БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | НИ ӨСӨН ҒАЙСА ПӘЙҒӘМБӘР ЯФА СИГЕП ҮЛГӘН?
Был хәл ысынлап та булғанмы?
Беҙҙең эраның 33 йылының яҙында назаралы Ғайса язалап үлтерелә. Уны фетнә сығарыуҙа нахаҡҡа ғәйепләйҙәр, аяуһыҙ туҡмайҙар һәм бүрәнәгә ҡаҙаҡлап ҡуялар. Ул яфа сигеп үлә. Әммә Алла уны терелтә, һәм 40 көндән һуң Ғайса күккә күтәрелә.
Был ғәжәйеп хикәйә беҙгә Инжил китабына (ҡайһы саҡта Яңы Ғәһед тип тә йөрөтөлә) ингән дүрт Һөйөнөслө Хәбәр аша килеп еткән. Юғарыла әйтелгән ваҡиғалар ысынлап та булғанмы? Был бик тә урынлы һәм етди һорау. Әгәр ҙә улар уйҙырма икән, мәсихселәрҙең, йәғни Ғайса Мәсихкә эйәреүселәрҙең иманы буш нәмә һәм ерҙәге ожмахта мәңге йәшәү өмөтө лә тормошҡа ашмаҫтай хыял ғына (1 Коринфтарға 15:14). Икенсе яҡтан, был ваҡиғалар ысынлап та булған икән, ул саҡта бөтөн кешелекте, шул иҫәптән һеҙҙең үҙегеҙҙе лә яҡты киләсәк көтә. Шулай итеп, Инжилдәге хәбәрҙәр ысын хәлме, әллә уйҙырмамы?
ФАКТТАР НИМӘ ҺӨЙЛӘЙ
Әҙәм ышанмаҫлыҡ риүәйәттәрҙән айырмалы булараҡ, Инжилдәге «Һөйөнөслө хәбәр» китаптарына иҫ киткес теүәллек һәм нескәлектәрҙе иҫәпкә алыу хас. Мәҫәлән, текст беҙҙең көндәрҙә барып үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп булған урындарҙың географик атамаларына бай. Был китаптарҙа шулай уҡ ысынбарлыҡта йәшәүҙәре тарихсылар тарафынан иҫбатланған реаль кешеләр тураһында әйтелә (Лука 3:1, 2, 23).
Ғайса Мәсихтең үҙен беренсе һәм икенсе быуатта йәшәгән донъяуи яҙыусылар иҫкә алғанa. Уның «Һөйөнөслө хәбәр» китаптарында тасуирланған үлеү рәүеше шул ваҡытта Рим империяһында ҡулланылған үлем язаларының һүрәтләмәһенә тура килә. Бынан да бигерәк, ваҡиғалар ғәҙел һәм дөрөҫ итеп һөйләнелә, хатта Ғайсаның ҡайһы бер шәкерттәренең етешһеҙлектәре һүрәтләнә (Матфей 26:56; Лука 22:24—26; Яхъя 18:10, 11). Быларҙың барыһы «Һөйөнөслө хәбәр» китаптарын яҙыусыларҙың Ғайсаның тормошонда булған ваҡиғаларҙы дөрөҫ һәм теүәл итеп тасуирлауҙарын иҫбатлай.
ҒАЙСА ЫСЫНЛАП ТА ТЕРЕЛТЕЛГӘНМЕ?
Күптәр Ғайсаның ысынлап та йәшәүенә һәм үлеүенә ышанһа ла, ҡайһы берәүҙәр уның терелеүенә шикләнә. Хатта илселәр ҙә тәүҙә уның терелеүе тураһындағы хәбәргә ышанмаған (Лука 24:11) Әммә, терелтелгән Ғайсаны бер нисә тапҡыр үҙ күҙҙәре менән күргәс, уларҙың һәм башҡа шәкерттәрҙең бөтә шиктәре таралған. Мәҫәлән, бер ваҡыт уны бер юлы 500-ҙән ашыу кеше күргән (1 Коринфтарға 15:6).
Ҡулға алыныу һәм үлтерелеү ҡурҡынысы янаһа ла, Ғайсаның шәкерттәре ҡыйыулыҡ менән бөтә кешеләргә, хатта Ғайсаны үлем язаһына тарттырған кешеләргә лә, уның терелеүе хаҡында һөйләгән (Ғәмәлдәр 4:1—3, 10, 19, 20; 5:27—32). Ғайсаның терелгәненә тулыһынса ышанмаһалар, улар шул хәтле ҡыйыу булыр инеме? Тап Ғайсаның терелеүенең ысын хәл булыуы мәсихселәр диненә ул ваҡыттағы һәм бөгөнгө донъяға көслө йоғонто яһарға этәргес биргән дә.
Ғайсаның «Һөйөнөслө Хәбәр» китаптарында яҙылған үлеме һәм терелтелеүе хаҡындағы хәбәрҙәр хаҡ тарихи хикәйәләүгә хас булған бөтә билдәләргә эйә. Уларҙы иғтибар менән уҡып, һеҙ унда тасуирланған ваҡиғаларҙың ысынлап та булғанына инанырһығыҙ. Был ваҡиғаларҙың ни өсөн булғанын аңлағандан һуң һеҙҙең инаныуығыҙ тағы ла артасаҡ. Киләһе мәҡәләлә шул ваҡиғаларҙың сәбәбе аңлатыла.
a Мәҫәлән, Рим тарихсыһы Тацит (яҡынса б. э. 55 йылында тыуған), «исеменән ошо атама [мәсихселәр] килеп сыҡҡан Мәсихте Тиберий идараһы ваҡытында прокуратор Понтий Пилат үлем язаһына тарттырған», тип яҙған. Ғайса тураһында шулай уҡ Светоний (б. э. I быуаты), йәһүд тарихсыһы Иосиф Флавий (б. э. I быуаты) һәм Вифиния идарасыһы кесе Плиний (б. э. II быуат башы) иҫкә алалар.