Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • bm 20 бүлек 23 б.
  • Ғайса үлемгә хөкөм ителә

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ғайса үлемгә хөкөм ителә
  • Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ғайса тере!
    Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
  • Ғайсаның һуңғы Ҡотҡарылыу байрамы
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Ғайса киләсәк тураһында пәйғәмбәрлек итә
    Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
bm 20 бүлек 23 б.

20-СЕ БҮЛЕК

Ғайса үлемгә хөкөм ителә

Ғайса Иҫкә алыу кисәһен ғәмәлгә индерә; бер шәкерте уға хыянат итә. Ғайсаны бағанаға ҡаҙаҡлайҙар

ҒАЙСА инде өс йыл ярым вәғәзләп һәм өйрәтеп йөрөй. Ул үҙенең ерҙәге тормошоноң тиҙҙән тамамланасағын белә. Йәһүдтәрҙең дини етәкселәре уны үлтерер өсөн йәшерен килешеү төҙөйҙәр. Ләкин улар Ғайсаның пәйғәмбәр булыуына ышанған халыҡтың фетнә күтәреүенән ҡурҡа. Шунда Шайтан Ғайсаның бер шәкертен, Йәһүд Искариотты, Ғайсаға хыянат итергә ҡоторта. Дини етәкселәр Йәһүдкә бының өсөн 30 көмөш тәңкә бирергә вәғәҙә итә.

Һуңғы төндө Ғайса үҙ илселәре менән бергә Ҡотҡарылыу байрамын үткәрә. Йәһүд Искариот сығып киткәс, ул Хужа кисәһен ғәмәлгә индерә. Ғайса икмәк алып доға ҡыла һәм уны 11 илсеһенә бирә. Ул: «Был — минең һеҙҙең өсөн үлемгә биреләсәк тәнем; быны мине иҫегеҙгә төшөрөү өсөн ҡылығыҙ», — тип әйтә. Шунан һуң бер каса шарап алып: «Бына был сынаяҡ — һеҙҙең өсөн түгеләсәк ҡаным менән раҫланасаҡ яңы васыят [килешеү]», — тиеп уларға бирә (Лука 22:19, 20).

Ғайсаның был төндө илселәренә әйтер һүҙе күп. Ул уларға бер-береһен эскерһеҙ яратырға тигән яңы әмер биреп: «Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан бөтә кеше һеҙҙең минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер», — тип әйтә (Яхъя 13:34, 35). Ғайса уларҙы алда көткән фажиғәле ваҡиғалар арҡаһында борсолмаҫҡа өндәп, улар өсөн ысын күңелдән доға ҡыла. Һуңыраҡ улар Алланы данлап йырҙар йырлағандан һуң Гетсимәни баҡсаһына китәләр.

Унда Ғайса теҙләнгән көйө Аллаға ялбарып доға ҡыла. Тиҙҙән уны ҡулға алыр өсөн ҡоралланған халыҡ төркөмө, руханиҙар һәм ғәскәриҙәр килә. Ғайсаны уларға танытыр өсөн, Йәһүд Искариот Ғайса янына килеп, уны үбеп ала. Ғәскәриҙәр Ғайсаны ҡулға ала, илселәр иһә ҡасып китә.

Йәһүдтәрҙең Юғары кәңәшмәһе алдында баҫып торғанда, Ғайса үҙенең Алла Улы икәнлеген кире ҡаҡмай. Кәңәшмә уны көфөр һүҙҙәр әйтеүҙә ғәйепләп, үлемгә хөкөм итә. Шунан һуң Ғайсаны Рим идарасыһы, Понти Пилат, янына алып китәләр. Ул Ғайсаның ғәйепһеҙ булыуын күрһә лә, уны, йыйылған халыҡ төркөмө талап иткәнсә, үлемгә тапшыра.

Ғайсаны Голгофа тип аталған урынға алып баралар, һәм унда Рим ғәскәриҙәре уны бағанаға ҡаҙаҡлайҙар. Көн уртаһында мөғжизәле рәүештә ҡараңғылыҡ урынлаша. Һуңыраҡ Ғайса үлә һәм көслө ер тетрәү була. Уны тауҙы тишеп яһалған ҡәбергә һалалар. Икенсе көндө руханиҙар ҡәбер ауыҙын ҡаплаған ташҡа мөһөр һуғып, һаҡсылар ҡуя. Ғайса шул ҡәберҙә ҡалырмы? Юҡ. Сөнки тиҙҙән бар мөғжизәләрҙең иң бөйөгө була.

Инжилдәге Маттай китабының 26, 27-се бүлектәренә, Марк китабының 14, 15-се бүлектәренә, Лука китабының 22, 23-сө бүлектәренә һәм Яхъя китабының 12—19-сы бүлектәренә нигеҙләнгән.

  • Ғайса нимәне ғәмәлгә индергән?

  • Ғайсаның үлеме алдынан ниндәй ваҡиғалар булған?

ҒАЙСАНЫҢ МӨҺИМ РОЛЕ

Ғайсаның үлеме Йәһүә ниәтенең үтәлеүендә төп роль уйнаған. Ғайса изге рух ярҙамында донъяға килгән, шуға күрә ул камил кеше булып тыуған һәм үлемде мираҫ итеп алмаған. Тыңламаусанлыҡ күрһәтеп, Әҙәм үҙ тоҡомдарын мәңгелек тормоштан мәхрүм иткән. Ә Ғайса иһә кешеләр шатланып, мәңге йәшәһендәр өсөн үҙ тормошон биргән (Маттай 20:28; Лука 1:34, 35; Яхъя 3:16, 36; 2 Петер 3:13).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу