Инеш һүҙҙәр
ҺЕҘ НИСЕК УЙЛАЙҺЫҒЫҘ?
Инжилдә сабып барған дүрт һыбайлы тураһында бер күренеш һүрәтләнә. Шул һыбайлылар хаҡында уҡыу ҡайһы берәүҙәрҙе ҡурҡыта, ә башҡаларҙа ҡыҙыҡһыныу уята.
«Был пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен уҡыған һәм уларҙы тыңла[ған]... кешеләр бәхетле» (Асылыш 1:3).
Ысынында, дүрт һыбайлы тураһындағы пәйғәмбәрлектең үтәлеүе — беҙҙең өсөн яҡшы хәбәр. Был турала ошо брошюрала яҙылған.