Һәр миләттән сыҡҡан һанап сыға алмаҫлыҡ «бихисап күп халыҡ» Армагеддонда иҫән ҡаласаҡ
Изге Яҙмала нимә әйтелә?
Армагеддон нимә ул?
Ҡайһы берәүҙәр уйлауынса,
был бөтә тереклекте үлемгә килтергән ядро һуғышы йә тәбиғәт афәте. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Изге Яҙмала нимә әйтелә?
Армагеддон — ул «сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә»ге һуғыш. Ул көндә Алла бөтә яуызлыҡты юҡ итәсәк (Асылыш 16:14, 16).
Изге Яҙманан тағы нимә белеп була?
Армагеддон һуғышында Алла ерҙе түгел, ә уны һәләк иткән кешеләрҙе юҡ итәсәк (Асылыш 11:18).
Армагеддон һуғышы бар һуғыштарҙы бөтөрәсәк (Зәбур 46:8, 9).
Армагеддон һуғышында иҫән ҡалып булырмы?
Һеҙ нисек яуап бирер инегеҙ?
Эйе
Юҡ
Бәлки
Изге Яҙмала нимә әйтелә?
«Оло ҡайғы-хәсрәт» Армагеддон һуғышы менән тамамланыр. Һәр миләттән сыҡҡан «бихисап күп халыҡ» «оло ҡайғы-хәсрәт кисереп», иҫән ҡалыр (Асылыш 7:9, 14).
Изге Яҙманан тағы нимә белеп була?
Алла Армагеддонда мөмкин тиклем күберәк кешенең иҫән ҡалыуын теләй. Йәһүә иң һуңғы сиктә генә яуыздарҙы һәләк итәсәк (Йәзәкил 18:32).
Изге Яҙмала Армагеддонда нисек иҫән ҡалып була икәне аңлатыла (Сафуния 2:3).