Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp18 № 3 8—9 бб.
  • Алла йәлләй аламы?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Алла йәлләй аламы?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2018
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • БАРЛЫҠҠА КИЛТЕРЕҮ ХАҠЫНДАҒЫ КИТАП НИМӘ ҺӨЙЛӘЙ?
  • ИЗГЕ ЯҘМАНАН АЛЛАНЫҢ ЙӘЛЛӘҮСӘН БУЛЫУЫ ХАҠЫНДА НИМӘ БЕЛӘБЕҘ?
  • АЛЛА БАРЫҺЫН ДА КҮРЕП ТОРА, УЛ БЕҘҘЕ АҢЛАЙ ҺӘМ ЙӘЛЛӘЙ
  • Ҡыҙғана бел
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
  • Башҡаларҙың хистәренә иғтибарлы булығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
  • Кеше хәленә инә белеү
    Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
  • Алла һеҙҙең хәлегеҙҙе аңлаймы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2018
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2018
wp18 № 3 8—9 бб.
Ҡыҙыҡай тубығын һыҙырған, ә икенсе ҡыҙыҡай уны йәлләй; бер ҡатын илаған икенсе ҡатынды йыуата

Алла йәлләй аламы?

БАРЛЫҠҠА КИЛТЕРЕҮ ХАҠЫНДАҒЫ КИТАП НИМӘ ҺӨЙЛӘЙ?

Йәлләү — үҙеңде кеше урынына ҡуйып, ул тойған хистәрҙе тойоуҙы аңлата. Рик Хансон исемле нейрофизиолог былай ти: «Йәлләй белеү сифаты кешегә тыумыштан уҡ һалына».

УЙЛАП ҠАРАҒЫҘ: ни өсөн кеше йәлләй белеү сифатын сағылдыра ала, ә башҡа тере йән эйәләре — юҡ? Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Алла кешеләрҙе үҙенә оҡшаш итеп барлыҡҡа килтергән (Башланмыш 1:26). Тимәк, беҙ ниндәйҙер кимәлдә уның кеүек камил сифаттар сағылдыра алабыҙ. Шуға күрә кешеләр, яҡынын йәлләп, уға ярҙам иткәндә, ҡыҙғаныусан Барлыҡҡа килтереүсе Йәһүәнең сифатын сағылдыра (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:31).

ИЗГЕ ЯҘМАНАН АЛЛАНЫҢ ЙӘЛЛӘҮСӘН БУЛЫУЫ ХАҠЫНДА НИМӘ БЕЛӘБЕҘ?

Беҙҙең ғазап сигеүебеҙ Аллаға әрнеү килтерә. Боронғо израилдәрҙең Мысыр ҡоллоғанда, ә һуңыраҡ сүлдә 40 йыл буйы ғазап сиккәнен күреп, Алланың ниндәй хистәр кисергәне хаҡында Изге Яҙмала былай тиелә: «Улар ғазап сиккәндә, ул да ғазап сикте» (Ишағыя 63:9). Иғтибар итегеҙ, Алла уларҙың ҡайғыһын белеү генә түгел, ә әрнеүҙәрен дә аңлаған. Ул: «Мин уларҙың әрнеүҙәрен яҡшы беләм», — тигән. (Сығыш 3:7). Барлыҡҡа килтереүсебеҙ: «Һеҙгә тейгән һәр кем минең күҙ ҡараһына тейә», — ти (Зәкәриә 2:8). Башҡалар беҙгә ғазап килтергәндә Алланың да йөрәге һыҙлай.

Ҡайһы берҙә беҙ үҙебеҙҙе ғәйепләйбеҙ һәм Алланың шәфҡәтенә лайыҡ түгелбеҙ, тип һанайбыҙ. Әммә Инжил: «Ул [Алла] беҙҙең йөрәгебеҙҙән ҙурыраҡ һәм бөтә нәмәне белә», — тип ышандыра (1 Яхъя 3:19, 20). Алла беҙҙе үҙебеҙгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ белә. Уға шарттарыбыҙ, уйҙарыбыҙ һәм борсолоуҙарыбыҙ тулыһынса билдәле. Уның йөрәге ҡыҙғаныу менән тулы.

Беҙ, Алланың ярҙам итеренә шикләнмәйенсә, унан йыуаныс, зирәклек һәм нығытыу эҙләй алабыҙ

Изге яҙма беҙҙе нимәгә ышандыра

  • «Һин Йәһүәне саҡырырһың, ә ул яуап бирер, ярҙам һорап ҡысҡырырһың, ә ул: „Бына мин!“ — тиер » (ИШАҒЫЯ 58:9).

  • « „Мин һеҙҙең өсөн нимә ниәтләгәнемде яҡшы беләм, — тип әйтә Йәһүә. — Мин, һеҙгә киләсәк һәм өмөт бирер өсөн, бәлә-ҡаза түгел, ә тыныслыҡ ниәтләнем. Һеҙ мине саҡырырһығыҙ, килеп, миңә доға ҡылырһығыҙ, һәм мин һеҙҙе тыңлармын“ » (ИРЕМИЯ 29:11, 12).

  • «Күҙ йәштәремде күн турһыҡҡа йыйып барсы. Китабыңда улар тураһында яҙылған түгелме?» (ЗӘБУР 56:8).

АЛЛА БАРЫҺЫН ДА КҮРЕП ТОРА, УЛ БЕҘҘЕ АҢЛАЙ ҺӘМ ЙӘЛЛӘЙ

Алланың беҙҙе йәлләй икәнен белеү ауыр ваҡыттарҙа беҙгә нисек ярҙам итә? Мария былай ти:

«Тормош миңә ҡарата ғәҙелһеҙ, тип уйланым. 18 йәшлек улым ике йыл буйына рак ауырыуы менән көрәште. Уның үлеме минең өсөн оло ҡайғы булды. Йәһүә улыма һауығырға ярҙам итмәне тип, мин уға ныҡ асыуландым.

Алты йыл үткәс үҙемдең мәсихсе әхирәтемә, Йәһүә мине яратмай, тип хистәремде һөйләп бирҙем. Бер нисә сәғәт ул мине бүлдермәйенсә тыңланы, ә һуңынан 1 Яхъя 3:19, 20-не уҡыны. Был шиғырҙар миңә ныҡ тәьҫир итте. Унда: „Ул [Алла] беҙҙең йөрәгебеҙҙән ҙурыраҡ һәм бөтә нәмәне белә“, — тип яҙылған . Йәһүәнең хистәребеҙҙе бик яҡшы аңлағанын әхирәтем миңә асыҡ итеп төшөндөрөп бирҙе.

Әммә миңә үпкә хисенән арыныу барыбер ауыр булды. Шунан мин Зәбур 94:19-ҙы уҡыным. Унда: „Борсолоуҙар мине биләп алғанда, һин миңә йыуаныс һәм тыныслыҡ бирҙең“, — тиелә. Был һүҙҙәр минең өсөн яҙылған кеүек тойолдо! Йәһүәгә борсолоуҙарым хаҡында һөйләй башлағас, күңелемдән таш төшкәндәй булды, һәм уның мине ишетеүен, аңлауын тойҙом».

Алланың беҙҙе аңлауын һәм беҙҙең хаҡта ҡайғыртыуын белеү ни тиклем йыуата! Әммә ни өсөн тирә-яҡ ҡайғы-хәсрәт һәм бәхетһеҙлек менән тулы? Бәлки, был гонаһтарыбыҙ өсөн Алла ебәргән язалыр? Алла ғазаптарҙы бөтөрөрмө? Был һорауҙарға яуаптар киләһе мәҡәләлә ҡараласаҡ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу