡуша. Ул Исхаҡҡа́ утын бирә, ә үҙе бысаҡ ала. Исха́ҡ атаһынан: «Беҙ ҡорбанға килтерәсәк мал ҡайҙа?» — тип һорай. Ибраһи́м: «Йәһүә был турала ҡайғыртыр, улым», — тип яуаплай.

Тауға менеп еткәс, улар унда ҡорбан усағы яһай. Шунан Ибраһи́м Исхаҡты́ң аяҡ-ҡулын бәйләп, ҡорбан усағына һала.

Исхаҡ аяҡ-ҡулы бәйләнгән килеш, ҡорбан усағында ята, ә Ибраһим бысаҡ тотоп тора

Ибраһи́м ҡулына бысаҡ ала. Шул саҡ Йәһүәнең фәрештәһе күктән: «Ибраһи́м! Малайға зыян килтермә! Хәҙер иманың бар икәнен беләм, сөнки үҙ улыңды ҡорбанға килтерергә әҙер булдың», — ти. Шунда Ибраһи́м ҡыуаҡлыҡҡа мөгөҙө менән эләккән һарыҡты күрә. Ул тиҙ генә Исхаҡты́ бәйләгән бауҙарҙы сисеп, һарыҡты ҡорбанға килтерә.

Шунан бирле Йәһүә Ибраһимды́ үҙенең дуҫы тип атай башлай. Беләһеңме, ни өсөн? Ибраһи́м, Йәһүәнең әйткәндәрен тулыһынса аңлап бөтөрмәһә лә, ҡушҡандарын һәр ваҡыт үтәгән.

Ибраһим Исхаҡты бәйләгән бауҙарҙы сисә

Йәһүә Ибраһимға́ үҙ вәғәҙәһен ҡабатлай: «Мин һине фатихалаясаҡмын һәм балаларың, тоҡомоң күп һанлы буласаҡ». Был һүҙҙәр Ибраһимды́ң ғаиләһе аша Йәһүә бөтә яҡшы кешеләр өсөн күп яҡшы эштәр башҡарасаҡ икәнен аңлатҡан.

«Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе» (Яхъя 3:16)

Һорауҙар. Ибраһи́м Йәһүәгә ышаныуын нисек иҫбатлаған? Йәһүә Ибраһимға́ нимә вәғәҙә иткән?

Башланмыш 22:1—18; Еврейҙарға 11:17—19; Яҡуб 2:21—23.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу