Пионерҙар Джордж Роллстон һәм Артур Уиллис машина радиаторына һыу ҡоя (Төньяҡ территория, 1933 йыл)
БЕҘҘЕҢ АРХИВТАРҘАН
«Үтә алмаҫлыҡ йә бигерәк оҙон юлдар юҡ»
1937 ЙЫЛДЫҢ 26 мартында юлдан йонсоған ике кеше саңланған йөк машинаһында яй ғына Сидней (Австралия) яғына табан китеп барған. Бер йыл элек улар Сиднейҙы ҡалдырып киткән һәм, 19 000-дән ашыу саҡрым үтеп, континенттың иң алыҫтағы һәм юлһыҙ райондары буйлап сәйәхәт иткән. Улар ғилми хеҙмәткәрҙәр йә төрлө мажара эҙләүселәр түгел, ә вәғәзләргә ашҡынып торған ике пионер булған. Улар, Йәһүәнең башҡа хеҙмәтселәре кеүек, Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе Австралияның аутбэгында (илдең ғәйәт киң һәм кеше һирәк йәшәгән райондары) вәғәзләгән. Уларҙың исемдәре Артур Уиллис һәм Билл Ньюлендс булған.
1920-се йылдарҙың аҙағына тиклем Австралияла йәшәгән әҙ һанлы Изге Яҙманы тикшереүселәрa башлыса яр буйындағы ҡалаларҙа һәм ҡасабаларҙа йә улар тирәһендә вәғәзләгән. Әммә материктың төпкөлөндә Ҡушма Штаттарҙың яртыһынан ҙурыраҡ һәм кеше һирәк йәшәгән ҡоролоҡло өлкә (аутбэк) урынлашҡан булған. Һәм ағай-ҡәрҙәштәр шуны яҡшы аңлаған: Ғайса Мәсихтең шәкерттәре «донъяның сигенә үк», шул иҫәптән Австралияның аутбэгына тиклем үк «барып етеп», шаһитлыҡ бирергә тейеш (Ғәм. 1:8). Улар был еңел булмаған йөкләмәне нисек үтәр? Улар Йәһүә тырышлыҡтарын фатихалаясағына ныҡ ышанған һәм көстәренән килгәндең барыһын да эшләргә йыйынған.
БЕРЕНСЕ ЮЛ ҺАЛЫУСЫ ПИОНЕРҘАР
1929 йылда Квинсленд һәм Көнбайыш Австралия штаттарындағы йыйылыштар, төпкөл райондарҙа вәғәзләр өсөн, бер нисә автофургонды үҙгәртеп, уларҙы шарттарға ярашлы итеп йыһазландырған. Руль артына ҡаты шарттарға түҙә алған һәм кәрәк саҡта машинаны йүнәтә алған көслө, сыҙам пионерҙар ултырған. Улар бығаса һөйөнөслө хәбәрҙе бер ҙә ишетмәгән кешеләр йәшәгән күп ерҙәргә барған.
Машинаһы булмаған пионерҙар аутбэкка велосипедта барған. Шулай итеп, 1932 йылда Беннет Брикелл исемле 23 йәшлек ағай-ҡәрҙәш, Квинсленд штатының төньяғында урынлашҡан алыҫ райондарҙа вәғәзләр өсөн, Рокгемптондан (Квинсленд штаты) 5 айлыҡ сәйәхәткә сығып киткән. Ул велосипедына мөмкин булған бөтә нәмәне — юрғандар, кейем, ризыҡ һәм бик күп китаптарҙы — тейәгән. Велосипед шиналары туҙғас, ул, Йәһүәнең ярҙам итәсәгенә һис тә шикләнмәйенсә, юлын дауам иткән. Ҡалған 320 саҡрымды ул, элек кешеләр һыуһауҙан үлгән урындарҙан үтеп, велосипедын этеп барған. Шунан һуң 30 йыл дауамында Брикелл ҡәрҙәш, велосипедта, мотоциклда һәм машинала йөҙләгән мең саҡрым юл үтеп, бөтә Австралияны гиҙеп сыҡҡан. Ул беренсе булып аборигендарға вәғәзләгән. Ул шулай уҡ яңы йыйылыштар ойошторорға ярҙам иткән һәм ерле халыҡтың ихтирамын яулай алған.
ҠЫЙЫНЛЫҠТАРҘЫ ЕҢЕП СЫҒЫУ
Австралия — халыҡтың тығыҙлығы буйынса донъяла иң артта торған илдәрҙең береһе, ә аутбэк хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ — унда кеше бигерәк һирәк йәшәй. Әммә Йәһүәнең хеҙмәтселәре, бер нигә ҡарамаҫтан, континенттың иң алыҫ урынлашҡан райондарында ла эскерһеҙ кешеләрҙе табырға ҡарар иткән.
Вәғәзләргә ашҡынып торған ике пионер Стьюарт Келти менән Уильям Торрингтон тап шундай рух сағылдырған да. Материктың уртаһында урынлашҡан Алис-Спрингс ҡалаһына барып етер өсөн, улар 1933 йылда Симпсон сүлен — ҡом өйөмдәренең оҙон теҙмәләренән торған сүл аша үткән. Уларҙың бәләкәй генә машинаһы ватылғас, уны ташлап китеп, улар юлын дауам иткән, ә Келти ҡәрҙәш, аяғында ағас протез булғанға, дөйәгә ултырып барған. Пионерҙарҙың тырышлыҡтары фатихаланған: улар Уильям Крик тип аталған йыраҡтағы тимер юл станцияһында ҡунаҡхана хужаһын осратҡан. Һуңыраҡ Чарлз Бернхардт исемле был кеше хәҡиҡәтте ҡабул иткән һәм, ҡунаҡханаһын һатып, 15 йыл буйына Австралияның иң ҡоро һәм юлһыҙ ерҙәрендә бер үҙе пионер булып хеҙмәт иткән.
Артур Уиллис икһеҙ-сикһеҙ аутбэкка вәғәзләргә китер алдынан (Перт, Көнбайыш Австралия штаты, 1936 йыл)
Әлбиттә, бар ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыр өсөн, шул пионерҙарға ҡыйыулыҡ һәм ныҡышмалылыҡ кәрәк булған. Бер ваҡыт мәҡәләнең башында иҫкә алынған Артур Уиллис менән Билл Ньюлендс 30 саҡрым юлды ике аҙна буйы үткән, сөнки ҡойма ямғыр арҡаһында сүл бысраҡ һаҙға әйләнгән. Ҡайһы саҡ, машина кабинаһында көйҙөргән ҡояш аҫтында эҫенән әлһерәп, улар көскә-көскә ғәйәт ҙур ҡом өйөмдәре, ташлы үҙәктәр һәм ҡомло үҙәндәр аша үткән. Машина боҙолған саҡтарҙа, ә бындай хәл йыш ҡына булғылап торған, улар, бер нисә көн буйына йәйәү йә велосипедта иң яҡындағы ҡалаға барып етеп, унда аҙналар буйы запчастар килгәнен көткән. Бөтә был ҡыйынлыҡтар уларҙың рухын ҡаҡшата алмаған. «Алтын быуат» журналындағы һүҙҙәрҙе икенсерәк әйтеп, Артур Уиллис һуңыраҡ былай тигән: «Уның шаһиттары өсөн үтә алмаҫлыҡ йә бигерәк оҙон юлдар юҡ».
Күп йылдар пионер булып хеҙмәт иткән Чарлз Харрис, аутбэкта — ҡаты шарттар хөкөм һөргән төпкөл яҡта мин Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ яҡынлаштым, тип бүлешкән. Ул былай тип өҫтәгән: «Тормош юлы буйлап йөкһөҙ, еңелсә барыу яҡшыраҡ. Ғайса Мәсих ҡайһы саҡ асыҡ һауала ла йоҡларға әҙер булған, шуға күрә беҙ ҙә, хеҙмәтебеҙ өсөн кәрәк булһа, шатлыҡ менән шулай уҡ эш итергә тейеш». Күп пионерҙар тап шундай рух сағылдырған да. Уларҙың арымай-талмай һалған тырышлыҡтары ярҙамында һөйөнөслө хәбәр континенттың бөтә ерҙәренә таралған, һәм күп кешеләр Алла Батшалығы яғына баҫа алған.
a 1931 йылда Изге Яҙманы тикшереүселәр Йәһүә шаһиттары тигән исем алғандар (Ишағ. 43:10).