Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w16 ноябрь 4—6 бб.
  • Күктәрҙә йәшәүселәр тураһында күренештәр

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Күктәрҙә йәшәүселәр тураһында күренештәр
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ЙӘҺҮӘ — АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ
  • ҒАЙСА МӘСИХ АЛЛАНЫҢ УҢ ЯҒЫНДА ТОРА
  • ФӘРЕШТӘЛӘР АЛЛАҒА ХЕҘМӘТ ИТӘ
  • ШАЙТАН МИЛЛИОНДАРҘЫ ЮЛДАН ЯҘҘЫРА
  • ЕРҘӘН АЛЫНҒАН КЕШЕЛӘР
  • КҮККӘ БАРЫУСЫЛАР УНДА НИМӘ ЭШЛӘЙӘСӘК?
  • Рухи сфералағы фетнә
    Үлгәндәрҙең рухтары. Улар һиңә ярҙам итә йә зыян килтерә аламы? Улар ысынлап та бармы?
  • Фәрештәләр һәм ендәр хаҡында хәҡиҡәт
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Фәрештәләр кемдәр улар?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Фәрештәләр һеҙгә нисек ярҙам итә ала?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
w16 ноябрь 4—6 бб.

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ: | РУХИ ДОНЪЯНЫ ТАСУИРЛАҒАН ИЛАһИ КҮРЕНЕШТӘР

Күктәрҙә йәшәүселәр тураһында күренештәр

Изге Яҙмала күп кенә мауыҡтырғыс илаһи күренештәр һүрәтләнгән. Улар беҙгә күктәге күҙгә күренмәҫ донъяға күҙ ташларға мөмкинлек бирә. Беҙ һеҙҙе уларҙы ентекләп ҡарап сығырға саҡырабыҙ. Был күренештәрҙе тасуирлаған ҡайһы бер нәмәләрҙе тура мәғәнәлә аңларға кәрәкмәй, шулай ҙа улар һеҙгә рухи донъяла йәшәүселәрҙе күҙ алдына килтерергә һәм уларҙың беҙгә нисек тьҫир итә алыуын аңларға ярҙам итер.

ЙӘҺҮӘ — АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ

«Мин күктә торған тәхетте һәм тәхеттә Ултырыусыны күрҙем. Ул йәшмә һәм сердолик ташы кеүек балҡый ине, тәхетте зөбәржәт төҫөндәге йәйғор уратып алған» (Асылыш 4:2, 3).

«Уны бар яҡтан балҡыш солғап алған ине. Шул балҡыш ямғырлы көндә болоттарҙа хасил булған йәйғорға оҡшаш ине. Уны солғап алған нурлы яҡтылыҡ бына шундай ине. Ул Йәһүә данының сағылышына оҡшаш ине» (Йәзәкил 1:27, 28).

Илсе Яхъяға һәм Йәзәкил пәйғәмбәргә бирелгән был илаһи күренештәрҙә Аллаһы Тәғәлә Йәһүәнең бөйөклөгө беҙ күҙ алдыбыҙға килтерә алырлыҡ образдар — аҫыл таштар, йәйғор һәм бөйөк тәхет аша һүрәтләнә. Был күренештәрҙән Йәһүә булған урында ҡурҡыу-хөрмәт уятҡан матурлыҡ һәм тыныслыҡ хөкөм һөрә икәне күренә.

Алланы шулай итеп һүрәтләү мәҙхиә йырлаусының бындай һүҙҙәренә тура килә: «Йәһүә бөйөк һәм иң ҙур маҡтауға лайыҡ. Уның кеүек ҡурҡыу-хөрмәт уятырҙай бүтән алла юҡ. Халыҡтарҙың барлыҡ аллалары — файҙаһыҙ аллалар, ә Йәһүә — күктәрҙе барлыҡҡа килтергән Хоҙай. Бөйөклөк һәм мөһабәтлек — уның хозурында, көс-ҡеүәт һәм матурлыҡ — уның изге урынында» (Зәбур 96:4—6).

Йәһүә, бик бөйөк булһа ла, беҙҙе үҙенә доғала яҡынлашырға саҡыра һәм доғаларыбыҙҙы тыңлауына ышандыра (Зәбур 65:2). Алла беҙҙе шул тиклем ярата һәм ҡәҙерләй, хатта илсе Яхъя: «Алла — мөхәббәт ул», — тип яҙған (1 Яхъя 4:8).

ҒАЙСА МӘСИХ АЛЛАНЫҢ УҢ ЯҒЫНДА ТОРА

«Изге Рух менән тулы булған Стефан [мәсихсе] иһә, күккә текләп, Алланың балҡыусы шөһрәтен һәм Уның уң яғында торған Ғайсаны күрҙе. „Мин асылған күктәрҙе һәм Алланың уң яғында торған Әҙәм Улын күрәм“, — тине ул» (Ғәмәлдәр 7:55, 56).

Стефан был илаһи күренеште алыр алдынан, Ғайса Мәсих дин әһелдәренең ҡотортоуы буйынса үлтерелгән булған. Ә хәҙер Стефан уларға юғарыла килтерелгән һүҙҙәрҙе әйткән. Был күренеш Ғайсаның тере булыуын — үлемдән терелтелеп, данланғанын иҫбатлаған. Был хаҡта илсе Павел былай тип яҙған: «Мәсих Алла тарафынан үленән терелтелеп, күктә Үҙенең уң яғына ултыртылғанда ҡулланылды. Мәсих унда бөтөн етәкселәрҙән дә, хакимдарҙан, ҡеүәттәрҙән, һәр төрлө көстәрҙән дә өҫтөнөрәк, Уның исеме һәр төрлө атаҡлы исемдәр менән аталғандарҙан да был донъяла ғына түгел, киләсәк донъяла ла юғарыраҡ» (Ефестарға 1:20, 21).

Изге Яҙмала Ғайса Мәсихтең юғары дәрәжәһе хаҡында ғына түгел, ә шулай уҡ уның, Йәһүә кеүек, кешеләр хаҡында ҡайғыртҡаны тураһында ла яҙылған. Ғайса, ерҙә булғанда, ауырыуҙарҙы һауыҡтырған һәм үлгәндәрҙе терелткән. Үҙен ҡорбан итеп, ул Аллаға һәм кешеләргә ҡарата тәрән яратыу күрһәткән (Ефестарға 2:4, 5). Хәҙерге ваҡытта Ғайса Алланың уң яғында тора һәм тиҙҙән, үҙенең вәкәләтен файҙаланып, бөтә тыңлаусан кешеләргә мул фатихалар яуҙырасаҡ.

ФӘРЕШТӘЛӘР АЛЛАҒА ХЕҘМӘТ ИТӘ

«Мин [Данил пәйғәмбәр] ҡарап тороуымды дауам иттем һәм, тәхеттәр ҡуйылып, боронғонан йәшәп килгән Заттың [Йәһүәнең] үҙ тәхетенә ултырғанын күрҙем... Миллион фәрештә уға хеҙмәт итә һәм йөҙ миллион фәрештә уның алдында тора ине» (Данил 7:9, 10).

Данил был күренештә бер фәрештәне генә түгел, ә бихисап күп фәрештә күргән. Ниндәй ҡурҡыу-хөрмәт уятҡан күренеш булғандыр ул! Фәрештәләр — бик аҡыллы һәм ҡеүәтле рухи заттар. Улар араһында серафимдар һәм кирубтар бар. Изге Яҙмала фәрештәләр тураһында 250-нән ашыу тапҡыр әйтелә.

Фәрештәләр элек ерҙә йәшәгән кешеләр түгел. Алла уларҙы кешеләргә ҡарағанда күпкә алдараҡ барлыҡҡа килтергән. Фәрештәләр ерҙең барлыҡҡа килтерелеүен күҙәтеп торған һәм ҡыуанып ҡысҡырған (Әйүп 38:4—7).

Алланың тоғро фәрештәләре хәҙерге ваҡытта башҡарылған иң мөһим эштә — Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итеүҙә ҡатнаша. Был улар башҡарған эштәрҙең береһе (Матфей 24:14). Фәрештәләрҙең вәғәз эшендә ҡатнашыуы илсе Яхъяға бирелгән илаһи күренештә һүрәтләнгән булған. Ул былай тип яҙған: «Унан һуң мин күк йөҙөндә осоп барған тағы бер фәрештәне күрҙем. Уның ерҙә йәшәүсе һәр милләткә һәм нәҫелгә, телгә һәм халыҡҡа еткереү өсөн мәңгелек Һөйөнөслө Хәбәре бар ине» (Асылыш 14:6). Бөгөн фәрештәләр, боронғо ваҡыттағы кеүек, кешеләр менән һөйләшмәй, шулай ҙа ҡайһы бер осраҡтарҙа улар вәғәзселәрҙе эскерһеҙ кешеләргә йүнәлтә.

ШАЙТАН МИЛЛИОНДАРҘЫ ЮЛДАН ЯҘҘЫРА

«Күктә һуғыш башланды: Михаил [Ғайса Мәсих] үҙенең фәрештәләре менән аждаһаға ҡаршы һуғышты. Аждаһа иһә үҙенең яуыз фәрештәләре менән уларға ҡаршы торҙо. Әммә ул еңелде һәм фәрештәләре менән бергә үҙенең күктәге урынын юғалтты. Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтөн донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды» (Асылыш 12:7—9).

Күктә гел генә тыныс булып тормаған. Кешеләр барлыҡҡа килтерелгәс, бер фәрештә, башҡаларҙың үҙенә табаныуын теләп, Йәһүәгә ҡаршы фетнә күтәргән. Шулай итеп ул Шайтан, йәғни «Дошман» булып киткән. Һуңыраҡ башҡа фәрештәләр ҙә фетнәгә ҡушылған. Улар ендәр булараҡ билдәле. Был үтә яуыз рухи заттар Йәһүәгә аяуһыҙ ҡаршы тора һәм күпселек кешене Йәһүәнең әхлаҡ нормаларын кире ҡағырға ҡоторта.

Шайтан менән уның ендәре аҙғын һәм мәрхәмәтһеҙ. Улар — кешелектең дошмандары. Кешеләрҙең ғазаптарында ошо яуыз рухи заттар ғәйепле. Мәҫәлән, Шайтан Аллаға тоғро булған Әйүптең мал-тыуарын ҡырып, хеҙмәтселәрен үлтереп бөтөргән. Шунан һуң ул «көслө ел» сығарған һәм Әйүптең ун балаһы йыйылған йортто емергән. Уларҙың барыһы ла һәләк булған. Ә һуңыраҡ Шайтан Әйүпте «аяҡ табанынан алып баш осона тиклем һыҙлап торған эренле яралар менән зарарлаған» (Әйүп 1:7—19; 2:7).

Әммә тиҙҙән Шайтан юҡ ителәсәк. Был яуыз фәрештә, ергә бәреп төшөрөлгәс, «ваҡытының аҙ ҡалыуын» белә (Асылыш 12:12). Шайтан һәләкәткә дусар ителгән, һәм был, әлбиттә, яҡшы хәбәр!

ЕРҘӘН АЛЫНҒАН КЕШЕЛӘР

«Һин [Ғайса Мәсих]... һәр ҡәбиләнән һәм телдән, халыҡтан һәм милләттән кешеләрҙе Алла өсөн һатып алдың. Уларҙы... батшалыҡ һәм руханиҙар иттең, һәм улар ерҙә хакимлыҡ итәсәк» (Асылыш 5:9, 10).

Ғайса ерҙә йәшәгән һәм күктә йәшәр өсөн терелтелгән берҙән-бер зат түгел. Ул тоғро илселәренә бына нимә тигән: «Һеҙгә урын эҙләргә китәм... Һеҙ ҙә Минең менән бергә булһын өсөн, яңынан килеп, һеҙҙе Үҙ яныма аласаҡмын» (Яхъя 14:2, 3).

Күккә барыусылар унда билдәле бер маҡсат менән бара. Улар Ғайса Мәсих менән бергә күктәге хөкүмәтте, йәғни Батшалыҡты тәшкил итәсәк. Был Батшалыҡ оҙаҡламай бөтә ер өҫтөнән идара итәсәк һәм кешеләрҙең тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртәсәк. Өлгөлө доғанан күренеүенсә, Ғайса үҙ шәкерттәрен тап шул Батшалыҡ тураһында доға ҡылырға өйрәткән дә: «Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс тип танылһын. Һинең Батшалығың килһен. Күктәге кеүек, ерҙә лә ихтыярың үтәлһен» (Матфей 6:9, 10).

КҮККӘ БАРЫУСЫЛАР УНДА НИМӘ ЭШЛӘЙӘСӘК?

«Шул саҡ [мин — илсе Яхъя] тәхеттән килгән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине: „Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны... Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде“» (Асылыш 21:3, 4).

Был пәйғәмбәри күренеш Ғайса Мәсих һәм күктә йәшәр өсөн терелтелгәндәрҙән торған Алла Батшалығы Шайтандың идараһын юҡ итәсәк һәм ерҙе ожмахҡа әйләндерәсәк ваҡытты һүрәтләй. Кешеләргә әрнеү һәм ғазап килтергән бөтә нәмә юҡҡа сығасаҡ, хатта үлем дә булмаясаҡ.

Ә үлгән, әммә күктәге тормошҡа терелтелмәгән миллиардлаған кеше менән нимә буласаҡ? Улар ерҙәге ожмахта мәңге йәшәр өсөн терелтеләсәк (Лука 23:43).

Был илаһи күренештәр беҙҙе шуға ышандыра: Йәһүә Алла һәм уның улы Ғайса Мәсих, шулай уҡ тоғро фәрештәләр һәм ерҙән һатып алынғандар беҙҙе бик ярата һәм именлегебеҙ хаҡында ҡайғырта. Рухи донъяла йәшәүселәр тураһында күберәк белергә теләһәгеҙ, Йәһүә шаһиттарына мөрәжәғәт итегеҙ йәки сайтыбыҙға инегеҙ.

ЕНДӘРҘӘН ҠУРҠМАҒЫҘ

Миллионлаған кеше, бығауланған тотҡондар шикелле, хөрәфәттәргә ышанып һәм яуыз рухтарҙан ҡурҡып йәшәй. Улар, үҙҙәрен яҡлар өсөн, талисмандар һәм амулеттар йөрөтә йә төрлө имләүҙәр ҡуллана. Әммә быларҙың береһенең дә файҙаһы юҡ. Изге Яҙмала бындай йыуаныслы һүҙҙәр яҙылған: «Йәһүә, үҙенең көс-ҡеүәтен күңелдәре тулыһынса үҙенә тоғро булғандар файҙаһына күрһәтер өсөн, бөтә ер йөҙөн күҙҙән кисерә» (2 Йылъяҙма 16:9). Хаҡ Алла Йәһүә Шайтандан күпкә көслөрәк. Уға таянһағыҙ, ул һеҙҙе һаҡлаясаҡ.

Йәһүә һеҙҙе яҡлаһын өсөн, һеҙгә уның ниндәй эштәрҙе хуплағанын белергә һәм шул эштәрҙе ҡылырға кәрәк. Мәҫәлән, беренсе быуатта Ефес ҡалаһындағы мәсихселәр, сихырсылыҡ менән бәйле бөтә китаптарын йыйып, уларҙы яндырған (Ғәмәлдәр 19:19, 20). Шуның шикелле, Алланың үҙегеҙҙе яҡлауын теләһәгеҙ, һеҙ талисмандар, амулеттар, боттар, сихырсылыҡ менән бәйле китаптар, «яҡлау биргән» биҙәүестәр һәм ендәр менән бәйле башҡа әйберҙәрҙән арынырға тейеш.

Изге Яҙмала былай тиелгән: «Аллаға буйһоноғоҙ, ә Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул ваҡытта ул һеҙҙән ҡасыр» (Яҡуб 4:7). Әгәр һеҙ, Йәһүәнең әмерҙәрен үтәп, уға буйһонһағыҙ, Шайтандың һәм ендәрҙең һеҙгә бер нисек тә тәьҫир итә алмаясағына инанырһығыҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу