Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 88 дәрес 206 б.
  • Ғайсаны ҡулға алалар

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ғайсаны ҡулға алалар
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ҡурҡыуҙы нисек еңергә?
    Бөйөк Остаздан өйрән
  • Ғайса үлемгә хөкөм ителә
    Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 88 дәрес 206 б.
Йәһүҙә Ғайсаға Гефсимания баҡсаһында хыянат итә

88-СЕ ДӘРЕС

Ғайсаны ҡулға алалар

Ғайса илселәре менән Кедро́н үҙәне буйлап Зәйтүн тауына бара. Төн уртаһы. Күктә тулған ай яҡтырта. Гефсима́ния баҡсаһына килеп еткәс, Ғайса илселәренә: «Бында ҡалығыҙ һәм йоҡламаҫҡа тырышығыҙ», — ти. Шунан ул ситкәрәк китә лә, тубыҡлана. Ғайсаның күңеле ғазаплана һәм ул Йәһүәгә былай тип доға ҡыла башлай: «Барыһы ла һин теләгәнсә булһын». Шунда Йәһүә, Ғайсаны нығытыр өсөн, фәрештәһен ебәрә. Ғайса илселәре янына әйләнеп килә. Ҡараһа, улар йоҡлай. Ғайса уларға: «Тороғоҙ! Хәҙер йоҡлар ваҡыт түгел! Дошмандарым етеп килә инде», — ти.

Йәһүҙәгә тоҡсай менән аҡса бирәләр

Тиҙҙән Йәһүҙә́ килә. Ул үҙе менән ҡылыстар һәм суҡмарҙар тотҡан халыҡ төркөмөн эйәрткән. Ул Ғайсаны ҡайҙа табып була икәнен яҡшы белә, сөнки Ғайса илселәре менән йыш ҡына бында йыйыла торған булған. Йәһүҙә́, Ғайсаны танырға ярҙам итермен тип, һуғышсылар менән алдан уҡ һөйләшеп ҡуйған. Ул туп-тура Ғайсаға килеп: «Һаумы, Остаз!» — тип, уны үбеп ала. Ғайса уға: «Йәһүҙә́, һин миңә үбеүең менән хыянат итәһеңме?» — ти.

Ғайса алға сығып: «Һеҙ кемде эҙләйһегеҙ?» — тип һорай. Тегеләр: «Назаралы́ Ғайсаны», — тип яуаплай. «Ул — мин», — ти Ғайса. Шунда тегеләр, артҡа сигенеп, ергә йығылып китә. Ғайса ҡабат: «Кемде эҙләйһегеҙ?» — тип һорай. Улар: «Назаралы́ Ғайсаны», — ти. «Ул — мин, тип әйттем бит инде. Шәкерттәремде ебәрегеҙ», — ти Ғайса.

Пётр нимә булғанын аңлап ҡала. Ул ҡылысын ала ла иң баш руханиҙың хеҙмәтсеһенең ҡолағын сабып өҙә. Әммә Ғайса ул хеҙмәтсене һауыҡтыра ла Пётрға: «Ҡылысыңды алып ҡуй! Ҡылыс алһаң, үҙең ҡылыстан үлерһең!» — ти. Ғәскәриҙәр Ғайсаның ҡулдарын бәйләй. Илселәр иһә ҡаса. Шунан һуң халыҡ төркөмө уны Анна́с исемле баш рухани янына алып бара. Анна́с уға һорауҙар бирә лә иң баш рухани Каиа́фаға ебәрә. Ә илселәр менән нимә була?

«Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!» (Яхъя 16:33)

Һорауҙар. Гефсима́ния баҡсаһында нимә булған? Ғайсаның шул төндө үҙен нисек тотҡанынан беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ?

Матфей 26:36—57; Марк 14:32—50; Лука 22:39—54; Яхъя 18:1—14, 19—24.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу