Үтәлгән пәйғәмбәрлектәр
Беҙ Крёз батша тураһындағы тарихи ваҡиғаны иҫкә төшөрөп киткәйнек инде. Крёз Дельфала йәшәгән оракулдың юрауына ышанып Фарсы батшаһы Кирға ҡаршы һуғыш башлаған һәм еңелгән. Фарсы батшаһына ҡағылышлы ғәжәп бер пәйғәмбәрлек шулай уҡ Изге Яҙмала ла килтерелгән, әммә ул, оракул юрауынан айырмалы рәүештә, бар нескәлектәренә тиклем үтәлгән.
Кирҙың тыуыуынан 200 йыл самаһы элек еврей пәйғәмбәре Ишағыя был буласаҡ батшаның исемен һәм уның бер кем дә һәм бер ҡасан да яулай алмаясаҡ тип иҫәпләнгән Вавилон ҡалаһын яулап аласағы хаҡында әйткән. Ишағыя шулай уҡ Кирҙың быны ни рәүешле эшләйәсәген дә тасуирлап биргән.
Ишағыя 44:24, 27, 28: «Йәһүә былай ти: „Мин... [...] тәрән һыуҙарға: „Парға әйләнегеҙ, мин һинең бөтөн йылғаларыңды ҡоротам“, — тейем. Мин Кир тураһында: „Ул мин билдәлгән көтөүсе, ул бөтөн ихтыярымды тулыһынса үтәр“, — тип әйтәм. Мин Иерусалим тураһында: „Ул яңынан торғоҙоласаҡ“, — тейем, һәм уның ғибәҙәтханаһы хаҡында: „Һинең нигеҙең һалынасаҡ“, — тимен“».
Грек тарихсыһы Геродот һүҙҙәре буйынса, Кир ғәскәре Вавилон аша аҡҡан Евфрат йылғаһын икенсе яҡҡа бороп ебәргән. Шунан, инде һайыҡҡан йылғаны кисеп сығып, ғәскәр ҡала эсенә инә алған. Ҡаланы яулап алғас, Кир Вавилондағы йәһүдтәрҙе әсирлектән азат иткән. Ул уларға Иерусалимға ҡайтып, 70 йыл элек емерелгән һәм ташландыҡ хәлдә ятҡан ҡалаларҙы яңынан торғоҙорға рөхсәт иткән.
Ишағыя 45:1: «Йәһүә үҙенең майланған затына — Кирға әйтә, уның алдында халыҡтарҙы буйһондороп, батшаларҙы ҡоралһыҙландырыр өсөн, уның алдында ике яҡҡа асылмалы ишектәр асылһын һәм ҡапҡалар ябыҡ булмаһын өсөн, ул уң ҡулынан тотоп торған Кирға былай ти».
Фарсы һуғышсылары Вавилонға ике яҡҡа асылмалы ҙур һәм ауыр ҡапҡалар аша ингән. Ул көндө ҡапҡалар иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында ябылмай ҡалған. Кирҙың ниәтен белгән булһа, вавилондар йылғаға ҡараған бөтә ҡапҡаларҙы ла мотлаҡ рәүештә бикләгән булыр ине. Әммә улар бикләнмәй ҡалған, һәм ҡала яуланған.
Был ғәжәйеп пәйғәмбәрлек — Изге Яҙмала яҙылған һәм нескәлектәренә тиклем үтәлгән күп пәйғәмбәрлектәрҙең тик береһе генәa. Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр кешеләрҙекенән һәм илаһтарҙыҡҡы итеп күрһәтелгән пәйғәмбәрлектәрҙән айырылып тора. Уның Авторы былай ти: «Мин баштан уҡ нимә булырын һәм боронғо замандан әле башҡарылмаған нәмәләрҙе алдан әйтәм» (Ишағыя 46:10).
Бындай һүҙҙәрҙе тик Йәһүә исемле хаҡ Алла ғына әйтә ала. Ҡайһы бер белгестәрҙең һүҙе буйынса, был исем «ул булырға бирә» тигәнде аңлата. Ул Алланың киләсәктәге ваҡиғаларҙы белеү һәм ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн етәкселек бирә алыу һәләтен күрһәтә. Был беҙҙе уның бар вәғәҙәләренең дә һис шикһеҙ үтәләсәгенә ышандыра.
БӨГӨН ҮТӘЛӘ БАРҒАН ПӘЙҒӘМБӘРЛЕКТӘР
Изге Яҙмала беҙ йәшәгән көндәр хаҡында нимә яҙылғанын белергә теләйһегеҙме? Унда 2 000 йыл самаһы элек, «ахырызаман килгәндә ауыр ваҡыттар етер», тип әйтелгән булған. Ахырызаман нимәнең ахырын аңлата? Ерҙең йә кешелектең ахыры түгел, ә меңләгән йыл дауам иткән һуғыштарҙың, йәбер-золомдоң һәм ғазаптарҙың ахыры. Бына бер нисә «ахырызаман» пәйғәмбәрлектәре.
2 Тимофейға 3:1—5: «Ахырызаман килгәндә... Үҙҙәрен генә яратҡан, аҡсаға табынған, тәкәббер, һауалы, әсе телле, ата-әсәһенә буйһонмаған, изгелекте баһалай белмәгән, тәҡүәһеҙ, ҡаты бәғерле, кеше менән һыйыша алмаған, яла яғыусан, тотанаҡһыҙ, аяуһыҙ, яҡшылыҡҡа нәфрәтле, хыянатсыл, дыуамал, ҡупыҡ, Алланы яратыуға ҡарағанда кәйеф-сафаға нығыраҡ бирелгән, Аллаға ихлас табынған булып күренеп, иман көсөн кире ҡаҡҡан кешеләр артыр».
Был сифаттар кешеләрҙә көндән-көн асығыраҡ сағыла түгелме? Тирә-яҡта эгоизм, аҡса яратыу, ғорурлыҡ һәм тәкәбберлек хөкөм һөрөүенә иғтибар иткәнегеҙ бармы? Кешеләр элеккегә ҡарағанда талапсаныраҡ һәм килешмәүсәнерәк була бара, һеҙ быны тояһығыҙмы? Моғайын, килешерһегеҙ: бөгөн күп балалар ата-әсәһенә баш бирмәй һәм, ғөмүмән алғанда, кешеләр Аллаға ҡарағанда, ләззәтте күберәк ярата. Һәм хәл көндән-көн насарлана ғына бара.
Матфей 24:6, 7: «Һеҙ яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишетерһегеҙ. [...] Халыҡ халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер».
Ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса, 1914 йылдан алып ҡораллы бәрелештәрҙә һәм һуғыштарҙа 100 миллиондан артыҡ кеше һәләк булған. Был күп илдәрҙең халҡы һанынан да күберәк. Шул арҡала күпме ҡайғы-хәсрәт һәм күҙ йәше түгелгән! Шул аяныс һөҙөмтәләрҙән кешеләр берәй һабаҡ алғанмы һуң? Улар һуғыштарҙы туҡтатҡанмы?
Матфей 24:7: «Аслыҡ... булыр».
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының бөтөн донъя аҙыҡ-түлек программаһы отчетында ошондай статистика килтерелә: «Донъяла ризыҡ етәрлек булһа ла, һаман да 815 миллион кеше (һәр туғыҙынсы кеше) ас көйө йоҡларға ята. Бынан тыш, һәр өсөнсө кеше аслы-туҡлы интегеп көн күрә». Ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса йыл һайын өс миллион самаһы бала астан үлә.
Лука 21:11: «Көслө ер тетрәүҙәр булыр».
Йыл һайын 50 000 тирәһе һиҙелерлек ер тетрәү теркәлә. Шуларҙың яҡынса 100-ө биналар емерелеүгә килтерә, һәм йыл һайын кәм тигәндә бер тапҡыр ҡеүәтле ер тетрәү була. Ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса, 1975 йылдан алып 2000 йылға тиклем ер тетрәүҙәр арҡаһында 471 000 кеше һәләк булған.
Матфей 24:14: «Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер».
Һигеҙ миллиондан артыҡ Йәһүә шаһиты яҡынса 240 илдә Алла Батшалығы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләй. Улар ҙур ҡалаларҙа, алыҫ ауылдарҙа, джунглиҙарҙа һәм таулы ерҙәрҙә шаһитлыҡ бирә. Алла, был эш тейешле дәрәжәлә үтәлде, тигән һығымта яһау менән, пәйғәмбәрлектә әйтелгәнсә, «аҙағы килер». Нимәнең аҙағы? Кешеләр идараһының аҙағы. Уға алмашҡа Алла Батшалығы киләсәк. Батшалыҡ идара иткәндә беҙҙең тормош ниндәй буласаҡ? Был хаҡта киләһе мәҡәләнән белерһегеҙ.
a «Пәйғәмбәрлектәрҙең теүәллеген раҫлаусы өнһөҙ шаһит» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.