Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp17 № 3 3 б.
  • Дүрт һыбайлы һәм һеҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Дүрт һыбайлы һәм һеҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Дүрт һыбайлы. Сер асылды
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
  • Инеш һүҙҙәр
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
  • Сабып барған дүрт һыбайлы
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2019
  • Украиналағы һуғыш бөтә донъялағы аҙыҡ-түлек кризисын көсәйтә
    Төрлө темалар
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
wp17 № 3 3 б.
Дүрт һыбайлы сабып бара

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ДҮРТ ҺЫБАЙЛЫ. УЛАР НИМӘ БЕЛГЕРТӘ?

Дүрт һыбайлы һәм һеҙ

Ҡолаҡ тондорғос дөбөр-шатыр тауыш ишетелә. Дүрт һыбайлы бөтә көскә алға саба! Был күренеш шул тиклем ысынбарлыҡҡа оҡшаш, әйтерһең дә, Изге Яҙмалағы һүҙҙәр, терелеп, сағыу, тетрәндергес бер образға әйләнә! Иң алда сапҡан аҡ атҡа ҡеүәтле батша атланған. Уның артынан ҡыҙыл атҡа атланған һыбайлы саба; уға ерҙәге тыныслыҡты алырға вәкәләт бирелгән. Өсөнсө ат ҡоромдай ҡап-ҡара. Уның һыбайлыһы ҡулына үлсәм тотҡан. Был аслыҡ хаҡында иғлан иткән ҡурҡыныс хәбәрҙе аңлата. Дүртенсеһе — күкһел төҫтәге ат. Уның һыбайлыһының исеме «Үлем». Ул үҙе менән ауырыуҙар һәм һәләкәтле ҡурҡыныстар алып килә. Уның артынан ҡалмай Ҡәбер эйәреп бара, ул кешеләр ғүмеренән торған ҡот осҡос уңыш ура! (Асылыш 6:1—8).

«Был дүрт һыбайлы тураһында беренсе тапҡыр уҡығас, мин бик ҡурҡтым. Миңә хөкөм көнө инде бик яҡын һымаҡ тойолдо. Әммә әҙер булмағанға, мин, ҡотола алмаҫмын, тип уйланым» (Кристал исемле бер ҡатын).

«Бер-береһенә оҡшамаған һәм төрлө төҫтәге аттарға атланған дүрт һыбайлы мине таң ҡалдыра ине! Әммә был күренештең мәғәнәһенә төшөнгәс, барыһы ла үҙ урынына ултырҙы» (Эд исемле бер ир).

Ә һеҙҙә был дүрт һыбайлы ниндәй хистәр уята? Улар һеҙҙе Кристалды шикелле ҡурҡыта йә Эдты кеүек таң ҡалдырамы? Һәр хәлдә, аттарға атланып сапҡан был дүрт һыбайлы — Изге Яҙманың Асылыш тип исемләнгән һуңғы китабының иң билдәле образдарының береһе. Был күренештең мәғәнәһенә төшөнөү һәр беребеҙгә файҙа килтерә ала. Ни өсөн? Алланың вәғәҙәһе буйынса, беҙ, Асылыш китабын уҡып, өйрәнеп һәм унда яҙылғандарҙы үтәп, ысын бәхеткә ирешә алырбыҙ (Асылыш 1:1—3).

Дүрт һыбайлы тураһындағы пәйғәмбәри күренеш кемделер ҡурҡытырға мөмкин. Әммә ул ҡурҡытыу маҡсаты менән яҙылмаған. Был пәйғәмбәрлек миллионлаған кешегә иманын нығытырға һәм матур киләсәккә өмөт бағларға ярҙам итә. Һеҙ был күренештең мәғәнәһен аңларға теләр инегеҙме? Улайһа, киләһе мәҡәләне уҡығыҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу